НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡотлау


Ҡотлау Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ Заһир Юлдашбай улы ҒАФАРОВТЫ тыуған көнө – күркәм ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бай тәжрибәле тормош юлың күптәргә өлгө булырлыҡ. Бөтә хеҙмәт юлың йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләүгә арналды. Эшеңдә һине һәр ваҡыт тоғролоҡ, юғары ойоштороу һәләте, намыҫ кеүек сифаттар биҙәй. Ғаиләңдә өлгөлө, үрнәк булырҙай атай, уңған, хәстәрлекле хужа, ышаныслы тормош иптәше. Хоҙай Тәғәлә үҙеңә нурлы оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, рухи сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын насип итһен. Балаларыңдың изгелеген, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, матур ғүмер кисерергә яҙһын.
Йәшәү терәге һин беҙҙең өсөн,
Кешелегең менән үрнәк һин.
Хоҙай һиңә оҙон ғүмер бирһен,
Беҙҙең өсөн мәңге кәрәк
һин.

Ҡотлау менән – тормош иптәшең, балаларың.

Ҡотлау Әбйәлил районының Айыуһаҙы ауылында тыуып, бөгөнгө көндә Байым ауылында йәшәүсе ағайыбыҙ Әхтәм Ғизетдин улы ХӨСНӨТДИНОВҠА 75 йәш тула. Күркәм юбилейы айҡанлы уға иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Оло йөрәкле, изге күңелле кешебеҙҙе ҡайнар ҡотлап, ауырыу-һыҙланыуҙарһыҙ оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, сикһеҙ бәхет, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, яҡындарыңдың игелеген күреп йәшәргә яҙһын Хоҙай! Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын!
Ғүмерҙе бит йылдар
билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.

Ҡотлау менән Әхмәтйәновтар, Рысҡужиндар, Морзиндар исеменән – Зөләйха һеңлең.

Сығыу ваҡыты 21-01-2015, 12:00 | Ҡаранылар: 2246
|
  • “Ярты бәхет булһын һирәк кенә, Тулы бәхет булһын ғүмерҙә!”
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Ҡотлауҙар
  • Мөхәббәт һәм Тоғролоҡ өсөн
  • Тормош нигеҙе – Татыулыҡта
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM