RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кәбеҫтә тоҙлау ысулдары

18.10.2013 Кәбеҫтә тоҙлау ысулдары

Кәбеҫтә тоҙлау ысулдарыӘсетеп тоҙланған кәбеҫтәне рустарҙың милли аҙығы тип һанарға күнеккәнбеҙ. Ысынында, әскелтем ҡабымлыҡ Ҡытайҙан килеп ингән, уны беҙгә монголдар килтергән. Ҡайһылай ғына булһа ла, бөгөн ул һәр бер табынға тиерлек ҡуйыла һәм уны бик күптәр ярата.
Әсетеп тоҙланған кәбеҫтәне тәмле булғаны өсөн генә түгел, файҙаһы өсөн дә юғары баһалай­ҙар. Унда витаминдар һәм микроэлементтар күп. Элек-электән төрлө ауырыуҙарҙан һаҡланыу сараһы булараҡ та ҡулланғандар. С витаминының күплеге менән дан тота. Файҙаһын анығыраҡ күреү өсөн 100 грамм продукцияны ентекләберәк тикшерәйек. Шулай итеп, уның составында 38,1 мг С витамины (аскорбин кислотаһы), 0,05 мг В1, 0,1 мг В2, В3, В4, В6 витаминдары, 0,6 мг ретинол (А витамины), яраларҙы тиҙ бөтәштерергә ярҙам итеүсе К витамины бар.
Бынан тыш, 54 мг кальций, 16,3 мг магний, 21,8 мг натрий, 283,4 мг калий, 29,8 мг фосфор, тимер, көкөрт-цинк, кремний, йод, селен һәм башҡа матдәләр ҙә табылған. Етмәһә, калориялылығы түбән, 100 грамында ни бары 25 кенә ккал. 1,6 г аҡһым, 0,1 г май, 5,2 г углевод бар. Ябығырға теләүселәр мотлаҡ тоҙло кәбеҫтә ашар­ға тейеш, ул һимертмәй генә түгел, организмға ингән аҙыҡтың тиҙерәк эшкәртелеүенә лә булышлыҡ итә. Тире аҫтына йыйыла торған май ҡатламын “иретергә” ярҙам итеүе лә билдәле.
Әсетеп тоҙлау өсөн кәбеҫтәнең һуң өлгөрә торған сорттарын ҡулланалар. Атап әйткәндә, Бирючекутская 138, Заводская, Волгоградская 45, Южанка 31, Зимовка 1474, Белорусская 44, Слава сорттары яҡшы буласаҡ.
Түбәндә хужабикәләргә ярҙамға бер нисә ысул тәҡдим итәбеҙ.

Иң ябайы

Кәбеҫтәне йыуып киптерергә лә, дүрт өлөшкә бүлергә. Күсәнен ҡырҡып алғандан һуң ваҡ ҡына итеп турарға. Кишерҙе, йыуып, эре ҡырғыс аша үткәрергә.
Тәүҙә кәбеҫтәгә тоҙ һибеп, бутар­ға. Һуңынан тағы ла тоҙ өҫтәп, һуты сыҡҡанға тиклем ҡул менән ыуырға. Кишер ҡушырға. Әнис һәм башҡа тәмләткестәр өҫтәргә мөмкин.
Шулай итеп, кәбеҫтәне бәләкәй генә порциялар менән ыуа-ыуа, тоҙ, кишер ҡушып, бер һауытҡа һала барырға кәрәк. Кәбеҫтә тыңҡыслап тултырыла, уны ағас уҡлау менән төйөргә онотмағыҙ. Ныҡлап ҡарағыҙ – кәбеҫтә һалған һауыттың төбөндә һут йыйылырға тейеш. Һуңынан һуты өҫкә ҡалҡып сыҡҡансыға тиклем йәшелсәне йоҙроҡ менән иҙергә.
Кәбеҫтә өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйыла, ситенән ағас уҡлау тығып ҡуйығыҙ. Был йыйылған газ сыҡһын өсөн эшләнә. Кәбеҫтә, яҡынса алғанда, өс тәүлек буйы әсей. Ошо ваҡытта уны көнөнә бер нисә тапҡыр уҡлау, йә булмаһа, ҙур бысаҡ менән ҡыбырлатып алырға кәрәк. Өҫтөнә күбек булып газ сығырға тейеш. Әгәр ул әсегән ваҡытта уҡлау менән газын сығарып тормаһаң, артыҡ әсе буласаҡ. Өсөнсө тәүлеккә кәбеҫтә шиңә, өҫтөндәге күбектәр ҙә юҡҡа сыға.
Әҙер булғас, артыҡ төймәй, банкаларға тултырып, полиэтилен ҡапҡастар менән ҡапларға. һыуытҡыста һаҡларға мөмкин.

Ҡабаҡ һәм үләндәр менән

Был ысул өсөн бөтнөк менән эстрагон кәрәк. Ҡабаҡ бер аҙ татлы тәм бирәсәк. Уның ныҡлы өлгөргән ҡыҙғылт-һарылары алына.
4 кг кәбеҫтә, 3 ҡалаҡ шәкәр, 130 г тоҙ, бөтнөк, эстрагон кәрәк.
Таҙартылған ҡабаҡты эре өлөштәргә бүлеп турарға ла, өҫтөнә шәкәр һибеп, һуты сыҡһын өсөн ситкә ҡуйып торорға. Кәбеҫтәне турарға, тоҙ һибеп ыуырға. Йәшел үләндәрҙе ваҡ ҡына итеп турап, кәбеҫтә менән бутарға. Әҙер­ләнгән һауытҡа тәүҙә кәбеҫтә, һуңынан ҡабаҡ һалына. Һауыт таҙа сепрәк менән ҡаплана, өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйыла.
Кәбеҫтә бүлмә температураһында әсергә тейеш. Ул 5 – 6 көндән әҙер була. һыуытҡыста йәки баҙҙа һаҡларға.
Ташҡабаҡ, помидор менән

Үрҙәге рецептан әллә ни айырылмай. Ләкин йәшелсәләрҙе тәүҙә ҡайнар һыуға тығып бешекләп алалар һәм һауытҡа бутап түгел, ҡатлап һалалар.
10 кг кәбеҫтә, 1 кг татлы борос, 1 кг помидор, ташҡабаҡ, 5 кишер, һарымһаҡ, петрушка, кинза, әсе борос кәрәк.
Кәбеҫтәне дүт өлөшкә бүлеп, ҡайнар һыуға төшөрөргә. Боросто ла бешекләргә. Помидор менән кишер түңәрәкләп ҡырҡыла, һарым­һаҡ менән йәшел тәмләткестәр ныҡлап ваҡлана. Эмаль кәстрүлгә ҡатлап кәбеҫтә, ташҡабаҡ, помидор, татлы борос һалына. Һәр ҡат өҫтөнә һарымһаҡ менән тәмләткестәр, кишер теҙелә. Бынан һуң бер литр һыуға 2 ҡалаҡ тоҙ һалып ҡайнатылған тоҙлоҡ ҡойола. Өс көндән әҙер була.

Виноград һәм бал менән

Был юл менән әҙерләнгән кәбеҫтәнең тәме бик үҙенсәлекле була. Ул бер көн эсендә табынға ҡуйырлыҡ булып етешә. Тәүҙә кәбеҫтәне бәләкәй порцияларҙа әҙерләп ҡарарға кәрәктер, ни тиһәң дә, әллә ни өйрәнелмәгән ысул.
Ингредиенттар: 2 кг кәбеҫтә, 1 кг виноград, 200 г кишер, 100 г базилик, 100 г бал, 15 г тоҙ.
Кәбеҫтә менән кишерҙе ҡырғыс аша үткәрергә лә, тоҙ ҡушып, һауытҡа һалырға. Виноград менән базиликты һалырға. Тоҙлоҡ ошолай әҙерләнә: 1 литр һыу, 15 г тоҙ һәм 100 г бал ҡушып бутала. Уны кәбеҫтәгә ҡойғандан һуң, һауыттың өҫтөн ҡаплап, бер тәүлек тотор­ға.

Алма менән

Алманың өлгөргәнен, әммә йәшел һәм әскелтем сорттарын һайларға.
10 кг кәбеҫтә, ярты кг алма, әнис орлоғо, 250 – 300 г тоҙ.
Алмаларҙың тышын әрсергә, таҙартырға, өлөшләп турап, тоҙ менән ыуылған кәбеҫтәгә ҡушыр­ға. Һауытҡа кәбеҫтә менән алманы ҡатлап һалырға, тәмләткестәр һибергә. 4 – 5 көндә әсергә тейеш. Был ваҡытта бүленгән газдың сығыу процесына ярҙам итергә кәрәк. Бының өсөн кәбеҫтәне даими рәүештә төбөнә тиклем тишкеләп тороу ҙа етә.

Көҙгө кәңәштәр

Уңыш йыйып алынды. Шулай ҙа хужалығы булған кешеләрҙең эше бөтәме ни – әллә күпме мәшәҡәт көтөп ята. Көҙҙөң һалҡынса көндәре етте, ямғыр ҙа етерлек яуа, ҡар бөртөктәре лә күренде. Баҡсаларға ялға туҡтарға ла ваҡыт. Ләкин ҡоротҡос бөжәктәр һәм башҡа зарарлы нәмәләр көҙөн дә, ҡышын да тынмай, беҙҙең баҡсаларҙы бер ҙә ташлап китергә ашыҡмай. Октябрь аҙағы – ҡоротҡос бөжәктәр менән көрәш өсөн иң шәп мәл. Әле ҡар ятмаған, ләкин уңыш йыйып алынған. Шуға ла һәр кем өсөн мөһим баҡса эштәрен иҫкә төшөрөп алайыҡ.
s Ҡайһы бер хужалар көҙөн, ҡар яуыр алдынан ағас һәм ҡыуаҡтарҙың төптәрен көрәк менән йомшартырға тырыша. Был тупраҡта ҡышларға күнеккән бөжәктәрҙе юҡ итеү өсөн эшләнә. Ләкин ағас төптәрен көрәү һис дөрөҫ түгел, сөнки тупраҡҡа насар тәьҫир яһай. Киреһенсә, ағастарҙың төбөнә тиреҫ, япраҡтарҙы күпләп өйөргә кәрәк. Зарарлы бөжәктәр шул япраҡтар аҫтында ҡалып та һәләк буласаҡ.
Зарарлы бөжәктәр һәм башҡа ҡоротҡос­тарҙан ҡотолоу эштәрен октябрь аҙаҡтарында башлау, ысынлап та, отошло. Ағас һәм ҡыуаҡтарға теләгән бер минераль ашламаны һибергә була. Уның юғары концентрациялы булыуы шарт. Иң шәбе – мочевина ҡулланыу. 10 литр һыуға 500 – 700 г ашлама һалып әҙерләйҙәр. Әгәр ағастарҙың япраҡтары ҡойолоп бөтмәһә, уларҙың өҫтөнә үк һиптерергә лә була. Айырыуса ботаҡтарҙың төбөнә иғтибар бүлегеҙ, унда төрлө бөжәктәр йомортҡаларын һалып китергә ярата. Мәҫәлән, кеблә беттәре бик әүҙем. Ғөмүмән, ағастың ботаҡтарын тулыһынса ныҡлап эшкәртергә кәрәк. Иртә яҙын, март аҙаҡтарында, был процедураны ҡабатларға онотмағыҙ.
Әгәр көҙ ямғырһыҙ, ҡоро килһә, баҡсаны дымларға кәрәк. Баҡсала ҡышлаған бер генә йәшелсә лә, ағас һәм ҡыуаҡ та ҡышҡа ҡоро тупраҡ менән инмәһен. Ҡоро тупраҡ туңған ваҡытта үҫемлектәрҙең тамырҙары һалҡындан ҡороясаҡ. Бигерәк тә йәш үҫемлектәргә ҡурҡыныс янай.

s Октябрь аҙағында пион һәм башҡа күп йыллыҡ үҫемлектәрҙең төбөнә янған тиреҫ һәм компост индерергә кәрәк. Тиреҫте лә уларҙың төбөнә түгел, уратып ситенә һалалар. Сейә менән слива төбөнә күп итеп көл һибергә онотмағыҙ. Шулай уҡ астралар, хризантемаларҙы ҡырҡып алып, төбөнә берәр стакан булһа ла көл һибәләр.
Рауза, клематис, пион, лилиә, ирис сәскәләрен ҡапларға ваҡыт етте. Уларҙың төбөн һаҡ ҡына йомшартырға була.
Ағас һәм ҡыуаҡтарҙың олондарын мүктән таҙартығыҙ. Бының өсөн тимер көкөртөн ҡулланырға мөмкин. Уның иретмәһе бер литр һыуға өс ҡалаҡ көкөрт һалып әҙерләнә. Ошо иретмәне олондарға һибеп сыҡҡан осраҡта мүк үҙенән-үҙе ҡойолоп төшәсәк. Был эш тик көҙөн генә башҡарыла.
Һәр нәмәнең үҙ мәле бар. Баҡсаға үҫемлектәрҙең тамырына ҡеүәт һәм оҙонлоҡ биреүсе фосфор менән калий ашламаларын һаман индермәгәнһегеҙ икән, һуңланығыҙ. Хәҙер быны эшләү файҙаһыҙ. Ашламаларҙы көҙгө һыуҙар, йә яҙын ирегән ҡар ағыҙып алып китәсәк. Шуға ла октябрь аҙағы ҡыуаҡ һәм ағастарҙы зарарлы бөжәктәрҙән эшкәртеү өсөн генә яраҡлы.

s Баҡса еләген ҡырҡыу өсөн иң ҡулайлы ваҡыт – ҡара көҙ. Артыҡ ботаҡтарын ҡырҡып алғандан һуң ҡалған яраларҙы «зеленка» менән эшкәртәләр. Бынан һуң уларға тәбиғи майлы буяу буярға кәрәк.
s Ярауай һарымһаҡты ла яҙын түгел, көҙгөһөн сәсеп ҡалдырырға мөмкин. Быны ҡышҡы һарымһаҡты сәскән ваҡытта уҡ эшләргә кәрәк. Ҡурҡмағыҙ, ул өшөмәйәсәк, бик һәйбәт булып уңасаҡ ҡына.

s Октябрь аҙаҡтарында ләлә һәм гиацинттарҙы ултырталар. Уларҙы асыҡ тупраҡҡа ултыртыр алдынан “Фитоспорин” кеүек препараттарға һалып тороу артыҡ булмаҫ ине. Исмаһам, марганцовка иретмәһенә булһа ла тығып торорға кәрәк. Шулай уҡ көл тураһында ла онотмағыҙ. Уны сәскәләрҙең төбөнә һибеп ҡалдырғанда бер юлы әллә күпме файҙа буласаҡ, бөжәктәр ҙә ҡурҡып ҡасасаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»