RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәүге мөхәббәтемдең күҙ йәштәре төштөмө икән?

31.08.2010 Тәүге мөхәббәтемдең күҙ йәштәре төштөмө икән?

Тыныс ҡына, күптәрҙең күҙен ҡыҙҙырырлыҡ барған ғаилә тормошом селпәрәмә килде. Кем, кемдәр ғәйепле икән? Беренсе һәм ғүмерлек мөхәббәтем, бәлки, һинең күҙ йәштәрең төшкәндер?
8-се синыфта бер егеткә үлеп ғашиҡ булдым. Унан башҡа бер кем дә кәрәкмәй ине, ул тип яндым, көйҙөм. Әммә ғорур булдым, бер нисек тә уға белдермәнем. 10-сыға килеп еткәс, Азамат үҙе артымдан йөрөй башланы. Һәм көндән-көн нығыраҡ яратыуын белдерҙе. Ғорур ҡылана инем, илата торғайным, үҙен дә ныҡ ҡыҙғандым, башҡа ҡыҙҙарға, һаумы, тиһә лә, үсегеп, әйләнеп китәм һәм, илап ғәфү үтенмәйенсә, яҡын да ебәрмәй инем.
Ниһайәт, йәйге каникул етте, кис һайын әхирәттәрем менән дискотекаға йөрөй башланыҡ. Үҙем дә абайламаҫтан, башҡа егеттәргә күҙ һалам. Шулай итеп, Илдар исемлеһе ныҡ башымды әйләндерҙе, артымдан ҡалманы, яратыуын белдерҙе. Ул ауылдыҡы ине, ә Азамат менән ҡалала уҡығанда ғына күрешәбеҙ. Ул алыҫ райондан булғас, осраша алмайбыҙ, телефон да юҡ. Шуға ла шул тиклем матур, күңелде иретерлек хаттар яҙа ине ул. Башта яуап яҙҙым, ә һуңынан, Илдар килеп сыҡҡас, онотолған кеүек булды.
Йәй бик тиҙ үтте. ҡалала тағы ла Азамат эргәмдән китмәй, бер кемде лә яҡын ебәрмәй. Илдар тураһында ла ҡайҙандыр белгән. Беренсе мөхәббәтем һөйөүе аша үҙенә кире ҡарата алды. Ошонда башланды ла инде ысын мөхәббәт. Әсәйемдәр менән танышты, мине туғандары менән таныштырҙы. Шулай дуҫлашып йөрөүебеҙгә йылдан ашыу ваҡыт үтте. Мәктәпте тамамлап килгәндә, мәңге бергә булырбыҙ, тип вәғәҙә бирешеп, хис-тойғоларға ирек бирҙек. Әммә юлдарыбыҙ ике яҡта булған икән. Ул уҡырға инде, мин, конкурстан үтә алмай, ауылға эшкә ҡайттым. «18 йәшем тулғас та кәләш итеп алам, көт», – тип хаттар яҙҙы. Тәүҙә, ысынлап та, өйҙән сыҡмай уны ғына көттөм. Аҙағыраҡ әхирәттәремдең: «Унда уға ҡыҙҙар бөткән тиһеңме, һылыу егеттәргә ҡыҙҙар үҙҙәре йәбешә, әйҙә, сыҡтыҡ, йәшлегеңде йоҡлап үткәрәһең», – тигән һүҙҙәре йөрәгемә бысаҡ булып ҡаҙалды, ғорур кешегә етә ҡалды. Тағы дискотека, тағы ла юлымда Илдар осраны. Артымдан ҡалмай йөрөй, матур-матур һүҙҙәр әйтә, килгән һайын – бүләктәр, сәскәләр. Миңә арнап йырҙар йырлай. Минән һуң осрашҡан ҡыҙҙары ла булмаған икән. Ни булһа ла, Азаматты оноттом, һәр хәлдә, шулай уйланым. Уның, күҙемә ҡарап: «Әйт, кемебеҙҙе яратаһың?» – тигән һорауына: «Ил­дарҙы һайлайым», – тинем. «Бәхетле генә бул инде, бәпесем», – тине лә илай-илай китеп барҙы.
Шулай итеп, Илдарға кейәүгә сыҡтым. Ул бик уңған, тырыш, ғаилә өсөн янып-көйөп торған, балалар өсөн яратҡан атай булып сыҡты. Өй һалып сыҡтыҡ, машина алдыҡ. Минән бәхетле кеше юҡ ине. Шулай бер көндө ҙур аҡса артынан Себер яғына эшкә китте. Бер-беребеҙҙе һағындыҡ, көндәрҙе, сәғәттәрҙе һанай инек. Ә ул йыш-йыш бер сумаҙан бүләк-күстәнәстәр тейәп ҡайта ине.
Үҙ бәхетемә үҙемдең күҙем тейҙе. Әллә беренсе мөхәббәтемдең күҙ йәшеме (аҙаҡтан белеүемсә, ул 10 йыл буйы көткән, шунан ғына кәләш алған)? Ирем икенсе ҡатынға әүрәп киткән. Бөтәһен дә үҙенән һөйләттем. Апаруҡ ваҡыт үткән икән, кешеләр ҙә: «Иреңде ситкә ебәрәһең, берәйһе барҙыр әле», – тиһә лә, юҡ, мин уға ышанам, тип, тоғро булып, матур итеп балаларҙы ҡарап, уны көтә инем. Бер нисә ай ҡайтмаһа ла, ышандым, көттөм, аҡсаһыҙ ҡайтып, бирмәнеләр, тиһә лә: «Ярай, икенсе барғанда алырһың», – тип, ғауға сығарманым. Ә ул, киреһенсә, мине тикшереп, берәй кемең барҙыр әле, тип, ҡул күтәрер булып китте, балалар эргәлә тип тә тормай. Барыһына ла түҙеп, иремде кире үҙемә эҫендерергә тырыштым, ә ул ғәфү ҙә үтенмәй, балаларҙа эше лә юҡ, бер генә тапҡыр, ул бисәгә башҡа бармайым, тине лә бөттө, ә бер нисә йыл алдап йөрөгән кешегә мин хәҙер нисек ышанайым? Эшләмәй өйҙә генә ятырһың, тиһәм дә, ҡайтмай.
«Йәшлек», кәңәш ит, миңә ҡалайтырға? Инәлеп, туҡмалып йәшәргәме, әллә айырылышырғамы?
ҡ.
Әбйәлил районы.
(Исемдәр үҙгәртеп алынды).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»