НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...

Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...


Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
йәки Аҡ халатлыларҙы язаға тарттырыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр төптән уйлап ҡабул ителһен ине

“Йәшлек”тең, ғәҙәттә, икенсе битендә сыға торған “Был аҙнала беҙҙе...” рубрикаһын иғтибарһыҙ ҡалдырмайым. Күптән түгел уның “Өмөтләндерҙе” тигән башы аҫтында Рәсәйҙә табиптарҙың хаталаныуы арҡаһында үлгән пациенттар һанының һис кәмемәүе һәм хәҙерге көндә бындай хатаға юл ҡуйған аҡ халатлыларҙы һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтереү статьяһы буйынса ғына хөкөм итеүҙәре хаҡында әйтелгәйне. Медицина хеҙмәткәрен яуапҡа тарттырыу, уның ғәйебен иҫбатлаусы материалдар табыу ҡыйынлығы һәм шунлыҡтан илебеҙҙең Енәйәт кодексына үҙгәреш индереп, хата­ланған табиптарҙы язаға тарттырыу өсөн айырым нормалар ҡабул итергә йыйыныуҙары хаҡында ла бәйән ителгән бына ошо рубрикала. Аңлауымса, ебәргән хатаһы өсөн табипты язаға тарттырыу хәҙер еңеләйәсәк.

Бәхетһеҙлеккә тарыған пациент һәм уның яҡындары күҙлегенән сығып ҡарағанда, РФ Енәйәт кодексына индерелергә тейешле бындай үҙгәреш, ысынлап та, өмөтләндерерлек. Ҡаза күреүсенең туғандарына компенсация алыу мәсьәлә­һендә, табипты ғәйепле тип танып, уны язаға тарттырыуҙың ярҙамы тейеүе бик мөмкин. Икенсенән, бүтән докторҙар­ға әлеге хатаға юл ҡуйған коллегаһына ҡарап, ғибрәт алыу өсөн дә яҡшы... Өсөнсөнән, эшендә хата ебәргән был табиптың үҙенә лә ғүмерлеккә онотолмаҫлыҡ “дәрес” буласаҡ бит!
Күптәргә, бәлки, оҡшап та етмәҫ, әммә бына ошо мәсьәләгә шулай ҙа башҡасараҡ, оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан табип күҙлегенән сығып, бағырға ниәтем. Табип эше менән таныш булмаған кешеләргә был һөнәрҙең асылын ябайыраҡ итеп аңлатыу маҡсатында башта студент йылдарымды бер аҙ иҫкә алып үтмәксемен.
Медицина институтында уҡығанда “Гиппократ анты” тигән нәмәне аңыбыҙға ныҡ ҡына һеңдергәндәре хәтеремдә. Буласаҡ табиптарҙың һәр ҡайһыһы, әлбиттә, “бер ҡасан да, хатта бәләкәс кенә хата ла яһамаясаҡмын” тигән инаныуҙа. Институт программаһына ярашлы, дәрестәр ҙә әллә ни көс етмәҫлек түгел. Китаптан ҡараһаң, кеше организмы ла ифрат ябай һәм аңлайышлы. Унда төшөрөлгән төҫлө һү­рәттәрҙә барыһы ла матур күренә. Кеше тәнендәге нормаль һәм патологик физиология процестары ағышының да һис бер ҡатмарлылығы юҡ һымаҡ. Фармакология дәрестәрендә өйрәнгән дарыу­ҙарҙың да ғәйәт күп төрлөлөгө дәртләндерә! Уларҙың тәнгә булған тәьҫир механизмдары ла баш ҡатырырлыҡ түгел. Һәммәһе беҙ­ҙең ҡасандыр буласаҡ пациенттарыбыҙға килешер төҫлө. Микро­биология кафедраһында төрлө антибиотиктың пробиркаларҙағы яһалма мөхиттә үҫтерелгән теге йәки был микроб төрөн нисек юҡ иткәнен үҙ күҙҙәрең менән күреп ҡанатланаһың... Дауаха­наларға практикаға барһаң, яныңда – һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торған тәжрибәле оло табиптар. Бер ниндәй ауырлыҡһыҙ уныһын да үтеп китәһең. Алтынсы курсты тамамлап, ҡулыңа табип дипломы алғанда инде үҙеңде медицинаның хатта юғары класлы белгесе итеп тояһың тиерлек... Студент саҡты бәғзе ва­ҡыт балалар баҡсаһында йөрөгән мәл (вайымһыҙ, иң бәхетле осор) менән дә сағыштырам.
Эш урынына килеп, иң тәүге пациенттарыңды ҡарарға тотонғас та, барыһы ла аңлашыла: табип һөнәренә уҡыу әле башланырға ғына тора икән дә баһа!.. Эштән ҡайтыу менән, ашап та тормай, иң тәүҙә һөнәрең буйынса теге йәки был дәреслекте асып, “иртәгә фәлән-фәлән анализдар бирергә” ебәргән баяғы пациенттарыңдың сире, уны нисек дауалау хаҡында кәрәкле мәғлүмәтте эҙләргә тотонаһың... Эш юлыңды ҙур дауаханала башлаһаң, әлбиттә, күпкә еңел. Өйрә­теүсе оло табип ағайҙар һәм апай­ҙар, үрҙә әйткәндәй, һәр саҡ яныңда. Бына шулай, һәр пациентты ҡарап, уларға тейешенсә дарыуҙар, процедуралар тәғәйенләгән һайын, әкренләп, “докторлыҡҡа уҡыйһың”. Нисек кенә булһа ла, тора-бара, ауырыуҙарҙы дауалауыңдың тәүге һөҙөмтәләрен – һауыҡҡан пациенттарыңдың шат, бәхетле йөҙҙәрен күрә лә башлайһың, улар менән бергә һин дә шатланаһың. Ә, бәлки, уларға ҡарағанда ла нығыраҡтыр! Дауа­лаған кешенән рәхмәт һүҙҙәре ише­теү – үҙе бер бәхет бит. Әммә, эш юлыңды гел генә тик уңыштар оҙатып бармай, һирәкләп һәр төрлө күңелһеҙ хәл дә булғылап ала. Бер үк сирҙе кешеләр төрлөсә кисерә һәм күп кенә ваҡыт, төрлө дауалау ысулы талап итә. Кемдер үҙенә яһалған операцияны ифрат та еңел итеп үткәрһә, икенсеһен шундай уҡ операциянан һуң әллә ниндәй ҡатмарлы, көслө дарыу­ҙар ҡулланыу юлы менән көскә аяҡҡа баҫтыраһың. Операция­лар­ҙың һәр төрлө “ос­лож­не­ние”­һынан да бер кем гарантияланмаған. Ана шуларҙы булдырмау өсөн һәр табип, әлбиттә, көнө-төнө тырыша. Бының өсөн аҡ халат кейеп йөрөү генә етмәй шул, ғүмер буйы арымай-талмай белемеңде үҫтерергә тейешһең. Шуныһы ла ғәжәп: оҙаҡ ваҡыт эшләп, тәжрибә туплаған һайын, үҙ һөнәрең буйынса белемеңде тағы һәм тағы арттырыу­ға мохтажлыҡ тояһың. Алдараҡ әйтеп үтеүемсә, диплом алып сыҡҡас та, үҙеңде камил, тулы белемле тип һанаған хистәрең инде әллә ҡайҙарға осоп киткән һымаҡ. Пациенттар, улар­ҙың яҡын туғандары ла, үҙҙәренә генә хас холоҡтарына ярашлы, һиңә ҡарата төрлө мөнәсәбәттә була. Докторҙан уларҙың һәр ҡайһыһы менән уртаҡ тел табып аралаша белеү һәләте лә, ҡайһы саҡта оло сабырлыҡ та талап ителә. Күпселек, әлбиттә, дауалауға ыңғай бара. Ә бына, кемеһендәлер берәй әлеге әйткән “осложнение” килеп сыға икән, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, һис тә күңелле түгел.
Үҙемдең баштан үткәндәрҙән бер миҫал килтерәм. Хәрби госпиталдә көн аша йәиһә аҙна һайын тигәндәй төрлө операцияны күп кенә яһай инем. Инде подполковник дәрәжәһенә еткән, юғары категориялы тәжрибәле хирург булып һаналған осор, бер һалдатҡа сираттағы шундай ябай операцияларҙың береһен яһаным. Ябай тиһәк тә, ул лороперациялар исемлегендә “ҡатмарлылар” категорияһына инә, әммә ми­нең ҡулдан ундайҙар әллә нисә йөҙәрләгән үткәйне инде. “Искрив­ление перегородки носа” тип аталған диагноз буйынса. Икенсе төрлө әйткәндә, яҡшы тын алдырыу маҡсатында танау­ҙы тө­ҙәйтеү операцияһы. Яһаған мәлдә лә бер ниндәй ҙә ҡатмарлылыҡ булманы. Әммә өс-дүрт көндән һалдатымдың тән температураһы күтәрелеп китте. Танауы, бите шешенде, ҡан анализдарының күрһәткесе лә тынысландырырлыҡ түгел ине. Медицина теле менән әйткәндә, “гнойное осложнение”. Баш ме­йеһенә яҡын өлкәлә төрлө эренләү ифрат та хәүефле. Уның менингит тип аталған үлемесле сиргә килтереү осраҡтары ла була. Һал­датымды “Тиҙ ярҙам” машинаһы менән округ госпиталенә алып барып урынлаштыр­ҙым һәм уға интенсив терапия үткәреү башланды. Бәхеткә күрә, Аллаһы Тәғәлә уны ҡотҡарып алып ҡалыр­ға насип иткән. Бындай “ослож­нение”лар йыш ҡына пациенттың иммун системаһы түбән булыуға ла бәйле. Докторҙың ошондай ауыр мәлдәр­ҙә була торған эске кисерештәре, пациентының хәле бер аҙ яҡшыра башлағанға ҡәҙәр төндәрен насар йоҡлауы һәммә хирургҡа ла таныштыр... Әгәр шул сәбәпле пациентың үлеп ҡала икән, тәфтиш органдарына ауырыуҙың иммунитеты насар булғанлығын иҫбат итеп ҡара! Закон вәкилдәре табиптың профессиональ кимәле, үҙ вазифаһына ҡарашын тикшерә башлаясаҡ. Хирург ҡулдарының, операция сестраһының, инструменттарҙың стериллегендә һәм башҡа нә­мәләр­ҙә лә эҙләйәсәк улар бәләнең башын. Әйткәндәй, танау ҡыуыш­лығындағы операцияларҙың шундай үҙенсәлеге бар: башҡа өлкәләге манипуля­циялар­ҙан айырмалы, операция яланын (операционное поле) дезинфекциялап эшкәртеү өсөн танау эсендә спирт һәм икенсе төрлө материал­дар­ҙы ҡулланыу мөмкин дә түгел. Шуға күрә бындай операциялар сағыштырмаса стериллек шарттарында атҡарыла, тип тә әйтергә була. Бына шундай нес­кәлектәрҙе прокурор иптәштәргә иҫбатлағансы, әллә күпме нервы күҙәнәгең үлер... Һөйләй китһәң, кемдер әйтмешләй, уның “конец крайы” юҡ. Бәғзе берәү әйтер, “һеҙ шуның өсөн уҡығанһығыҙ, көрәп аҡса алаһығыҙ” тип. Ярай, был кешеләрҙең дә һүҙе ғәҙел. Ҡаршы бер ни ҙә әйтеп булмай. Тик шуны ла белеү кәрәк: пациент “ауырайып” киткән бына шундай ҡатмарлы ситуацияларҙа (ундай мәлдәр хирург ғүмерендә – бихисап!) докторҙың башында һәр саҡ тик бер генә уй әйләнә: нисек тә уны үлтермәҫкә... Ауы­рыуҙың ата-әсә­һе, башҡа туғандары һымаҡ уҡ, табип фәҡәт уның үлеменән генә ҡурҡа. “Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында” ти­гән статья буйынса хөкөмгә тарттырыу ғына түгел, суд хатта бөтөнләйгә ғәйепһеҙ тип тапҡан хәлдә лә, пациенты үлгән докторға бы­нан еңелерәк булмай, ул үҙе ғүмер буйы выждан ғазабы кисерәсәк. Табиптар өсөн ниндәй генә ҡаты, хатта үлем язаһы уйлап сығар­һалар ҙа, пациентты нимәнәндер гарантиялау ифрат ауыр. Хирург халҡында шундай әйтем йөрөй: бер нәмә лә эшләмәгән кеше генә хаталанмай. Табип булып эшләгән осоромда, дөрөҫөн генә әйткәндә, юғарыла әйтелгән Енәйәт кодексын да белмәнем, әммә эшемдә ниндәйҙер хата ебәреүҙән үҙ үлемемә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡурҡа инем. Үҙемдең яһаған операцияларым артыҡ ҡатмарлы булмауына ла ҡарамаҫтан... Әлеге “яҡшыртыл­ған” закон, әлбиттә, ҙур ғына хәүеф булған ҡатмарлы операциялар яһаусы, пациент үлеме менән йыш ҡына осрашып тороу­сы хирургтарға ла ҡағыласаҡ...
Иғтибар итһәгеҙ, ситтән ҡарағанда, хирург халҡы шаян, һәр саҡ шат һымаҡ тойола. Ҡатмарлы операция мәлендә лә, үҙҙәренең нервы системаһын тынысландырыу маҡсатында, унда-бында шаян һүҙҙәр ҡыҫтырып ебәрәләр. Тик уларҙың “телдәре генә шаяра” тип әйтер инем, сөнки мейе ярымшарҙары бөтөнләйгә тик пациентының ғүмере хаҡында ғына уйлай... Хи­рургтарыбыҙ тураһында бына ошо хәҡиҡәтте белһәк, һис тә насар булмаҫ, тип һанайым. Башҡаларға һиҙелмәһә лә, һәр операциянан һуң, пациенты һауыға башлағансы, эстән генә ныҡ борсола доктор. Ғүмер буйына ана шулай бара. Ҡайһы бер кинофильмдар­ҙа, актер-хирург, операция бүлмәһенән сыға килеп битлеген сисә лә: “Жить будет!” – тип кенә ебәрә. Ә тормошта иһә күпкә башҡаса...
Табипты нисегерәк язаға тарттырыу хаҡында һүҙ алып бара башлаһалар, барлыҡ ғүмерен кешеләр­ҙе үлемдән ҡотҡарып алыуға ба­ғыш­лаған, шул арҡала йәшләй сәстәре ағарған, инфаркт һәм инсульт кисергән докторҙарҙы йәлләйем. Айырыуса сәғәттәр буйы, манма тиргә батып, операция яһап тороусы хирург күҙ алдына килә. Ғәйәт юғары нервы көсөргәнеше талап иткән шул эш мәлендә: “Үлеп кенә ҡуймаһын ине”, – тигән берҙән-бер уй­ҙа булған хирургҡа: “Пациентың үлһә, башыңа ҡундырам”, – тип, уның артында кемдер күҫәк тотоп торған һымағыраҡ булып тойола башлай. Был, әлбиттә, минең субъектив кисерештәрем. Шундай юҫыҡ­та уйланған хәлдә лә, үҙемде хаҡлымын тип тоя алмайым. Сөнки, әйткәндәй, закон – есть закон. Хаталандың, рустар әйтмешләй, “получай на всю катушку!”
Бына шулай, ҡәҙерле туғандар, табипты язаға тарттырыуҙы еңеләйтеү сараларын эҙләү, бер яҡтан, өмөтләндерһә, икенсе яҡтан, уй­ландыра ла. Эшенә илке-һалҡы ҡараған йәиһә үҙенең профессиональ кимәле өҫтөндә эшләмәгән, пациенттарына тупаҫ мөғәмәләлә, иғтибарһыҙ булған йәки уларға ярҙам итеүҙән баш тартҡан табиптарҙы, иҫерек килеш операция яһап, ауырыу­ҙың эсәк араһында инструменттар, тампондар ҡалдыр­ған хирургтар­ҙы, әлбиттә, күҙ уңында тотмайым. Әлеге кодексҡа инергә тейешле үҙгәрештәр ҙә төптән уйланылып ҡына өҫтәлер, һәр нескәлек иҫәпкә алынып, ғәҙел ҡарар ҡылыныр, тигән өмөт бар. Тик табиптарға ҡарата законды көсәйтеү менән үлем осраҡтары әҙәйерме икән?.. Шәхсән, миңә килгәндә, законды нисек кенә ҡа­тыландырһалар ҙа, эшемде был һис тә яҡшырта алмаҫ ине, моғайын, тигән уйҙамын. Докторҙың үҙенә ҡарата үҙе, намыҫы ҡуйған талап­тар­ҙан ҡатыраҡ тағы нимә булыуы мөмкин?!
Эш дәүеремдә, мин эшләгән бүлектә, әлхәмдүлилла, үлемесле осраҡтар булманы. Ә бына бергә хеҙмәт иткән коллегаларымдың бәғзеләре бындай ифрат та ауыр бәлә-ҡазаны үҙ башынан үткәргеләне. Беҙҙең госпиталдә терапия бүлегендә бер капитан инфаркттан үлгәс, уға ярҙам күрһәтергә тырыш­ҡан медицина хеҙмәте майоры М-ны төрлө инстанцияға һөйрәкләп аҙ йөрөтмәгәндәр­ҙер, тип уйлайым. Үҙ эшенә намыҫ менән ҡа­раған был докторҙы яҡшы беләм. Сирлегә кәрәкле күләмдә, тейешенсә уколдарын да дөрөҫ кенә тәғәйенләгән ул. Йөрәктең коронар тамырына “тромб” тигән нәмә ба­рып тығылғас, яныңда профессор йәиһә академик торһа ла, бер нисек тә ярҙам итеп булмағанын аңлау өсөн хатта махсус белем дә кәрәкмәй. Әммә үлгән пациенттың туғандарына быны төшөндөрөү ифрат та ауыр... Бынан тыш, бәғзе бер пациенттың ниндәйҙер дарыуға (хатта ябай прививкаға ла!) ҡарата анафилактик шок та кисереүе мөмкин. Һәр кабинетта тиерлек “Антишок” укладкаһы булыу­ға ҡарамаҫтан, күп кенә осраҡта кешене был бәләнән дә ҡотҡарып алып ҡалыу мөмкин булмай, Алла һаҡлаһын! Әммә доктор барыбер прокуратурала үҙенең “дөйә түгеллеген” иҫбатларға мәжбүр. “Эш”те аҙағына еткергәндәренә ҡәҙәр “ғәйепләнеүсе” доктор үҙенең дә байтаҡ һаулығын сарыф итә. Әле ошо көндәрҙә 48 йәшлек актер Марьяновҡа ярҙам итергә маташҡан медиктарҙы ла шундайыраҡ һорау менән бер килке ҡаңғыртып алдылар, буғай. Әҙәм балаһының әжәле етһә, Аллаһы Тәғәлә ниндәй ҙә булһа бер сәбәп ебәрә. Бына ошо хәҡиҡәтте лә беләйек. Беребеҙ ҙә мәңге түгел бит.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.

Сығыу ваҡыты 26-11-2017, 09:36 | Ҡаранылар: 274
|
  • Алдаштырып- йолдаштырып...
  • Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ...
  • Ирҙәрҙең башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡарауына кем ғәйепле?
  • Уҡырға йыбанмағыҙ, милләттәштәр!
  • Наркоз, ысынлап та, ғүмерҙе ҡыҫҡартамы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM