НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Эстонияла ғәжәп бүрене үлтергәндәр

Эстонияла ғәжәп бүрене үлтергәндәр


Эстонияла ғәжәп  бүрене үлтергәндәрБыйыл ҡыш республикабыҙҙың бер нисә районында ни эт, ни бүре түгел хайуандарҙың кешеләрҙең кәртә-ҡураһына инеп, һарыҡтарын тамаҡлап китеүе тураһындағы хәбәр бар халыҡты аптырауға һалғайны. Был йәнлек тураһында төрлө фараз ишетелде. Әле иһә шундай уҡ хайуан Эстонияла күренә башлаған.
Ляэнема улусында һунарсылар билдәһеҙ хайуанды үлтергән. Ваҡиғаның шаһиттары әйтеүенсә, бындай хайуанды уларҙың бер ҡасан да күргәне булмаған, ғөмүмән, сәйер йән эйәһенең килеп сығышы ҙур бәхәстәр уята. Фараздарҙың береһе ул Африка саванналарынан индерелгән сүл бүреһе тигәнгә ҡайтып ҡалһа, икенсе фараз – төлкө менән мутациянан барлыҡҡа килгән ҡурҡыныс хайуан. Фараздар бының менән генә лә бөтмәй әле.
«Үҙ күҙҙәрем менән күрмәгәс, ниндәй хайуан икәнен әйтә алмайым», – ти урындағы һунарсылар ойошмаһы етәксеһе Вейко Лаэв. Унан айырмалы рәүештә, улус старшинаһы Арно Пексарь билдәһеҙ хайуанды яҡындан күргән. «Һунарсылар уның ниндәй хайуан икәнен белмәй. Ул сүл бүреһенә оҡшаған. Шулай уҡ төлкөнөң енот эте менән ҡушымтаһы кеүек тә күренә. Тәпәйҙәре төлкөнөкө кеүек оҙон, ә төҫө енот этенекенә оҡшаған», – ти ул.
Барыһын да иң ныҡ ҡыҙыҡһындырғаны – хайуандың ҡойроғо. Ул сүл бүреһенең ҡойроғон хәтерләтә, төлкөнөкөнән 20 – 25 сантиметрға ҡыҫҡараҡ.
Териология йәмғиәте хайуандың ҡайҙан барлыҡҡа килеүе хаҡында фекер алыша. Берәүҙәр уны төлкө менән бүренең ҡушылмаһы тип фаразлай, икенселәре, төлкө менән енот этенең балаһы, ти. Аҡһаҡал һүҙҙәренсә, был һунарсыларҙың тәүге тапҡыр ғына билдәһеҙ хайуан менән осрашыуы түгел. «Минең өсөн ҙур яңылыҡ булды. ДНК анализы эшләүҙән башҡа сара ҡалмай», – ти ул.
Таллинн зоопаркы директоры Мати Каал: «Ул ниндәйҙер ғәжәйеп мутант. Генетик тикшереүҙәр үткәрергә кәрәк», – ти, хайуандың мутант булыуы тураһындағы фекергә ҡушылып.
«Бөгөн кешеләрҙең донъя буйлап йыш сәйәхәт итеүен һәм төрлө ҡырағай хайуандарҙы өйҙәрендә аҫрарға тырышыуын иҫәпкә алып, был йән эйәһе ҡайҙандыр килтерелеп, йәнә иреккә сығарылған сүл бүреһе булһа ла аптырамаҫ инем», – ти Эстонияның Тәбиғәт фонды вәкиле Алекс Лотман. Ул шулай уҡ сәйер хайуандың бүре менән ниндәйҙер ҙур булмаған эттең аталандырылыуы йәиһә төлкөнөң бығаса күҙәтелмәгән мутацияһы арҡаһында барлыҡҡа килгән хайуан булыуы ихтимал, тигән фекерҙе лә инҡар итмәй.
Сүл бүреһе көньяҡ киңлектәрҙә көн итә. Уларҙы Үҙәк Африкала, Һиндостан ярымутрауында, Монголияла, Үҙәк Азияла һәм Кавказда осратырға мөмкин. Хайуандар далаларҙа, сүллектәрҙә, тауҙарҙа һәм урмандарҙа йәшәй.
Дүрт йыл элек шул уҡ Ляэнема, Таэбла улусында бер ояла ғәҙәти булмаған бүре балалары табыла: ун көсөктөң һигеҙенең төҫө бүре балаһыныҡына оҡшамаған була. Был эт-бүреләрҙе асыҡлауҙың тәүге тап­ҡыр рәсми рәүештә теркәлгән осрағы тип иҫәпләнә.

Сығыу ваҡыты 24-05-2013, 11:31 | Ҡаранылар: 642
|
  • ЧУПАКАБРАНАН ҠОТОЛОУ ЮҠ!
  • Тереклек барыбер кешелектән өҫтөнөрәк
  • Ладога күлендә ниндәй хайуан йәшәй?
  • Билдәһеҙ хайуан ҡалдыҡтары табыла
  • АУЫЛДЫ БҮРЕ БАҪҠАН
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM