RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Китәләр ҙә... ҡайтмайҙар

20.11.2010 Китәләр ҙә... ҡайтмайҙар

Китәләр ҙә... ҡайтмайҙарКем нисектер, әммә мин иғлан таҡталарындағы хәбәр­һеҙ юғалған һәм милиция тарафынан эҙләнгән кешеләрҙең фотолары янынан тыныс ҡына үтеп китә алмайым. Енәйәт ҡылып ҡасыусылар – бер хәл, ә бына бер ниндәй сәбәпһеҙ яҡындары менән бәйләнешен юғалтҡандар өсөн йән әсей. Ҡайҙа була икән һуң кешеләр? Шөкөр, илебеҙҙә тыныс, меңәрләгән кешенең ғүмерен ҡыйған тәбиғәт көйһөҙлөктәре лә күҙәтелмәй, ә кешеләр, һыуға батҡандай, ғәйеп булыуын дауам итә...
Ә бит уларҙың һәр береһен яҡындары эҙләй, һәр секунд һайын тәҙрәнән, ишектән күҙен алмай, тиҙҙән ҡайтып, ишекте туҡылдатыр, тип ышанып, өмөтләнеп көтә. Ошо өмөт йылдар буйы һүрелмәй, ә юғалған кеше һаман ҡайтмай. Тора-бара яҡындары был кешене, бәлки, мәрхүм булғандыр инде, тип тә уйлай башлай, ләкин ҡыҫыр өмөт һаман йәшәүен дауам итә. Яҡыныңдың хәбәр­һеҙ юғалыуы, ысынлап та, бик-бик ауыр ҡайғы, үлгән кешенең, исмаһам, ҡәбере була, ә инде хәбәрһеҙ юғалғандар тураһында хәтирәләр һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙар ғына ҡала.
Закон буйынса бер кешене эҙләүгә 15 йыл ваҡыт бирелә. Әгәр шул 15 йыл эсендә кеше табылмай икән, эҙләү туҡтатыла. Ҡағиҙә булараҡ, юғалған кешене 15 йылдан һуң бер ваҡытта ла табып булмай.
Кешене эҙләү менән, дәүләт органдарынан тыш, шәхси детективтар ҙа шөғөлләнә. Әлбиттә, шәхси детек­тивтар­ға аҡса түләргә тура киләсәк. Кемдәр яҡшыраҡ эшләй, тигән һорауға яуап биреүе ҡыйын. Моғайын, һәр осраҡ төрлөсә килеп сығалыр.

Эш милициянан башлана
Бер кемгә лә сер түгел, милиция кешенең юғалыуы тураһында ғариза ҡабул итеү менән шул уҡ минутта эҙләргә тотона, тип раҫлап булмай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡайсаҡ милицияға берәй мәсьәлә буйынса ғариза биреү ҙә күп кенә тырышлыҡ талап итә. Уларҙы ла аңларға мөмкин – йыш ҡына юғалған кешеләрҙең бәғзеләре бер тәүлек үткәндән һуң, бер ни булмағандай, өйҙәренә ҡайтып инә.
Кешенең юғалыуы тураһында ғаризаны яҡындары теләгән ваҡытта яҙа ала. Күптәр, милицияға хәбәр итер алдынан бер нисә тәүлек үтергә тейеш, тип яңылыша. Тик был төптө ялған, кем тарафынандыр уйлап сығарылған хәбәр генә. Бигерәк тә балалар йәки бер ваҡытта ла хәбәрһеҙ юҡҡа сыҡмаған, үҙенең ҡайҙалығын беренсе тапҡыр хәбәр итмәгән кешеләр менән бәйләнеш өҙөлгән осраҡтарға ҡағыла. Милицияның дежур часында ғаризаны кеше ҡасан юғалған булһа ла ҡабул итергә тейештәр. Бер ниндәй ҙә ваҡыт сикләүе юҡ.

Нимә эшләргә?
Кеше юғалған осраҡта уны һуңғы тапҡыр күргән ваҡытта нимәләр һөйләгәнен, эшләгәнен, нимә кейгәнен ентекле итеп иҫкә төшөрөргә кәрәк. Бер бәләкәй генә деталдең дә ҙур файҙа килтереүе бар. Шулай уҡ юғалыусының маршруты ла – кәрәкле мәғлүмәт. Ҡыҫҡаһы, хәбәрһеҙ юҡҡа сыҡҡан кеше тураһындағы мәғлүмәттәр ни тиклем яңы һәм дөрөҫ, күп булһа, ул тиҙерәк табыласаҡ.

Ә шулай ҙа ҡайҙа булалар һуң?
Яҡыныңды юғалтыу – һәр ваҡыт ауыр һәм ҡыҙғаныс хәл. Кешеләр егермешәр йыл буйы хәбәрһеҙ юғалған туғанын көтөп, бер осрашыуға өмөт итеп йәшәй.
Юғалған кешеләр төрлө мәҙәни ойошмаларға, секталарға эләгеп тә, күҙ уңынан ысҡына. Ҡағиҙә булараҡ, бындай берекмәләрҙе ойоштороусыларҙы иң тәүҙә кешеләрҙең матди байлығы ҡыҙыҡһындыра. Яңғыҙ ғына йәшәгән күршегеҙ юғалһа ла, шундуҡ милицияға хәбәр итергә кәрәк. Төрлө секталарға йәки мәғәнәһе аңлашылып бөтмәгән мәҙәни ойошмаларға күп осраҡта яңғыҙ йәшәгән оло кешеләр, психик ауырыуҙар, етемдәр, хәтерен юғал­тыусылар, эскеселәр йәки наркомандар эләгә.
Әммә шуны билдәләп үтергә кәрәк – хәҙер секталар ауына эләгеүселәр һирәгерәк осрай. Ни тиһәң дә, һуңғы ваҡытта уларҙың нигеҙендә нимә ятыуын аңлатып сығыш яһаусылар күп булды. Халыҡ бының ысын бәлә икәнен аңланы.
«Юғалған» кешеләрҙең ваҡытлыса һөйәркәләрендә йәшәп тороуы ла йыш теркәлә. Оҙаҡ ҡына ғаиләһенән ситтә йәшәп алған ир йәки ҡатын, өйөнә кире ҡайтырға йәки үҙе тураһында хәбәр итергә оялып, ваҡиғаларҙы нығыраҡ ҡуйырта. Ә өйҙәрендә уларҙы күптән ғәфү иткәндәр, иң мөһиме, иҫән, һау-сәләмәт булһа ине, тип өҙөлөп көтәләр.

Балаң юғалһа, нимә эшләргә?
1. Иң тәүҙә – ҡурҡыуға бирелмәҫкә! Сөнки кешеләр паникаға бирелеп, бик кәрәкле деталдәрҙе онотоп бөтә, милицияға еткермәй. Әлбиттә, шундуҡ милицияға хәбәр итегеҙ – уларҙың һеҙҙең шылтыратыуҙы йәки ғаризағыҙҙы теркәүенә 100 процент ышан­ған булырға тейешһегеҙ.
2. Балағыҙҙың дуҫтарына, башҡа туғандарығыҙға шылтыратығыҙ, улар­ҙың өйҙәренә, балалар бергәләп уйнар­ға, йыйылырға яратҡан ерҙәргә барығыҙ. Тыныс, матур ғына итеп, баланың иң яҡын дуҫы менән һөйләшегеҙ – бәлиғ булмағандар йыш ҡына серҙәрен ата-әсәһенә түгел, дуҫтарына һөйләүҙе хуп күрә.
3. Йортоғоҙҙан алыҫ урынлашмаған урман, парктарҙы тикшереп сығығыҙ, ваҡытты юғалтырға ярамай. Эҙләүҙе төндә лә туҡтатмайҙар.
4. Милиционерҙарҙың бөтә һорауҙары ла күңелегеҙгә ятмаһа ла, уларға аныҡ яуап бирергә кәрәк. Һәр хәлдә, улар кешеләрҙе эҙләү эшен ябай граждандарҙан яҡшыраҡ белә.
5. Балағыҙҙың насар ғәҙәттәрен йәки башҡа проблемаларын да милиционерҙарҙан йәшермәгеҙ.
6. Балағыҙҙы эҙләүгә бөтә булған таныш-тоноштарығыҙҙы йәлеп итегеҙ. Әлбиттә, милиция үҙенең эшен башҡара. Ләкин ул һеҙҙең бала өсөн генә яуап бирмәй бит. «Күмәкләгән – яу ҡайтарған» тип юҡҡа ғына әйтмәй­ҙәр.
7. Өйөгөҙҙөң янында йылға йәки күл бар икән, водолаздар тикшереп сыҡһын.
8. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ – һуңғы көндәрҙә балағыҙ нимәнәндер ҡурҡҡан йәки борсолған ҡиәфәттә йөрөмәнеме? Телефонға яуап биреүҙән баш тартманымы?

Әлбиттә, балалар йыш ҡына өйҙән ата-әсәһе, яҡындары менән әрләшкән өсөн сығып китә. Шулай уҡ мәктәптәге проблемалар йәки бала саҡтағы «азатлыҡҡа әйҙәүсе» хыялдар ҙа бәлиғ булмағандарҙы урамға әйҙәй. Ҡағиҙә булараҡ, бындай балалар, ата-әсәһенең, милиционерҙарҙың нервыларын ныҡ ҡына ҡаҡшатып булһа ла, йортона барыбер кире ҡайта.

Һәр кемдең үҙ тарихы
Кеше яҙмыштары төрлө. Яҡындары менән бәйләнеше өҙөлгәндәрҙең бөтәһе лә мәрхүм булғанлыҡтан ғына юғалмай. Махсус рәүештә ҡайҙалығын йәшереүселәр ҙә табыла. Кемдер аҡса урлап йәки башҡа кешенең аҡсаһын юғалтып йәшенә, кемдер берәй ваҡиғанан һуң оялыу хистәре кисерә һәм яҡындары янына ҡайтырға көс тапмай. Берәүҙәр кемгәлер үс итеп тә ҡайҙалығын хәбәр итмәй.
Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына бер ҡатын табылған, дөрөҫөрәге, ул ҙур илебеҙҙең бер ауылында һәүетемсә йәшәп тик ятҡан. Туғандары, милиция уны өс йыл буйы эҙләгән, ә ҡыҙ үҙен эҙләүҙәре хаҡында уйлап та бирмәгән. Балаһы тыуғас, уны теркәү өсөн генә тыуған йортона ҡайтып китергә мәжбүр булған ошондай кешеләрҙе нисек аңларға була һуң? Был инде кешелек ҡиммәттәренә ҡайтып ҡала. Кемдер берәү туғандарының, ата-әсәһенең хистәрен, уй-кисерештәрен баһаламай икән, ул теләгән бер ергә китеп, үҙе тураһында хәбәр итеүҙе бар тип тә белмәйәсәк.
Рәсәйҙә кеше юғалыуы буйынса Мәскәү менән Санкт-Петербург ҡалалары лидер булып тора. Әлбиттә, хәбәр­һеҙ юғалыусы­ларҙың һанын гастарбайтерҙар арттыра. Классик күренеш: илгә ситтән кеше килә, эш биреүсе уның бөтә документтарын тартып ала һәм артабан гастарбай­терҙың яҙмышы билдәле – ул йә ҡол урынына кемдәлер эшләй, йә, ҡасыпмы-юҡмы, ҡайҙалыр юҡҡа сыға. Бындай кешеләрҙе табыуы бик ҡыйын.
Һунарсылар, балыҡсылар, бәшмәкселәр ҙә йыш ҡына, һыуға батҡандай, юҡҡа сыға. Быныһын инде мили­ционер­ҙар «миҙгел юғалтыуҙары» тип атай.
Документ мәсьәләһе
Кеше юғалып ҡына йәнде әрнетмәй, унан һуң туғандарына әллә күпме документ мәсьәләһе тороп ҡала. Мәҫәлән, былай ҙа атайһыҙ ҡалған бәлиғ булмаған балаларҙың әсәһе лә хәбәрһеҙ юғалды икән, ти. Был әсәнең, ысынлап та, балалары янына ҡайтып йөрөмәүен дәлилләгәнсе сәстәр ағара, әллә күпме көн үтә. Ә бит балаларҙы кемгә лә булһа тәрбиәгә тапшырырға кәрәк. Улар, судтың ҡарарын көтөп, үҙҙәре генә йәшәй алмай. Кешене хәбәрһеҙ юғалғандар категорияһына индереү өсөн мотлаҡ рәүештә суд ҡарары кәрәк. Ә суд үҙе тағы ла дәлилдәр талап итә. Ҡайсаҡ кешеләр, урыҫтар әйткәнсә, «попробуй докажи, что ты не верблюд» тигән һымаҡ хәлдә ҡала – улар туғанының хәбәрһеҙ юғалыуын иҫбатлау өсөн ҙур ғына ҡыйынлыҡтар аша үтә.
Кеше юғалғас, йә енәйәт эше, йә эҙләү эше (розыск) ҡуҙғатыла. Әгәр юғалған кеше бәлиғ булмаһа, үҙе менән ҙур суммала аҡсаһы йәки башҡа ҡиммәтле әйберҙәре булһа, йә инде йәшәгән урынынан әйберҙәре юғалһа, кү­семһеҙ милкен һатырға йыйынһа, шундуҡ «үлтереү» буйынса енәйәт эше асыла.
Теория буйынса, кешене эҙләү процесы бер еп буйынса башҡарыла – дауаханалар һәм мәйетхана­лар­ҙан килгән телефонограммалар ҡарала, бәхетһеҙ осраҡтар бюроһына мәғлүмәттәр еткерелә. Милиция йәки ай­ныт­ҡыстарға эләккән кешеләр араһынан да эҙләнә. Әлбиттә, былары – иң ябай эштәр генә.
Кеше һау-сәләмәт көйө табыл­һа, унан милиция аңлатма яҙҙыра һәм эҙләү эшен туҡтата. Бер кем дә бәлиғ булған кешене көсләп өйөнә ҡайтармаясаҡ.
Әйткәндәй, совет заманында кешеләр әҙерәк юғалған һәм бындай осраҡтар, күпме кеше юғалыуы сер итеп тотол­ған.
Кешеләрҙең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында телевизор аша мәғлүмәт еткереү, уның фотоһын күрһәтеп, ярҙам һорау һәр ваҡыт һәйбәт һөҙөмтә бирә. Тик ҡайһы бер урындарҙа был тыйылған. Сөнки телевизор ҡараусыларҙа ҡурҡыу тойғоһо уяна, тип һанала. Йәмғиәттә лә халыҡ кешенең юғалыуын уның мәрхүм булыуына ҡарағанда ауырыраҡ, аптырабыраҡ ҡабул итә.

Ни тере, ни үле түгелдәр...
Кеше хәбәрһеҙ юғалған булып ҡына һаналған ваҡытта ул бөтә инстанциялар өсөн дә ябай һәм тере кеше булып иҫәпләнә. Мәҫәлән, был кешегә хәрби комиссариат саҡырыу ҡағыҙы ебәрә, уның өсөн фатир хаҡы түләнә һәм башҡалар.
Ләкин юғалған кеше оҙаҡ табылмаған осраҡта уны «үлгән» тип иҫбатларға тура киләсәк. РФ Граждандар кодексы буйынса, хәбәр­һеҙ юғалғандарҙы «үлгән» тигән ҡарарҙы суд ҡына ҡабул итә ала. Тик бының өсөн кешенең тәүге биш йыл эҙләнеп тә, табылмауы шарт.
Ҡайсаҡ кешеләр хәбәрһеҙ юғал­ғандарҙы үлгән тип иҫбатлау өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә ашыҡмай. Йә, табылманы инде, тип бөтөнләй ҡул һелтәп ҡуя. Ә бит документтар буйынса был донъяға килгән кеше йә тере, йә үле булырға тейеш. Эш, күп йылдар үтһә лә, мираҫ бүлеүгә, йә юғалған кешенең үлеме-тереме икәнлеген күрһәтеүҙе талап иткән документтар тултырыуға барып етә. Шуға ла юғал­ған кеше оҙаҡ табылмаған хәлдә мотлаҡ судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки тере кешенең мөлкәте тик торғандан бер кемгә лә күсмәй, уның хәбәрһеҙ юғалыуы йәки үлеүе суд менән раҫланмаһа, балаларына пособие түләнмәй һәм башҡа бик күп мәсьәлә килеп сыға. Шуға ла, ауыр булһа ла, документтар йүнләргә тура килә.
Оҙаҡлап йөрөһәң, милиция тарафынан асылған эҙләү эшенең юҡҡа сығыуы ла бар. Бер танышымдың атаһы егерме йыл элек юғалған. Әлбиттә, уны милиция эҙләгән, ваҡытында эҙләү эше лә асылған. Тик улар хәҙер генә атаһын суд аша үлгән тип иҫбат­ларға маташа. Тик шуныһы – нин­дәйҙер билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында был хаҡта милицияла бер документ та һаҡланмаған. Һөҙөмтәлә улар атаһынан ҡалған берҙән-бер мираҫ – иҫке генә йортто ла үҙҙәренә ала алмай. Сөнки аталарының үлеүе тураһында документ юҡ, ә үлмәгән кешенең мөлкәте бер кемгә лә күсмәй. Имеш, ул тере... Ҡыҫҡаһы, әле улар һаман да егерме йыл элек юғалған атаһының документтарын йүнләй алмай йонсой. Ә эҙләү эше йәки уны юҡ итеү тураһында акт ҡайҙа юҡҡа сығалыр – Хоҙай үҙе генә белә.
Шуға ла бөтә документтарҙы ла ваҡытында еренә еткереп ҡуйыу мотлаҡ. Ә инде был кеше юғалыуы һымаҡ сетерекле мәсьәләгә ҡағылғанда бигерәк тә.
Һирәк кенә булһа ла, суд «үлгән» тип ҡарар сығарған кешенең табылыу осраҡтары ла теркәлә. Бындай мәлдә яңынан табылған кеше туғандарына күскән милкен үҙенә кире алырға хоҡуҡлы. Шулай ҙа унан ҡалған мираҫты туҙҙырып бөткәндәргә бер ниндәй ҙә дәғүә юҡ – улар кешене үлгән тип уйлаған һәм үҙҙәренә закон буйынса күскән байлыҡты ғына тотон­ған бит.
Кешенең хәбәрһеҙ юғалыуы – бер нисек тә аңлап булмаҫлыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙар, тыуҙырған проб­лемалары менән бергә, ҙур ҡайғы ул. Һуғыш йылдарында хәбәрһеҙ юғалған улдарын ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем көткән әсәйҙәр хаҡында күпме китап яҙылған, поэмалар ижад ителгән. Моғайын, яҡынын юғалтҡан кеше, ярты быуат ғүмер үтһә лә, уны мәрхүм булған тип уйламайҙыр. Өмөт тигәнең бер ваҡытта ла һүнмәй шул.

Беҙҙә хәл нисек?

Тотош илдә йыл һайын бәләкәй генә ҡаласыҡты тултырырлыҡ халыҡ ғәйеп була, тигән мәғлүмәткә аптыраныҡ. Ә Башҡор­тостанда хәл нисек икән һуң?
Башҡортостан Республи­ка­һы буйынса эске эштәр министрлығының Енәйәти эҙләү идаралығының оператив-эҙләү бүлеге башлығы Ринат Чернов менән беҙҙең төбәктә юғалған кешеләр тураһында һөйләштек.
– Ринат Васильевич, Башҡортостанда йылына нисә кеше хәбәрһеҙ ғәйеп була?
– Был тармаҡта 15 йыллыҡ мәғлүмәт туплана. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостанда 3458 кешенең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында эҙләү эше асылған. 15 йылда кешеләрҙең 1858-е табылған. Ә инде ҡалған 1600 кешенең ҡайҙалығы билдәһеҙ.
– Кемдәр юғала һуң?
– Юғалған кешеләрҙе бер генә ҡалыпҡа һалыуы ҡыйын. Тыныс ҡына йәшәп ятҡан, балалар үҫтергән йорт хужабикәләре лә, криминаль тормош менән бәйләнгән йәш кенә егеттәр ҙә юғала. Хәбәрһеҙ юғалған кешеләрҙең төрлө йәштә, төрлө енестә булыуы, төрлөсә ғүмер итеүе ихтимал. Яҡындары менән бәйләнеш өҙөлөүенең дә сәбәптәре төрлөсә була.
Әлбиттә, енәйәт ҡылып ҡасыу­сылар менән билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында юғалғандарҙы эҙләү бер-береһенән айырыла. Ләкин бөгөн һүҙҙе билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында юғалғандар тирәһендә алып барабыҙ. Кешеләр шуны белһен ине: яҡының менән бәйләнеш өҙөлгән осраҡта тиҙ арала милицияға хәбәр итергә кәрәк. Бер ниндәй ҙә ваҡыт сикләүҙәре юҡ.
Тик шуныһы ла бар: әгәр кеше йыш ҡына өйҙән сығып китә, әммә оҙаҡ та тормай кире ҡайта, даими рәүештә эсә лә әшнәләре менән теләһә ҡайҙа йөрөй икән, уны эҙләү өсөн милицияға мөрәжәғәт итер алдынан саҡ ҡына көтөп тороу ҡамасауламаҫ. Һәр ваҡыт өйөнән сығып китеп йонсотҡандарҙы эҙләп әллә күпме ваҡыт үтә. Берәй кешене йылына өс тапҡырҙан да артығыраҡ эҙләргә тура килә икән, яҡындары дүртенсе тапҡыр килеп мөрәжәғәт иткәндә эҙләү процесын саҡ ҡына кисектереп то­рорға хоҡуҡлыбыҙ.
Хәбәрһеҙ юғалыусылар араһында ҡатын-ҡыҙ­ҙарға ҡарағанда ирҙәр йышыраҡ осрай. Шулай уҡ бәлиғ булмаған балалар ҙа хә­бәрһеҙ юғала. Ҡағиҙә булараҡ, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр нимәнелер оҡшатмай, урамдарға ҡаса. Беҙ уларҙы эҙләп табып, кире ҡайтарабыҙ, ләкин бер тапҡыр ҡасҡан малай-ҡыҙҙар тағы ла үҙ юлын ҡыуа. Бер үк балаларҙы әллә нисәмә тапҡыр йорттарына ҡайтарырға мәжбүрбеҙ, урамдарҙа уларҙы криминаль тормош, берәҙәклектән башҡа бер ни ҙә көтмәй бит.
– Кемлеге билдәле булмаған мәйеттәр табылғанда ниндәй эштәр башҡарыла?
– Билдәһеҙ кешенең үле кәүҙәһе табылған осраҡта уны ун көн дауамында мәйетханала тоталар, һуңынан ул кем булыуы асыҡланмаған көйө лә ерләнә. Тик был кеше тураһында дөйөм мәғлүмәттәр, фото ҡала һәм улар биш йыл буйы һаҡлана.
