НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яңғыҙлыҡ – ул хөкөм түгел

Яңғыҙлыҡ – ул хөкөм түгел


Яңғыҙлыҡ – ул хөкөм түгел
Тормош бит ул бер алдын, бер артын күрһәтә. Бер ҡасан да яҙмышым улай булмаҫ”, – тип әйтер ине әсәйем.
Яңғыҙ ҡалғас, ауырлығын йәнемдә тойоп, үҙем ишеләрҙең ҡәҙерен белә башланым шикелле.
Әле генә юл сатында торған Ғәфәргә илле һум тоттороп киттем. Хәйерҙән булыр. Икмәккә етер әле...
Өйгә килеп еттем тигәндә артымдан Алмас ҡыуып етте.
– Ҡара әле, ней, Ғәфәргә биргән хәйереңдән миңә лә өлөш сығар әле, тәмәкегә генә, тиеүем.
Уныһына ла тотторҙом. Унан сыҡҡан һаҫыҡ еҫте оҙаҡ еҫкәп торғом килмәй ине шул.Тиҙ генә ҡапҡаға инеүемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тик өйгә инергә өлгөрмәнем, Тайып ҡусты килеп инде.
– Ағай, артыңдан саҡ өлгөрҙөм, бигерәк шәп йөрөй икәнһең! Мин ҡасан тайпанлап килеп еткәнсе. Ғәфәр инеп тә сыҡты. Йөҙө айҙай балҡый – уға эләккәндер...
Мине лә, яңғыҙ ағаңды, кәм-хур итмәҫһең моғайын.
Уның ауыҙынан тәҙрә йыуа торған шыйыҡса еҫе килә ине.
Тағы бер иллелекте тотторҙом да, нимә мығырлауын тыңлап та тормай өйөмә индем. Тиҙ генә өй келәһен элеп, ауыр һулап ҡуйҙым...
Тау аҡтарыр ғына саҡтарында бына бит ниндәй хәлгә төштө минең ҡустыларым. Тау нимә, матур кәләш ҡосаҡлап ятыр саҡтары бит әле! Балалар үҫтерер мәлдәре...
Мин дә яңғыҙмын... Был – минең яҙмышым, сөнки ҡатыным вафат булды.Тик мин ошо ирҙәр хәленә төшөргә теләмәйем! Мин – көслө заттан! Төшөнкөлөккә бирелеп, түбәнгә тәгәрәргә ярамай.
Яңғыҙлыҡ – ул ҡарар тү­гел! Мин дә үҙ парымды табырыма ышанам... Ке­шесә йәшәргә теләйем. Өйҙә һәр саҡ эҫе сәй, йылы аш булһын. Донъям яҡтырып балҡып торһон... Беҙ бит был донъяға тик бер генә киләбеҙ, һәм матур итеп йәшәп үтергә бурыслыбыҙ.
Ошо уйҙарымды үҙем ишеләргә еткергем килә, яңғыҙаҡтар. Тормошта бер ҡасан да яңғыҙлыҡты юлдаш итмәгеҙ.

Айҙар.
Әбйәлил районы.

Сығыу ваҡыты 19-09-2018, 15:23 | Ҡаранылар: 336
|
  • Нимә булды һуң? (Бер йәш ҡатындың һөйләгәне буйынса)
  • Мировой бүләк
  • Балдай татлы… вазелин
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM