НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡондоҙҙар уянды

Ҡондоҙҙар уянды


Ҡондоҙҙар уянды“Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Кәшәлә утарына юлланғанда йылға янында бер ағасҡа тап булған. Йыуан ғына уҫаҡ ҡондоҙҙарға “ашхана” булып хеҙмәт итә икән!

Коллегаларыбыҙ был күренеште фотоға төшөрөп алғандан һуң ғына тапал­ған һуҡмаҡты күреп ҡалған. Урман юлы уларҙы “ашхана” хужаларына алып барған – эҙҙәр ҡондоҙҙарҙың ояһына инеп юғал­ған. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең күҙәтеүҙәре буйынса, ҡондоҙҙар ояларынан март урталарында уҡ сыға башлаған. Әйткәндәй, улар яңы ризыҡ артынан өңдәренән ҡыштың йылы көндәрендә лә килеп сыға икән. Үткер тешле йәнлектәр ҡыштың күп ваҡытын йоҡлап үткәрә, ә тыныс ҡына йоҡлар өсөн, әлбиттә, тулы ҡарын кәрәк. Әйтеүе генә анһат, бер ҡондоҙ ғаиләһенә ҡыш сығыу өсөн тоннанан ашыу ағас ботағы талап ителә. Ҡондоҙ көнөнә бер килограмм ағасты ашап бөтә. Ағас ҡайырыһы һәм уның аҫтындағы йомшаҡ өлөшө – уларҙың иң яратҡан аҙығы.
“Шүлгәнташ” ҡурсаулығында былтыр 33 ҡондоҙ ғаиләһе иҫәпләнгән, улар йылғаларҙа 37 плотина төҙөгән.

Раушания Ғәлина,
«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы хеҙмәткәре.

Ҡондоҙҙар уянды

Сығыу ваҡыты 19-04-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 94
|
  • Үрсегән осоронда уларға теймәйек
  • Күҙәтеүсән булһаң…
  • Ай башы - ғинуар
  • Ҡуяндар ҡарарға Милли музейға барығыҙ
  • Урман мастеры браконьер булып киткән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM