НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Шахматҡа ҡасан иғтибар булыр?

Шахматҡа ҡасан иғтибар булыр?


Шахматҡа ҡасан иғтибар булыр?«Шахмат − кешелек уйлап тапҡан иң яҡшы, иң мауыҡтырғыс уйын бит», − тип тә өҫтәй ул. Эйе, шахмат − уйын, спорт, сәнғәт һәм фән был төбәктекеләр.
Сибай ҡалаһында быны аңлаусылар байтаҡ. Тик уйын кимәле бер күтәрелә, бер төшә.
Шахмат һөйөүселәргә күп тә кәрәкмәй. Сығым да ҙур түгел. Бер һәйбәт кенә бүлмә, өҫтәл-ултырғыстар, шахмат, сәғәт булһа етә.
Сибайҙа шахмат клубы ҡала буйлап күсеп тик йөрөй. Һуңғыһы бәләкәйерәк бүлмәлә урынлашты. Йортта бәҙрәф юҡ. Шахматтар Нух заманыныҡы, сәғәттәр ҙә алама ғына. Ҡайҙа ул электрон сәғәттәр?
Ҡала мәктәптәрендә А. Додонов, Р. Мораҙымов, Р. Ғәфүров кеүек энтузиас­тар шахмат дәрестәре алып бара. Уҡыусылар ярыштарҙа арыу ғына уйнай ине. Ҡалала шахмат тормошо Мәғәфүр Харрасов һәм бер нисә тапҡыр чемпион булған Марат Ҡыуатовтың иңендә, тиһәң дә була. Шахмат клубын етәкләүсе М. Харрасов йәмәғәт башланғысында эшләй. Түләү юҡ. Дөрөҫ, спорт комитеты ярыштарға приз бирә.
Эйе, клуб ташландыҡ һарай рәүешендә. Алтаҡтаһы ла юҡ. Эстә эш планы, турнир таблицалары күренмәй. 60 мең кешеһе булған ҡала өсөн оят инде. Спорт комитеты рәйесе: «Подвалда түгел бит», − тип ҡыуана.
Күрше Баймаҡта хәл һәйбәтерәк кеүек. 4-се мәктәптә шахмат һөйөүселәргә махсус бүлмә бирелгән. Шахматтар ҙа, сәғәттәр ҙә етерлек. Компьютер ҙа бар. Зөлфәт Зөбәйеров инициативаһы менән асылған клуб бик әүҙем генә эшләп китте. Ярыштар даими үтте. Эльвира Хәсәнова тигән республиканың күренекле шахматсыһының исеме лә ул эшләгән ваҡытта билдәле була башланы. Үкенескә күрә, ул күсеп китте. Эшен улы − мастерлыҡҡа кандидат − һүлпәнерәк алып бара. Әле райондың шахмат-шашка федерацияһы рәйесе Р. Үтәев клуб эшенә тотонмаҡсы. Нисек булыр?

Фәрит ӘБҮБӘКЕРОВ.
Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай ауылы.

Сығыу ваҡыты 31-08-2012, 11:17 | Ҡаранылар: 964
|
  • Шахмат уйнарға теләүселәр иғтибарына!
  • Өфөлә йәнә бер ҙур спорт сараһы көтөлә
  • СЕРЛЕ ШАХМАТ ДОНЪЯҺЫНДА
  • Шахмат һәм шашка – барыһы өсөн дә!
  • Шахмат ене ҡағылған малай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM