RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мумбай – «аҫылмалы баҡсалар» иле

13.11.2010 Мумбай – «аҫылмалы баҡсалар» иле

Мумбай – «аҫылмалы баҡсалар» илеҒәрәп диңгеҙенең яры буйлап 140 км саҡрымға һуҙылған Мумбай – Һиндостандың көнбайышында урынлашҡан һәм иң ҙур ҡала. 2009 йылда унда 13 922 125 кеше көн күргән. 1995 йылға тиклем был ҡаланы Бомбей тип йөрөтәләр. Мумбай атамаһының килеп сығышы шулай: ул һинд алиһәһе Мумба Девиҙың исеменән һәм «аи» – маратхи телендәге «әсә» тигән һүҙҙән төҙөлгән. Португалдар иһә был төбәккә килгәс, урынды «Бом Баи» – «яҡшы ҡултыҡ» тип атаған. Англия колонияһы ваҡытында инглизләштереп, Бомбейға әйләндергәндәр.
Ул – Һиндостандың көнбайыш ҡапҡаһы, пассажир терминалы аша илгә инеүселәрҙең яртыһынан күберәге ошонан үтә. ҡала иҡтисад, мәҙәниәт үҙәге булып та тора. Бер үк ваҡытта Мумбай – ҙур ҡапма-ҡаршылыҡтар ҡалаһы. Бында байлыҡ-муллыҡ фәҡирлек менән йәнәшә йәшәй, заманса кварталдарға ярым емерек ярлылар өйҙәре «һыйынған». Башҡа ҡалалар менән сағыштырғанда, Мумбайҙа йәшәү кимәле юғарыраҡ һәм кеше эшсәнлеге лә әүҙемерәк. Бында, эш эҙләп, бөтә Көньяҡ Азиянан ағылалар.
Шулай итеп, сәләм, Мумбай!

Мумбайҙың иҫтәлекле урындары
Мумбай – «аҫылмалы баҡсалар» иле
«Һиндостан ҡапҡаһы» монументы. Ул яр буйында урынлашҡан. Һары базальттан һәм бетондан төҙөлгән ҡапҡа-арка 1924 йылда асылған. 1948 йылда илдән китеүсе инглиз хәрби частары арка аша сыҡҡан. Бөгөн ул – урындағы халыҡтың яратҡан урыны. Туристар ҙа ҡалаға инер алдынан ошо монумент менән таныша.
ҡапҡаға ҡаршы Тадж Махал һарайы урынлашҡан. Ул 1903 йылда төҙөлгән һәм 70 йыл үткәс, башня өҫтәлеп, донъяның иң яҡшы отелдәренең береһенә әйләнә.
Малабар ҡалҡыулығы. Мумбайҙың Хилл районында бик абруйлы урын һанала. Бында иң бай кешеләр йәшәй. Штат губернаторының резиденцияһы ла ошонда. Ул бина элекке инглиз хөкүмәте учреждениеһы булған. Малабар түбәһе бик ҙур һыу резервуарынан ғибәрәт. Мумбайҙың көньяғын һыу менән тәьмин итә. ҡыйығында «аҫылмалы баҡсалар» булараҡ билдәле «Ферозшаһ Мехта исемендәге баҡсалар» төҙөлгән.
Элефант, йәғни фил утрауы. XVII быуатта португал тикшеренеүселәре ярға сығыу менән таш фил һынына осрағас, был утрауға шул исемде ҡуша. Туристар иғтибарын бындағы ҡаяларҙағы мәмерйә ҡорамдары йәлеп итә. Уларҙың барыһы ла ЮНЕСКО-ның донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Мәмерйәлә Брахма, Вишна, Кришна илаһтары төшөрөлгән. Биш метр бейеклектәге өс башлы Шива илаһының һыны ла киң билдәле. Элефант утрауына ҡаланан бер сәғәтлек юл. Уға диңгеҙ трамвайы йөрөп тора.
Колаба – Мумбайға килеүселәрҙең иң яратҡан урыны. Бында, төрлө аҡса янсығына ярашлы, ҡунаҡханалар күп. Ошонда уҡ арзанлы ресторандар ҙа етерлек. Сәйәхәтсе өсөн ожмах һымаҡ инде. Әлбиттә, бер «әтнәкә»һе лә бар. Мәҫәлән, тәүлегенә 10 долларға ғына иҫ киткес матур апартаментҡа эләгәм, тип хыялланмағыҙ. ҡунаҡханалағы бүлмә лә уңайлылыҡтар хаҡына бәрәбәр буласаҡ. Арзан, тип, душы, бәҙрәфе тотош бер ҡатҡа берҙән-бер генә булған бүлмәлә туҡталыу ҙа эш түгел. ҡыҫҡаһы, арзандың минустары күп. ҡайһы бер бүлмәләрҙә хатта тәҙрә лә юҡ, имеш, карауат та түшәмдәге кондиционер ғына. Уның ҡарауы, хеҙмәтләндереү кимәле юғары.
Принц Уэльский музейында үтә ҡиммәтле сәнғәт ҡомартҡылары һаҡлана. Король Георг Бишенсе килеп киткәс, 1905 йылда төҙөлгән. Музейҙа быяла, нефрит, фарфор, фил һөйәге, көмөш әйберҙәр коллекцияһы урын алған.
Мосолман әүлиәһенә арналған «Хажи Ғәли» мәсете Ғәрәп диңгеҙендәге бәләкәй утрауҙа төҙөлгән. ҡултыҡтан 500 метр алыҫлыҡтағы был мавзолейға һыу ҡайтыу (кәмеү) ваҡытында оҙон «муйын» буйлап ҡына барып була.
Кроуфорд баҙары – тәмләткестәр күпләп һатыла торған колорит урын. Бында Редьяр Киплинг та булырға яратҡан.
Мумбай – «аҫылмалы баҡсалар» иле
АҡШ-тың Калифорния штатындағы Голливудты бөтәһе лә белә. Унда данлыҡлы Америка фильмдары төшөрөлә. Ә бына Болливуд тигән урын барлығын һинд киноһын яратыусылар ғына беләлер, моғайын. Ул Бомбей менән Голливуд һүҙе ҡушылмаһынан алынған. Ғөмүмән, Мумбай – һинд фильмдарының «тыуған» ере. Тәүге кино 1896 йылда сыға. ҡалала кинотеатрҙар күп. Азияла иң эре һаналған «IMAX» кинотеатры ла ошонда.
Йыл һайын Болливуд студияларында 200-ҙән ашыу фильм әҙерләнә. Башлыса, хинди телендә, урду, пенджабиҙа ла бар. Һиндостан кинематографияһы масштабы менән Америка киноһының «танауына сиртә» ала. Әйткәндәй, нәфис фильмдар һаны буйынса ул планетала күптән беренсе урында тора. Көн һайын ике кинотаҫма кинотеатрҙарға ебәрелә.
Һиндостанда тормош үтә байҙарса түгел, бәлки, киреһенсәлер ҙә. Күпселек халыҡ көнөнә бер доллар тотоноп ҡына йәшәй. Шуғалыр ҙа һинд киноһына инеү хаҡы бик арзан. Кинотеатрҙар ҙа шуға торошло. ҡайһы берәүҙәрендә экран урынына ябай аҡ сепрәк йәки простыня ҡуйылған, кешеләр табуреткаларҙа ултыра. Фильмдар бер-береһенә оҡшаш: милли романтика менән һуғарылған, аҙағы иһә алмаштырғыһыҙ – насарлыҡ еңелә, яҡшылыҡ еңә. Йыр, бейеү, трагедия, бу­талған интрига, мөхәббәт, күҙ йәштәре, әлбиттә, шатлыҡ – был һинд киноһы. Уларҙың барыһын да тамашасы ауыҙын асып, күҙҙәрен йәшләндереп ҡарай. Хәйер, беҙгә килеп еткәндәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһыһының иламайынса сыҡҡаны бар? Хәҙер Рәсәй кинотеатрҙарында был фильмдар һи­рәк күрһәтелә. Уның ҡарауы, атыш­-үлтереш, шартлау, йәки пор­но тулы Америка киноһы популяр. Шулай ҙа Болливуд Көнбайышта танылыу ала бара. Иң билдәле актерҙары – Шаһрух Хан, Сәлмән Хан, Ритик Рошан, Санджай Датт, Айшвария Рай, Прити Зинта, Рани Мукхерджи – бик күп киноһөйәрмәндәрҙең кумирына әүерелгән.
2009 йылға йомғаҡ яһағанда, Һиндостанда «Негодяй» фильмы иң күп аҡса йыйған – 321 445 556 рупий. АҡШ-та иң популяр булып «Гаджини» фильмы билдәләнгән һәм ул 2,5 миллион доллар самаһы «эшләгән», Бөйөк Британияла «Минең исемем – Хан» картинаһы йыйымы 2,7 миллион фунтҡа саҡ ҡына етмәгән.
Мумбай – «аҫылмалы баҡсалар» иле
ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та

Мумбай урамына аяҡ баҫҡас та төрлө еҫтәр солғанышында ҡалаһың. Улар бигерәк тә иртә менән ныҡ һиҙелә, ти туристар. Тәмләткес, хуш еҫтәр, янған резина, сәскәләр, сүплек, океан һ.б. тағы әллә ниндәй еҫтәр уратып ала.
Урамда ике ҡатлы автобустар күп. Унда ике кондуктор хеҙмәтләндерә. Билет хаҡы ҡайҙа тиклем барыуыңа ҡарап билдәләнә. Кондукторҙың муйынына төрлө төҫлө билеттар аҫылған ҡалай йәшник тағылған, компостеры ла бар. Салонда гел шаулы була: кемдер йырлай ҙа хатта. Уларға иғтибар итеүсе юҡ. Урамда тротуар буйлап бер нисә рәткә күп һанлы таксиҙар теҙелгән.
Шраван айының күктә ай тулған мәлендә Мумбай бөтөнләй үҙгәрә. Боронғо һинд байрамы – Ракша-бандханды билдәләйҙәр. Быуындан-быуынға тапшырылып килгән был байрамды һиндтар бик ҡәҙерләй. Халыҡ айырыуса яр буйҙарына йыйыла – тәһәрәт, йәғни ҡойоноу ритуалы башҡарыла. Һыуға кокос сәтләүеге ырғыталар. Был һыу илаһы Варунға тик изгелек ҡылырға ярҙам итә, имеш.
Мумбайҙа Европа һәм Азия мәҙәниәте бер-береһе менән имен генә һыйышып үҫешә. Төрлө этник төркөмдәр, дини байрамдар, саралар йыш үткәрелә. ҡала халҡы, диненә ҡарамаҫтан, уларҙа әүҙем ҡатнаша. Бында музыка, сәнғәт, кулинария өлкәһендә халыҡ-ара һәм һинд традициялары берләшкән.
БМО белгестәренең баһалауы буйынса, 2015 йылға Мумбай халҡы, әлеге темпта үҫһә, 27,4 миллион кешегә етәсәк. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡалала теүәл генә нисә кеше йәшәүен билдәләүе үтә ауыр икән. Сөнки ярым емерек райондарҙа, ҡатырға йә брезент стеналы ни бары бер нисә генә квадрат метр майҙанды биләгән «өй»ҙәрҙә («трущобалар») бик күп халыҡ көн итә. Мумбайға килгәс тә беренсе уйҙарҙың «бола», «хаос» тигән һүҙҙәр менән әйтелеүе бик тә мөмкин. Юлда мәхшәр, бер туҡтауһыҙ машина сигналдары, ҡысҡырыш, эҫелек, тынсыу һауа, автомобиль газы еҫе, этеш-төртөш... Статистика буйынса, Мумбай планеталағы иң бысраҡ һауалы 15 ҡала исемлегенә инә. Шуға ҡарамаҫтан, һинд миллионерҙарының 60 проценты Мумбайҙа көн итә. Тағы бер мәғлүмәт: урындағы журналистар билдәләүенсә, ҡаланың һәр өсөнсө кешеһе ярлылар төбәгендә, иҫке йорттарҙа йәшәй. Мәҫәлән, 2007 йыл урталарында уларҙағы халыҡ һаны 4,5 миллион кешегә еткән.

– Урыҫ телен белгән гид хеҙмәте көнөнә 500 рупий (бер рупий – 69 тин) самаһы тора. Монументтарға инеү – 20 – 150 рупий. Иң ҡиммәте – Тадж Махал отеле. Бер кешенән 750 рупий һорай­ҙар. Аяҡ кейемдәрен «ирекле һаҡлап тороусы» хеҙмәте – 10 рупий. Әммә уларға түләү мотлаҡ түгел.
– Ресторанға барырға булһағыҙ, мотлаҡ сит ил кешеләре йөрөй торғанын һайлағыҙ. Ике кешегә төшкө аш уртаса 500 – 700 рупий. Киске аш арзан­ғараҡ төшә. Әйткәндәй, официантҡа заказ биргәндә әсе тәмләткес һалынмаған ризыҡ һорарға мөмкин. Беҙҙең ашҡаҙан ныҡ әсегә өйрәнмәгән.
– Сувенирҙарҙың сифатлыһын һайлау еңел түгел. Уның ҡарауы, «туйғансы» һатыулашырға мөмкин. Әйбер хаҡын ун тапҡыр түбәнәйтеп әйтегеҙ ҙә киткән булығыҙ. Һеҙгә шундуҡ икенсерәк хаҡ менән ҡысҡырып өндәшерҙәр. Шулай үҙ хаҡығыҙға еткәнсе һатыулаша алаһығыҙ.
– Һиндостанда уң ҡул менән генә ашарға кәрәк. Урындағы халыҡҡа әйбер биргәндә, уларҙан алғанда ла тик уң ҡуллап ҡына мөмкин. Һул ҡул иһә гигиена өсөн ҡулланыла һәм таҙа түгел тип иҫәпләнә.

Һандар һәм факттар

ҡала халҡының 68 проценты индуизм динен тота, мосолмандар – 17, хрис­тиандар һәм буддистар 4-әр процент. Бынан тыш, зороастризм, джайнизм, иудаизм динен үҙ итеүселәр ҙә бар.
Мумбайҙа маратхи теле рәсми тел тип билдәләнгән. Эшсе интеллигенция инглиз телен өҫтөн күрә, ә, ғөмүмән, хиндиҙың һөйләш теле (хинди, маратхи һәм инглиз теле ҡушылмаһы) киң таралған.
ҡалала иң таралған спорт төрө – крикет. Икенсе урында – футбол.
Мумбайҙың төрлө районына ҡала яны поездары менән йөрөп була. Ул бындағы транспорттың иң уңайлы һәм экономиялы төрө.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»