RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Урланған бәхет

25.07.2014 Урланған бәхет

йәки Бәхетле ҡатындың бәхетһеҙ бер миҙгеле.
Кемдер өсөн беҙ ни бары,
Кемдер өсөн беҙ ни бары
Осраҡлы пар, ҡунаҡтар...

Иртәнге мәшәҡәттәрен тамамлап, ҡашығаяҡ тирәһендә булышып йөрөгән Гөлсөм радионан ағылған йырҙы ишетеп, туҡтап ҡалды. Ирекһеҙҙән күҙҙәренә йәштәр тығылды. Аһ... Тағы шул йыр. Күпме яфаланыр­ға мөмкин? Нисек кенә оноторға?

Гөлсөм бәхетле. Ире Хәмит уның өсөн өҙөлөп тора, эшендә лә абруй яулаған. Улдары һәм ҡыҙҙары мәктәптә тырышып ҡына уҡып йөрөй. Гөлсөм үҙе лә ауылда уңған хужабикә, аш-һыу оҫтаһы булараҡ билдәле. Өйө бөхтә итеп йыйыштырылған, гелән тәмле аштары әҙер була. Ул – иренән, ире унан уңды. Эйе, ысын ҡатын-ҡыҙ бәхете төштө Гөлсөмдөң өлөшөнә. Тик ниңә болоҡһой һуң ул? Нимә ҡыра уның күңелен? Күпме генә башынан сығарып ташларға теләһә лә, бер уй уны ҡалдырмай, ғүмер буйы эҙәрлекләй: бәхетле булырға хаҡы бармы һуң Гөлсөмдөң? Бөгөнгө рәхәт тормошона ул ҙур гонаһ аша килде. Кеше бәхетен урланы бит ул. Үҙ туғанының бәхетен. Кәрәк булдымы был уға? Юҡ...

Улар ғаиләлә ике генә бала үҫтеләр. Ике иркә ҡыҙ – Гөлсөм һәм һеңлеһе Гөлдәр. Ата-әсәһе уларҙы ҡаҡмай-һуҡмай, әммә тәртипле итеп тәрбиәләне. Ҡыҙҙар яҡшы уҡыны, эшһөйәр, аҡыллы булды, ата-әсәһенең йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Тик тормош гелән ыңғай ғына бармай икән шул.

Һәр кемде иләҫләндереп, аңын бутай торған мөхәббәт ҡыҙҙарҙы ла урап үтмәне. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Гөлсөм ауыл­ға педиатр булып эшкә ҡайтты. Көҙ айҙарының береһендә ауылдарына урман хужалығы буйынса йәш белгес килде. Бер көн был егет, ҡулын яралағас, Гөлсөмгә мөрәжәғәт итте. Ҡыҙ тәүҙә егеткә бик үк әһәмиәт бирмәне. Уның артынан йүгереүсе егеттәр былай ҙа күп. Ә Гөлсөм, уларҙы күрмәгәндәй, әле һаман йөрөй бирә. Тик әлеге егеттең дә ҡыҙға иҫе китмәүе, һорауҙарына ла теләр-теләмәҫ кенә яуап биреүе уның сәменә тейҙе. «Ярай, һине лә килеп баш эйергә мәжбүр итермен әле мин», – тип уйлап ҡуйҙы Гөлсөм. Һуңынан әхирәте аша егеттең исеме Илһам, күрше райондан килгән икәнен белеп ҡалды. Хәҙер инде ҡыҙ нисек тә булһа уны үҙенә ҡаратыу теләге менән яна башланы. Юҡ, егет уның күңеленә ятмай ине. Гөлсөм бары тик Илһамды үҙенә ҡаратырға һәм, уны ташлап, мин-минлеген кәметергә теләне. Тәүҙә уға, һөйөүен белдереп, хат яҙҙы. Ләкин бушҡа – яуап килмәне.

Бер көн күрше ауыл йәштәре концерт менән килде. Илһамды осратырмын, бәлки, тигән өмөт менән Гөлсөм клубҡа барҙы. Концерттан һуң йәштәр уйын уйнап туйғас, бейеүгә күстеләр. Күҙҙәре менән күмәк кеше араһынан Илһамды эҙләгән ҡыҙ ҡапыл терт итеп ҡалды. Унан алыҫ түгел генә Илһам менән Гөлдәр бейеп йөрөй ине. Ә үҙҙәре шундай бәхетле – әйтерһең дә, әлеге мәлдә улар үҙҙәре генә әкиәт донъяһында, башҡа бер кем дә юҡ. Ғәрлегенән йәштәренә төйөлөп, Гөлсөм өйөнә атылды. Нисек улай? Илһам уны кире ҡаҡты. Ул Гөлсөмдө түгел, ә Гөлдәрҙе һайлаған. Юҡ, Гөлдәр апаһының Илһамды оҡшатыуын белгән һәм уға үс итеп уның менән йөрөй башлаған. Эйе, һис шикһеҙ! Уға башҡа егет бөткәнме ни? Ни булһа ла быны туҡтатырға кәрәк. Эйе, Гөлсөм тап шулай эшләйәсәк тә. Илһам уға эләкмәй икән, Гөлдәргә лә булмаһын. Әлеге мәлдә ҡыҙ менән аҡыл түгел, хистәр идара итә ине.

Гөлсөм иртәгәһенә яңынан-яңы ысулдар уйлап та, бер ниндәй ҙә фекергә килә алмай аҙапланды. Тап шул саҡта һеңлеһенең 11-се синыфты тамамлауы һәм хәҙер уға уҡыу йорто һайларға кәрәклеге иҫенә төштө. Ата-әсәһе менән кәңәшләшкән булып, иртәгәнән дә ҡалдырмай Гөлдәрҙе ҡалаға ебәрергә, тигән фекергә килделәр. Гөлдәр әле йәй башы ғына булыуын, ауылдан киткеһе килмәүен күҙ йәштәре аша белдерһә лә, Гөлсөм үҙ һүҙенән кире ҡайтманы, ата-әсәһе быға иғтибар биреп торманы. Их, ошо мәлде кире ҡайтарырға ине... Һис шикһеҙ, Гөлсөм һеңлеһен ебәрмәҫ ине, үҙе ыҙаланһа-ыҙаланыр ине, ләкин хата юлға баҫмаҫ ине. Һуң инде...

Гөлдәр икенсе көнө әйберҙәрен йыйҙы ла ҡалаға сығып китте, хатта Илһам менән хушлашырға ла өлгөрмәне. Ә бер нисә көндән Гөлсөм һеңлеһенә хат яҙҙы. Хәл-әхүәлдәрен белешкән, ауыл яңылыҡтары менән таныштыр­ған булып, Илһам кәләш ала, тип хәбәр итте. Гөлсөмгә егетте лә алдауы ҡыйын булманы. Гөлдәрҙең ҡалаға киткәнен ишетеү менән Илһам Гөлсөмдөң эш урынына килде. Гөлдәрҙең сығып китеү сәбәптәрен һорашты. Ҡыҙ, бар асыуын эскә йотоп, Илһам менән Гөлдәр араһындағы мөнәсәбәт тураһында бер нәмә лә белмәгән кеше булып ҡыланды. «Гөлдәрҙе йәрәшелгән егете үҙенә ҡунаҡҡа саҡырғайны, шунда китте. Кейәү кеше бай, һеңлемде диңгеҙ буйына ял итергә алып бара», – тип тә өҫтәне. «Бай» тигән һүҙгә айырыуса баҫым яһаны. Күреп тора, егеттең кәйефе төштө. Бахырҡай, ныҡ яраталыр, күрәһең. «Ниңә мине ярата алманы һуң ул? Минең ни ерем кәм Гөлдәрҙән?» – ошондай уйҙар үтте ҡыҙҙың башынан. Егет сығып китте.

Илһам да, Гөлдәр ҙә үтә лә ғорур булып сыҡты. Бер-береһен эҙләп йөрөмәнеләр, хатта исемдәрен дә телгә алманылар. Гөлдәр шул сығып китеүенән башҡа ҡайтманы. Тик мөхәббәт бит шундай көскә эйә – улар бер-береһен онота алманы. Тыштан шат-көләс булһалар, эстән яндылар. Илһам өйләнмәне, Гөлдәр кейәүгә сыҡманы.

Ә Гөлсөм бер йылдан үҙенең ысын мөхәббәтен осратып, кейәүгә сыҡты, балалар табып, һөйөклө ҡатын һәм әсә булып йәшәп китте. Тик күңелен һаман да үҙе ҡылған яуызлыҡ ҡорттары кимерҙе. Егет менән һеңлеһенән ғәфү үтенергә үҙендә көс тапманы. Бәлки, бөгөн Илһам менән Гөлдәр ҙә бәхетле ғаилә булып йәшәп ятыр ине. Ине...

Ә бер хәл бөтөнләйгә Гөлсөмдөң тыныслығын алып китте. Ире Хәмиттең бер туған һеңлеһенең ҡыҙы кейәүгә сыҡты. Туйға күп кеше йыйылғайны. Һеңлеһе лә ҡайтты. Әгәр белһә икән улар алда үҙҙәрен ниҙәр көткәнен.

