RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бушҡа уҙмаған ғүмер

27.11.2010 Бушҡа уҙмаған ғүмер

Оҙайлы тормош юлы үткән өлкән йәштәрҙәге кешеләр осрашһа, балалыҡ иленән башлап, бөтә йәшәлгән ғүмер йылдарын иҫкә алмай ҡалмайҙар. Башҡаса мөмкин дә түгелдер. Замана, донъяуи үҙгәрештәр үҙенекен итә. Булып үткән хәл-ваҡиғалар әкренләп онотола бара.
Хәйбулла районының Үрге Иҫәнгилде ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән Ғиниәтулла Сәғит улы Иҫәнгилдинды бөгөн дә ауылдаштарының ихтирам менән иҫкә алыуы осраҡлы хәл түгелдер. Һәр нәмәгә иғтибарлы, ҡыҙыҡһыныусан малайын атаһы Башҡортостандағы танылыу алған мәҙрәсәләрҙең береһенә уҡырға бирә. Ауыл малайы мәҙрәсәлә алған белеме менән хушһынмай, киләсәген күҙаллап, уны үҙ аллы арттырыу яғын ҡарай. Ул саҡтарҙа тыйылған гәзит-журналдарҙы күҙҙән яҙҙырмай уҡып бара. Бындай хәлде белеп ҡалып, уға мәҙрәсәнән ҡыуыу менән янайҙар.
Ғиниәтулла Иҫәнгилдиндың тормош юлы аҙ өйрәнелгән, хатта тыуған йылы ла билдәле түгел.
Иҫән сағында тормош иптәше Зарифа инәйҙең һөйләүенән сығып ҡына был белемле шәхестең яҙмышын бер аҙ төҫмөрләргә була. Ғ. Иҫәнгилдин – ауылдың тәүге уҡытыусыһы, беренсе партия ағзаларының береһе. Тимәк, ябай ауыл уҡытыусыһы, агитатор, аң-белем таратыусы тигән һүҙ раҫ булып сыға.
Утыҙынсы йылдар уртаһында Ырымбур педтехникумы янында ҡыҫҡа сроклы курс тамамлап башланғыс мәктәптәр уҡытыусыһы тигән таныҡлыҡ алғас, тыуған ауылында балалар уҡытырға тотоноп китә.
Ғиниәтулла Иҫәнгилдин Баймаҡ районында ауылдан ауылға күсенеп йөрөп уҡытыусылыҡ иткән, һуңынан элекке Матрай райо­ны – Юлдыбайҙа ла балалар уҡытҡан.
Тормошта йәшәү, эшмәкәрлек итеү мөхитендә кем дә булһа ла принципиаллек, булмышы менән әүҙемлеккә ҡоролған ыңғай сифаттарға эйә булыусан. Заманында аң-белем таратыусы ауыл уҡытыусыһы Ғ. Иҫәнгилдиндың да үтә тынғыһыҙ, үҙ эшенә тоғро булыуы бәхәсһеҙ.
Коммунист, уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе Ғ. Иҫәнгилдин 1942 – 1943 йылдарҙа үҙ теләге менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ауыр яра алғандан һуң армиянан демобилизациялана, тыныс йылдарҙа ла уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Пропагандист, киң билдәле мәғрифәтсенең хеҙмәте ғәҙел баһаланыуға лайыҡ, тип табыла. Уға Ленин ордены тапшырыла.
Шулай ваҡыт тигәнең үтеүен белә, быуындар алмашына тора, данға күмелгән изге эштәр ғүмерлеккә онотолмай халыҡ хәтерендә һаҡлана. Ғ. Иҫәнгилдин 1947 йылдың йәйендә ҡаты ауырыуҙан вафат булып ҡала.
Әлеге көндә ауыл уҡытыусыһының оло ҡыҙы Бөртөкбикә, икенсе ҡыҙы Байрамбикә, кесе ҡыҙы Флүрә үҙ ғаиләләре менән йәшәй.
Ғиниәтулла Иҫәнгилдин, үҙе хыял иткәнсә, бай мираҫ ҡалдыр­ған. Улы Дамир Сәғитов, юғары белемле уҡытыусы булараҡ, оҙаҡ йылдар Ғафури районында эшләп, күптән түгел генә мәрхүм булды. Оло йәштәге уҡытыусының ейән-ейәнсәрҙәре араһында ла уҡытыусы һөнәренә эйә булғандары бар.

Зәкирйән ИТБАЕВ,
пенсионер.
Хәйбулла районы,
Иҫәнгилде ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»