RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ

20.11.2010 Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ

Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙҒалимдар бөгөн бер тауыштан кеше мөмкинлегенең сикһеҙ булыуын раҫлай. Һәр кеше тәбиғәт тарафынан бирелгән иҫ киткес ҙур мөмкинлеккә эйә. Мәҫәлән, хәтер­ҙе генә алайыҡ. Кешенең хәтере булмаһа, ул бик күп нәмәне эшләй алмаҫ ине. И. Сеченевтың әйтеүенсә, хәтерһеҙ яңы тыуған бала хәлендә булып, миллионынсы тапҡыр һәр нәмәне тәүге тапҡыр кеүек итеп ҡабул итер, бер ниндәй ҙә алға үҫеш булмаҫ ине.
Мәҫәлән, бер журналда хәтерҙә ҡалдырыу һәләтенән мәхрүм ҡалған бер кеше тураһында мәҡәлә ба­ҫылған. Генри бәләкәй саҡта эпилепсия менән ауырый. Уның мейеһенә операция эшләйҙәр. Табиптар мейенең зарарланған өлөшөн алып ташлай. Һөҙөмтәлә малай­ хәтерләү һәләтен юғалта. Бөтә ваҡиғалар ҙа, силәктән аҡҡан һыу кеүек, шунда уҡ юйыла бара. Малай аҙнаның ниндәй көнө, нисәнсе йыл икәнен дә әйтә алмай, үҙенең йәшен дә иҫләмәй. Тикшеренеүсе Бренда Милнер бик күп ваҡытын уның янында үткәрә, әммә һәр саҡ малай уны тәү тапҡыр күргәндәй ҡабул итә. «Аңлайһығыҙмы, бына әле һәр нәмәне яҡшы күрәм һәм аңлайым, ә бер минут элек булған нәмәне үлтерһәгеҙ ҙә иҫкә төшөрә алмайым. Үҙемде яңы ғына уянған кеше кеүек хис итәм һәм бер нәмә лә иҫләмәйем. Һәр көн, ҡыуаныслымы ул, әллә ҡайғылымы, бер эҙһеҙ юғала...» – ти Генри.
Генриҙың бала саҡта үҙләштергән ҡайһы бер ҡылыҡ-ғәҙәттәре генә ҡалған, ә яңы бер нәмәне лә ҡабатлай алмай.
Бәхеткә күрә, һәр кеше тәбиғәт биргән иҫ киткес бүләккә – хәтергә эйә.
Ғәҙәти кешенең мейеһе үҙенә ҡот осҡос күп мәғлүмәтте һыйҙыра ала. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, мейе – 9 – 12 млрд, ә һуңғы иҫәпләүҙәр буйынса хатта 17 млрд нервы күҙәнәгенән тора. Ә бер күҙәнәктә төрлө мәғлүмәтте үҙендә туплаусы бер нисә мең үренде бар. Бер күҙәнәктә генә бер нисә миллион молекула һәм һәр береһендә – йөҙәрләгән миллион мәғлүмәт. Был – кеше хәтере Рәсәйҙәге иң ҙур китапхана туплаған мәғлүмәтте һыйҙыра ала, тигән һүҙ.
Тарихта тәбиғәт тарафынан бирелгән йәиһә оҙайлы күнекмәләр ярҙамында барлыҡҡа килгән һоҡ­ланғыс хәтергә эйә кешеләр билдәле. Мәҫәлән, рәссам Н. Ге Петербург һарайының бер бүлмәһен бер тапҡыр ғына ҡарап сыҡҡандан һуң уның һүрәтен төшөрә.
Композитор М. Балакирев П. Чайковскийҙың ике йыл элек ишеткән музыкаһын дөрөҫ итеп уйнап күрһәтә.
Композитор С. Танеев уға килгән А. Глазунов яңы ғына яҙылған симфонияһын башҡарғанда С. Рахмани­новты йоҡо бүлмәһендә йәшереп тота. Һуңынан Рахманиновты саҡырып индергәс, ул, А. Глазуновты аптыратып, шул симфонияны бер хатаһыҙ уйнап күрһәтә.
Моцарт та феноменаль музыкаль хәтергә эйә була. Бер ваҡыт бәләкәй Вольфгангты атаһы Ватиканға композитор Аллегриҙың симфонияларын тыңларға алып бара. Рим папаһы был музыкаль әҫәрҙе бик ҡәҙерләп һаҡлаған була. Уның ноталарын күсереп яҙыусыны ҡаты яза көтә.
Ҙур иғтибар менән тыңлай был һоҡланғыс әҫәрҙе Вольфганг, ә төндә, атаһы тыныс ҡына йоҡлап ятҡанда, тырышып-тырышып нота дәфтәренә нимәлер яҙа. Иртәнсәк иһә нота дәфтәрен атаһына һуҙып: «Атай, был бүләкте беҙ Наннелға ебәрербеҙ. Папала ғына түгел, Аллегриҙың ноталары унда ла булһын», – ти. Ноталарға ҡараған атаһы ғәжәпләнеүҙән ағарынып китә. Уның алдында бер көн алда ишеткән ҡатмарлы музыкаль әҫәр­ҙең теүәл күсермәһе була.
Бөйөк полководец Александр Македонский үҙенең утыҙ меңлек ғәскәренең бөтә һалдаттарын да йөҙгә таныған тип раҫлайҙар.
Күренекле совет ғалимы А. Иоффе логарифм таблицаһы менән хә­терҙән файҙалана алған. Академик С. Чаплыгин үҙе файҙа­лан­ған барлыҡ телефон номерҙарын, ә Э. Гоан тигән бер кеше үҙе уҡып сыҡҡан 2500 китаптың һәр һүҙен яттан белгән.
Гәзит биттәрендә Иктадор Хуссейн Куадрҙың феноменаль хәтере тураһында ла күп яҙалар. Ул уйлап та тормайынса теләһә ниндәй тарихи ваҡиғаның датаһын һәм уға бәйле шәхестәрҙең исемен әйтә алған.
Ғалим-психолог Александр Лурия егерме йылға яҡын онотоуҙың ни икәнен дә белмәгән Шерешевский тигән бер кешенең хәтерен өйрәнә. Ул үткән быуаттың 30-сы йылдарында Мәскәү гәзиттәренең береһендә репортер булып эшләй. Иҫ киткес хәтергә эйә була. Мәҫәлән, 20 һандан торған таблицаны ул 35 – 40 секунд эсендә аңына һеңдергән, ә 50 һандан торған таблицаны ятлап алыу өсөн уға ни бары 2,5 – 3 минут ваҡыт еткән. Бер нисә айҙан һуң да шул таблицаларҙы бер хатаһыҙ әйтеп бирә алыуы менән башҡалар­ҙы ғәжәпләндергән. Оҙон һүҙҙәр теҙмәһен дә бик тиҙ хәтерендә ҡалдырып, аҙна, ай, йыл үткәндән һуң да шуның бер һүҙен дә төшөрөп ҡалдырмайынса ҡабатлай алған.
Был кеше ни рәүешле шулай ҙур күләмле мәғлүмәтте иҫендә ҡалдыра алған һуң? Шерешевскийҙың үҙе әйтеүенсә, таблицаға бер ҡарап алып күҙен йомғандан һуң, ул ап-асыҡ булып уның күҙ алдына килә. Шуға күрә ҡабаттан иҫенә төшөргәндә ул шуларҙы үҙенең хәтерендәге образдан уҡып ҡына сыҡҡан. Бындайҙарҙы образлы хәтергә эйә, тип әйтәләр, йәғни фотоаппарат кеүек һәр нәмәне төшөрөп ала һәм һис яңылышмай ҡабатлай.
Бынан тыш, уның тағы бер ғәжәп үҙенсәлеге – бер юлы бер нисә ағзаһы менән ҡабул итеү һәләтенә эйә була. Мәҫәлән, тауыш уға ниндәйҙер төҫ, тәм һәм яҡтылыҡ аша ла ҡабул ителгән. «Һеҙҙең ниндәйҙер һары һәм таралып торған тауыш», – ти ул бер ваҡыт ғалим-психолог Л. Выготский менән әңгәмәләшкәндә. Бер мәлде Лурия Шерешевский менән институттан ҡайтып барғанда: «Институтҡа юлды онотмаҫһығыҙмы?» – тип һорай. «Юҡ, һеҙ нимә, был ҡойманы онотоу мөмкин түгел: ул шундай әсе һәм ҡытыршы, ә тауышы шундай осло һәм ҡолаҡты ярып килә», – тип яуап бирә.
Әлбиттә, Шерешевскийҙыҡы кеүек феноменаль хәтер тәбиғәт тарафынан бик һирәктәргә генә бирелә. Ә инде кемдәргә бындай хәтер бирелмәгән, бер ҙә бошонор­ға ярамай. Ихтыяр көсө, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, ныҡышмалылыҡ булғанда һәр кем үҙ өҫтөндә көндәлек даими һәм ныҡышмалы эшләү һөҙөмтәһендә хәтерләү һәм фекерләү ҡеүәһен күп тапҡырға арттыра ала. Был йәһәттән билдәле скульптор Лина Поның ғүмере күптәргә өлгө булып тора. Тулыһынса күреү һәләтенән мәхрүм булһа ла, ул иҫ киткес һындар ижад иткән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»