Туй күңелле генә башланып китте. Һәр ҡунаҡ бер-бер артлы тороп йәштәрҙе ҡотланы. Шул мәл: «Иң ҡәҙерле ҡунағыбыҙ һуңлап килде. Кәләштең ике туған ағаһына ла һүҙ бирәйек», – тип ҡуйҙы туйҙы алып барыусы ҡыҙ. Бөтәһе лә кәләштең ағаһына төбәлде. Был мәлдә Гөлсөм менән Гөлдәрҙең һәм һүҙ алған ир кешенең ни уйлағанын бары ошо өсәү генә белә ине. Кәләштең ағаһы Илһам булып сыҡты. Теүәл егерме йыл үткәс осраштылар. Гөлсөмдөң йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды, ә Гөлдәр менән Илһам бер-береһен күреүгә шатландылар ҙа, үткәндәрен иҫләп һағышландылар.

Туй ҡыҙҙы. Бейергә төштөләр. Тап тәүге мәлдәге кеүек үк, Илһам Гөлдәрҙе парлы бейеүгә саҡырҙы. Бәлки, һуңғы бейеүгәлер. Бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәрҙәр өсөн, алдан һайланылғандай, йыр ҙа тап килеп тора ине.

Вальс, вальс, вальс...
Был кисәлә ғүмер юлы...
Вальс, вальс, вальс...
Ҡабат беҙҙе осраштырҙы...
Кемдер өсөн беҙ ни бары,
Кемдер өсөн беҙ ни бары
Осраҡлы пар, ҡунаҡтар...

Урланған бәхетИлһам менән Гөлдәр бер-береһенә ҡарар­ға ҡыймай ғына, ләкин ваҡытлыса ғына булһа ла бер-береһен тоя алыу бәхетенә иҙрәп әйләнде лә әйләнде. Тик был бәхетле минуттар ҙа һанаулы ғына булды. Улар тағы айырылды, тағы аңлашмайса, хәҙер инде мәңгегә. Туй мәлендә лә, аҙаҡ та уларға иркенләп һөйләшергә форсат булманы. Булһа ла, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, уңалмаҫ яраларҙы яңыртып ултырғылары килмәне. Был уларҙың һуңғы осрашыуы, һуңғы вальсы ине. Гөлсөм тағы үҙендә көс тапманы. Уҡталып-уҡталып ҡараны, тик ҡыйманы. Кем белә, бәлки, улар бергә булырға теләмәйҙер, хәҙер инде күпме ваҡыт үтте, уларҙың хәтер һандығын яңыртып, яфаларға теләмәне. Аҙаҡ үкенәсәген белһә, Гөлсөм теҙләнгән килеш уларҙан ғәфү үтенер ине. Тик ҡыйманы.

Туй үтте. Ҡунаҡтар таралышты. Гөлсөмдәр ауылына ҡайтты. Гөлдәр менән Илһамдың да юлдары айырылды. Бөтөнләйгә. Туй булып ике көн үткәс, Илһам үҙ-үҙенә ҡул һалған, тигән хәбәр бөтә ауылды шаҡ ҡатырҙы. Шундай аҡыллы ирҙе был юлға нимә этәрҙе? Бер кем белмәне. Өсәүҙән тыш. Гөлсөм һиҙенде, Гөлдәр аңланы, ә тулы серҙе Илһам үҙе менән алып китте. Түҙмәне, һары һағыш – Гөлдәрҙе, ғүмерлек йәрен, һағыныу уны башын элмәккә тығырға этәрҙе. Шуның менән ул үҙенә еңеллек килтерерҙәй булды. Бары үҙенән һуң уны һағынып иҫкә алыр туғандарын, Гөлдәрен генә уйламаны. Гөлсөм хәҙер ғүмерлек ғазапҡа дусар булды. Үкенә ул, тик һуң шул, үтә лә һуң…

Бөгөн тағы шул моң яңғырай. Ҡатындың йөрәгенә меңәрләгән уҡ ҡаҙалғандай булды. Күҙенән йәштәр аға ла аға. Ул – ысын бур. Сөнки кеше бәхетен урланы. Гөлсөм йөрәген тотоп һығылып төштө. Аһ...

Нургизә ҒӘЛИКӘЕВА,
БДУ-ның Сибай институты студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Мавлида Галикаева
27 июля 2014 12:36: Мавлида Галикаева
Афарин, Нургизә! Йышыраҡ яҙыш!