RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөхәббәт эликсиры бармы?

22.02.2017 Мөхәббәт эликсиры бармы?

Мөхәббәт эликсиры бармы?Һөйөү һәр кемгә килә. Беҙҙең заманда ҡатындар күп, ирҙәр әҙ, шуғамы икән, күптәр, ниндәйҙер өмөт бағлап, төрлө күрәҙәсе, имсе, экстрасенсҡа йөрөй. Уларға бер өйрән­һәң, ҡат-ҡат барырға тура килә, мөхәббәт эликсирының көсө бөттөмө, тағы барырға сәбәп табыла. Күп ирҙәр йөрәк өйәнәгенән йә ҡан баҫымының үҙгәреүенән үлеп китә. “Ҡара көс”тәр электән килә. Халыҡ, бигерәк тә ҡатындар, шул ауға эләгеп кенә бара. Әҙәмгә Һауа, йылан өгөтөнә бирелеп, ҡыҙыл алма ашата. Тәү башлап “ҡара көс”тәр менән ҡатын кеше килешеү төҙөй ҙә инде.
Боронғо эпостарҙың байтағында “ҡара көс”тәр менән дин көрәше төп идея булып тора (яуызлыҡ менән яҡшылыҡ). Мәҫәлән, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосының күп варианты һаҡлана. Төрлөһө төрлөсә тамамлана. Береһендә егет һарғайып үлә, икенсеһендә, Ҡуҙыйкүрпәс менән Маян­һылыу бәхетле донъя көтөп йәшәй, тиелә. Бер вариантта егет һыу төбөнә төшкәндә көҙгө ҡуллана, уға бер әбей бирә, тип яҙылған. Егет мөхәббәттән сирләп үлә. Икенсе вариантта бабай егеткә доға уҡый, бында бәхетле тамамлана. Көҙгө – сихыр элементтарының береһе, күп әкиәттәрҙә кешене көҙгө аша арбайҙар.
“Урал батыр” эпосында дин сағылышы юҡ. Унда тәүтормош һүрәтләнә. Күп эпос-әкиәттә ҡатын-ҡыҙ Мәскәй сихырсы образында бирелә. Ҡатындар өгөткә тиҙ бирешә, күңеленә яуызлыҡ тиҙ инеп урынлаша. Мәскәй әбей­ҙәр бөгөн дә бар, улар ҙа дин доғаларын ҡуллана. Халыҡ уларға ышанып йөрөп динде онота.
Сәғүд Ғәрәбстаны ниндәй динле ил. Унда ла сихырланған ҡатындар йыш осрай икән. Йөҙәрләгән ҡатын-ҡыҙҙы бер урынға йыйып, доға уҡып өшкөрәләр, ти. Шулар араһында унлабы үҙен сәйер тота, йүгереп, тулап сығалар.
Ирҙәрҙең үлеме күп. Бәлки, сәбәбе ҡатын-ҡыҙҙың сихыр менән булышыуындалыр. Һәр районда тиерлек күрәҙәселәр бар, ҡатындар уларға, мәсеткә ҡарағанда ла, күпләп йөрөй.
Ванга көслө мәскәй әбей булған. Ул бәләкәй сағында ҡойон уртаһында ҡалған, ә ен-шайтандар ел өйрөлтмәгендә була, тиҙәр бит.
Тамара Глоба ла – убыр. Улар үҙҙәрен көслө тип уйлай, хатта Хоҙайҙан өҫтөн күрә.
Диндә, сихыр – яман шеш, тиелә. Шештең һәр кемдә булыуы ихтимал, медицинала уға дарыу тапмағандар һәм тапмаясаҡтар ҙа.
Ҡатындар ирен ҡыҙғанып, йә ғаиләһен һаҡлайым тип, мөхәббәт эликсирын эҙләй. Күптәр кейем, муйынға таҡҡан сылбыр аша арбата. Киләсәкте, балаларға төшөүен уйлап та бирмәйҙәр. Ни өсөн һуңғы йылдарҙа зәғиф балалар һаны арта? Ниңә совет осоронда улай уҡ булмаған? Коммунизм ваҡытында дин менән бергә убырлы ҡарсыҡтарҙы ла юҡ иткәндәр. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында инде “ҡара көс”тәр шашынып өҫкә сыҡты, экстрасенс, күрәҙәселәргә юл асылды. Хатта улар диндарҙарға ҡарағанда ла күбәйҙе. Ил халҡы шул ауға бик тиҙ эләкте.
Беҙҙең илдә “ҡара көс”тәрҙе хуплау эше алып барыла кеүек. Әллә нисәмә каналда экстрасенстар тураһында тапшырыуҙар сыға, улар кешене йәлеп итә, ылыҡтыра. “Һөйләһендәр әйҙә” кеүек программаларҙа йыш ҡына эскеселәрҙе, тешһеҙ ҡатындарҙы, кешеләрҙең бер-береһе менән һүгенеп әрләшкәндәрен күрһәтәләр. “Енләнеүсе­ләр”ҙең тештәре серек була, тигәнде ишеткән бар. Бындай тапшырыуҙар халыҡты сәйәси теманан ситкә әүрәтергә, илдә ризаһыҙлыҡ булмаһын, бола ҡупмаһын өсөн махсус ойошторола.
Беҙ, ҡатындар, ир ҡабырғаһынан яһалғанбыҙ, шуға ла уларға ышыҡланып йәшәргәлер, бәлки, сөнки ир-атта “ҡара көс”тәргә ҡаршы ныҡлыҡ бар. Ә бына дингә өгөтләү – ҡатын ҡыҙ бурысы. Динһеҙ ирҙәргә мәүешлек, аҙғынлыҡ хас. Ир ипле булһа ғына ҡатын тыйнаҡ була ул. Һөйҙөргөс тә, әүрәткес сихыр ҙа кәрәкмәй.

Мәҙинә ЯҠУПОВА.
Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»