RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Алтын” парҙың алты сере

31.01.2014 “Алтын” парҙың алты сере

“Алтын” парҙың алты сере Дилә һәм Әкрәм Хәсәновтар 50 йылдан ашыу татыу ғүмер кисерә
Элек-электән әсәй-өләсәйҙәр йәштәргә, ғаилә ҡороусыларға: “Тиң йәшәп, тиң ҡартайығыҙ”, – тип теләй торған булған. Ошо ябай ғына һүҙҙәрҙә ниндәй оло мәғәнә ятҡанын йәшәй-йәшәй генә аңлай башлайбыҙҙыр. Илле, алтмыш, унан да күберәк йыл бергә тиң йәшәп, тиң ҡартайып, дан итеп донъя көтөп, тормош баҫҡыстары һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларға, ейәндәргә ярҙамлашып йәшәүе ниндәй бәхет!
Ҡарағол ауылында ғүмер итеүсе Дилә һәм Әкрәм Хәсәновтарҙың да бәхетенең асылы тап шунан ғибәрәт. Улар инде ярты быуат бергә. Ярты быуат – был бит аҙ түгел, үҙе бер ғүмер. Һәм ошо тиклем бергә йәшәп тә, бер-береңдән төңөлмәү тик һоҡланыуға лайыҡ.
Тиҫтә йылдар буйы бер-береһенә булған ихтирамды, ихласлыҡты һаҡлап ҡала алған пар зәңгәр күктә йөҙөүсе илаһи заттар түгел, ҡәҙимге ер кешеләре. Улар бары тик көндәлек мәшәҡәттәрҙе генә түгел, тетрәнеүҙәрҙе лә бергә кисергән, ике яҡ туғандарының һынсыл ҡарашын бергә күтәргән, ғашиҡ саҡта күҙ алдына ла килтермәгән етеш­һеҙлектәре асыҡланғас, уларҙы ҡабул итә белгән.
Хужаларҙың ниндәй икәнлеге йортонан, ҡапҡаһынан, ихатаһынан уҡ беленә. Әкрәм бабай менән Дилә инәйҙең йәшәгән йорттары ла мөһабәт, күҙҙең яуын алып, урамды йәмләп ултыра. “Бында, моғайын, уңған кешеләр йәшәйҙер!” – тип уйлап ҡуяһың. Ул йорттоң хужалары менән танышҡы килә. Сөнки тышҡы матурлыҡтың эске матурлыҡҡа тап киләме-юҡмы икәнен белеү теләге тыуа. Мин дә был пар менән танышырға ашҡынып барҙым. Ысынлап та, бик мөләйем, асыҡ күңелле пар икән Хәсәновтар, ихласлыҡтары менән шунда уҡ арбанылар.
Улар икеһе лә ошо тау битләүенең үренә һыйынған Ҡарағол ауылында тыуып үҫкән. Әкрәм бабай үҙе ишле ғаиләнән: туғыҙ бала араһында етенсе булып донъяға килгән. Ата-әсәһе ябай колхозсылар. Ун туғыҙ йәшендә армия сафына оҙатыла. Унан имен-аман йөрөп ҡайтҡас, тракторсы, шофер, механизатор һөнәрҙәрен үҙләштерә. Колхозда эш башлай.
Дилә инәйҙең яҙмышы бер аҙ ҡатмарлыраҡ. Атаһы һуғышҡа киткәндә уға ни бары дүрт йәш кенә тулған була. Яуға киткән еренән ғаилә башлығы әйләнеп ҡайтмай. Ә Диләнең тағы ҡустыһы бар. Һуғыш тамамланғас, бер нисә йылдан әсәһе тағы тормошҡа сыға. Ғаилә тағы өс кешегә арта. Үҫә килә ҡыҙ ҙа колхоз эшенә ылыға: быҙау, ҡош-ҡорт ҡараша, келәтсе булып эшләй. Буласаҡ тормош иптәше менән дә юлдары колхозда эшләгән мәлдәрендә киҫешә.
Тап илле йыл элек, 1963 йылдың ноябрь айында, улар бергә йәшәй башлай. Тәүҙәрәк әсәһе йортонда торалар. Ике йыл тигәндә ҡыҙҙары Әнфисә тыуа. Бөтмөр егет инде ике йылдан өй туйлай, ҡатыны уны Венер исемле малай бүләк итеп ҡыуандыра. Бәпес ауаздары оҙаҡ ҡына тынмай йортта – бер-бер артлы улы Адил (1969), ҡыҙы Финзирә (1971), Азалит (1975) менән Фидан (1977) донъяға килә.
Ғаилә башлығы көнө буйы эштә. Әкрәм бабай ул осорҙағы хәтирәләрен ихлас яңырта:
– Иртән сәғәт етелә сығып китәһең, кис ҡояш байығас ҡайтып инәһең... Колхоз ул заманда гөрләп торҙо. Мин тәүҙә ун йыл шофер булдым, унан һуң комбайнға ултыр­ҙым. Ун биш йыл баҫыуҙарҙы буйланым. Гараж мөдире вазифаһын егерме йыл тирәһе башҡарҙым. Һеҙ, иреш-талаш булдымы, тип һорай­һығыҙ. Юҡ тиерлек. Ышанаһы­ғыҙмы, юҡмы, ундай ваҡ нәмәгә ваҡыт юҡ ине. Эштән эт һымаҡ арып ҡайтаһың, ниндәй әрләшеү ҡайғыһы ти... Мин былай тим: ир өндәшкәндә, ҡатын шымыр­ға тейеш, ҡатын һүҙ башлаһа, ир ауыҙын ябырға тейеш. Әтеү, ҡайһы ғаиләләрҙә нисек: бер-береһен уҙышып ҡысҡырышалар, бер-береһен яман һүҙҙәр менән атай­ҙар. Ниңә бер-береңде еңеп маташырға? Ғаилә көрәш майҙаны түгел дә...
Был ғаиләнең ныҡлығының сәбәбен төшөнә башланым шикелле... Бөгөнгө икәү ҡауышһа, нисек бәхетле ғаилә ҡорорға тип хыялый булып сыға, ә был ихтирамға ғына лайыҡ парҙың башына әлеге һорау инеп тә сыҡмағандыр әле. Сөнки был ғаиләлә ҡатын үҙ ролен, ир үҙ ролен яҡшы башҡар­ған. Дилә инәй өй мәшәҡәттәре менән булған, бала тәрбиәләүҙе һис тә ауыр йөк һанамаған. Иренә, эшеңдән бушамайһың, тип мыжымаған, тегеһен-быныһын таптырмаған, ә һәүетемсә генә өй усағын һаҡлаған. Ә беҙ... Беҙ улай булдыра алмайбыҙ хәҙер. Беҙгә күктән йондоҙ кәрәк, сәскәләр, бүләктәр һәм башҡалар... Ә бит ҡатынға ысынында бәхетле булыр өсөн былар кәрәкмәй, ни бары ысын ир эргәһендә ысын ҡатын булып ҡала белеү кәрәк. Ысын ирҙе осратырға ла кәрәк бит әле, тип әйтерҙәр. Сер сисәм: ундай ирҙе тап итер өсөн иң тәүҙә ысын ҡатын булыу талап ителә...
Әлбиттә, оло йәштәгеләргә һәр ваҡыт биргән һорауымды бирмәй ҡалманым.
– Әкрәм ағай, әйтегеҙ әле, бөгөнгө заман хаҡында һеҙ ниндәй фекер­ҙә? Юҡһа һеҙҙең йәштәгеләр үткәндәрен һағына торған... Һеҙ нисек?
– Бик урынлы һорау, ҡыҙым. Һин һорамаһаң да, был хаҡта һүҙ ҡуҙғатырға тора инем. Шуны әйткем килә: хәҙер донъя көтөүе күпкә рәхәтерәк, яҡшыраҡ. Элек нисек булды? Бер һыйыр йә бер ат, өс һарыҡ йә тик өс сусҡа. Берәй нәмә алам тиһәң, бер бәлә. Сепарат алам тигәйнем, һөт тапшырырға ҡушалар... Ул ваҡытта миңә сепарат нимәгә? Машина алыу бары хыял ғына ине, аҡса булһа ла... Ә бына партияға ҡаршы берәй һүҙ әйтеп ҡара! Бер шулай фермала һөт күләме төштө. Мөдир: “Өйҙән һөт килтер ҙә шуның менән көнлөк планды тултырайыҡ”, – ти. Мин: “Ә минең балалар аҡһыҙ ҡалһынмы?..” – тим. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та заман булды ул совет осоро. Ә хәҙер донъя көтәм тигән кешегә мөмкинлектәр ҙә донъя! Үҙ ғүмеремдә нисәмә йорт күтәрҙем. Бар туғандарыма тиерлек йорт һалып бирештем. Материал менән ҡытлыҡ ине барыбер. Ә хәҙер төҙөлөш материалдарынан күҙ ҡамаша. Ялҡауланмаһын ине ауыл кешеһе. Күктән бәхет көтөп ятмаһын ине ул.
Эйе, Әкрәм ағай менән килешмәй булмай. Ә мин хужаларҙың ихласлығына кинәнеп ултырам. Уларҙың оло зауыҡ менән йыйыштырылған иркен йортонда шул тиклем тыныс, рәхәт. Ғаилә башлығының үткер ҡарашы, хужабикәнең уның һөйләгәненә баҫалҡы, әммә шул уҡ ваҡытта урынлы һүҙ өҫтәүе күңелде күтәрә. Ә ошо йылы мөхиткә тағы бер йәм, йәнлелек өҫтәп үҫкән гөлдәр, тирә-йүндәге күҙгә ташланған бөхтәлек?! Улар, әйтер­һең дә, хужаларҙың күңел сағылышы. Һәм өҫтәл тулы журнал-гәзит: “Йәшлек”, “Киске Өфө”, “Аргументы и факты” гәзиттәре, “Шоңҡар” журналы һәм башҡалар... Барыһы ла баҫмаларҙан баш тартҡан саҡта (яңыраҡ ҡына почтальонка зарлан­ғайны ошо хаҡта), быларҙа шул тиклем рухи байлыҡ. Мин, әлбиттә, һоҡланыуымды белдермәй ҡалманым.
– Ике мең һумлыҡ гәзит-журналға яҙылам ярты йыл һайын. Гәзит тә уҡымау нисек була инде ул. Балалар уҡый. Ана, ейәнсәребеҙ уҡыһын тип, “Шоңҡар”ға ла яҙылдыҡ. Әбейем дә уҡый, мин дә уҡыйым, мал-тыуарҙы бөтөрҙөк, ваҡыт күп. Шуға ла гәзит – был йәһәттән иң шәп дуҫ, – ти хужа.
Балалары хаҡында һорашам. Барыһы ла башлы-күҙле булып бөткән, инде туғыҙ ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй Хәсәновтар. Һәр балаһы тормошта үҙ урынын тапҡан, ата-әсәләрен дә ҡәҙер-хөрмәттән ҡалдырмайҙар. Ҡалдырыу мөмкин дә түгелдер. Сөнки илле йыл буйы иңгә-иң терәп ғүмер кисергән был пар һәр яҡлап тик ихтирамға ғына лайыҡ.
“Бәхетле парҙың алты сере” тигән мәҡәлә баҫылғайны бер мәл. “Башҡортостан ҡыҙы” журналында. Унда ошондай юлдар бар ине: “Һөйөүҙе һүндермәйенсә алтын туйҙарға етеү өсөн алты шартты билдәләп үтергә мөмкин: үҙ-ара түҙемлек, дөйөм ҡиммәттәр, дуҫтарса яҡынлыҡ, бер-берең менән һөйләшә белеү, йәндең генә түгел, тәндең дә тартылыуы, уртаҡ хыялдар һәм пландар”. Ауылдаш­тарым Дилә һәм Әкрәм Хәсәновтар ғаиләһе өлгөһөндә мин, был тап шулайҙыр, тигән фекергә килдем. Теләгем шул: мәҡәләм геройҙары һымаҡ һәр кемгә хәләл ефете менән тиң йәшәп, тиң ҡартайырға яҙһын.
Гөлшат ХАЖИЕВА.
Салауат районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»