RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Белем генә түгел, тормош дәресе лә бирҙе

02.05.2014 Белем генә түгел, тормош дәресе лә бирҙе

Белем генә түгел, тормош дәресе лә бирҙеӘле булһа иҫемдә: бынан 11–12 йыл элек Әбйәлил райо­нының Салауат урта мәктәбенә уҡырға барғас, уны тәүләп күргәйнем. Ошо яғымлы апай беҙҙең класс етәксеһе, тәүге уҡытыусым булһа ине, тип уй­ла­ғайным. Ысынлап та, бәхеткә күрә, уны беҙгә уҡытыусы итеп ҡуйҙылар. Башланғыс клас­та төрлө темаларға ул үткәргән төрлө фәһемле класс сәғәттәре, әңгәмәләшеүҙәр һәм журналист кеүек «түңәрәк өҫтәл»дә һөйләшеүҙәр ойоштороуы беҙгә ҡыҙыҡ була торғайны. Һәр нәмәгә иғтибарлы булырға, дөрөҫ йәшәргә өйрәткән уҡытыу­сым Вә­силә Муса ҡыҙы Аман­­гилдинаны (Мортази­на) әле лә һағынып иҫкә алам. Сөнки уның үткәргән дәрестәре, кластан тыш саралары һәр саҡ файҙалы, фәһемле, мауыҡ­тыр­ғыс бул­ды. Би­герәк тә 2-се клас­та уҡыған саҡта Балалар һабантуйы үткәргәне хәтер­ҙә. Тирмә эшләп, боронғоса биҙәнеләр. Ҡаҙан аҫып, аш бешереп, сәй эстек. Төрлө ярыштар, башҡорт милли уйындары – тоҡ менән һуғышыу, ҡалаҡҡа һалып йомортҡа ташыу, тоҡ кейеп һикереү һ.б. ойошторолдо.
Һәр класс концерт номеры күрһәтте, һәр береһе баш­ҡорт милли кейемен табырға тырышҡан.
«Үҙеңдең шәжәрәңде йәки фамилияңды яҡла!» кисәһе бигерәк тә хәтерҙә уйылып ҡалған. Спорт һәм мәктәптәге ярыштарҙа ла, белем яғынан да беҙҙең класс һәр саҡ алда ине.
Һәр бер кеше тормошта күңеленә яратҡан һөнәр­ҙе һайлай. Вәсилә Муса ҡыҙы, 8-се класты тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡыр­ға инә һәм уны 1987 йылда тамамлағас, бер йыл Тупаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. Шунан Әб­йә­лил егетенә кейәүгә сыға. Шул йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡыр­ға инә. Тормош иптәше баш ҡалаға, хәрби вертолет училищеһына эшкә күсерелгәс, ул Өфөләге 99-сы мәктәптә уҡыта.
Әле лә арыу-талыу белмәйенсә, үҙенең педагогик эшмәкәрлеген юғары кимәлдә дауам итә. Бына 27 йыл башланғыс кластарҙа дәрестәр бирә.
– Хеҙмәтемде яратам. Элек­ке уҡыусыларымдан һәм дә ата-әсәләрҙән рәхмәт һүҙҙәре ишетеү миңә ҡанат ҡуя, дәрт өҫтәй, – ти ул.
Яратҡан уҡытыусыбыҙ әсә­һенән ете йәштә етем ҡалып, үҙенән һуң ике һеңлеһенә, ҡустыһына, атаһына терәк булырға тырышҡан. Фирүзә һеңлеһе – фельдшер, ҡус­тыһы Марсель – водитель, Ма­гнитогорск ҡала­һында эшләй. Рәбиға һеңлеһе, Өфө­лә аграр университетта уҡып, иҡтисадсы һөнәрен һайлаған.
Вәсилә Муса ҡыҙы әле лә әсәһенән етем ҡалғас атаһына әйткән һүҙҙәрен хәтерләй. «Атай, һин беҙҙе балалар йортона бирмәһәң, ҡартайған көнөңдә үҙеңде ҡарттар йортона бирмәҫмен», – тип әйтә ул ҡәҙерле кешеһенә. Шул әйткән һүҙендә тора изге күңелле ҡыҙ. Өфөлә атаһы менән бергәләп 15 йыл йә­шәп, ҡәҙерле кешеһен һуңғы юлға оҙата.
Уҡыусыларынан рәхмәт хаттары, открыткалар алыу – мөғәллимә өсөн оло ҡыуа­ныс. «Хеҙмәтемә иң оло баһа – кисәге уҡыусыларымдың рәхмәте», – ти ул.

Нәзифә ҠАРАҒУЖИНА.
Мәскәү ҡалаһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Хужабикәгә кәңәш (17.05.2019)

26.05.2019 - Махсус биттәр Хужабикәгә кәңәш (17.05.2019)


Тормоштары күптәргә үрнәк булырлыҡ

Йондоҙнамә (13-19 май)

20.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (13-19 май)


Пионер булмауыма үкенәм

19.05.2019 - Махсус биттәр Пионер булмауыма үкенәм


Батыр башҡорт ҡыҙы

17.05.2019 - Махсус биттәр Батыр башҡорт ҡыҙы


Йондоҙнамә (13-19 май)

13.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (13-19 май)


Эх, был чаттар!  Бөтөнләй теңкәне ҡороттолар!

“Йондоҙҙар” рецебы  буйынса шешлек  бешерәйек

Кибеттә нисек алдайҙар?

10.05.2019 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Ер йылынғас ҡына сәсегеҙ

08.05.2019 - Махсус биттәр Ер йылынғас ҡына сәсегеҙ


Йондоҙнамә (6-12 май)

06.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (6-12 май)


Милли биҙәкле түбәтәй

05.05.2019 - Махсус биттәр Милли биҙәкле түбәтәй