НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Кис ултырып бәйләм бәйләй Әлиә

Кис ултырып бәйләм бәйләй Әлиә


Кис ултырып бәйләм бәйләй Әлиә
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,
Сиккәндәре, беләм, бирнәлек…
Был шиғыр юлдары, бер уйлап ҡараһаң, хәҙерге заман гүзәл затына тап килмәй ҙә кеүек. Билдәле булыуынса, әле ҡыҙҙар күп ваҡытын телевизор, компьютер артында ултырып үткәрә. Бәғзеләр өсөн сигеү, бәйләм бәйләү, ғөмүмән, ҡул эштәре “әсәй-өләсәйҙәр заманындағы эш” һанала. Ысынлап та, хәҙер магазиндарҙа йәнең ни теләй, шул бар: шәлдәр, кофталар, күлдәктәр, бейәләй­ҙәр… Әммә ҡул эштәре менән ултырыу ниндәйҙер әйбер­ҙең етмәүенән түгел, ә күңел талабы, тип иҫәпләй мин белгән ҡайһы бер ҡул оҫталары. Шундай алтын ҡуллыларҙың береһе – Салауат ҡалаһынан Әлиә Ҡолтаева.
Отҡор ҡыҙ тәүге тапҡыр сигеүгә мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә өйрәнә. Әсәһе ырғаҡ менән бәйләгәндә унда ҡул эштәренә ҡыҙыҡһыныу уяна. Үҙе яңынан-яңы биҙәктәр менән бәйләй башлай.
– Ҡул эштәренә әсәйем маһир. Унан төрлө әйбер бәйләргә өйрәндем. Тәүге эшем эт һүрәте булды. Уны мәктәптә уҡығанда сиктем. Аҙаҡ Ҡазандағы Ҡол Шәриф мәсете лә яҡшы ғына килеп сыҡты. Был эш менән бер йыл тирәһе ултырырға тура килде. Һәр бер яңы нәмә – минең өсөн ҡыҙыҡ һәм оло шатлыҡ. Шуға күрә лә сигеү-бәйләүҙең яңы төрҙәрен үҙләштерергә тырышам. Аҙаҡ, интернеттан ҡарап, йомшаҡ уйынсыҡтар бәйләргә өйрәндем. Таныштарым эшемде күргәс, оҡшатты, заказ бирә башланы. Уйынсыҡтарҙы ваҡыт булғанда бер-ике көндә әҙерләп була, – ти оҫта.
Ул үҙенең эштәрендә һәр саҡ сағыу төҫтәр ҡулланыуҙы хуп күрә. Йәйғор төҫтәренән торған ҡул эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ.
– Бәйләүҙән күңел тыныслығы табам. Яратҡан шөғөл кәйефкә лә ыңғай йоғонто яһай. Әйберҙәремде яҡындарыма, әхирәттәремә бүләк итеп бирәм. Үҙ ҡулдарың менән эшләнгән әйбер ҡәҙерлерәк тә тойола. Нисек теләйһең, шулай бәйләп, төрлө биҙәк менән нағышлаһаң, бына тигән картиналар, ҡурсаҡтар яһарға була. Тик буш ваҡытым ғына аҙыраҡ, сөнки эштән арып ҡайтам, бәйләү менән кисен, төндә ултырырға тура килә. Кемгә нисектер, әммә был шөғөл бик оҡшай. Улар минең өсөн гүзәллек өлгөһө булып тора, – ти ул, йылмайып.
Тырыш ҡыҙ, Салауат индустриаль колледжын уңышлы тамамлап, әле һатыусы булып эшләп йөрөй. Әлиәне эшендә лә ихтирам итәләр.
Ысынлап та, уның оҫталығын күреп, бына ниндәй күркәмлек булдыра ала үҙе үк наҙ, гүзәллек, йылылыҡ бөркөп торған ҡатын-ҡыҙ ҡулдары, тип уйлап ҡуяһың. Уға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Автор фотоһы.

Сығыу ваҡыты 11-10-2017, 14:37 | Ҡаранылар: 68
|
  • Тегенсе эшһеҙ ҡалмаҫ
  • Һеҙҙә тула баҫалармы? Салауатта баҫалар
  • «Яратҡан шөғөл арытмай ҙа, ялҡытмай ҙа», –
  • Яратҡан эш табыш килтерә
  • Эштәрендә − күңел йылыһы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM