RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

06.03.2015 Әсәйем…

Әсәй… Ниндәй яғымлы, матур һүҙ ул. Бөтә кешегә әсәй – бик ҡәҙерле, яҡын кеше.

Әсәйем… Һин донъяла бе­рәү генәһең, күҙ нурым минең. Һин бөтә ауырлыҡ­тар­ҙы еңәһең. Йомшаҡ, нәфис ҡулдарың биткә ҡағылып үтһә, ниндәй рәхәт! Ә мин яратам шулай иркәләгәнеңде…

Әсәкәйем… Ҡулдарың ал­тын һинең, бар эшкә лә өлгөрәһең. Бешергән аштарың шундай тәмле, телеңде йо­торлоҡ. Татлы ризыҡтарыңды ауыҙ итһәң, арыуыңды онотҡандай булаһың. Әллә һин тылсымсыһың?

Хистәремә сәсәй-сәсәй, яндарыңа ашығам. Эй, һағындым үҙеңде. Белә­һеңме, һин бит минең өсөн донъялағы иң ҡәҙерле кеше. Һин булмаһаң, күктән көлөп баҡҡан ҡояш йылылыҡ бирмәҫ, һыу һыу­һынды ҡандырмаҫ, саф һауа ла йәнгә рәхәтлек бирмәҫ ине. Сөнки һин генә минең өсөн йәшәү мәғәнәһе.

Ҡайһы саҡ тирә-яғымды дөм-ҡараңғылыҡ биләгәндәй булып китә, күңелемде һағыш баҫа. Шул саҡта яныңа ҡайтып иркәләнгем, ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшкем килә. Әммә хәҙер үҙем әсәймен, үҙ тормошомдо ҡороп, ике малай тәрбиәләйем. Иң ҙур бурысым – улдарымды һау-сәләмәт, илгә кәрәкле кешеләр итеп үҫтереү. Әсәй… Һиңә ғүмер буйы рәхмәтлемен. Һиңә арнап ниндәй һүҙҙәр әйтһәм дә, аҙ булыр төҫлө. Мин һине мәңге һүнмәҫ ҡояшым тип атар инем.

Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әсәйем, мин һине бар булмышым менән, ысын йөрәктән яратам! Сәләмәтлек, сабырлыҡ, оҙон ғүмер, сылтырап аҡҡан саф шишмәләй бәхет теләйем.

Әсәй… һәм донъялағы барлыҡ әсәйҙәр! Һеҙгә өндәшәм: сабыр булығыҙ, һәр бала үҙ бәхете менән тыуа, балаларығыҙҙы ташламағыҙ, үҙегеҙҙең йөрәк йылыһын биреп, ел-ямғырҙан ҡурсалап, иркәләп үҫтерегеҙ! Балалар нисә йәштә булһа ла, үҙҙәре атай-әсәй булһа ла, әсәй өсөн улар һәр саҡ бала булып ҡала.

Ә балалар әсәйҙәргә ҡайғы күрһәтмәһен.

«Әсәй» тип яратып, ҡәҙерләһендәр. Сөнки донъяла уларҙан да изгерәк, тоғрораҡ зат юҡ икәнен аңлаһындар.




Автор: Әлиә АБДУЛОВА
Район/Город: Сибай ҡалаһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

© 1917 - 2023 «Йәшлек» гәзите
Все права защищены.
При использовании материалов ссылка на сайт «Йәшлек» обязательна.