RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Июнгә ай календары

23.05.2014 Июнгә ай календары

Июндә баҡса эштәре күп һәм төрлө-төрлө. Шуға ла календарҙы ла ҡыҫҡартмай, тулыһынса бирәбеҙ. Рәхим итеп ҡулланығыҙ, дуҫтар!
Июндә сүп үләндәре әүҙем үҫә. Ҡайһы бер үҫентеләр уңыш та бирә башлай, мәҫәлән, еләк, редис. Бөтә эштәрҙе ваҡытында, бер ҙә яңылышмай ғына башҡарырға Башҡортостан халҡы өсөн махсус төҙөлгән ай календары ярҙам итер.

1 июнь Үрсетмәләрҙе күсереп ултыртыу, сәсеү өсөн бик уңышлы. Айырыуса ташҡабаҡ, патиссон, баклажан, фасоль кеүек йәшелсәләр өсөн шәп мәл. Был ваҡытта сәселгән йәки күсереп ултыртылған оҙонлоҡҡа үҫмәүсе йәшелсәләр насар уңыш бирәсәк. Сөнки уларҙың һабағы сибек була. Шуға ла помидор кеүек йәшелсәләр менән булышыуҙан алыҫ тороғоҙ.

2 – 3 июнь. Йәшелсәләрҙе күсереп ултыртыу ҙа, сәсеү ҙә тыйыла. Иң яҡшыһы – ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу менән шөғөлләнеү. Улар өсөн уңайлы ваҡыт. Һеҙгә мәшәҡәт тыуҙырып үҫкән кәрәкмәгән үләнде сабып ташларға була, бынан һуң яңынан сыҡҡаны әкрен үҫәсәк. Шулай уҡ ағас ботаҡтарын ҡырҡыу, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш алып барыу, йәшелсәләрҙе һирәкләтеү, түтәл- дәр әҙерләү өсөн дә ҡулай ваҡыт.

4 – 6 июнь. Йәшелсәләрҙе күсереп ултыртыу, сәсеү тыйыла, ҡыуаҡлыҡтар менән дә шундай уҡ хәл. Уңыш алыу өсөн түгел, декоратив маҡсатта үҫтерелгән ағастар һәм ҡыуаҡтарға иғтибар бирергә була. Сәскәләргә лә. Шулай уҡ үләндәрҙе сабып ташлау өсөн дә уңайлы ваҡыт.

7 – 8 июнь. Сәскә ултыртыу, орлоҡтарҙы һаҡлар­ға һалыу кеүек эштәр менән булышырға кәрәк. Әлеге көндәр гөлдәрҙе тәрбиәләү, газон орнаменттары менән булышыу, гөлләмәләр өсөн сәскәләр өҙөү өсөн яҡшы. Үҫентеләргә һыу һибеү ҙә файҙаға, үләндәрҙе сабып ташлау ҙа.

9 – 10 июнь. Ай Саян йондоҙлоғонда булғас, рәхәтләнеп төрлө культуралар сәсеү, күсереп ултыртыу менән шөғөлләнергә була. Айырыуса помидор, ҡыяр, борос, кәбеҫтә, ҡабаҡҡа иғтибар бирергә кәрәк. Был ваҡытта үлән йыйыу, ағас ултыртыу кеүек эштәргә тотонмай торорға кәңәш итәбеҙ. Тупраҡты йомшартыу, ҡоротҡостарға ҡаршы эш алып барыу, ашламалар индереү, прививка эшләү, еләк ҡыуаҡта рын ҡырҡып тәртипкә килтереү өсөн көндәр бигерәк шәп.

11 – 12 июнь. Был көндәрҙә иң хәйерлеһе – тиҙ үҫеүсе культураларҙы ултыртыу. Мәҫәлән, борос, һарымһаҡ, һуған, йәшел тәмләткестәр. Шулай уҡ дарыу үләндәрен сәсергә була. Еләк тә өлгөрә башлай, уны йыйыр ға кәрәк. Сәскәләрҙе ҡырҡырға ярай. Ошо көндәрҙә ултыртылған гөлдәр бик тиҙ сәскә атасаҡ.

13 июндә бер нәмәне лә күсереп ултыртмаҫҡа, сәсмәҫкә. Үлән сабырға мөмкин, ашламалар индереү, прививка эшләү өсөн уңайлы осор. Сүп утарға ла ярай.

14 июнь. Ағас һәм ҡыуаҡтарҙы күсереп ултыртыу өсөн шәп көн.

15 – 16 июнь. Сәсеү, күсереп ултыртыу менән шөғөлләнмәҫкә.Осор өлгөргән уңышты йыйыу, үлән сабыу, сүп утау, ҡоротҡостарға ҡаршы саралар күреү, ағас һәм ҡыуаҡтарҙың ботаҡтарын ҡырҡып тәртипкә килтереү өсөн дә уңайлы.

17 – 19 июнь. Редис, сельдерей, һуған сәсеү ҡулай. Ашлама индереү, һыу һибеү ҙә файҙаға. Ваҡыты етте инде – ҡайнатмалар эшләү, өлгөргән йәшелсәләрҙе тоҙлау ҙа ошо көндәр­ҙә уңайлы буласаҡ.

20 – 21 июнь. Сәсеү, күсереп ултыртыу кеүек эштәр менән шөғөлләнергә кәңәш ителмәй. Булған уңышты, дарыу үләндәрен йыйыу, тупраҡты йом- шартыу, ҡорот­ҡостарға ҡаршы көрәш алып барыу кеүек эштәр файҙалы буласаҡ.

22 – 23 июнь. Ҡышҡылыҡҡа һалып ҡуйыласаҡ йәшелсәләрҙе сәсеү бик шәп. Ә инде был ваҡытҡа тиклем өлгөргән уңышты ҡышҡылыҡҡа запасҡа һалыу яҡшы.

24 – 25 июнь. Үлән сабыу, үҫентеләрҙе һирәкләтеү, сүп утау, үҫентеләрҙең артыҡ ботаҡтарын ҡырҡып ташлау яҡшы буласаҡ. Еләк-емеш йыйыу, дарыу үләндәрен туплау өсөн дә матур мәл.

27 июнь. Сәсеү, күсереп ултыртыу тәҡдим ителмәй. Емеш-еләк йыйыу бик шәп. Был көндәрҙә ҡоротҡостар айырыуса тиҙ ҡырыласаҡ, шуға ла уларға ҡаршы саралар күрергә була.

28 июнь. Культураларҙы ҡайтанан сәсеү, күсереп ултыртыу өсөн уңайлы осор. Бигерәк тә ҡабаҡ, патиссон, фасоль өсөн.

29 – 30 июнь. Бер ниндәй ҙә йәшелсә сәсеү, күсереп ултыртыу менән шөғөлләнмәҫкә. Иң яҡшыһы – ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу, үләнде­ сабып ташлау. Дарыу үләндәре, емеш-еләк йыйыу өсөн бик шәп көндәр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»