НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Теләктәр, тостар

Теләктәр, тостар


Көнсығышта халыҡ былай ти: әгәр ҙә йондоҙ атылһа, ул бәхеткә.
Һинең тормошоң тик йондоҙҙар ямғырынан ғына торһон!

* * *
Көнсығыш вәзире бер ваҡыт 20 енәйәтсе ултырған төрмәгә килгән.
– Ни өсөн ултырттылар һеҙҙе? – тип һораған вәзир.
Егерме кешенең ун туғыҙы, бер ниндәй ғәйепһеҙгә ултырабыҙ, тип ант итә башлаған, ти. Тик берәүһе генә урлашыу өсөн хөкөм ителгәнен әйткән.
– Кисекмәҫтән был ирҙе иреккә сығарығыҙ, – тип бойорған вәзир. – Уның бында башҡа кешеләргә насар тәьҫир итеүе бар.
Кешегә ирекле булырға ярҙам иткән ғәҙеллек өсөн!

* * *
Бер монарх үҙенең сауҙа министрына былай тигән:
– Донъялағы иң татлы аҙыҡ килтер миңә!
Министр баҙарҙан тел алып ҡайтҡан.
Батша тәмле итеп бешерелгән аҙыҡты маҡтап туя алмаған.
Икенсе көнөнә:
– Был донъяла иң әсе аҙыҡты табып килтер! – тигән.
Министр баҙарға йүнәлә һәм тағы тел алып ҡайта.
– Мин иң әсе аҙыҡты таптырҙым, ә һин тағы тел алып ҡайтҡанһың!
– Батшам, донъяла аҡыллы һүҙҙәрҙән дә татлыһы, алйот фекер­ҙәрҙән дә әсеһе юҡ. Барыһы ла телдән тора…
Барыһы ла тел менән дөрөҫ идара итә белһен өсөн!

* * *
Бер грузин – икенсеһенә:
– Табипҡа барғайным, ул миңә: «Эсергә ярамай! Тартырға ярамай! Ҡатындар менән ярамай!» – тине.
– Бисара…
– Ни эшләп бисара булайым? Аҡса биргәйнем… барыһын да рөхсәт итте!
Аҡса барыһын да булдыра, тип үҙ-үҙебеҙҙе алдамайыҡ!

* * *
Бер ҡатын дауалаусыға килә һәм:
– Минең ирем ныҡ эсә, ярҙам итегеҙ, – тип үтенә.
– Һинең иреңдең хыялы бармы? Әллә ни ҙур түгел, ә үтәрлектәй? – тип һорай имсе.
– Бар, – ти ҡатын, бер аҙ уйланып торғандан һуң.
– Ҡайт та, иреңә, эскеңде ташлаһаң, мин һинең хыялыңды тормош­ҡа ашырам, тип өндәш!
Ҡатын ҡайтып, иренә былай тигән:
– Әгәр ҙә эскеңде ташлаһаң, мин һиңә көн дә бер ярты ҡуясаҡмын!
Беҙҙең ҡатындар, теләктәрен үтәү өсөн, беҙҙең хыялдарҙы тормошҡа ашырһын!

* * *
Аварияла ғәйепле водитель ваҡиға урынынан ҡасҡан. Инспектор зыян күреүсенән һорай:
– Ханым, һеҙҙе тапата яҙған машинаның номерын иҫләп ҡалманығыҙмы ни?
– Һеҙ нимә, офицер? Мин бит һуштан яҙҙым, уның ҡайғыһы булған тиһегеҙме.
– Бер ни ҙә хәтерләмәйһегеҙме?
– Хәтерләмәйем шул. Руль артында ҡатын-ҡыҙ, уның өҫтөндә модалы ҡытайса һүрәттәр төшкән ҡара төймәле ебәк кофта һәм башында яһалма ҡыҙыл раузалар менән биҙәлгән эшләпә икәнлеге генә иҫемдә. Ә уның урта бармағындағы балдағы алтын һәм алҡалары зөбәржәт ҡашлы ине.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙәтеүсәнлеге өсөн!

* * *
Ике дуҫ осраша.
– Миңә будильник шылтырауы мылтыҡ атыуы кеүек тәьҫир итә.
– Нимә, ырғып килеп тораһыңмы?
– Юҡ, үлек кеүек рәхәтләнеп йоҡлайым.
Төш кеүек тиҙ үтеп киткән ваҡыт беҙгә ҡыуаныс-рәхәтлектән башҡа­һын килтермәһен!

Сығыу ваҡыты 2-08-2013, 11:38 | Ҡаранылар: 789
|
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Көҙгө
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)
  • Яңы йылға бүләкле булдылар



  • Радио Юлдаш FM