НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡыйыу уҡыусы янғындан күрше инәйҙе ҡотҡарған

Ҡыйыу уҡыусы янғындан күрше инәйҙе ҡотҡарған


Ҡыйыу уҡыусы янғындан  күрше инәйҙе ҡотҡарған
Фажиғәгә тарығандарҙы ҡотҡарғанда батырлыҡ күрһәткән ябай кешеләр арабыҙҙа бихисап. Улар сәләмәтлеген, хатта ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ярҙамға ашыға.
Алты һеңлеһен һәм ҡустыһын, яҡындарын ут эсенән алып сыҡҡан Алина Абдуллинаны, Екатерина Слегинаны яҡшы хәтерләйбеҙ. Ошондай уҡ аяныслы фажиғә күптән түгел Ишембай районының Этҡол ауылында ла була яҙҙы. Этҡол урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Ирек Үмәрбаев хатта оло кешеләр яһай алмаҫлыҡ ҙур батырлыҡ эшләй – янғында кеше ғүмерен ҡотҡара.
Был хәл былтыр 27 декабрҙә көндөҙгө сәғәт өстәр тирәһендә була. Мәктәптән ҡайтып килешләй Ирек үҙҙәренә ҡаршы йортта үҙәк өҙгөс ҡатын-ҡыҙ тауышын ишетә. Малай күрше өйҙә яңғыҙ йәшәгән инәйҙең йортонан төтөн сыҡҡанын күреп ҡала һәм уның ниндәй бәләгә тарыуын аңлай.
– Юғалып ҡалманым, уйлап торорға ваҡыт та юҡ ине, – ти Ирек. – Атайымды саҡырҙым да янған өйгә табан йүгерҙем. Ишеген ҡайырып асыуға, соланда ятҡан, күлдәктәре янып бөткән, тәне бешкән инәйҙе күрҙем. Ут балаҫҡа ла ҡабынған, иҙән дә яна башлағайны. Уны ялмап алған уттан тиҙ гена тартып сығарҙыҡ та «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡыр­ҙыҡ, – тип һөйләне ҡыйыу егет.
Инәйҙе дауаханаға алып китәләр. Уның һаулығына бөгөн бер нәмә лә янамай, имен-һау. Ә янғын газ плитаһынан сыҡҡан була, ут тоҡандырайым тигәндә, өҫ кейемен ут ялмай. Оло кеше юғалып, баҙап ҡала. Тап Иректең уяулығы ҙур фажиғәнән һаҡлап алып ҡала ла инде.
Арабыҙҙа шундай егеттәрҙең булыуы менән ғорурланмау мөмкин түгел. Ирек үҙенең был аҙымын батырлыҡ тип һанамаһа ла, бәләгә тарыған кешегә ярҙам ҡулы һуҙған малайҙың ҡыйыулығы айырым иғтибарға лайыҡ.

Наилә АБДРАХМАНОВА,
Ишембай районы Этҡол урта мәктәбе директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.

Сығыу ваҡыты 15-01-2018, 10:39 | Ҡаранылар: 229
|
  • Бөрөләге утлы фажиғә 9 кешенең ғүмерен ҡыйҙы
  • Ҡаушап ҡалмағыҙ!
  • Машина ишектәрен бикләп йөрөгөҙ!
  • Бындай бесәйгә һәйкәл ҡуйырға мөмкин!
  • Көпә-көндөҙ урамда автобус янған
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере



  • Радио Юлдаш FM