НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Юғалттым бәхетемде
Махсус бит / Письма // Сегодня, 07:30


Юғалттым бәхетемде
Минеңсә, мөхәббәт – ул бер кешенең икенсе кешегә ҡарата ныҡлы бәйләнеше, тәрән хисе. Уны инәлеп, үтенеп, ялбарып, көс менән алып булмай. Ваҡыты етһә, көтмәгәндә, һинән һорап тормайынса, үҙе килә. Тәнзилә исемле танышым бәхетен ҡулынан нисек ысҡындырыуы хаҡында һөйләгәйне.
– Бер нисә йыл элек Илнур менән таныштым. Тора-бара ул миңә ныҡлап эҫенеп китте, яратыуын да әйтте. Ә мин етди мөнәсәбәттәрҙән ҡурҡтым. Шулай дуҫлашып йөрөгәндән һуң ниңәлер арабыҙ һыуынды, мин осрашыуҙы туҡтаттым. Ул, миңә үпкәләптер, ахыры, башҡа яҙманы ла, шылтыратманы ла. Шулай ҙа Илнурҙың нисек йәшәгәне менән ҡыҙыҡһынып торҙом. Тик элекке һөйгәнемдең башҡа ҡыҙ менән осрашыуын ишеткәс, көнләшеү тойғоһо уянды, унһыҙ йәшәй алмағанымды аңланым....

Айыу ниңә һөжүм итә?
Махсус бит / Письма // 13-12-2017, 07:00


Айыу ниңә һөжүм итә?
Ауыл халҡының айыуҙарҙың малға тейеүе тураһында күтәргән проблемалары ҡулға ҡәләм алырға, тәбиғәтебеҙҙең бер өлөшө булған урман хужаһын яҡлап, үҙемдең фекеремде яҙырға мәжбүр итте. Әлбиттә, улар ҙур зыян килтерә: кемдеңдер берҙән-бер һыйырын йәки атын йыға, күҙ терәп торған малынан яҙҙыра. Былай ҙа көскә йәшәп ятҡан ауыл кешеһе өсөн был матди яҡтан оло бәлә инде. Ләкин ни өсөн һуң айыуҙар малға һөжүм итә йәки ауылға килеп инә? Яуап бик ябай: бахыр януарҡайҙар бик астар!...

Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
Махсус бит / Письма // 26-11-2017, 09:36


Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
йәки Аҡ халатлыларҙы язаға тарттырыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр төптән уйлап ҡабул ителһен ине

“Йәшлек”тең, ғәҙәттә, икенсе битендә сыға торған “Был аҙнала беҙҙе...” рубрикаһын иғтибарһыҙ ҡалдырмайым. Күптән түгел уның “Өмөтләндерҙе” тигән башы аҫтында Рәсәйҙә табиптарҙың хаталаныуы арҡаһында үлгән пациенттар һанының һис кәмемәүе һәм хәҙерге көндә бындай хатаға юл ҡуйған аҡ халатлыларҙы һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтереү статьяһы буйынса ғына хөкөм итеүҙәре хаҡында әйтелгәйне. Медицина хеҙмәткәрен яуапҡа тарттырыу, уның ғәйебен иҫбатлаусы материалдар табыу ҡыйынлығы һәм шунлыҡтан илебеҙҙең Енәйәт кодексына үҙгәреш индереп, хата­ланған табиптарҙы язаға тарттырыу өсөн айырым нормалар ҡабул итергә йыйыныуҙары хаҡында ла бәйән ителгән бына ошо рубрикала. Аңлауымса, ебәргән хатаһы өсөн табипты язаға тарттырыу хәҙер еңеләйәсәк....

Кис ултырып бәйләм бәйләй Әлиә
Махсус бит / Письма // 11-10-2017, 14:37


Кис ултырып бәйләм бәйләй Әлиә
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,
Сиккәндәре, беләм, бирнәлек…
Был шиғыр юлдары, бер уйлап ҡараһаң, хәҙерге заман гүзәл затына тап килмәй ҙә кеүек. Билдәле булыуынса, әле ҡыҙҙар күп ваҡытын телевизор, компьютер артында ултырып үткәрә. Бәғзеләр өсөн сигеү, бәйләм бәйләү, ғөмүмән, ҡул эштәре “әсәй-өләсәйҙәр заманындағы эш” һанала. Ысынлап та, хәҙер магазиндарҙа йәнең ни теләй, шул бар: шәлдәр, кофталар, күлдәктәр, бейәләй­ҙәр… Әммә ҡул эштәре менән ултырыу ниндәйҙер әйбер­ҙең етмәүенән түгел, ә күңел талабы, тип иҫәпләй мин белгән ҡайһы бер ҡул оҫталары. Шундай алтын ҡуллыларҙың береһе – Салауат ҡалаһынан Әлиә Ҡолтаева....

