НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡыйыу ауылдашым

Ҡыйыу ауылдашым


Ҡыйыу ауылдашым
Борон-борондан беҙҙең яҡтарҙа йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Миһран олатайыбыҙҙың да бер нисә өйөр йылҡыһы булған. Ғаиләһе йылҡы ите менән туҡланып, ҡымыҙ эсеп көн күргән. Килгән ҡунаҡтарҙы ла шул уҡ аҙыҡтар менән һыйлағандар. Уның аттарын малайҙары менән бергә ҡарашырға ағайҙың улы ла килер булған. Шәкир Яздан улы Язданов йәш сағынан уҡ ат яратҡан, заманында бик етеҙ һыбайлы булған.
Һуғышта ла ул атлылар полкында хеҙмәт итә. Ворошилов исемендәге 20-се полктың ҡылыссылар взводы командиры була. Взводтар араһында ат сабыштары, төрлө күнекмәләр үтергә тейеш булалар. Бындай ярыштарҙа Шәкир Яздан улы үрнәк күрһәтә. Һөйләп тораһы ла юҡ, ул оҫта һыбайлы була.
Һыбайлыларға «джигитовка» үтәргә ҡушалар: ат сабып барған 100 метр арала һыбайлы 12 тапҡыр эйәр­ҙән төшөп, яңынан ултырырға тейеш була. Белорет райо­нының Манышты ауылы «казагы» Язданов ҡушыл­ғанды бик яҡшы башҡара. Ул иптәштәрен оҫталығы менән хайран ҡалдыра: сабып барған аттың ҡорһаҡ аҫтынан эйәргә тотоноп үткән. Ошондай сығыштарының береһенән һуң, маршал, дивизия командиры Г. Жуков уға эйәр бүләк итә. Шунан һуң Георгий Константинович Ш. Яздановты үҙенә ат ҡараусы итеп ала.
Шәкир Язданов яҡшы саңғысы ла, футболсы ла була. Хәрби округ командованиеһы теләүселәрҙе үҙ ирке менән саңғысылар батальонына яҙа башлағас, яугир шунда бара. Был батальон Финляндия менән һуғыш башланыр алдынан Выборг ҡалаһында урынлаша. Көндәр бик һалҡын тора, ә һалдаттар палаткаларҙа ғына йәшәй. Тимер мейестәр аҙ, булғандары ла штаб офицер­ҙарына тапшырыла.
Һалдаттар юғалып ҡалмай. Буш снаряд гильзаларын алып, унда спирт һалып яндырып йылыналар. Спирт биҙрәләп таратылғас, уның менән сәғәт һайын тәндәрен ыуып та йылыналар. Ошондай саралар ярҙамында һалҡынға бирешмәйҙәр.
Батальонды штабҡа саҡырып, хәрби бурыс йөкмәтәләр. Күл буйлап барып, ағас баштарында ултырған снайперҙарҙы (һалдаттар уларҙы «кәкүк» тип йөрөткән) табып юҡ итергә ҡушыла.
Саңғысылар бик һаҡ ҡына алға хәрәкәт итә. Бер саҡ атыу тауышы ишетелә. Бөтәһе лә ҡарға ята. Ағас башында ултырған «кәкүк» саңғысыларға атып, үҙенең «оя»һын белдерә. Беҙҙең снайперҙар уны шунда уҡ атып төшөрә.
Юлдарын ары дауам итәләр. Һул яҡта, ҡарға күмелеп, беҙҙең танк ултыра. Уға барып еттем тигәндә генә ҡапыл көслө шартлау яңғырай. Ошо ваҡытта Шәкир Язданов өсөн тирә-яҡ ҡараңғылыҡҡа күмелә.
Саңғысыларҙан арттараҡ ҡалып килеүсе саперҙар ошо урындан үтеп барғанда ҡар өйөмөнән саңғының бер осон шәйләп ҡала. Ҡар өйөмө ҡыбырлап ҡуйған кеүек тә була…
Улар был саңғы күренгән урынды ҡаҙырға була һәм шулай итеп Шәкир Яздановты ҡар аҫтынан ҡаҙып сығарып санчасҡа оҙаталар. Ул унда оҙаҡ дауалана, контузияһы, ауыр яралары шулай оҙаҡ уңала. Госпиталдән һауығып сыҡҡас, Шәкир Язданов һыбайлылар батальонында хеҙмәт итә.
Нурулла МИҺРАНОВ,
Белорет районы һәм ҡалаһының почетлы ветераны.
Белорет районы,
Манышты ауылы.

Сығыу ваҡыты 14-09-2012, 11:53 | Ҡаранылар: 1405
|
  • Иҫән-һау ҡотолдоҡ
  • Алтын ҡуллы әсә
  • Майор Гәрәй Нафиҡовтың ҡаһарманлығы
  • Яу юлы
  • Ҡорос йөрәкле Зарипов
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM