RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ниндәй ҡойма һайларға?

21.03.2014 Ниндәй ҡойма һайларға?

Ниндәй ҡойма һайларға?Ҡасандыр йорттарыбыҙҙы тимер йәки ағас ҡойма менән генә кәртәләй инек. Хәҙер кәртә эшләү өсөн материалдар бик күп. Тик шулай ҙа уларҙың ҡайһыһын һайларға белмәй аптырай­ҙар: ни тиһәң дә, береһе – ҡиммәт, икенсеһе – йоҡа, өсөнсөһөндә лә төрлө кәмселектәр бар.
Ағас ҡойма. Әлбиттә, ҡойманы ағастан эшләү тәүҙә арзан вариант кеүек тойола. Ләкин уның оҙаҡҡа сыҙамауын, ағас ҡортона бирешеүен, йыл һайын буяп торорға кәрәклеген иҫәпкә алһаң, сығымлы булыуы асыҡ күренә. Яҡшы вариант тип әйтмәҫ инек.
Металлопрофилдән ҡойма. Уның менән эш итеүе еңел, тиҙ генә ҡороп ҡуйырға мөмкин. Йыл һайын буяп тороу мәшәҡәте лә юҡ – төрлө төҫтәре бар һәм улар бик оҙаҡҡа етәсәк. Етмәһә, алдан уҡ кәрәк тиклем оҙонлоҡ һәм бейеклектәгеһенә заказ бирергә була. Тик ул ҡиммәт һәм урамдағы шау-шыуҙы үткәрә. Ныҡлы тип әйтеп тә булмай – ат-фәлән бер килеп типһә, эҙе ҡаласаҡ.
Кирбес. Әлбиттә, иң шәбе – тап ошо вариант. Ныҡлы, матур, урамдағы шау-шыуҙы ла үткәрмәй. Тик ҡиммәт…
Таш ҡойма. Был экзотика. Ләкин ул бәләкәйерәк участкаларға бөтөнләй тап килмәй, урынды күп ала, ауыр.
Тимер ҡойма. Әлбиттә, уны матур итеп эшләргә була. Ҡиммәт, әммә мәңгелек.
Ҡыҫҡаһы, иң шәп ҡойма – ошо бөтә материалдарҙы ла бер комбинацияға килтереп төҙөлгәне. Йәғни, тимер ҡапҡа, кирбес менән көпләнгән баға­налар, ә инде оҙонлоҡҡа һуҙылған кәртәне профнастилдан да эшләргә була.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»