RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙҙең дә өлөшөбөҙ бар

10.07.2012 Беҙҙең дә өлөшөбөҙ бар

йәки Һуғыш балалары льготаларға лайыҡ
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 67 йыл тулды. Һуғыш яланында йөрөп ҡайтыусылар ҙа йылдан-йыл кәмей. Кәмей генә түгел, ә бөтөп бара. Беҙҙең Белорет районының Инйәр ауыл советында улар өсәү генә ҡалған. Тыл батырҙары әлегә әҙ генә күберәк.
Беҙҙең йәштәштәр ул йылдарҙа ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәне. Күбебеҙ аслы-туҡлы йәшәнек. ҡар иреп бөткәс, үлән менән туҡлана инек. ҡаҡы, фәрҙә, ҡымыҙлыҡ, һарына, балтырған, әтлек, кесерткән һәм башҡа үләндәр беҙҙең аҙыҡ булды. Өҫкә кейергә кейем булманы. Әсәйҙәребеҙ иҫке кейемдәрҙән, бейәләйҙәрҙән күлдәк, салбар тегеп кейҙерҙе. Аяҡтарҙа үҙебеҙ үргән сабата ла силғау ине. Көсөбөҙ еткән бар эште лә эшләнек, ә уҡырға һуғыш тамамланғас ҡына барҙыҡ. Белем алырға китап, яҙырға дәфтәр, ҡәләм, ручка етмәне. ҡараны бәшмәктәр­ҙән эшләп, ҡаурый табып, уны һепертке ағасына бәйләп яҙыштыҡ.
Ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәп булды. Унда 5-се, 6-сы синыфты тамамлағандар уҡытты. 5-се синыфтан ун саҡрымда ятҡан Инйәр урта мәктәбенә йөрөп белем алдыҡ. Мәктәптән ҡайтҡас, ашап та тормай, утын­ға, бесәнгә китәбеҙ. Аяғыбыҙҙа шул уҡ сабата, ә силғауыбыҙ ниндәй булғандыр инде? Өйҙә сәғәт юҡ. Уҡырға йөрөүселәрҙең береһе уянһа, ауыл буйлап иптәштәрен уятырға сығып китә. Ваҡыттың күпме икәнен бер кем белмәй. Әҙерәк тамаҡҡа ашап алғас, юлға сығабыҙ. Мәктәпкә барып еткәс, һаҡсы янында ғына ваҡытты беләбеҙ. Иртә булһа, шунда иҙәнгә теҙелешеп ятып йоҡлайбыҙ. Сәғәт һигеҙҙә һаҡсы беҙҙе уята һәм үҙ бүлмәләребеҙгә таралабыҙ. Дәрес ваҡытында ла йоҡлап киткәнбеҙҙер инде. Бына шулай уҡыныҡ. Әсәйҙәр ҙә, үҙебеҙ ҙә тырышып, Инйәр мәктәбен тамамланыҡ. Әрме сафында ла хеҙмәт иттек. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас та эшкә тотондоҡ. 50 йылға яҡын хеҙмәт стажым бар.
Эйе, беҙҙең замандаштар бик ауыр тормошта, ауыр заманда йәшәне. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булған эштәрҙең бөтәһендә лә ярҙамлашырға тырыштылар. Уларҙың бала сағын, йәшлеген һуғыш урланы.
Әлеге ваҡытта яҡшы йәшәргә хаҡлыбыҙ. Шуның өсөн әҙ булһа ла льготаларға лайыҡлыбыҙ, тип уйлайым.
Нурулла МИҺРАНОВ,
Белорет районының һәм ҡалаһының
почетлы гражданы.
Белорет районы,
Манышты ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»