НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Һыуытҡыс ҡына аҙ

Һыуытҡыс ҡына аҙ


Һыуытҡыс ҡына аҙХөрмәтле әхирәттәр, бигерәк тә хужабикәләр! Ҡайһы бер белгәндәремде һеҙгә лә еткермәксемен. Кәрәк тип тапһағыҙ, ҡолаҡ һалығыҙ.
1. Һыуытҡыс (морозильник-ларь) һатып алығыҙ, дуҫтар. Һандыҡ һымағын, бер алғанда ҙурырағын алырға кәрәк. Минекенә ике баш һуғым ите һыя. Бәләкәйен алғандар үкенә. Рәхәтләндем бына. Ни өсөн тиһегеҙме? Аңлатам:
а) Хәҙер ҡайһы бер ҡыштар бик йылы була, ит боҙола. Көҙҙән итте өлөштәргә бүлеп, яйлап туңдырып һала барам. Ит кипмәй ҙә, сысҡан-фәлән дә теймәй. Һөйәклеһен бер яҡҡа, фарш өсөн һум ерен икенсе яғына һалам.
б) Салаттар эшләйбеҙ бит инде. Нисек кенә һәйбәт эшләмәйем, ярты ҡыштан һуң банкаларым «ата» башлай ине. Икенсе йыл инде салатты ла шул ларға ултыртам. Ул яйлап туңа, банка ярылмай. Ҡыш көнө кәрәк саҡта сығарып, бүлмә температураһында иретәм, шул көйө була, тик тоҙо ғына аҙая, тоҙ өҫтәйем. Полиэтилен тоҡта ла һаҡларға була.
в) Тоҙланған бәшмәкте лә шул тоҡсайға һалып, туңдырып ҡуям. Пластмасса майонез, ҡаймаҡ һауыттарына ла һалып була, иретеп ашар өсөн унда һаҡлау һәйбәтерәк тә.
г) Еләк-емеш күп була бит. Ҡайһы саҡта шәкәр еткереүе лә ҡыйын. Ҡарағатты, еләкте, бөтәһен тиһәң дә була, тағы шул ларға ҡуям. Әҙерәк шәкәр бутайым. Емеште ниндәй банкаға һалһаң да була. Кәрәк саҡта иретәм дә, шәкәре аҙ булғанына өҫтәп һалып ашайбыҙ. Әхирәт­тәрҙең, еләгем «атты», тигәнен йыш ишетәм. Хәҙер шәкәр ҙә насар. Күпме һалһаң да, ҡайнатма ҡуйырмай. Ә бына тоҙло ҡыярҙы ларға ҡуйып булмай, ул йомшара.
д) һуған ҡыяҡтарын ваҡ итеп турап, полиэтилен тоҡсайға һалып, тағы шунда тығам. Тик тоҡсайҙы бер нисә ҡат итергә кәрәк, юғиһә бүтән аҙыҡҡа еҫе һеңә.
е) Ташҡабаҡ менән ҡауынды ла таҙартып, шунда һалам. Баланым да шунда туңып ята. Аҙаҡ баланды бешереп, һутын һығам, ҡауын, ташҡабаҡты һутына һалып, шәкәр ҡушып ҡайнатам, лимон кислотаһы өҫтәргә лә була. Бына тигән ҡайнатма килеп сыға.
ж) Көҙ көнө минераль һыу шешәләренә ҡойоп һөт туңдырам. Бүлмә температураһында иретһәң, һәйбәт була. Эҫегә ҡуйып иретһәң, һөт майлыға әйләнә. Тимер туҫтаҡта туңдырып, тоҡтарға һалып һаҡларға ла мөмкин. Иретеүе еңел.
з) Кишерҙе ҡырғыстан үткәреп һалһаң да була, тик тәме үҙгәрә. Мин кишерҙе баҙҙа тупраҡҡа күмәм. Һәйбәт һаҡлана.
Бына шулай, дуҫтар, ларға бөтәһе лә һыя, бер нәмә лә боҙолмай. Уңыштар һеҙгә!

Зәлифә ФӘЙЗУЛЛИНА.

Архангел районы,
Муллаҡай ауылы.

Сығыу ваҡыты 21-03-2014, 04:52 | Ҡаранылар: 469
|
  • Уңғанбикәләрҙең өҫтәле лә һыйға мул
  • Ҡыярҙан әҙерләнгән ашамлыҡтар!
  • ЙӘЙҘЕҢ ЙӘМЕ – ЕЛӘК ТӘМЕ
  • Телеңде йоторлоҡ!
  • Ризығыбыҙға – тәм, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәһен
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Шайтан
  • Алтын ғына ситлек эстәре...
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Атайлы булһын балалар!



  • Радио Юлдаш FM