Уйындан – уймаҡ
Махсус бит / Письма // 2-08-2017, 14:31


Уйындан – уймаҡ
Бөгөн Илгиз менән Илһөйәрҙең туйы. Улар һәм ҡунаҡтар тәғәйенләнгән ваҡытҡа, ҡиммәтле машиналарға тейәлешеп, ЗАГС алдына килеп туҡтаны. Барыһы ла шат, бөтәһе лә бәхетле.
Ошо мәлдә ЗАГС бинаһы эргәһендә туғыҙ-ун йәшлек ике малай ҙа уйнап йөрөй ине. Шуларҙың шуғырағы дуҫына:
– Ҡара әле анауҙарҙы, шундай шат, ауыҙҙарын йыйып ала алмайҙар. Ҡурҡытайыммы барып? – тине.
Самат, көлөбөрәк:
– Һи-и, Кәрим, һинән дә ҡурҡмағас! – тип ҡуйҙы.
Кәрим сәмләнде.
– Әйҙә, бәхәсләшәбеҙ. Әгәр ҙә мәгәр шуларҙы ҡурҡыта алһам, һин миңә туңдырма алып бирәһең.
– Килештек! Бир ҡулыңды!
Малай ҡаса-боҫа залға инде. Йәштәр ҙә бында ине. Ҡунаҡтарҙы этә-төртә, Кәрим улар алдына барып баҫты. Һәм бар көсөнә:
– Атай, атаҡайым, бына ҡайҙа икәнһең! Тиҙ ҡайтам, тинең дә, юғалдың. Хәҙер мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем!
Илгиз менән Илһөйәр, ҡоттары осоп, бер-береһенә ҡарашты. Умарта күсе кеүек шау-гөр килеп торған ҡунаҡтар ҙа тынып ҡалды. Кейәү тәүҙәрәк иҫенә килде:
– Кем ебәрҙе һине бында, малай аҡтығы?
Кәримде дер һелкетте ул. Малай ҡурҡышынан дуҫы менән бәхәсләшеүен һөйләп бирҙе.
– Мә, һиңә туңдырмалыҡ аҡса, – тип, кейәү тиҙ генә уны ситкәрәк ебәрмәксе булды.
Малай, усындағы 1000 һумлыҡты күреп:
– Ун йыл буйына алименттан ҡасып йөрөп, шуның менән генә ҡотолмаҡсыһыңмы? – тип ҡысҡырҙы ла, йүгереп, дуҫы менән бейек йорттар араһына инеп юғалды.
Флүрә ХАЖИЕВА.
...

Ҡайҙа үҫкән витаминдар файҙалыраҡ?
Махсус бит / Письма // 21-07-2017, 10:00


Ҡайҙа үҫкән витаминдар файҙалыраҡ? йәки Балан банандан нимәһе менән айырыла?

Бөгөн магазин кәштәләре йылы яҡтарҙан килтерелгән төрлө емеш-еләк, банан-ананас, хөрмә-кокос, ниндәйҙер йәшелсәләр, тағы башҡа әллә нимәләр менән тулған. Хатта уларҙы һалырға урындары ла етмәгән һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта улар­ҙың тәмен маҡтаған, витаминдарының һаулыҡ өсөн файҙалы икәнен иҫбатлаған төрлө-төрлө реклама ла күбәйеп китте. Шуғалыр инде ҡайһы берәүҙәр:
– Иммунитетыңды нығытҡың килһә, магазинға рәхим ит: витаминдар тулып ята! – тип кенә ебәрә. Ысынлап та, тропик илдәрҙән килтерелгән емеш-еләктең витаминдары беҙҙең, Көньяҡ Уралда йәшәгән кешеләрҙең, иммунитетын нығыта аламы? Мәҡәләмдә бына ошо һорауға ҡарата үҙ фекерҙәремде белдермәксемен....

Мәрхәмәтле болан
Махсус бит / Письма // 22-06-2017, 12:43


Мәрхәмәтле боланАйдахо штатында Покателло ҡалаһы зоопаркында аҫралған болан һыу һауытына төшкән ҡомаҡҡа ярҙамға килә. Ғәҙәти булмаған ҡотҡарыу операцияһын зоопарк хеҙмәт­кәр­ҙәре күҙәтеп тора. Улар Шутер ҡушаматлы боландың мөгөҙө менән һыу һауытынан нимәнелер алырға маташыуын күреп ҡала. Тәүҙә хайуан һауытҡа мөгөҙөн тыҡмаҡсы була, әммә уныһы һыймай. Шунан һауытҡа моронон тыға һәм унан еүеш ҡомаҡты сығара. Аҙаҡ ипләп кенә тешләп алып, йәнлекте ергә һала.
Ҡотҡарылыусының иҫән булыу-булмауын белергә теләгәндәй, мөгөҙҙәре менән төртөп ҡарай һәм, хайуанда йән әҫәре һиҙелгәс, ситкә китә. Ә меҫкен ҡомаҡ ҡыуаҡтар араһына инеп ҡаса.
Зоопаркта эшләүселәр боландың был ҡылығына таң ҡалыуын белдерә. Уларҙың әйтеүенсә, мәрхәмәтле болан киҫкен холоҡло булыуы менән айырыла. Парктың ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәре хатта уның вольерына инергә лә ҡурҡа. Боландың ни өсөн ҡомаҡҡа ярҙам иткәне билдәһеҙ. Бәлки, уға һыу һауытында сит нәмәнең булыуы оҡшап етмәгәндер һәм унан ҡотолорға ғына теләгәндер.
Р. ТАЙСЫНОВА....

Өлгө алырлыҡ әсә
Махсус бит / Письма // 13-04-2017, 21:00


Өлгө алырлыҡ әсәЭшендә хөрмәтле уҡытыусы, ғаиләһендә ҡәҙерле әсәй һәм өләсәй

“Үҙ әсә телем – минең өсөн матур,
иң тәмле тел,
Үҙ телем,үҙ әйберем булғаны өсөн
ярата күңел”
– тип йыш ҡабатлай Мәжит Ғафу­риҙың ошо юлдарын Гөлсинә Әхәт ҡыҙы Дәүләтбаева. Ҡарап тороуға ябай ғына ауыл ҡыҙы, балалар, телем, илем, тип янып тороусы хөрмәтле уҡытыусы, ғаиләһендә ҡәҙерле әсәй һәм өләсәй ул....

Мәмерйәләр нисек барлыҡҡа килгән?
Махсус бит / Письма // 5-04-2017, 11:32


Мәмерйәләр нисек  барлыҡҡа килгән?
Бала саҡта “Үлем – күҙ менән ҡаш араһында, ахырзаман – аяҡ аҫтында” тигән һүҙҙәрҙе өләсәй ауыҙынан йыш ишетергә тура килде. Нух бәйғәмбәрҙең туфан һыуынан тереклек донъяһын һаҡлап алып ҡалыуы ла һүҙ урауында аңға һеңдерелде. Яҙғы ташҡын осоронда, Нөгөш аша сығып йөрөү өсөн, атай кәмә эшләй ҙә, һыу инмәҫлек итеп, нух кәмәһе кеүек итеп эшләнем, тип маҡтана торғайны....

Күҙәтеүсән булһаң…
Махсус бит / Письма // 22-03-2017, 15:58


Күҙәтеүсән булһаң…Ирем Илдус, улдарым Шамил һәм Сыңғыҙ менән «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһенә ҡараған Кәшәлә утарына килеп йәшәй башлауыбыҙға бер йыл да үтеп китте. Элек бында ҙур ауыл булған. Перспективаһыҙ мөһөрө тағылғас, ул бөтөрөлгән. Беҙ йәшәгән урындан күрше ауыл­ға – 18 саҡрым. Кәшәләлә ҡурсаулыҡтың терәк мәғлүмәт-сервис пункты урынлашҡан. Беҙ, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре булараҡ, бында рөхсәтһеҙ ял, һунар итергә килеүселәр хаҡында «Башҡортос­тан» милли паркы һәм «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы етәкселегенә хәбәр итә алабыҙ. Йәйгеһен килгән туристарҙы ҡаршы алабыҙ, ҡурсаулыҡ режимын аңлатабыҙ, экскурсия үткәрәбеҙ. Быйыл ғына Кәшәләлә 1,5 мең турист булды. Шулай уҡ, ғилми хеҙмәткәрҙәр булараҡ, беҙгә тикшеренеү эштәре алып барыу, ҡоштарҙың, хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең иҫәбен алыу, яңыларын асыҡлау эше лә йөкмәтелгән. Нөгөш йылғаһын күҙәтәбеҙ, фенологик тикшеренеүҙәр алып барабыҙ. Йәшәгән йортобоҙҙан алыҫ түгел урман башлана. Шуға ла йәнлектәр – беҙҙә йыш ҡунаҡ. Йәйгеһен бейек үлән араһында уларҙы бик күреп булмай. Ә бына ҡышҡыһын, ҡарҙағы эҙҙәре буйлап, беҙҙең янда нимә йөрөүен асыҡ күрергә мөмкин. Быйыл ҡар ятҡас, ҡуян менән төлкө йыш килеп йөрөнө. Тәүҙә ҡылыйкүҙ килде. Өсмөйөш формаһында баҫҡан тәпәй эҙҙәре буйынса уны еңел танырға була. Бик ашыҡмай ғына йөрөгәнгә оҡшағайны. Ҡарҙы ла өңгән, нимәлер эҙләгән. Ҡайҙан килеп, ҡайҙа киткәне лә аңлашылмай, эҙ яҙлыҡтырған. Һарайға тауыҡтарҙы ашатырға барғас, сылбыр кеүек тигеҙ генә һалынған эҙҙәр күҙгә ташланды. Төлкө килгән икән. Юлдары йылғалағы боҙҙа ла, беҙ һыу алырға йөрөгән мәкелә лә бар ине. Ҡуян эҙҙәре күренеү менән икенсе көнөнә төлкө лә пәйҙә була шулай.
Балалар менән урман ситендә йөрөгәндә ғәҙәти булмаған эҙҙәрҙе күрҙек. 20 – 25 см интервал менән ике параллель нөктә ине улар. Берәй ҡоштор, тип уйлаһам, аҫ шундай эҙ ҡалдыра икән. Был бәләкәй генә йәнлек ат тирләгәндә арҡаһында ҡалған күперекте яларға ярата, һуңынан ялын да «үреп» төшөп китә....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM