НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Боронғо кәсепте һаҡлаусы

Боронғо кәсепте һаҡлаусы


Боронғо кәсепте  һаҡлаусы
Салауат районының Ишембай ауылынан Флиза Ғарипова әҙерләгән талҡанды олоһо ла, кесеһе лә яратып ашай

Талҡан – көс биреүсе, дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған туҡлыҡлы ризыҡ. Боронғо кәсепте бөгөнгә тиклем һаҡлаусыларҙы – талҡан эшләүселәрҙе әле лә арабыҙҙа осратырға мөмкин. Шундай оҫталарҙың береһе – Салауат районының Ишембай ауылынан Флиза Ғарипова. Ул 25 йылдан ашыу китапханала эшләй.
– Был үҙенсәлекле ризыҡтың файҙаһы бик күп. Талҡанды эшкәртеү өсөн организм артыҡ энергия сарыф итмәй. Шуға ла ул мейе үҫешенә яҡшы йоғонто яһай. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға икеләтә файҙалы. Шулай уҡ төрлө витаминға, микроэлементҡа бай, – ти уңған хужабикә.
Элегерәк талҡан тартыу өсөн ағас тирмән ҡулланғандар, ә хәҙер ҡәһүә тартҡыс та ярай. Бойҙайҙан он эшләгәндән һуң, аҡ майҙы иретеп, әҙерәк кенә һыу, шәкәр, тоҙ өҫтәргә мөмкин. Ҡатнашманан бәләкәй генә йомроҡастар әүәләп, һауытҡа теҙергә кәрәк. Бер аҙ һыуытып алғандан һуң тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡты ашарға мөмкин.
Рецебы ябай ғына булһа ла, талҡанды эшләү өсөн оҫталыҡ кәрәк. Флиза Сәғит ҡыҙы әҙерләгән талҡанды олоһо ла, кесеһе лә яратып ашай. Өләсәләренең талҡан, төрлө аш-һыу әҙерләгәнен бигерәк тә ейән-ейәнсәрҙәре көтөп ала. Шулай уҡ уңған хужабикә бешергән милли аш-һыу һабантуй­ҙа, төрлө күргәҙмәлә өлгө булараҡ күрһәтелә.
Боронғо ризыҡтарыбыҙҙы әҙерләү рецебын һаҡлап, уны йәш быуынға еткереүсе Флиза Ғарипова кеүек апайҙар арабыҙҙа күберәк булһын ине.

Алина АЛКИНА.

Сығыу ваҡыты 14-08-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 120
|
  • Диабетиктарға фруктоза ашарға яраймы?
  • Тәмле дарыу
  • Алманың файҙаһы хаҡында
  • Бал, күбекмай, ыумас, талҡан ашарға кәрәк
  • Ни өсөн арыта?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM