RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өлгө алырлыҡ әсә

13.04.2017 Өлгө алырлыҡ әсә

Өлгө алырлыҡ әсәЭшендә хөрмәтле уҡытыусы, ғаиләһендә ҡәҙерле әсәй һәм өләсәй

“Үҙ әсә телем – минең өсөн матур,
иң тәмле тел,
Үҙ телем,үҙ әйберем булғаны өсөн
ярата күңел”
– тип йыш ҡабатлай Мәжит Ғафу­риҙың ошо юлдарын Гөлсинә Әхәт ҡыҙы Дәүләтбаева. Ҡарап тороуға ябай ғына ауыл ҡыҙы, балалар, телем, илем, тип янып тороусы хөрмәтле уҡытыусы, ғаиләһендә ҡәҙерле әсәй һәм өләсәй ул.
Гөлсинә Әхәт ҡыҙы 28 йыл ғүмерен балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биреүгә арнай. Һәр ваҡыт эшенә ашҡынып килә. Студенттар ҙа уны көтөп ала. Сөнки ул әсә теленең нескәлектәрен асып бирә, оҫта итеп, ҡыҙыҡһындырып дәрес үткәрә. Ырымбур, Силәбе өлкәләренән килеүсе рус балалары ла дәрескә теләк менән йөрөй, сөнки уҡытыусы бөгөн дә ниндәйҙер ҡыҙыҡлы темаға дәрес үткәрәсәк. “Уҡыусыларға дәрес кенә үткәреп, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләп булмай. Улар бит ниндәйҙер яңылыҡ, үрҙәр көтә, – тип һөйләй уҡытыу­сы. – Мәҫәлән, йыл һайын I курстар өсөн “Нисек шәжәрәне өйрәнергә?” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үткәрәм һәм улар ҡыҙыҡһынып үҙҙәренең тамырҙарын өйрәнә башлай. Конкурс ойоштороп, улар­ҙың эшен баһалайым. Иң күп тамырын белеүсе, иң матур шәжәрә төҙөүсе һәм башҡалар билдәләнә. “Ижади эштәр” конкурсын ойошторам. Студенттар унда бик ихлас ҡатнаша. Кемдер шиғыр, хикәйә, әкиәт яҙа, кемдер һүрәт төшөрә һәм йомғаҡ яһала”.
Гөлсинә Әхәт ҡыҙы колледж эсендә генә туҡтап ҡалмай, ике йыл рәттән ҡалала үткән “Иң яҡшы шәжәрә төҙөүсе” конкурсында ҡатнашып, Рәхмәт хатына һәм дип­лом­ға лайыҡ булһа, иренең быуындар сылбырын өйрәнеп, “Дәүләт­баев­тар шәжәрәһе” байрамын үткәр­ҙе. Бында төрлө район һәм ҡалабыҙҙан туғандарын йыйып, уларҙы бер-береһе менән таныштырҙы.
Яҙыусы Лира Яҡшыбаеваны саҡырып, студенттар өсөн осрашыу үткәрһә, Урал аръяғының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн ошо әҙибәнең әҫәрҙәрен башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланыуға арналған ҙур конференция ойошторҙо.
Республикабыҙҙа үткәрелгән фольклор конкурстарында Гөлсинә Әхәт ҡыҙы өйрәнеп, яҙып алған “Яусылау”, “Һырға туйы” йолаларын күрһәтеп, беренсе урындарҙы яуланыҡ.
Республика күләмендә урта махсус белем биреүсе уҡыу йорттары араһында уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында беренсе урынды Гөлсинә Әхәт ҡыҙының уҡыусыһы Нәрисә Абдуллина алды. Үткән йыл “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” халыҡ-ара әҙәби конкурсында Илүзә Ҡаһарманова – I курс уҡыусыһы ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.
Сибай ҡалаһында үткән төрлө конференциялар, ҡоролтай, осрашыу­ҙарҙа уҡытыусы үҙ фекерен әйтергә тырыша.
Әсәгә ҡарап – тун бесерһең, тигәндәй, Гөлсинә Әхәт ҡыҙының әсәһе Гөлнур Рәис ҡыҙы, утыҙ йылдан ашыу балаларға белем биреп, бөгөн хаҡлы ялда булһа, ҡыҙы утыҙ йылға яҡын уҡытыусы булып эшләй.
Ғаиләлә сабыр әсә лә ул. Ире менән өс малай тәрбиәләйҙәр. Өлкән улдары Фаил әсәһенең юлын дауам итеүсе – педагогия колледжында тарих уҡытыусыһы булһа, килене лә ошонда уҡ тарих фәне серҙәрен өйрәтеүсе. Бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Игеҙәк улдары ла – педагогия колледжының икенсе курс студенттары.
Гөлсинә Әхәт ҡыҙының эшен колледж етәкселеге күрә һәм лайыҡлы баһалай. Уның тырыш хеҙмәте уҡыу йортоноң бер нисә Маҡтау ҡағыҙы, Сибай ҡала округы грамотаһы, Сибай ҡала хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнгән.
Быйылғы уҡыу йылы уҡытыусы өсөн бигерәк ҡыуаныслы булды. Гөлсинә Әхәт ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдын­ғыһы” билдәһе менән бүләкләнде.
Уҡытыусыға: “Шундай дәрт, дарман ҡайҙан килә, нисек арымай­һығыҙ?” – тигән һорауҙы ҡуям. Гөлсинә Әхәт ҡыҙы ябай ғына итеп: “Балаларҙы, илеңде, телеңде, ғаиләңде яратһаң, бөтәһе лә еңел бирелә. Эшкә ҡыуанып киләм. Сөнки мине яратҡан уҡыусыларым, коллективым көтә. Эштән һуң ашҡынып өйөмә ҡайтам – унда мине өҙөлөп улдарым, эшемде аңлаған тормош иптәшем көтә. Улар миңә дәрт, көс бирә. Әйткәндәй, колледжда уҡытыусылар коллективы шундай һәйбәт. Төрлө милләттән булһалар ҙа, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙерҙәр, башҡорт теле тип, ситкә типмәйҙәр. Директорыбыҙ – тел, ил тип торған шәхес. Эшем менән ҡәнәғәтмен. Эшләйһе эштәр, пландар бар әле. Уҡытыусы булараҡ, дәрес үткәреп кенә ҡәнәғәт ҡалмайым. Төрлө саралар, осрашыуҙар, экскурсиялар, эҙләнеү эштәре үткәрергә тырышам. Шул ваҡытта ғына уҡыусылар дәрескә ихлас күңелдән килә, һине көтөп ала”, – тип һүҙен тамамланы.
Айһылыу ИШМОРАТОВА.
Сибай ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»