RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Улар ябай халыҡты зар илатҡан

20.02.2015 Улар ябай халыҡты зар илатҡан

Гәзиттең 1-се һанында «Ҡасҡын ҡатындары», ә 3-сө һанда «Ҡасҡындар беҙҙә лә булған» тигән мәҡәләләрҙе уҡығас, мин дә үҙ белгәндәремде бәйән итмәксемен. Һәр заманда ла ҡасҡындар булған, әммә совет власы, һуғыш, ил яҙмышы хәл ителгән мәлдә, халыҡҡа иң ауыр осорҙа уларҙы ыҙалатып, ҡасҡын булып йөрөгәндәрҙе Бейеш, Буранбай, «Шоң­ҡар» поэмаһындағы Әх­мәткә тиңләргә ярамай. Башҡорт халҡында ауыҙ-тел ижады юғары үҫешкән. Ҡобайыр, бәйеттәр телдән-телгә күсеп, беҙгә килеп ет­кән.

Абдулла ҡараҡ беҙҙең яҡтарҙа йөрөгән. Уның ҡасҡын дуҫтары күп булған. Уларға Белорет районының Хөсәйен ауылы муллаһы етәкселек итә. Беҙҙең Әбйәлил районының Рыҫҡужа ауылынан Ғәлиәхмәт Усманов, Аман­гилденән Нәбиулла Рәхмәтов һәм Әбдел­ғәзенән Ғәббәс (фамилияһын онотҡанмын) ағаһы улар менән йөрөгән. Беҙ бала саҡта, ҡылған яуызлыҡтары хаҡында зыян күргәндәрҙән ишетеп үҫтек. Яуыз енәйәттәрен иҫбатларға документтарыбыҙ булмаһа ла, дәлилдәр күп (документтар элекке НКВД архивтарында һаҡланырға тейеш). Абдулла 2 килограмм он өсөн йәнен йәлләп ҡасҡын булып киткән, ябай халыҡты, туғандарын, бала-сағаһының киләсәген уйламаған. Улар ат урлау менән шөғөлләнә. Ғәббәс ағай, урланған аттарға документты үҙем эшләнем, тип һөйләй ине. Ошо аттар өсөн яуаплы булған күпме үҫмер малай, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро (ир-ат – фронтта) төрмәгә эләккән. Ҡасҡындар тарафынан күпме ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы ҡыйралған. Быларҙы ғәфү итеү мөмкин түгел. Бәлки, ҡасҡындар араһында зарураттан йөрөгәндәре лә бул­ғандыр. Ун­дайҙар, төрмә ваҡытын тул­тыр­ғас, тормошта үҙ шөғөлөн табып, тынысланып йәшәне. Кеше­ләрҙең нәфрәтенә, ҡарғышына түҙә алмағандары, судлашып, ауыл советы, милиция тупһаларын тапаны. Халыҡтың хәтере тәрән. Нәбиулла Рәхмәтовты Ҡаҙ­маш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Ҡырҡты буйында, Ырғайҙы йылғаһында атына һыу эсергәндә күрә. Йылҡылдап торған көр атҡа атланған ҡасҡын бик затлы, ауыл халҡы төшөндә лә күрмәгән кейемдә булған. Атыбыҙҙы алып китә яҙҙы, инәлеп, ялбарып илап, саҡ күндерҙек, ти апайҙар.
– Мине күреүегеҙ хаҡында берәй­һенә әйтһәгеҙ, төндә килеп, атып ки­тәм, – тип янаған ул. Ул замандағы 10 – 12 йәшлек ҡыҙҙар хәҙер – оло инәй­ҙәр. Үҙҙәренең ҡасҡындар тура­һында белгәндәрен әле лә һөйләп ултыралар. Нәбиулла Рәхмәтов Ирәндек буйындағы Таһир, Һәмән ауылдары тирәһендә тотола. Ул ба­рып йөрөгән ҡатын, өйҙә кеше булһа, тышҡа таҫтамал элгән. Оҙаҡ күҙәткәндән һуң, бер милиционер быны һиҙеп ҡала һәм ҡатын күрмәгәндә таҫтамалды ала. Ҡасҡынды тотҡас, ауылына – Аман­гилдегә алып киләләр. Ауылдаштары уға ташланып, бер күҙен сығара һуға.
– Күҙе иҙәндә сәсрәп ятып ҡалды, – тип һөйләнеләр аҙаҡ. Ҡасҡындарҙың атаманын, Хөсәйен ауылы муллаһын, Рәз тауына ҡарай ҡамайҙар. Уның башына менеп еткәс, мулла, көпөһөнөң итәген ҡанат кеүек йәйеп, аҫҡа һикерә һәм иҫән-имен төшөп ҡаса. Уның артынан һикергән милиционер­ҙың аяғы һына. Атаман һуңыраҡ барыбер тотола.
Ғәлиәхмәт Усмановты Рыҫҡужа ауылы янында, һыу буйында үҫкән оло тирәк башынан тоталар. Ул – көндөҙ тирәк башында, ә төндә кәртәһендә, йортонда эш менән булыш­ҡан.
Ҡасҡындарҙың һәр береһен ун йылға хөкөм итеп, этап менән Мон­голияға, фронттағы аттар өсөн бесән әҙерләргә ебәргәндәр.

Айһылыу ХӘСӘНОВА.

Әбйәлил районы,
Рыҫҡужа ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»