RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кемгә автомат, кемгә универсаль…

04.04.2014 Кемгә автомат, кемгә универсаль…

Кемгә автомат, кемгә универсаль…Хәҙер һатыуҙа төрлө кер йыуыу порошоктары һәм шыйыҡсалары тулып ята. Шулар араһынан тирегә зыян килтермәй һәм яҡшыраҡ йыуа торғанын, арзанырағын һайлап ала белергә кәрәк. Бөгөнгө баҙарҙа ялған порошоктар ҙа бик күп. Уларҙы айырырға өйрәнеү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Беренсенән, һауыттары насар сифатлы, икенсенән, тышындағы яҙыуҙары тоноҡ. Продук­цияның артыҡ арзан булыуы ла шик тыуҙырырға тейеш.

Универсаль порошоктар

Улар сағыштырмаса арзан һәм бөтә төр туҡымалар өсөн дә ярай. Әммә туҡымала сәй, еләк-емеш таптары кеүек эҙҙәр булһа, был порошок менән йыуыу файҙаһыҙ.

Биоҡушылмалы порошок

Май, еләк-емеш, ҡан, сәй, кофе таптарын яҡшы бөтөрә. Әммә температураһы 60 градустан артмаған һыуҙа ғына. Шуға күрә уны һалып, керҙе ҡайнатыу файҙаһыҙ. Йөн, ебәк туҡымалар ҙа таҙармаясаҡ. Сөнки порошоктағы энзимдар аҡһымдарҙы тарҡата. Биоҡушылмалы порошок ҡул тиреһе өсөн дә зыянлы. Бирсәткә кейеп йыуырға кәрәк.

Ағартыусы порошоктар

Ағартыусы порошоктар һарғайып барған әйберҙәрҙе йыуыу өсөн яҡшы, әммә ныҡ бысраҡ керҙе насар йыуа. Йыш ҡулланырға ярамай, кейем- һалымығыҙ тиҙ туҙыр.

Автомат порошоктар

Ябай порошоктан төп айырмаһы – уларға күбек күләмен кәметә торған матдә һалына. Ҡул менән кер йыуыу өсөн ул экономияһыҙ, күбекләнһен өсөн күберәк һалырға кәрәк.

- Кер йыуыу порошогын бер йылдан да артыҡ һаҡларға ярамай. Оҙаҡ һаҡланһа, ул дым тарта һәм үҙенсәлектәрен юғалта.
- Порошокка аллергия булғанда, кер пастаһы йәки гель менән йыуығыҙ. Улар керҙе яҡшы таҙарта.
- Кер йыуғандан һуң ҡулдарҙы яҡ­шы­лап балалар һабыны менән ­йыуырға һәм һуңынан крем һөртөргә кәрәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»