RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Оябыҙҙа тормошто яратырға өйрәнәбеҙ

01.11.2013 Оябыҙҙа тормошто яратырға өйрәнәбеҙ

Оябыҙҙа тормошто яратырға  өйрәнәбеҙХалҡыбыҙҙа «Нәҫел көсө – атайҙа, ҡото – әсәйҙә: икеһе бер булғанда нәҫел үҫер, нығыныр» тигән әйтем бар. Һәр нәҫелдең киләсәге мөхәббәткә, бер-береһенә булған хөрмәт-ихтирамға, үҙ-ара аңлашыуға, уртаҡ фекерләүгә нигеҙләнгән татыу ғаиләләргә бәйле. Ә һәр ғаилә баланан башлана һәм уның бәхете ата-әсә тәрбиәһенә бәйле, тип уйлайым.
Тормошта беҙ күберәк кемдәрҙән өлгө алабыҙ? Әлбиттә, атайҙан һәм әсәйҙән. Улар иң ышаныслы, иң ныҡлы, иң яҡшы тәрбиә сығанағы булып тора. Әсәй наҙында, атай өлгөһөндә үҫкән бала һуңынан үҙ ғаиләһен дә бәхетле итәсәк. Был йәһәттән үҙемде уңдым тип әйтә алам. Сөнки эргәмдә үҙҙәренең йәшәү, аралашыу, донъя көтөү өлгөһөндә тәрбиәләүсе атайым, әсәйем һәм, ағай, тип өҙөлөп тороусы һеңлем Әҙилә бар!
Нәжиб Асанбаевтың: «Һәр ғаилә үҙенә күрә бер карап ул... Уның да һәйбәт капитаны булырға тейеш!» – тигән һүҙҙәре бар. Ҡаһировтар ғаиләһе лә капитанынан уңды. Атайым Азат Йәнтаһир улы – бар яҡтан да миңә өлгө. Ул ғүмерен спортҡа бағышлаған. Саңғы буйынса спорт мастерлығына кандидат. Әлеге ваҡытта Дыуан районының республика лицей-интернатында физкультура уҡытыу­сыһы булып эшләй. Бик күп уҡыусыны спорт­ҡа ылыҡтырҙы. Полиатлон буйынса Рәсәй кимәлендә спорт мастерҙарын тәрбиәләне.
“Спорт холоҡто тәрбиәләй, һаулыҡ өсөн дә файҙалы. Бала бәләкәйҙән тырыш булһын тиһәгеҙ, уның күңелендә ярыш сәме уятырға кәрәк”, – ти атайым.
Атай – беҙҙең өсөн иң ҙур абруй. Үҙ-үҙен тотошо, башҡарған эштәре лә ошондай абруй тыуҙыралыр. Ул балалары өсөн ваҡытын бер ҡасан да йәлләмәй. Беҙҙең менән аралаша, уйнай, уңыштарыбыҙға ҡыуана, дәртләндерә. Уның менән һөйләшеп-әңгәмәләшеп ултырыуы – үҙе бер ғүмер. Өҫтәүенә, бик күпте белә. Халҡыбыҙ, илебеҙ, тыуған еребеҙ тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы ла ул уятты. Башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журнал, китап­тар­ҙы уҡырға яратыуым да атайымдан килә. Һәр йыл «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдарына яҙылып, беҙгә ҙур бүләк яһай. Ә «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе исемен алғас, атайҙың ҡыуанысының сиге булманы.
Яратҡан атайым хуплау, маҡтау һүҙҙәрен бер ҡасан да йәлләмәй. Ул һәр ваҡыт һине тыңлар, кәңәштәр бирер. Шунлыҡтан ауыр саҡтарҙа бер ҡасан да башымды эймәйем. Эргәмдә ошондай ышаныслы кеше булғанда, ни өсөн төшөнкөлөккә бирелергә тейешмен әле?! Сөнки атайлы бала арҡалы бала бит.
Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында, тиҙәр. Әсә мөхәббәте ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙар­ҙан бейек, диңгеҙҙәрҙән тәрән. Донъяла был мөхәббәтте тыйыр бер көс тә юҡ. Әсәһен хөрмәтләгән кеше генә үҙ туған телен, халҡын, тарихын хөрмәтләр. Ғаиләбеҙҙә иң яратҡан, иң хөрмәт иткән кеше – ул әсәйебеҙ. Йәшәү сығанағы, ҡояшыбыҙ. Уның исеме Ирина. Балалар баҡсаһында күп йылдар инде тәрбиәсе булып эшләй. Әсәйемдең уңғанлығына, тырышлығына барыһы ла һоҡлана. Тыныс холоҡло, сабыр, аҙ һүҙле, уңған ҡатын. Беҙгә бер ҡасан да, һин шулай бул, тип тылҡып тормай, ә үҙенең күркәм холҡо, эше менән матур тәрбиә бирә.
– Ҡайҙа йөрөһәң дә, үҙеңде белеп, тәртипле йөрө, бәхеттең башы тәүфиҡта, – тип өйрәтә ул беҙгә.
Уның эш һөйөүсәнлегенә, бөхтәлегенә, барлыҡ эшкә лә маһир булыуына хайран ҡалам. Әсәйем йыр-моңға, бейергә лә оҫта. Спорт менән дә шөғөлләнә. Районда үткән саңғы ярыштарында ҡатын-ҡыҙҙар араһында өс йыл рәттән беренсе урын алды. Былтыр Бөрө ҡалаһында йәш ғаиләләр араһында саңғы буйынса республика ярышы ойошто­рол­ғайны. Әсәйемдең ныҡышмалығы, ярыш сәменә ҡарап, беҙ бар көсөбөҙҙө, тырышлығыбыҙҙы тупланыҡ һәм был бәйгелә ғаилә командабыҙ 3-сө урын яуланы.
Шулай, спорт менән шөғөлләнеп, сәләмәт тормошта йәшәргә, матурлыҡты күрергә, үҙ-ара дуҫ, татыу булырға өйрәтә әсәйебеҙ. Һәр яҡлап матур йәшәү өлгөһө күрһәткән ҡәҙерле кешебеҙ – беҙҙең өсөн яҡты маяҡ ул!
Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт. Өйөбөҙҙөң йәме, ҡото – һеңлем Әҙилә. Уға әле алты ғына йәш. Бик шаян ҡыҙыҡай. Көсө самалы булыуына ҡарамаҫтан, уҡырға йыйынған сағымда ауыр портфелемде йүгереп килеп күтәрергә тырыша. Ошолай ағаһына хәленән килгәнсә ярҙам итә ул.
Ояһында ни күргән – осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Киләсәктә лә бәхетле, уңышлы булыу өсөн атай-әсәйем беҙгә тормоштан йәм табып, ҡыуанып йәшәргә, мәрхәмәтле булырға, ғаиләнең ҡәҙерен белергә өйрәтә. Сөнки ул – һәр кешенең нигеҙ ташы. Бары тик ғаилә аша ғына һин үҙ булмышыңды нығыраҡ аңлайһың, тап унда илһам шишмәһе, тормош тәжрибәңдең, аҡылыңдың сығанағы һаҡлана. Ғаиләлә генә иң яҡшы кешелек сифаттарыңды, рухи көсөңдө үҫтерә алаһың. Ғаиләм – ҡәлғәм... Ҡоромай торған йән йыуатыу, белем һәм мөхәббәт сығанағым!

Рузил ҠАҺИРОВ,
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының
1-се курс студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»