Кешеләр йыш ҡына ҙур сумма аҡса менән юғала, хәтерен юғалтыу менән йонсоғандар ҙа юғалыусы­ларҙың күп кенә өлөшөн тәшкил итә.
Яңыраҡ ҡына бер кеше кәүҙәһен тапҡайныҡ, тик уның башы булмағанлыҡтан, кем икәнлеген асыҡлау өсөн ДНК анализы үткәрергә тура килде. Ошо урында шуны билдәләп үтке килә: хәбәрһеҙ юғал­ған кешене эҙләү – шул тиклем ҙур иғтибар талап иткән, ентекле һәм ауыр тармаҡ. Юғалған кешеләр­ҙең яҡындары шәхси тормошон асып бирергә ашыҡмай. Шуға ла юға­лыусыны табырға өҫтәмә мөмкинлектәр асырлыҡ мәғлүмәттәр йә беленмәй ҡала, йәки бик һуң билдәле була.
– «Көт мине» тапшырыуын ҡараһаң, улар беҙҙең милиция таба алмаған кешеләрҙе эҙләп, яҡындарына ҡайтарған кеүек тойола башлай. Һеҙ был тапшырыуҙы әҙерләүселәрҙең эшен нисек баһалайһығыҙ?
– «Көт мине» («Жди меня») тапшырыуын ҡыҙыҡһынып ҡарап барабыҙ, әлбиттә. Уларҙың эше маҡтауға лайыҡ. Был тапшырыуҙы әҙерләүселәр милиция менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, беҙ – улар­ға, улар беҙгә ярҙам иткән осраҡтар бик йыш була. Ҡайсаҡ тапшырыу хеҙмәткәрҙәренә шылтыратып, теге йәки был кешене эҙләү тураһындағы мәғлүмәтте, юғалған кешенең фотоһын эфирҙа күрһәтеүҙе үтенәбеҙ. Уларҙың милиция менән берлектә эшләүен билдәләп үтергә кәрәк.
– Ринат Васильевич, яҡыны ваҡытында өйөнә ҡайтмаған осраҡта кешеләр нимә эшләргә тейеш?
– Әлбиттә, был хаҡта милицияға хәбәр итергә кәрәк, ваҡытты юғалтырға ярамай. Республикала Бәхетһеҙ осраҡтарҙы теркәүсе бюро бар, ул Шәфиев урамындағы 46-сы йортта урынлашҡан. Телефон номеры – 8 (347) - 237-06-72. Шунда шылтыратып, мәғлүмәт алырға мөмкин.

Лилиә СИРАЕВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Йондоҙло табын" - Луиза ЗАКИРЙӘНОВА

Һаҡсыл булғың килһә...

11.12.2018 - Махсус биттәр Һаҡсыл булғың килһә...


Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

09.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

06.12.2018 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

04.12.2018 - Махсус биттәр Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел


Йондоҙнамә (3-9 декабрь)

03.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 декабрь)


Әсе ҡамырҙан итле самса

03.12.2018 - Махсус биттәр Әсе ҡамырҙан итле самса


Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

02.12.2018 - Махсус биттәр Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын


"Йондоҙло табын" - Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА

Хужабикәләргә кәңәш

30.11.2018 - Махсус биттәр Хужабикәләргә кәңәш


Ҡасан тоҙ һалырға?

28.11.2018 - Махсус биттәр Ҡасан тоҙ һалырға?


Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)

26.11.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)