RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бизмәндәргә Һалынған һөйөү

08.08.2014 Бизмәндәргә Һалынған һөйөү

Мулланур, һылыуҙың арыҡ иңбашынан тотоп, үҙе­нә табан килтерҙе лә, бит осонан үбеп алды. Ярай ҡараңғы ине! Ҡыҙ тиҙ генә өйөнә атылды. Бит остары ут кеүек яна, йөрәге күкрәк ситлегенән сығырҙай булып тибә. Йә Хоҙай, егеттәр­ҙең үбеүе шулай бу­ла икән! Электр уты табандарға тиклем төшөп китте. Аяҡ бы­уын­дары йомшаны, тәнен ниндәй­ҙер хәлһеҙлек баҫты.


Бизмәндәргә Һалынған һөйөүБәләкәй генә ҡалҡыу­лыҡ. Яҙ көндәрендә уның өҫтөндә бер-ике һары сәскә ата, йәйен ҡылған үләндәр елдә һыҙғырып, көҙгә тиклем ғүмер кисерә, беренсе һалҡын ямғырҙар килеп еткәс, һарғайып кибә. Был ҡалҡыулыҡты ике кесерткән сәпсеге үҙ итеп алған. Апрель аҙағында улар бында оя ҡора, унан һуң йоморт­ҡа һалып, бала сығаралар. Был бәләкәй генә ҡалҡыулыҡ – Мөс­лимә ҡәбере. Зыяраттың тышҡы яғында тормош ҡайнай: берәүҙәр ашығып эшенә бара, кибеткә йүгерә, бәғзеләре сит тарафтарҙан тыуған яғына ҡайта. Уларҙың зыяратта ла, Мөслимәлә лә эше юҡ. Тормош дауам итә. Йәш быуын үҫә, ҡасандыр ошо ауылда Мөслимә исемле һылыу йәшәгәнен, ғишыҡ тотҡанын, һөйөүе арҡаһында ҡорбан булғанын белмәйҙәр ҙә...

Бөтәһе лә бригадир Ғәбдел­йәндән башлана. Ул Мөслимәгә машинанан йөк бушатыусы булып эшләргә ҡуша. Машина тигәндәре ауылда өсәү генә. Береһендә – һуғышҡа тиклем үк шофер булып эшләгән Хөснулла. Икенсеһендә – өйләнеүенә ете йыл үтһә лә, балаһы булмаған Хәмәтйән. Өсөн­сө­һөндә яңы өйләнеп, тормош көтә башлаған Мулланур ине. Ҡыҙға уның машинаһында эшләргә тура килә. Ашлыҡ бушатыу 17 йәшлек ҡыҙҙарға уйын ғына. Бер машинаға өс ҡыҙ беркетелгән, ырҙын табағына инеп, борттарҙы асып ебәреүгә, игендең яртыһы үҙе үк ергә ҡойола. Ҡалғанын ағас көрәктәр менән этеп төшөрөргә генә ҡала. Кузовҡа баҫып ауыл урамдарынан үтеү, баҫыу юлдарынан елдереп комбайндар эргәһенә барыу үтә күңелле. Бөтә донъяға оран һалып ҡысҡырып йырлағы килә:
Ник осраның минең юлдарымда,
Тормошомда тиңдәш булмағас.
Ник күҙемә ҡарап, һөйәм, тинең,
Үҙең башҡаларҙы һайлағас.

Мөслимә был йырҙы яратты. Һуңынан уны "Мөслимә йыры" тип исемләй башланылар. Ҡыҙыҡай бөтә донъяға ғашиҡ ине. Күбәләктәй осоп йөрөнө. Үҙе лә һиҙмәҫтән Мулланурҙы яратты ла ҡуйҙы. Уныһы берәй һүҙ әйтһә, ҡолаҡтарына тиклем ҡыҙара, башҡалар һиҙмәнеме икән, тип ояла. "Их, Мөслимә, иртәрәк өйләнеп ташлағанмын, һине генә алаһы бар ине лә бит", – тип, әллә ысын, әллә юрый, Мулланур ағаһы ҡабатлай. Ҡараштары ла йыш осраша. Һәр рейста ашлыҡ бушатҡан ваҡытта, уныһы көрәген тартып ала: "Арығанһыңдыр, Мөслимә, килтер, ярҙам итәйем", – ти. Һылыу тағы ҡыҙара. Ҡыҙ, башҡалар һиҙмәһә ярар ине, тигән уйы менән яна, сөнки уға үҙе лә битараф түгел бит. Башҡа ҡыҙҙар­ҙың ҡараштары ла был оҙон буйлы, сәстәрен артҡа тарап ҡуйған, ҡуйы керпекле, зәңгәр күҙле йәш иргә һоҡланыу менән баға. Бер кисте, һуңғы рейстан һуң: "Әйҙә, мин һине оҙатып ҡуям, ҡараңғы, бик һуң бит инде", – тине. "Килешмәҫ, Мулланур ағай, Сәриә апай ишетә ҡалһа!" "Ҡалһа, беҙ уның менән әллә торабыҙ, әллә юҡ".

Төн. Көндөҙгө эҫелек һүрелгән. Күктә йондоҙҙар балҡый. Ауыл урамдарында тынлыҡ. Ҡойма бу­йында ятҡан һарыҡтарҙың ҡыймылдашыуы, алыҫта төн ҡошоноң уһылдауы ғына ишетелеп ҡала. "Мин һине күптән һөйөп йөрөй инем, Мөслимә, бына билләһи, күҙем күптән төшкәйне". "Ә үҙең Сәриәгә өйләнгәнһең". "Әллә нисек килеп сыҡты инде. Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, унан һуң булды". Ҡыҙ был һүҙҙәргә ышанды, сөнки егет сағында Мулланурҙың үҙенә төбәлгән ҡарашын гел тоя ине, әммә эргәһенә килеп өндәшмәне. "Мин йәш шул әле, Мулланур ағай, яңыраҡ ҡына ун етем тулды". "Һин мине оҡшатаһыңмы һуң?" "Әллә инде..."

Оҡшата инде, оҡшатмаған ҡайҙа! Шулай булмаһа, ҡатынлы ир менән ҡапҡа төптәрендә баҫып торор инеме ни? Мулланур, һылыуҙың арыҡ иңбашынан тотоп, үҙенә та­бан килтерҙе лә, бит осонан үбеп алды. Ярай ҡараңғы ине! Ҡыҙ тиҙ генә өйөнә атылды. Бит остары ут кеүек яна, йөрәге күкрәк ситлегенән сығырҙай булып тибә. Йә Хоҙай, егеттәрҙең үбеүе шулай була икән! Электр уты табандарға тиклем төшөп китте. Аяҡ быуындары йомшаны, тәнен ниндәйҙер хәлһеҙлек баҫты.

Икенсе көндө ҡыҙ Мулланурға боролоп ҡарарға ла ҡыйынһынды. Әммә кис менән оҙата килгән йәш иргә бер ниндәй ҡаршы һүҙ ҙә әйтмәне. Уның яғымлы ҡарашы, көслө ҡулдары, наҙлы ҡосағы иретте лә ҡуйҙы. Донъяла мөхәббәт булһа, ул Мөслимә мөхәббәте кеүек булыр­ға, ысын егет булһа, Мулланур төҫлө булырға тейеш ине. Һөй­ләшеп һүҙҙәре бөтмәне, ул һүҙҙәр­ҙе ҡыҙ иҫкә төшөрөп ҡарай ҙа, ғәжәпләнерлек бер ни ҙә әйтелмәгән, йыйын юҡ-бар. Тик егет янында баҫып тороу, уның тауышының төнгө рәхәтлек менән ҡушылыуы Мөслимәне осрашыуға йәнә магнит кеүек тарта ине.

Йәшен аяҙ көндө йәшенләне. Төшкө аш ваҡытында ырҙын табағына Мул­ланурҙың ҡатыны Сәриә килеп инде. Бөтә халыҡ алдында Мөслимәнең "йөҙөн йыртты": "Һөйрәлсек! Егет бөткәнме ни һиңә? Ҡатынлы ирҙәрҙе аҙҙырып йөрөйһөң! Ер бит!" Ҡалғанын ҡыҙ хәтерләмәй. Ашлыҡ көшөлө өҫтөндә яулығын да онотоп ҡалдырып, ырҙындан илай-илай сығып йүгерҙе. Баҫыу артлап ҡына, кешегә күренеүҙән ғәрләнеп, өйҙәренә атылды. Уға хәҙер бөтә ауыл ерәнеп ҡарайҙыр кеүек, бөтәһе лә уны ғәйепләй төҫлө ине. Мәр­фуға еңгә лә был хәлде ишеткән, Сәриә тәүҙә Мөс­лимәләрҙең өйөнә килгән булған. "Эй, ҡыҙым, һуң, ауылда Мулланурҙан баш­ҡа егеттәр бөткән инеме? Бишәү йөрөй ине бит артыңдан". "Әсәй, мин Мул­ланур­ҙы яратам!" "Ауылда булмаған хәл бит, балам! Кеше күҙенә ни төҫлө күренербеҙ".

Мөслимә иланы ла иланы. Кискә табан баҡса артынан шишмә буйына төшөп ултырҙы. Донъя йәшен алдынан ғына була торған шомло ҡараңғылыҡта. Урман тотош бер ҡара пәрҙә булып күренә. Йылға өҫтө ара-тирә ялтырап китеп, үҙенең барлығын һиҙҙерә. Шомло. Бөтә күңеле, күбәләк йәне менән Мулланурҙы көттө. Бына һөйгәне килеп сығыр ҙа, сәстәренән һыйпап: "Борсолма, йәнем, бер-беребеҙҙе өҙөлөп яратабыҙ, ситкә сығып китербеҙ. Рәсәй ҙур бит ул, беҙҙе һыйындырыр әле", – тип әйтер. Ә Мулланур килмәне. Ни хәл итергә? Мөслимә иртәгә урамға нисек сығасаҡ, кеше күҙенә нисек күренәсәк? Бөтәһе лә бармаҡ менән төртөп күрһәтер, балалы ир менән йөрөүсе, ғаилә емереүсе килә, тип әйтер. Ҡатынлы ир менән йөрөүсе, тип, күҙен дә астырмаҫтар. Ниндәй егет уға был хәлдән һуң күҙ ташлаһын? Ни йөҙөң менән был донъяла йәшәмәк кәрәк? Беренсе мөхәббәте ергә һалып тапалды. Мулланур, ә бит һиңә ышана инем, ғүмер буйына һинең көслө иңдәреңә башымды һалып, ел-ямғыр күрмәйенсә һөйөп-һөйөлөп йәшәрмен тигәйнем. Халыҡ беҙгә ҡарап, пар күгәрсендәр, көслө мөхәббәт хужалары, тип әйтер ине. Булманы. Их...

Икенсе көндө Мөслимәне аҙбар­ҙа билбауына аҫылынған килеш таптылар. Ун ете йәшлек ҡыҙҙың ҡәбере инде ер менән тигеҙләнеп бөткән. Әлеге ваҡытта бында кем ерләнгәнен белеүсе лә һанаулы ғына ҡалғандыр. Тик ике кесерткән сәпсеге генә яҙ һайын оя ҡороп, бала үҫтерә, бергә булыуҙарына шатланышып, осоп йөрөй. Уларҙың береһе миңә Мөслимәнең йәне кеүек тойола.

Рәзиф ЗЫЯТДИНОВ.
Борай районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»