RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәмерйәләр нисек барлыҡҡа килгән?

05.04.2017 Мәмерйәләр нисек барлыҡҡа килгән?

Мәмерйәләр нисек  барлыҡҡа килгән?
Бала саҡта “Үлем – күҙ менән ҡаш араһында, ахырзаман – аяҡ аҫтында” тигән һүҙҙәрҙе өләсәй ауыҙынан йыш ишетергә тура килде. Нух бәйғәмбәрҙең туфан һыуынан тереклек донъяһын һаҡлап алып ҡалыуы ла һүҙ урауында аңға һеңдерелде. Яҙғы ташҡын осоронда, Нөгөш аша сығып йөрөү өсөн, атай кәмә эшләй ҙә, һыу инмәҫлек итеп, нух кәмәһе кеүек итеп эшләнем, тип маҡтана торғайны.

Беҙ, бала-саға, Нухтың кем булыуы тураһында ҡыҙыҡһынғас, улар бәйғәмбәр тураһындағы риүәйәтте һөйләп бирә. Көҙөн оҙайлы ямғыр­ҙар башланһа ла, өләсәй хәүефләнә. Нух заманында туфан алдынан 40 тәүлек буйы ҡойма ямғыр яуған, ти. Ямғырҙан ғына Алла ҡөҙрәте менән бар донъяны баҫырлыҡ ташҡын барлыҡҡа килгәндерме-юҡмы, уныһы беҙгә мәғлүм түгел. Әммә, ҡайһы бер ғалимдар фаразлауына таянып һәм анализлы фекер йөрөтөп, Ер шарының ҡайһы бер өлөштәрендә ҡот осҡос һыу баҫыу­ҙар булған, тип ышаныслы әйтеп була. Иғтибар менән уҡыһаң, “Урал батыр” эпосында ла зыялыларҙы уйландырырлыҡ һүҙҙәр бар. Йәнбирҙенең һүҙҙәренән ваҡи­ғалар­ҙың ваҡытын билдәләп була. Ул:
“Беҙ килгәндә, бында әле
Йән­лек­тәр ҙә аҙ ине,
Ере лә йүнле кипмәгән,
Ваҡ-ваҡ күллек, һаҙ ине”,
– тип һөйләй. “Йәшәгән урыныбыҙ бәләкәй генә ер ине, тирә-яғыбыҙ күм-күк һыу ине” тигән юлдар ҙа бар эпоста.
Ғөмүмән, тәбиғәт тыу­ҙырған факторҙар, айырым ғалимдарҙың дәлилле фаразлауы ҡасандыр туфан һыуының булыуын иҫбатлаған һымаҡ. Кешелек һәм тереклектең йәшәйеш тарихында донъя­ны һыу баҫыуы сәбәптәре тураһында фәнни теориялар һәм фараздар аталы-уллы Кар­наухов­тарҙың хеҙмәттәрендә, йөҙйәшәр (1901 – 2007) М. Грос­вальд исемле совет-Рәсәй ғалимының 1999 йылда донъя күргән “Евра­зийские гидросферные катастрофы и оледенение Арктики” тигән китабында аңлайышлы яҙылған. Улар иҫбатлауынса, Евразия һәм Америка ҡитғаларының Төньяҡ Боҙло океанға ҡараған ярҙарында ғәйәт ҡалын боҙҙан торған быуа барлыҡҡа килеп, океанға ҡойған йылғаларҙың тамағын япҡан. Һөҙөмтәлә Енисей, Лена, Обь кеүек мул һыулы йылғаларҙың тамағында ташҡын барлыҡҡа килеп, боҙҙарҙы ҡалҡытып сығарып, Донъя океанына 18 мең йыл дәүерҙә алты мәртәбә ағып төшкән. Шуларҙың ҡайһыһылыр, Урал тауҙары буйлап үтеп, бөгөнгө Иран иле аша юл табып, Һинд океанына ҡойған. Ул ағымдың тәрәнлеге 500 метр, киңлеге 1000 саҡрым, тиҙлеге 200 – 250 километр булған, тип фаразлана. Тимәк, был ҡот осҡос ташҡын, үҙенең боҙло айсбергтары менән бөтә Башҡор­тостан территорияһын иңләп үткән тип ышаныслы әйтеп була. Сөнки әлегә емереп, һатып ашалмаған Торатау (бейеклеге 406 метр), Ҡуштау, Йөрәктауҙың тышҡы ҡиәфәтендә, уларҙы күмеп, төньяҡтан көньяҡҡа ағып ятҡан һыуҙың эҙҙәре ярылып ята. Торатауҙың көньяҡ бите тигеҙ түгел – йырғаланған, ҡарталанып тора. Төньяҡҡа ҡараған яғын көслө ағын һыу йыуып һөҙәкләткән, түбәгә күскән урынын йомрайтҡан...
Республикалағы тәбиғәт күренештәренең үҙенсәлекле деталдәре буйынса ҡасандыр туфан һыуы барлыҡҡа килеп, Төньяҡ боҙло океан Атлантик һәм Һинд океандары менән тоташып, ҡобайырҙа әйтелгәнсә, берҙән-бер көн бар ерҙә ... һыу эркелеп, ҙур май­ҙанда сөсө һыулы диңгеҙ барлыҡҡа килтереүенә лә инанып була. Башҡортос­тан территорияһындағы рельеф тигеҙһеҙлектәре лә, ҡая-тау битләүҙәрендә барлыҡҡа килгән 30 – 50 метр бейеклегендә ғәжәйеп ҙур мәмерйә­ләр ҙә йәшәгән еребеҙҙең ҡасандыр диңгеҙ төбө булыуын дәлилләй. Мин, мәҫәлән, бәләкәй генә Шүлгән йыл­ғаһының әллә нисә заллы, әллә нисә йөҙәр метр оҙонлоғонда мәмерйә барлыҡҡа килтереүенә ышанмайым. Ағиҙел йылғаһының да, ярҙарынан ташып сығып, ташҡыны менән йыуып, бейеклек яһап, таш өй яһауы мөмкин түгел. Ҡотан ауылы эргәһендәге 30 метр бейеклектә барлыҡҡа килгән Антон мәмерйәһе тураһында ла шулай тип фекер йөрөтөп була.
Булат Кәримов, Гүзәл Хә­митова кеүек эҙәрмәндәр, республикалағы йылға буйҙарында барлыҡҡа килгән бик күп мәмерйәне өйрәнеп, тиҫтәләгән мәмерйәне “Эҙәрмән” тапшырыуында күр­һәтте. Күреүебеҙсә, улар күрһәткән мәмерйәләрҙең береһе лә бөгөнгө йылға ярҙарына терәлеп барлыҡҡа килмәгән... Тимәк, уларҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәре фекер йөрөтөүселәрҙе уйландырырға тейеш! Үҙем белгән айыу өңдәрен, тау битләүҙәрендә, ҡаяларҙа барлыҡҡа килгән тәрән һәм бейек мәмерйәләрҙе берәм-берәм күҙ алдынан үткәрәм дә, улар­ҙы миллион йылдар дауамында диңгеҙ һыуы тулҡынланып ятып йыуып барлыҡҡа килтереүенә интуитив тойомлап инанам. Бәккән йылғаһы буйындағы Соҡорйорт мәмерйәһе, егерме метр тау битләүендә барлыҡҡа килеп, өс километр оҙонлоҡҡа ер аҫты юлы яһай. Телдән-телгә һөйләнелеп килеүенсә, шул тирәнең данлыҡлы һунарсыһы Ҡунаҡбай төлкө эҙәрлекләп, шул араны имгәкләп тә, шыуышып та үтеп, атып алған, имеш, тигәнерәк хәбәр ҙә йөрөй.
Мәмерйәләрҙең тау башында барлыҡҡа килгәндәре лә бар. Мәҫәлән, Тарауыл яланы эргәһендә, Ырым тауы башында арҡан менән генә төшмәле тәрән соҡор­ҙар бар. Ишембай районының Иҫке Һәйет ауылы эргәһендәге Шешәнәк йылғаһы кимәленән 30 метр бейеклектәге бәләкәй генә өңгә шыуышып ингәндән һуң, бер нисә метр үтеүгә әллә нисә машина һыймалы ҙур мәмерйә барлыҡҡа килә... Әбей батша юлынан үткәндә, юлаусылар Ҡуҡрауыҡ йылғаһынан егерме метр бейеклектә барлыҡҡа килгән Салауат мәмерйәһенә лә һуғыла. “Мәләүез районындағы Ямантау менән Кибез тауҙары араһында барлыҡҡа килгән Сумған тишеген, – тип һөйләй зыялы Таһир Иҫәнов, – Мәскәү ғалимдары менән берлектә үҙем төшөп тикшерҙем. Баш­лан­ғысына саҡ-саҡ һыйып, 16 метр төшкәс, өҫтәл ҙурлығындағы май­ҙансыҡ барлыҡҡа килә. Шунда бер аҙ тын алғандан һуң, арҡандар­ҙы бер-береһенә ялғап, 64 метрға төшкәс, Ташүлгән яғына табан киткән коридор барлыҡҡа килде...”. Таһир Иҫәнов һөйләүенсә, Ағиҙел менән Нөгөш йылғаһы араһында биш урында бушлыҡ бар, тимәк, ике йылға ер аҫтынан бер-береһенә тоташа.
Һөйләгәндәргә ышанырға була, сөнки Йомағужа һыу һаҡлағысын быуғандан һуң проект буйынса ташҡын Ырғыҙлы йылғаһы тамағына етергә тейеш ине. Шуға ла Мәҡсүт ауылы урынынан күсерелде, ә быуғын ауыл урынына барып етмәне. Тимәк, һыу бушлыҡҡа табан юлланған... Бөтә тә­би­ғи фактор-рельеф беҙ йәшәгән территорияла туфан һыуы булыуы тураһында һөйләй.
Туфандан һуң әҙәм балалары тағы ла бик ныҡ үрсеп киткән. Шашынып, бөгөнгө кеүек үк, яман юлға баҫҡандар. Рәхмәте киң булған Аллаһы Тә­ғәләне онота башлағандар. Шуның өсөн дә ҡөҙрәти көскә эйә булған Хаҡ Тәғәлә, Үҙенең барлығын белдереп, бер-бер артлы кешеләргә язаһын ебәреп торғандыр... Ғалимдар фаразлауынса, ту­фан һыуы ике мең йыл һайын барлыҡҡа килеп торған. Тимәк: “Ахыр­заман ҡасан була?” – тигән һорауға бәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең ике бармағын күрһәтеүе уйлай бел­гәндәр­ҙе уйландырырға тейеш. Йәғ­ни был донъяла йәшәгәндә һәр кем, фани донъяның мәңгелек түгеллеген белеп, әхирәткә күсергә әҙер булыр­ға бурыслы. Мәғлүмәт­тәр күрһәтеүенсә, ахырзаман – аяҡ аҫтында. Үлемде иҫкә төшөрмәй, хәрәм үҙләштергән чиновник-олигархтар өсөн асыҡ һабаҡ был. Әгәр ҙә, юғарыла тасуирлағанса, туфан һыуы барлыҡҡа килә торған булһа, улар ҙа барлыҡ үҙләштергән миллиардтары, иҫән ҡалыу өсөн эшләттергән бункирҙары менән бергә, юнысҡы кеүек, диңгеҙ төбөнә китәсәк тә, миллион йылдар үткәс, Тора­тауҙағы кеүек үк, сеймал ятҡылыҡтары барлыҡҡа килтерәсәк...

Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»