RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

21.12.2010 Дошмандар

Кешенең тәнен генә түгел, йәнен дауалаған Ишмырҙа ағай, аҡ халатлы фәрештә кеүек, айырылып тора. Сөнки ул, киләсәкте күрә белеүе, киң ҡарашлы һәм тәрән белемле, оло тәжрибәгә эйә булыуы менән бер рәттән, олоһона ла, кесеһенә лә, түрәһенә лә, ябайына ла ихтирамлы һәм иғтибарлы ҡарашы менән күптәребеҙгә өлгө ине.
Әбйәлилдең генә түгел, республикабыҙҙың да олуғ шәхесе булған, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты хаҡындағы бер тарих мине таң ҡалдырҙы. Уны «Йәшлек»те уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәм.
Палаталар буйлап «обход» яһап сыҡҡан табип Ишмырҙа Һиҙиәтов ординатор бүлмәһенә инеп ултыр­ҙы. Хәҙер ул ауырыуҙарҙың карталарын тултырып сығырға тейеш ине. Ләкин яҙышырға ҡулы барманы. Көтөлмәгән осрашыуҙан башында төрлө уйҙар сыуалды.
«Бына бит ниндәйһең һин, яҙмыш... Уйламаған урында сюрприз яһайһың... Бына бит, донъя! Үҙеңде инвалид яһайым, тип ант иткән дошманың хәҙер һинең бысағың аҫтына ятасаҡ бит. Ул һиңә дошман, ә һин уны ҡотҡарырға бурыслыһың! Әгәр һинең урыныңда булһа, ул нишләр ине икән...»
Хәтирәләр Ишмырҙаны алыҫ йәшлегенә, Темәс педагогия училищеһында уҡып йөрөгән саҡтарына, алып ҡайтты...
Әбйәлил егете беренсе курста уҡып йөрөй. Уҡытыусылар һәйбәт, тиҫтерҙәре менән танышып, дуҫлашып алғас, мөнәсәбәттәр ҙә арыу. Егеткә баш баҫып уҡырға ғына ҡала. Тик һуңға табан студенттарҙың тыныс тормошо боҙолдо: өлкән курс­та уҡыған Әнүәр (исем үҙгәртелде) беренселәргә тынғы бирмәй башланы. Ул, аулағыраҡ урындарҙа һағалап, йә аҡса таптыра, йә булмаһа, үҙенә оҡшаған нәмәңде тартып алыр ине. Есеменә ҡарата исеме тигәндәй, уның ҡушаматы ла «Алпамыша». Был баһадир кәүҙәле, бокссы егеттән хатта курсташтары ла ҡурҡа ине. Хәҙер улар сту­денттар­ҙы асыҡ талай башланы, тегеләре үҙ ҡулдары менән «яһаҡ» түләргә мәжбүр. Эште Әнүәрҙең «ҡоҙғон» ҡушаматлы курсташы һәм яҡташы алып барҙы. Ул, бесәй кеүек һаҡ ҡына баҫып яныңа килә лә, ҡолағыңа шыбырлап «әмер» биреп китә.
«Бөгөн кискә һинән бер түңәрәк икмәк», «Ауыл күстәнәсеңдең яртыһын алып кил», «Бынау кепкаңды миңә бүләк ит» – шундай бойороҡтар менән ҡурҡытты улар. Тик нишләптер Ишмырҙаға ҡағылмай йөрөнөләр. Әммә егет уларҙы һәр саҡ көттө, үҙенсә яуап бирергә әҙерләнеп йөрөнө һәм яңылышманы.
Бер көндө Ишмырҙа Асҡарҙан килеүселәр аша ауылдан күстәнәс алды. Был инде бүлмәләгеләр өсөн ҙур байрам ине. Дәрестәр бөткәс, егеттәр кемуҙарҙан йүгерешеп ҡайтып инде. Ишмырҙа тоҡсайҙы бушат­ҡансы, өҫтәл әҙер ине. Танауҙарҙы ҡытыҡлап, тыуған йорт еҫен таратып, күпереп бешкән хуш еҫле икмәк, ҡайнатма, һары май, талҡан, ҡорот өҫтәлдә урын алды. Тап ошо ваҡытта ишек асылып китте лә, ата күркә кеүек күкрәген киреп, бүлмәгә эре ҡиәфәттә «ҡоҙғон» килеп инде. Ул, ауыҙ эсенән һыҙғыр­ған булып, өҫтәлгә ҡарап торҙо ла:
– Эй, һин Әбйәлил маңҡаһы, тоҡсайыңа быларҙың яртыһын тултыр ҙа «Алпамыша»ға илт, ул ашарға һо­рай, – тине. Ишмырҙа икмәк ҡырҡ­ҡан бысағын «дыңҡ» иттереп өҫтәлгә ҡаҙаны ла:
– Кәрәк икән, үҙе килеп алһын! ҡасан күргәнең бар икмәктең ҡор­һаҡ артынан йүгергәнен, – тип екер­ҙе. Тегенеһе көтөлмәгән яуапҡа ни әйтергә белмәй, урынында тапанып торҙо ла, әйләнеп сығып китте. Ә Ишмырҙа, һис бер ни булмағандай, бөтәһен дә өҫтәл артына саҡырҙы. Ләкин берәү ҙә ҡыбырламаны. Сөнки һәр кем саҡырылмаған ҡунаҡтың килеүенән шөрләй ине.
Ысынлап та, улар оҙаҡ көттөрмәне, икәүләшеп килеп тә инде. «Алпамыша» бүлмәләгеләргә ти­шер­ҙәй булып күҙ йөрөтөп сыҡты ла, баш бармағы менән ишеккә күрһәтеүе булды, Ишмырҙанан башҡалары сығып та тайҙы. Аулаҡта ҡалғас, ул егет алдына килеп баҫты ла, ҡулдарын кеҫәһенә тығып, ниҙер әйтергә тип ауыҙын асып та өлгөрмәне, ауыр кәүҙәһе менән карауаттар араһына ауҙы. Ни булғанын аңламай ҡалған «ҡоҙғон»ға ла «өлөш» эләкте. Уныһы йонсоуыраҡ булғас, Ишмырҙа йәлләберәк ҡундырғайны, барыбер тәгәрәне. Уларҙың аяҡҡа баҫҡанын көтөп торманы егет:
– Хәҙер үк табанығыҙҙы ялтыратығыҙ! ҡарағыҙ уны, әгәр беҙҙең егеттәргә бәйләнеп йөрөһәгеҙ, ошо табурет менән башығыҙҙы иҙгәнсе туҡмаясаҡмын! – тип ҡысҡырҙы. Тап ошо минутта Ишмырҙа, күкрәгендә дөрләп янған нәфрәт уты һүнеп, ҡурҡыу тойғоһо баҫып алғанын һиҙҙе – тубыҡтары дерелдәп ҡалтырай, йөрәге дарҫлап тибә ине. «Уй, нишләнем мин? Хәҙер икәүләшеп туҡ­май­ҙар инде», – тигән уй мейеһен телеп үтте. Ләкин ул һуңлап шөрләгәйне. Теге икәү, алан-йолан ҡаранып, яңаҡтарын тотоп сығып тайҙы.
Был хәл студенттар араһында тиҙ таралды. Хәҙер инде «Алпамыша» менән «ҡоҙғон»доң хакимлыҡ итеү көндәре бөткәне һәр кемгә мәғлүм ине. Ишмырҙаның училищела абруйы күтәрелде, уны хатта өлкән курс егеттәре лә хөрмәт итә башланы. Уҡыу менән ихлас мәшғүл булған Ишмырҙаға уяулыҡ һаҡларға тура килде. Бер көндө ул яҫтыҡ аҫтынан хат табып алды, унда: «Һин, молокосос! Ғүмер буйы иҫеңдә тот: мин барыбер үсемде аласаҡмын! Инвалид яһаясаҡмын мин һинән! Көт! Алпамыша», – тип яҙылғайны. Иш­мыр­ҙа уны уҡып сыҡты ла, берәүгә лә күрһәтмәне, утҡа яҡты.
Бына тағы көтөп алған яҙ, уҡыу йылы ла аҙағына етте. Училищены тамамлаусылар диплом алып, ҡош балалары кеүек төрлөһө төрлө яҡҡа таралышты. Уларҙы оҙатыу тантанаһында Ишмырҙаға «Алпамыша» менән күҙмә-күҙ осрашырға тура килде. Диплом эйәһе дошманының ҡотлауын, изге теләктәр теләүен үҙенсә ҡабул итте:
– Рәхмәт... Мин дә һиңә шуны теләйем... Тик минең хатты һәр саҡ иҫеңдә тот! ҡайҙа булһа ла эҙләп табасаҡмын мин һине... Пушкиндар мәле түгел, дуэлгә саҡырыр инем үҙеңде. Һин минең ғүмерлек дошманым, белеп ҡуй. Ярай, хуш! Осрашҡанға тиклем! – тине лә әйләнеп китте. Әлбиттә, Ишмырҙаның кәйефе ҡырылды:
– Ярай, «Пушкин», йәшәрбеҙ – күрербеҙ, урыҫтар әйтмешләй, – тип тороп ҡалды.
«Бына бит, Әнүәр... беҙҙең яҙмыштар ҡайҙа киҫеште. Ярай, хәлкәйең мөшкөл булһа ла, аяҡҡа баҫтырырбыҙ. Организмың көслө бит һинең... ҡыҙыҡ, һин мине таныныңмы икән? Алла бойорһа, бөтәһе лә яҡшы үтеп китһә, мин һине үҙем дуэлгә саҡырырмын», – тип йылмайып ҡуйҙы табип.
Анализдар әҙер булғас, Ишмырҙа алдағы йомаға операция тәғәйенләне. Уның алдынан ауырыу янында обход мәлендә туҡталып китергә тура килде.
– Доктор, теге ней, Ишмырҙа Хәй... Хәйри... Әй, әттәгенәһе, атайыңдың исемен онотам да ҡуям... Һинең кеүек бер Ишмырҙа ғүмеремдә онотолмаҫлыҡ булып иҫемдә ҡалған... Һөйләһәң, мәҙәк инде. Темәстә уҡығанда елле бокссы инем, бөтәһе лә минән ҡурҡа торғайны. Һуңғы курста бигерәк шашып киткәйнем. Бына шул Ишмырҙа мине аҡылға ултыртты... Ну, хәтәр итеп тондорҙо. Бына хәҙер нисәмә йыл бокс буйынса тренер булып эшләп йөрөйөм... Ундайҙарҙы осратҡаным юҡ әле... Шул... күрергә ине, ваҡыт юҡ... Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙҙең күҙ-ҡараштарығыҙ, кәүҙәгеҙ оҡшаған... Әллә бөтә Ишмырҙалар ҙа бер ишме икән? – тип шарҡылдап көлдө ул. Ишмырҙа ла үҙе тураһында шулай яҡшы һүҙ ишеткәс, иреп, күңелләнеп киткәндәй: «Ярай, һауыҡ та, мине дуэлгә саҡырыр­һың», – тигән булды. Тегенеһе: «Юҡ, мин унан, киреһенсә, ғәфү үтенер инем... Ғүмерлеккә дошмандар булып айырылыштыҡ беҙ уның менән...» – тине, кәйефе ҡырылып.
Операция уңышлы үтте... Әнүәр бик тиҙ һауығыуға китте... Ишмырҙа ҡайтаһы көндө уға үҙенә инеп сығыр­ға ҡушты.
Улар күңелле генә донъя хәлдәре тураһында һөйләшә-һөйләшә кофе эсте. Әнүәр күпселеген үҙе тураһында һөйләне. Ул бокс буйынса спорт мастерлығына кандидат икән (Ишмырҙа ла ул ваҡытта юғары разрядлы бокссы ине), ғаиләһе бар, ике ҡыҙ үҫтерә.
ҡунаҡ:
– Ярай, доктор... бөтәһе өсөн дә рәхмәт һиңә! ҡатының менән икегеҙҙе ҡунаҡҡа көтәм. Мин һунарға, балыҡҡа йөрөргә яратам. Әйҙә, ялдарыңда бергә йөрөйөк. Һин дә бит ауыл малайы... – тип хушлашыр­ға урынынан торғайны табип, уны бүлеп:
– Рәхмәт, уйларбыҙ... Ә бына ҡасан мине боксҡа рингҡа саҡыраһың, «Алпамыша»? Мин дә бокс менән күптән шөғөлләнәм... Бәлки, был юлы һин минең томшоҡто онтар­һың, – тип әйткәйне, тегенеһе гөрһөлдәп креслоға ауҙы ла, күҙҙәрен аҡайтып, Ишмырҙаға тексәйҙе. ҡаршыһында ғүмерлек дошманы ултырғанына һис ышанғыһы килмәне, «Алпамыша» ҡыҙарынды, бүртенде, маңлайына бәреп сыҡҡан тирҙе ҡулъяулығы менән һөртөп, Ишмырҙанан күҙен ала алмай иҫенә килде:
– Әллә өнөммө, әллә төшөммө?! Бына мөғжизә! Йә, күңелем һиҙгәндәй булды ул һине тәүге тапҡыр күргәндә... Тәк, һин нисек уҡытыусылыҡтан доктор булып киттең ул?! – тип хайран ҡалды. Бер аҙ ҡулдарын ыуғылап ултыра торғас, аяҡ үрә баҫты ла:
– Ишмырҙа, әйҙә, ғүмерлеккә дошмандар түгел, ә дуҫтар булып ҡалайыҡ... Ғәфү ит минең ул саҡтағы алйот­лоҡто. Аҙаҡ, шул хушлашҡанда әйткәндәрем иҫкә төшһә, йөрәгем әрнеп, һине күрге килә торғайны, – тине эш боҙған малай ҡиәфәте менән. Шулай көтөлмәгәндә осрашты улар.
– Ишмырҙа, ғүмерем ахырына тиклем тик изге теләктәр генә теләйәсәкмен мин һиңә. Табипҡа уҡып, дөрөҫ эшләгәнһең. Һин – ысын мәғәнәһендә докторһың. Миндәге яман шеште генә түгел, күңелем төбөндәге сирле төйөрҙө лә ҡырҡып ташланың бит... – тигән һүҙҙәре табипҡа ошоға тиклем әллә күпме дауаланыусыһынан ишетелгән рәхмәт һүҙҙәренең иң матуры һымаҡ тойолдо.
Мансур БАГАУВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»