НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ауыр саҡта китап биттәрен асам

Ауыр саҡта китап биттәрен асам


Иҫән саҡта бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белмәһәк тә, ҡара ер ҡуйынына барып ингәс, ерҙе күпме генә тырнап илама, үлгән яҡыныңды кире торғоҙоп ултыртып булмай. Бына ошо иң үкенеслеһе лә инде.
Беҙ ирем менән 25 йылға яҡын йәшәп, өс бала үҫтерҙек. Тик улар­ҙы аяҡҡа ныҡлы баҫтырып өлгөрмәнек – тормош иптәшем мәңгелеккә яҡты донъя менән хушлашты. Уны ерләгәндән һуң тәүге көндәр­ҙә, айҙарҙа, ни булғанын төшөнөп етмәйенсә, шаңҡып йөрөгәнмен. Ана, ҡайтып инер, бына, ҡайтып, алдыма тып итеп баҫыр кеүек тойолдо тәүҙә. Балалар ҙа уны артыҡ юҡһынмаған кеүек ине. Тик ике ай тирәһе үтеүгә иремде юҡһыныуҙан, һағыныуҙан йәнемә – йәм, өйөмдә толҡа тапмайынса, һарыға һабыштым. Ҡулға – эш, ауыҙға аш барманы. Көндөҙ, кеше араһында йөрөп, икенсе яҡтан, эшкә лә әүрәп, ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала, ә бына кистәрен... Өйҙә иремә бәйле һәр әйбер – кейемдәре, китаптары, эш ҡоралдары уның юҡлығы тураһында иҫкә төшөрөп, йәнемде ҡыйҙы. Күлдәккәйен еҫкәп, сеңләп илай-илай, бөгөлөп төшкән ерҙән балаларым ҡулымдан тотоп торғоҙоп, йыуатып, әүрәтергә тырышты. Беләм, уларҙың үҙҙәренә лә бик ауыр. Балталары һыуға төштө балаҡайҙарымдың. Бигерәк тә бәләкәй улым атаһын юҡһынды. Уның тураһында һүҙ ҡуҙғата башлаһа, күҙемдән йәш атылып сыҡҡанын күргән өлкән ҡыҙым менән улым ҡустыларын ғына түгел, мине лә икенсе хәбәр менән арбарға тырышты. Ә кистәрен үҙҙәре мыш-мыш килер ине.
Төндәрен бигерәк ҡыйын. Бына, ҡапҡа сыйылдап асылыр ҙа, тупһаны шығырлата баҫып, Хәбирем ишек ҡағыр төҫлө. Хатта ҡайһы берҙә йүгереп барып ишекте шар асып ебәргән саҡтарым да булды. Муйынына ғына һарылыр инем дә, эскән булыуына, тәмәке еҫенә мансылыуына ҡарамаҫтан, ҡосағыма алып, башҡаса бер ҡайҙа ла ысҡындырмаҫ инем...
Бер көндө шулай төндә арҡам өшөгәнгә уянып киттем. Ирем шул тиклем ҡыҙыу тәнле була торғайны. Йылына алмаһам, уның ҡуйынына һырынам. Ғәҙәт буйынса, уның ҡуйынын эҙләп, артҡа шылдым һәм... карауатымдан шап итеп иҙәнгә ҡолап төшкәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ауыртыныуҙан бигерәк, Хәбиремдең янымда юҡлығынан, өшөгән саҡтарымда инде бер ҡасан да мине йылытмаясағын ысын күңелем менән аңлап, мендәремә ҡапландым. Бәғерем телен­де, йөрәгем әрнене. Йәнем! Хәбире-е-ем! Аһ, ниңә был донъя шул тиклем үкенесле икән?! Һуҡыр булһын, һаңғырау булһын, әммә ул янымда ғына булһасы!
...Һыҡтаған, ыңғырашҡан, төшөнкөлөккә бирелгән, үҙем илап, балаларымды илатҡан саҡтар күп булды. Шулай һиҙҙермәй генә өс йыл да үтеп киткән. Ваҡыт – дауа, тигәндәре хаҡ: йөрәк яралары һулҡылдай-һулҡылдай яйлап бөтәшә бара. Аңғармаҫтан ғына ул яраға тейһәң, әлбиттә, түҙә алмаҫлыҡ һыҙлау баҫа, шунлыҡтан мин уға теймәҫкә тырышам – ирем тураһында килгән уйҙарҙы башымдан тиҙ генә ҡыуырға өйрәндем. Шулай еңелерәк. Күңелемде эш, балалар мәшәҡәттәре менән арбайым. Бергилке дингә бирелеп китеп, аят-доғалар ятларға керештем. Мәсет юлын тапаным. Тиҫбе тартыу, доғалар уҡыу тынысланыр­ға ярҙам итте-итеүен. Һуңыраҡ аңлауымса, күңел талабы икенсерәк булған икән: хәҙер мин эзотерик китаптар уҡырға керештем. Шул тиклем дә матур әҙәбиәтте быға тиклем ниңә күрмәгәнмен икән, тип үкенеп тә, үҙемде шелтәләп тә алам. Бына нәҡ ошо китаптар­ҙа табыла ла инде тормошта үҙеңә бәйле һәр төрлө хәл-ваҡиғаларға аңлатма һәм яуап, тәҡдимдәр һәм психологик ярҙам. Хәҙер эзотерика минең өҫтәл китабыма әйләнде. Уның ярҙамында Хәбиремде эргәмдә генә итеп тоям, уның менән эстән генә һөйләшәм, кәңәш һорайым, аҡыллы-аҡыллы яуаптарын алам. Ауыр саҡтарҙа медитацияға мөрәжәғәт итәм. Ышанаһығыҙмы, ярҙам итә!
Минең кеүек яңғыҙ ҡалғандарға ла, бәлки, ошо китаптар ярҙам итер. Уҡығыҙ, дуҫтар, һәр хәлдә, файҙаһынан башҡа зыяны булмаҫ.

Сөмбөлә ХӘЙРЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 27-11-2010, 11:46 | Ҡаранылар: 2431
|
  • Беҙ балаларға кәрәк һәм терәк
  • Һаумы, мин – Бәхет!
  • Бөтөн күңел менән
  • Ах, был ирҙәр!
  • Ирҙәргә күңелем ҡалды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM