НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Сәләхте мин белә инем…

Сәләхте мин белә инем…


Һеҙҙең баҫмағыҙҙа («Йәшлек», N38, 18 май) Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның Сабырйән Яңыбай улы Көҫәпҡолов тураһындаағы мәҡәләһен уҡып, уның Сәләх исемле етем малайҙы бик белгеһе килгәнен белгәс, уның тураһында белгәндәремде һеҙҙең гәзит аша еткерергә булдым. Мин 1940 йылда тыуғанмын. Яңылышмаһам, уның фамилияһын беҙ, малайҙар, белмәнек, шулай ҙа шул Сәләхтер тип уйлайым. Әбйәлил районының Хәлил ауылында тыуып, әрме хеҙмәтенә тиклем ас-яланғас уҡып, ялан аяҡ йүгереп йөрөгән саҡтар ҙа иҫемә төштө. Беҙҙең йорт Дарыулы йылғаһы аша һалынған күпер эргәһендә икенсе өй булды. Бер заман Совет урамы булып китте, хәҙер уны иҫкә лә алмайҙар шикелле. Беренсе өйҙә Ғәләхәйҙәр ағай менән Рәйхана инәй көн күрҙе. Балалары күп булды, һуғыш йылдарында улар Түбә ҡасабаһында йәшәгән, һуңынан кире күсеп ҡайтҡандар. Бала саҡта Рәйхана инәйҙәргә ағаһыныңмы, ҡустыһыныңмы улы – Сәләх исемле һары башлы етем малай килеп, беҙҙең менән уйнап йөрөй торғайны. Беҙ уны, етем булғас (балалар йортонан булғаны иҫтә), йәлләп, бергә алып йөрөй торғайныҡ, ул ҡыйыу күренә торғайны. Бер хәл иҫтә ҡалған. Беҙ, ауыл малайҙары, оялсан булғанбыҙҙыр инде, әллә ҡайҙан араҡы, шарап шешәләрен табып, магазинға тапшыр­ҙыҡ. Һатыусы Әхсән, еҙнәй кеше, уны йәлләпме, печеньемы, кәнфитме биреп ебәргән. Бына, исмаһам, ҡыйыулыҡ. Йыл һайын килә торғайны, тип әйтә алмайым. Ул заманда ашарға икмәк тә булманы бит. Ул малай 1951 – 1953 йылдарҙа килде, ахыры. Уның ике апаһының килеүе, Флүрә исемлеһенең Ленинградта уҡый, тигәндәре иҫтә ҡалған. Һуңынан ишетеүемсә, Сәләх ҡайҙалыр механизаторлыҡҡа уҡып сыҡҡан булыр­ға тейеш. Һуңғы йылдарҙа вафат булған тигән имеш-мимештәр ишетелеп ҡалды. Миндә күмәкләп төшкән фото бар. Үкенескә күрә, ул артта тороп төшкән, ярты йөҙө генә күренә. Зөлфирә туғанымдың был яҙмаһы күп нәмәне иҫкә төшөрттө. Һүҙ, моғайын, шул Сәләх тураһында баралыр. Минең белеүемсә, Рәйхана инәй Иҫәнбәт ауылыныҡы ине шикелле.
Сәләхтең ике туғандарынан өсәүһе әлеге көндә тере. Рәшиҙә Хоҙайбандина уның тураһында күпте белергә тейеш. Ул Сиҙәм ҡасабаһында йәшәй. Тағы бер апаһы Рәйсә Нуриманова шикелле. Хәлил ауылында бер ҡустыһы бар – Рәүеф Ғәлиәкбәров, ул ишетеп кенә беләлер. Бына ошолайыраҡ белгән-күргәндәр. Әгәр ҙә туғандары, бала-сағалары табышып, белешһәләр, ҡайһылай һәйбәт булыр ине.
Бик ҡыҙыҡһынһағыҙ, миңә бәйләнешкә сығығыҙ. Адресым редакцияла.
Рәхмәт ҒӘЛИМОВ,
хеҙмәт ветераны.
Сибай ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 29-06-2012, 11:56 | Ҡаранылар: 1083
|
  • «Йәшлек» менән бергә булдыҡ, бергә ҡалабыҙ!»
  • Һөйөүҙән тора ғүмерҙәр...
  • МЕНЕП ЯТ БУЛЫР ИСЕМЕҢ,БАЛАМ
  • Өфөләр... ҡуян һатып байыған икән
  • Күстәге бал ҡорто оя тарҡатмай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM