RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һоҡланырлыҡ йәшәү өлгөһө

20.11.2012 Һоҡланырлыҡ йәшәү өлгөһө

Әбйәлил районында 88 йәшен тултырған Нәзифә һәм Ибраһим Аҡбулатовтар 67 йыл бергә татыу ғүмер кисерә
Ата-әсәһе үлеп киткәс, Ғәбитулла, Ибраһим, Ғәбдинур үҙҙәре генә донъя көтә. Һуғыш башланыу менән Ғәбитулла ил азатлығын һаҡларға китә. 1942 йылда ҡустылары уның һуғышта хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында «ҡара ҡағыҙ» ала. Бер нисә айҙан, 1943 йылдың ғинуарында, ғәрип ҡустыһын яңғыҙ ҡалдырып, Ибраһим да армияға алына.
Тоцкиҙағы әҙерлек полигонында булғандан һуң, ҡыуандыҡ ҡалаһында урынлашҡан 53-сө полктың автоматсылар батальонына эләгә ул. Ошо йылдың октябрендә үк кесе сержант званиеһында фронтҡа китә. Корсунь-Шевченко ҡамауын өҙөү өсөн тәү тапҡыр һуғышҡа инә. Көнбайыш Украинаны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаш­ҡанда, 1944 йылдың апрелендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана. Молдавия, Румыния, Польша ерҙәрен саҡрымлап түгел, аҙым менән үлсәгән һалдат ул. Краков йүнәлешендә барған алыштарҙың береһендә тәү тапҡыр ҡаты яралана. Дауаланып, ҡулына ҡорал тоторлоҡ булғас, йәнә фронтҡа китә. 1945 йылдың февралендә Германияла алған яраһы уны ете айға сафтан сығара. Ярсыҡ ҡорһағын бүҫереп сыға. Тирелеп төшкән эсәктәрен ҡулдары менән ҡаплап, ул иҫен юғалта… Яралы һалдатты Кисловодскиға госпиталгә ҡайтаралар. Бына ошонда ауыр яраларҙан оҙаҡ ҡына дауаланғандан һуң, аяғына баҫып, 8 сентябрҙә тыуған ауылына ҡайтып төшә. Ике көн туғандары, дуҫ-иштәре, ауылдаштарын күреп, аралашып ял итеп ала ла өсөнсө көнөнә «Салауат батыр» колхозына эшкә сығып та китә.
Күп тә үтмәй, кисәге һалдатҡа дуҫы Әҡсән менән Абҙаҡ ауылына барырға тура килә. Бына ошонда осрата ла инде Ибраһим үҙенең тәүге һәм ғүмерлек йәрен. Оҙон ҡара сәсле, һомғол кәүҙәле һылыу­ға тәү күреүҙә ғашиҡ булып, шул уҡ көндө яусы ебәрә. Әммә буласаҡ ҡәйнәһе: «Күрмәгән-белмәгән ке­шегә ҡыҙымды биреп ебәрмәйем. Йола буйынса никах уҡытып, туғандарын күргәс кенә бирермен», – тигән шарт ҡуя. Шулай шартына килтереп, 25 сентябрҙә никах уҡытып, кәләшен алып ҡайтып китә. Һәм бына 67 йыл инде, тормоштоң шатлыҡ-ҡайғыларын бергә кисереп, бәхетле ғүмер итә улар.
Алты балаға ғүмер бирә Аҡбулатовтар. Баш бала булып тыуған улдары үлеп ҡала. Тормош аяуһыҙ – кейәүгә сығып, үҙе әсәй булған өлкән ҡыҙҙары Хәснә ваҡыт­һыҙ гүр эйәһе була. Был ҡайғыны еңеп сығырға, йәшәү көсө табырға Ибраһим апа менән Нәзифә инәй­ҙең бер-береһенә булған, йылдар һынауы аша үткән оло хистәре, балаларының ата-әсәһе хаҡында хәстәрлеге ярҙам итә.
Бөгөн инде апа менән инәй ҡыҙҙарының, кейәүҙәренең, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамына, иғтибарына сорналып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. ҡыҙҙары Зилдә оҙаҡ йылдар ветеринария өлкәһендә эшләне, Гөлнур балаларға рус теле нескәлектәрен өйрәтте, Мәр­йәм кешеләр һаулығы һағында булды, бөгөн уларҙың өсәүһе лә хаҡлы ялда. Резеда Белоретта район гәзитендә эшләй.
– Асҡарға күсеп килеүебеҙгә ике йыл булды. Тыуған ил азатлығы өсөн яуға күтәрелгән кешеләр хаҡында даими хәстәрлек күргән Рәсәй Президенты В. Путинға, хөкүмәтебеҙгә, район етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙгә бөтә уңайлыҡтары булған фатир биреп ҡыуандырҙылар. Рәхәт­ләнеп йәшә лә йәшә генә, – ти Ибраһим апа менән Нәзифә инәй.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары, унан һуңғы ауыр йылдарҙағы оҙайлы намыҫлы хеҙмәтенә ҙур баһа тип ҡабул итә был бүләкте Ибраһим апа. Фронттан инвалид булып ҡайтһа ла, ҡайҙа ҡушһалар, шунда ең һыҙғанып эшләй. Оҙаҡ йылдар тракторсы, комбайнсы була. Һаулығы бер аҙ ҡаҡшағас, бригадала иҫәпсе-хисапсы була. Бер эштә лә һынатмаған Ибраһим Абдулла улы, тиҫтәләгән хәрби награданан тыш, фиҙакәр хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау грамотаһына, «Атҡаҙанған колхозсы» исеменә лайыҡ.
Тормошҡа зарланмай, бөтә нәмәнән риза булып ғүмер иткән Аҡбулатовтар ғаиләһе күптәр өсөн һоҡланырлыҡ йәшәү өлгөһө.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»