НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Унан да яҡшы әхирәт юҡ донъяла!

Унан да яҡшы әхирәт юҡ донъяла!


Унан да яҡшы әхирәт юҡ донъяла!
Эй, бала саҡ! Иң-иң гүзәл саҡ! Кемдәрҙең генә иҫенә төшмәй ҙә, кемдәрҙең генә йәнен өҙмәй икән ул ҡолонсаҡтай үткән миҙгелдәр?!
Барыһы ла кисә генә кеүек, күҙ алдынан да китеп өлгөрмәгән...
...Күрше ҡыҙы Сәфинә кеүек кемдең яҡын дуҫы булды икән?! Юҡ, булмағандыр ул! Бер ваҡытта ла мине һатманы бит ул. Әсәйемдең шыйыҡ сыбығынан да гел ҡотҡара ине. Йылға буйына төшөп китһәк, донъябыҙҙы онотабыҙ. Һыу ҙа инәбеҙ, муйылын да ашап өлгөрәбеҙ, ҡайһы саҡта ярҙы өңөп, өй эшләйбеҙ. Төҫлө таштар йыйырға ярата инек. Итәктәребеҙгә йыя-йыя, улар ҡайһы саҡта бүҫерелеп төшә ине. Тиҙ генә Сәфинәнең өләсәһе – Шәфиғә инәйгә инеп, йүрмәп тегеп алабыҙ ҙа,тағы ла һыу буйына йүгерәбеҙ. Әсәйҙәребеҙҙе көй­ҙөрмәҫкә тырыша инек. Был аҡылды ла дуҫым әйтеүе буйынса ҡулланабыҙ инде...
– Нисек ялҡмай икән был икәү, көнө-төнө бергәләр. Йоҡларға ғына айырылышалар, – тип һуҡраныуҙарын да иҫләйем. Сөнки мәктәпкә лә бергә йөрөйбөҙ, бергә ҡайтабыҙ, өй эштәрен дә тиҙ генә башҡарабыҙ ҙа, тағы бергә уйнарға сығып китәбеҙ.
Мәктәп тигәс, иҫкә төштө. Ике ауыл балалары бер класта уҡыйбыҙ. Һуғышып киткән саҡтар ҙа була. Тик Сәфинә бер ҡасан да шаярмай ҙа, малайҙар менән дә һуғышмай. Күҙәтеп кенә тик тора. Сөнки ул – ғаиләләрендә лә иң олоһо. Кескәйҙәрен ҡараша. Уларҙы тыйып ҡына тора торғайны. Мин ғаиләлә иң кесеһе, иркә лә, шаян да. Әхирәтем холҡомдоң ҡапма-ҡаршыһы инде. Беҙ бер айҙа, бер йылда донъяға ауаз һалғанбыҙ. Өйҙәребеҙ ҙә йәнәш кенә ине шул...
Ата-әсәләр йыйылышы булғанда бер ваҡыт мине: «Ҡыҙығыҙ бер малай менән һуғышҡан, теге малай илап ҡайтҡан...» – тип шелтәләгәндәр.
Иртәгәһенә әсәйем Сәфинәнән: «Иптәшең малайҙар менән һуғышҡан саҡта һин ҡайҙа булдың һуң?» – тип һораған. Ә ул: «Мин, инәй, уның сумкаһын тотоп торҙом, ташлап китмәнем», – тигән. Әсәйем гел уны үрнәк итеп килтерә ине.
Әсәйемдең күҙҙәренә генә ҡарап: «Үҙең, насар холоҡло ҡыҙҙар менән уйнама, тинең бит. Унан да йүнле ҡыҙ юҡ донъяла!» – тигәнем хәтеремдә һаман да.
Шундай тоғро дуҫым бар әле лә. Байрамдарҙа ҡотламай ҡалмай, бүләк алып килә! Мин дә уға тыуған көндәренә арнап, шиғырҙар яҙам, бер ҡасан да онотмайым. Ҡәҙерле әхирәтемде таң менән ҡотларға тырышам. Сөнки ундай дуҫтар бик һирәк һәм улар тормошта ла бик кәрәк.
Рәхмәт, дуҫым, был донъяла барлығыңа! Оҙаҡ йылдар аралашып йәшәргә насип булһын!

Нуриҙә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.

Сығыу ваҡыты 20-03-2018, 13:06 | Ҡаранылар: 353
|
  • Ҡәҙерле “йөктәре” юҡ…
  • Ысын дуҫлыҡ
  • Мәҙәктәр
  • Эй беҙ инек, беҙ инек
  • Уйлан, дуҫым
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?
  • Хәниә Фәрхиҙең вафатына бер йыл...



  • Радио Юлдаш FM