НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡәйнәмде әсәй кеүек күрәм

Ҡәйнәмде әсәй кеүек күрәм


Килен булып төшкән тәүге көнөмдән алып, әсәйем кеүек яҡын күреп, ҡәйнәмә «инәй» тип өндәшәм. Ҡәҙерле кешем тураһында гәзит битенә яҙып, күңелен күргем килде.
Сәлимә Йосоп ҡыҙы Таһирова 1921 йылда Әб­дрә­хим ауылында донъяға килә. Уның бала сағы, үҫмер йылдары ауыр ваҡытҡа тура килә. Аслыҡ-ялан­ғаслыҡ, ҡәһәрле һуғыш был быуын кешеләренең иң гүзәл йәшлек йылдарын әрәм итә. Ләкин ул бер ваҡытта ла ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмай. Уңған, сая ҡыҙ, һәр үҫмер кеүек үк, эшкә сума. Колхозда ал-ял белмәй эшләй. Тракторсы булараҡ, ер һөрә, ашлыҡ сәсә. Тылда үҙенең хеҙмәте менән фашистарҙан үс ала, Еңеү көнөн яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә.
Ә һуғыштан һуң ҡыҙ мөхәббәтен осрата. Ул әле генә фронттан ҡайтҡан етем егет Сәлим Таһиров була. Йәштәр бергә донъя көтә башлай. Мөхәббәт емештәре булып алты бала – Йәүһәрә, Сәғиҙә, Сәғит, Мәүлиҙә, Ғәлиә, Бикбулат донъяға килә. Бик матур һәм татыу донъя көтә улар. Ләкин бәхетле ғаиләгә оло ҡайғы килә – 1981 йылдың 1 майында ҡайным эш урынында фажиғәле һәләк була.
Бөгөн инәй, балаларының матур итеп донъя көтөүенә шатланып, 89 йәшен тултыра. Йыш ҡына 17 ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәрен һөйгән һайын күҙенән ҡыуаныслы күҙ йәштәре тәгәрәй. «Донъяла минән дә бәхетле кеше юҡ. Сөнки шундай ауырлыҡтарҙы йырып сығып, бөгөнгө тормошта йәшәүе – үҙе бер бәхет. Аллаға шөкөр, балаларымдың ҡыуаныстарына төрөнөп йәшәйем. Донъялар тыныс торһон, сәләмәтлек булһын, башҡаса һуғыш, аслыҡ күрһәтмәһен», – тип доғалар ҡыла.
Изге теләктәрең тормошҡа ашһын, инәй. Беҙҙең терәгебеҙ булып йәшә лә йәшә әле.

Сәриә ТАҺИРОВА.
Мәсетле районы,
Әбдрәхим ауылы.

Сығыу ваҡыты 8-02-2011, 10:39 | Ҡаранылар: 1547
|
  • Һуғыш осоро балаларын хәстәрләргә ваҡыт етте
  • Ғүмерҙәр ике килмәй
  • Яҙмышы – яҙылмаған китап
  • Ғүмере – үҙе бер тарих
  • Күстәге бал ҡорто оя тарҡатмай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM