НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бәхет сере – уңғанлыҡта

Бәхет сере – уңғанлыҡта


Бәхет сере – уңғанлыҡтаКәримә Бәҙретдинова Нижневартовск ҡалаһының почетлы гражданы ғына түгел, Исмаҡай ҡыҙы булып та ҡала белә

Ҙурмы ул, бәләкәйме – һәр кешегә тыуған ауылы, уның тәбиғәте, кешеләре яҡын. Тыуған ауыл, тыуған яҡ төшөнсәләре һәр беребеҙ өсөн дә ғәзиз һәм ҡәҙерле. Тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡандан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә ҡәҙәр ул кешегә көс- таяныс бирә, онотолмаҫ моң булып оҙатып йөрөй. Һәм, әлбиттә, һәр ауылдың ғорурланып йәшәр кешеләре, шәхестәре бар. Исмаҡайҙарҙың да ғорурланырлыҡ ауылдаштары бихисап. Бөгөн һүҙем уларҙың береһе – хөрмәтле ауылдашыбыҙ Кәримә Сабир ҡыҙы Бәҙретдинова тураһында.

Ул 1962 йылдың 29 мартында Сәйетборхановтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған, ихласлығы, теремеклеге менән арбап торған сабый ғаиләгә ҡот, йәм өҫтәй. Бала йәнле ғаиләлә тағы ла Нуриман, Флидә тыуа. Элемтә бүлеге мөдире булып эшләгән Асия апай, Әүжән леспромхозының алдынғы эшселәренең береһе һаналған Сабир ағай балаларын наҙлап, ҡурсаҡ кеүек кейендереп, ҡәҙерләп үҫтерҙе. Балаларҙы тәрбиәләүҙә яратҡан өләсәләре Ғәбиҙә инәйҙең дә өлөшө ҙур булды. Ғаилә ишәйеүенә ҡыуанып, Сабир Шаһыбал улы ҙур өй һалып ебәрҙе. Балаларға белем генә биреп ҡалмай, күңелдәренә эш һөйөүсәнлек, бер-береһе өсөн тауҙай тороу, бәхетте ҡулда тотоу маһирлығы ла ваҡытында һалынған.
Тынғыһыҙ йәшлек – бәхетле ҡартлыҡ, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Асия Ғәлиәхмәт ҡыҙы 85 йәшендә лә мал ҡарап, ҡаҙ көтөп, емеш-еләк йыйып, балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә күмелеп йәшәй. Тик был бәхетле көндәрҙе Сабир Шаһыбал улының ғына күрә алмауы ҡыҙғаныс. Балалары, килен-кейәүҙәре лә ауылдаштарының ихтирамын яулаған. Ярҙамсыл, кешелекле булыуҙары менән ауылдаштары, күрше-күләндәре күңелендә йылы урын алған улар.
Һәр кеше донъяға үҙ бәхете менән тыуа һәм алдына ҡуйған маҡсаттарға ирешеп, алға ынтыла. Был тормошта иң мөһиме – кеше булып ҡалыу, үҙ урыныңды табыу. Замана нисек кенә үҙгәрмәһен, мәрхәмәтлек, изгелек, үҙ көсөңә ышаныс, тормош юлында әйләнә-тирәнең яҡшы яҡтарын ғына күрә белеү кеүек дөрөҫ йүнәлеште үҙ иткән Кәримә, Исмаҡай мәктәбен уңышлы тамамлап, Магнитогорск ҡалаһындағы 63-сө училищеға уҡырға юллана. 1984 – 1991 йылдарҙа Төмән дәүләт төҙөлөш институтында инженер-төҙөүсе факультетында уҡып, юғары белемле белгес булып, 1991 – 2000 йылдарҙа 3-сө категориялы проект инженеры вазифаһын биләй. 2001 – 2004 йыл­дар­ҙа төҙөлөш компанияһының баш инженеры булып эшләй.
Яҙмышын Нижневартовскиҙа таба: Риф Бәҙретдинов менән ғаилә ҡороп, ике ул үҫтерәләр. 2005 йылдан үҙенең проект институтын асып, генераль директор булып эшләй һәм Ханты-Манси автономиялы Округында өйҙәр төҙөй. Уның хеҙмәтен дәүләт һәм башҡа ойошмалар юғары баһалай. Нижневартовскиҙың 35 һәм 40 йыллыҡ юбилейҙарында «Нижне­вартовск гүзәле» наградаһына, «Хеҙмәт ветераны» миҙалына, «Нижневартовскиҙың почетлы гражданы» исеменә лайыҡ була. Уның тураһында өс китап сыҡҡан. Өс тапҡыр депутат итеп һайлана.
Кәримә Сабир ҡыҙының ауылдаштары, туғандары өсөн өҙөлөп тороуын, ярҙамсыллығын, кешелеклелеген күреп, күпме ихтыяр көсө, ныҡлыҡ, рухи байлыҡ үҙендә, тип ғәжәпләнәһең дә, һоҡланаһың да. Юғары вазифа биләүе уны бер ҙә үҙгәртмәгән, ябай, ихлас булыуы шатландыра ғына. Һәләтле кеше бөтә яҡлап та һәләтле инде ул. Етди мәсьәләләрҙе шау-шыу тыуҙырмай, тыныс һәм тыйнаҡ ҡына хәл итергә өйрәнгән. Заман зыялыларына хас тәрән аҡыл, тәрбиә, әҙәп – уның холҡон биҙәгән матур һыҙаттар. Эшенең уң барыуы, ышаныс, хөрмәт яулауы ла иң тәүҙә ошо сифаттар­ға бәйлелер. Өлөшөнә төшкән бәхетте, һәләтте һаҡлай, яҡлай һәм үҫтерә белгән.
Яҡташыбыҙ бар яҡлап та бәхетле. Һыйынайым тиһә – иле, яратайым тиһә – улдары, килене, ҡарап туйғыһыҙ ейәнсәре бар. Ғүмере буйы кинәнеп эшләрлек уңғанлығы булды, иң мөһиме – халыҡ һөйөүен яулаған һәм уны һәр ерҙә лә ололап торалар. Үҙ еренә бер биҙәк, кәрәкле кеше булып, ауылдаштарын, туғандарын онотмай, һөйөндөрөп йәшәй ул Кәримә. Исеме лә уның йомарт, киң күңелле икәнлеге тураһында һөйләй.
Бына тағы сираттағы осрашыуға Кәримә Сабир ҡыҙын саҡыр­ҙыҡ. Уҡыусыларҙың шиғырҙарын, йырҙарын тыңлап, бейеүҙәрен ҡарағандан һуң, ул күңелендә тыуған хистәре менән уртаҡлашты. Күңеле матур кешенең телмәре лә күңелебеҙгә хуш килде. Ул матур һүҙ һөйләп кенә ҡалмай, һәр саҡ ярҙам итеп тора. Быға тиклем бүләк иткән компьютерҙарын файҙаланып ҡыуана инек, һуңғы осрашыуҙа тағы ла компьютерҙар ебәрергә вәғәҙә бирҙе. Эш шарттары, уңыштар, осрап торған ҡыйынлыҡтар тураһында һөйләшкәндән һуң, Кәримә Сабир ҡыҙының урынлы һәм фәһемле кәңәштәрен тыңлап, уның үҙ һөнәренең оҫтаһы икәнлегенә тағы бер инандыҡ. Аҡсалата ярҙам итеүенә, әлбиттә, бик ҡыуандыҡ. Тиҙлек, техника заманында, яңы шарттарға тиҙ яраҡлашып, юғары уңыштарға өлгәшкән Кәримә Сабир ҡыҙы, янып торған өйгә инер, сабып барған тайҙы туҡтатыр, ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр, тигән ялҡынлы һоҡланыу һүҙҙәренә лайыҡлы. Абруйлы ҡатын-ҡыҙ етәксегә ғаилә бәхете, балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстарын, изгелектәрен күреп, туғандарын шатландырап, яратҡандар­ҙы һоҡландырып, эшендә тағы яңы үрҙәргә өлгәшергә насип булһын.

Зифа ҠУЖАҠОВА.
Белорет районы,
Исмаҡай ауылы.

Сығыу ваҡыты 12-03-2017, 12:07 | Ҡаранылар: 273
|
  • Ихтирамға лайыҡ үткән ғүмер
  • Матур йәшәлгән ғүмер
  • Һин – беҙҙең ҡояшыбыҙ!
  • Гимназияның нигеҙ таштары
  • Бөрйәндең даланлы ҡыҙы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM