НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һорауға - яуап


Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе ауылда йәшәй. Бөтә кешенең дә район үҙәгенә барып, үҙен ҡыҙыҡһындырған теге йәки был һорау­ға юристарҙан төплө яуап алыу мөмкинлеге юҡ. Ошоно күҙ уңында тотоп, «Хоҡуғыңды бел!» рубрикаһын яңынан тергеҙергә булдыҡ. Һеҙҙең һорауҙарға адвокат Марсель Шамил улы Уразбахтин ҙур теләк менән яуап бирергә ризалашты. Рәхим итеп, был мөмкинлектән файҙаланығыҙ. Хаттарығыҙҙы «Йәшлек»тең уе 02 @ уаndex. ru йәки аdvoкat-rв@ вк.ru электрон почтаһына яҙып ебәрә алаһығыҙ.

Договорҙы теркәргә теләмәйҙәр…

Танышымдан ер биләмәһе булған дача һатып алырға ҡарар иттем. Ул, һатыу-һатып алыу килешеүе төҙөгәндән һуң, документты теркәтеү өсөн күсемһеҙ мөлкәткә һәм уның менән алыш-биреш итеүгә хоҡуҡты теркәүсе дәүләт органына мөрәжәғәт итте. Тик унда, беҙҙең килешеүҙең нотариустан раҫлатылмауына һылтанып, уны теркәүҙән баш тарттылар. Был законлымы?


Р. БАЙБУЛАТОВ.

– Һатыу-һатып алыу килешеүен нотариаль раҫлатыу кәрәкмәй. Уны теркәүҙән баш тартыуҙары законлы түгел. Бында сәбәп икенсе нәмәлә. Һеҙҙең килешеүҙә ер биләмәһендәге ҡаралтыны (өй, мунса һ.б.) күрһәтергә мөмкин.

Кредитты ваҡытында ҡайтармаған өсөн төрмәгә ултырталармы?

Кредит бурыстарын ҡайтарыусы хеҙмәттән кредит картаһы буйынса бурысымды тулыһынса түләүемде талап итеп шылтыраттылар. Мин уны әҙләп түләйем. Нимә эшләргә? Бының өсөн төрмәгә ябыуҙары мөмкинме?
С.
Өфө ҡалаһы.


Коллекторҙар, моғайын, һеҙҙе ҡурҡытырға теләйҙер. Һеҙҙе бурысығыҙ өсөн төрмәгә ултырта алмайҙар. Кредитығыҙҙы түләүегеҙҙе туҡтатмағыҙ. Һеҙгә булған дәғүәләрҙе был хеҙмәт судҡа мөрәжәғәт итеү аша белдерһен.

Мираҫтан баш тартырға мөмкинме?

Мин әсәйемдең өйөндә теркәлгәйнем. Ул үлеп ҡалды. Мираҫты ҡабул итергә теләмәйем. Уны ҡустым алды. Быға өс йыл ваҡыт үтте. Сөнки ауылыма үҙемә тейешле өлөштө юллап ҡайтыр өсөн ара бик алыҫ. Ярты йылдан һуң миңә тейешле мираҫтан нисек баш тартырға? Был суд аша хәл ителәме? Әгәр шулай булһа, судҡа мөрәжәғәт итергә лә, ҡайтып йөрөргә лә теләгем юҡ. Ҡалай итергә?
Рәзилә.

– Юҡтан проблема яһамағыҙ. Әгәр 6 ай эсендә үҙегеҙгә тейешле мираҫты ҡабул итмәһәгеҙ, һеҙгә бер ниндәй ҙә өҫтәмә ғариза яҙырға кәрәкмәй. Өҫтәүенә, мираҫты ҡустығыҙ алған.

Бурысты кәметеп буламы?

Банктарға ваҡытында тү­ләмәгән бурыстарым бар. Уларға өҫтәп түләү (пени) иҫәпләнде. Был түләүҙәрҙе нисек ҡаплаһам һәйбәтерәк?
В. Х.


– Һеҙгә банктарға, бурысығыҙҙы ҡайтанан ҡарауҙы (реструктуризациялау) һорап, ғариза яҙырға кәрәк. Бурысығыҙ булып та, әгәр улар үтенесегеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, үҙегеҙҙе судҡа биргәндәрен көтөгөҙ. РФ Граждан кодексының 333-сө статьяһына ярашлы, судҡа, түләмәгән бурысығыҙҙы кәметеүҙе һорап, мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Суд, ғәҙәттә, бурыслылар­ҙың үтенесенә ҡолаҡ һала.


Эш биреүсе аҡса түләмәй…

Хеҙмәт килешеүе буйынса һатыусы-консультант булып эшләнем. Эштән китергә теләүемде белдереп, ғариза яҙғандан һуң, мотлаҡ эшләргә тейешле ике аҙнаны тултыр­ҙым. Тик эш биреүсе ошо 14 көн өсөн хеҙмәт хаҡы түләүҙән баш тартты. Миңә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Б. ХАРИСОВ.


Эш хаҡын судҡа биреп түләттерә алаһығыҙ. Бында тик килешеүҙә күрһәтелеп, рәсми түләнгән эш хаҡы һәм башҡа аҡсалата түләүҙәр тураһында һүҙ бара. Бындай һорау менән судҡа мөрәжәғәт итеү ваҡыты өс ай. Әгәр етди сәбәп менән был ваҡытты уҙғарып ебәрһәгеҙ, ул суд тарафынан иҫәпкә алына. Тик ысынлап та етди сәбәп арҡаһында ваҡытында суд органдарына мөрәжәғәт итмәүегеҙҙе иҫбатларлыҡ дәлилдәр килтерергә тура киләсәк.
Әйткәндәй, бындай дәғүә ғаризалары өсөн дәүләт пошлинаһы түләтелмәй.


Хакимиәт суд ҡарарын үтәмәй

Әлеге мәлдә емерек торлаҡта көн итәм. Суд ҡала хакимиәтенә миңә капиталь торлаҡ бирергә ҡарар сығарҙы. Тик чиновниктар, буш фатир булмауына һылтанып, уны үтәмәй. Миңә нимә эшләргә?

Ә. ВАХИТОВ.

Әгәр суд һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә уңайлы торлаҡ бирергә ҡушһа, был мотлаҡ уның ҡарарында күрһәтелергә тейеш. Суд ҡарарын үтәтеүгә өлгәшеү өсөн суд приставтарына мөрәжәғәт итегеҙ. Был – туранан-тура улар­ҙың эше. Ҡала хакимиәтенең торлаҡ биналары булмауы суд ҡарарын үтәмәү өсөн етди сәбәп түгел.

Иҫерек водителгә ҡарата дәғүәне нисек яҙырға?

Хөрмәтле адвокат, һаулыҡҡа килтерелгән һәм матди зыянды ҡап­лау­ҙы һорап, дәғүә ғаризаһы яҙғанда РФ Граждан кодексының ҡайһы статьяларына нигеҙләнергә? Сөнки баламды йәйәүлеләр сыға торған юлда иҫерек водитель бәрҙертте.

Зәлифә.
Б. районы.
– РФ Граждан кодексының 1064-се статьяһының 1-се, 1079-сы статьяһының 1-се, 151-се статьяһының 1-се, 1100-сө статьяһының 1-се өлөшөнә һылтанырға мөмкин. Дәғүә ғаризаһы хәл-ваҡиғаның бөтә нескәлектәрен күҙ уңында тотоп яҙылырға тейеш. Бында әҙер шаблондар йәки өлгөләр юҡ.

Сығыу ваҡыты 25-05-2015, 14:10 | Ҡаранылар: 685
|
  • Һорау - яуап
  • Юрист кәңәше
  • һорау-яуап
  • ГАЗ, УТ ӨСӨН КҮП ТҮЛӘҮСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ
  • Компенсация түләнә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM