НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Телеңде йоторлоҡ!

Телеңде йоторлоҡ!


Ҡабаҡтан бәлеш
Телеңде йоторлоҡ!
Һеҙгә уртаса ҙурлыҡтағы бер ҡабаҡ, бер ус әстерхан сәтләүеге, яр­ты стакан йөҙөм, 150 г он, 85 г аҡ май, 75 мл һөт, бер йомортҡа, өс ҡалаҡ шәкәр, тоҙ, ванилин, сода кәрәк буласаҡ.
Әгәр ҙә ҡабаҡ йәш булһа, ҡабығын әрсеп тә тормай ҡырғыстан үткәрегеҙ. Шунан уға әстерхан сәтләүеге, йөҙөм, ванилин, он, сода, тоҙ ҡушып, миксер менән болғатығыҙ. Ирегән аҡ майға шәкәр, һөт, йомортҡа ҡушып туҡығыҙ һәм ҡабаҡлы массаны ҡушығыҙ. Майланған табаға ҡамырҙы ҡойорға. 190 градусҡа тиклем эҫелектәге мейестә 25 – 30 минут бешерергә.

“Йәйге еләктәр” торты

Ҡамыр өсөн: 320 г он, 100 г ҡаймаҡ, 200 г аҡ май, 100 г шәкәр, өс йомортҡа һарыһы, бер ҡалаҡ коньяк, сода, ванилин.
Эслек өсөн: 400 г эремсек, 150 г крыжовник, 150 г ҡара ҡарағат, 150 г сейә, бер йомортҡа һарыһы, 150 г шәкәр, дүрт ҡалаҡ манный ярмаһы, дүрт йомортҡа ағы, 100 г шәкәр.
Иң алда онға шәкәр һәм сода ҡушығыҙ. Шунан ҡаймаҡ, йомортҡа, коньяҡ һәм бүлмә температураһында йомшарған аҡ майҙы һалып, ҡамыр баҫығыҙ. Уны ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. Эремсеккә йомортҡа һарыһы, шәкәр һәм манный ярмаһы өҫтәп яҡшылап болғатығыҙ. Шунда таҙартылған һәм йыуылған еләктәрҙе лә ҡушығыҙ.
Майланған формаға ҡамырҙы һалығыҙ һәм ҡулығыҙ менән ситтәренән 5 см тирәһе “борт” эшләп, эремсекле массаны уртаһына һалығыҙ. 160 градуста 50 минут бешерергә.
Дүрт йомортҡа ағына 100 г шәкәр ҡушып, безе әҙерләгеҙ. Торт бешеп сыҡҡас, өҫтөнә безены ҡойоп, алһыуланғансы мейестә тотоғоҙ. Артып ҡалған безенан “төймәләр” бешереп, тортты биҙәгеҙ.

Сығыу ваҡыты 23-08-2013, 12:15 | Ҡаранылар: 955
|
  • “Наҙлыҡай” бәлеше
  • Йәшел һуған бәлеше
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM