RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рәсүл ҠАРАБУЛАТОВ: «Халыҡҡа хеҙмәт иткән сәнғәт дәүләт ҡурсалауына ла, байҙар ярҙамына ла, халыҡтың яҡты ҡарашына ла мохтаж»

30.10.2010 Рәсүл ҠАРАБУЛАТОВ: «Халыҡҡа хеҙмәт иткән сәнғәт дәүләт ҡурсалауына ла, байҙар ярҙамына ла, халыҡтың яҡты ҡарашына ла мохтаж»

Рәсүл ҠАРАБУЛАТОВ: «Халыҡҡа хеҙмәт иткән сәнғәт дәүләт ҡурсалауына ла, байҙар ярҙамына ла, халыҡтың яҡты ҡарашына ла мохтаж» Башҡортостандың халыҡ артисы, «Конгресс-хол» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Рәсүл Ҡарабулатов «тура бәйләнеш» тә булып, бик күп һорауҙарға яуап бирҙе. Бәйләнештә ҡатнашыусылар яуаптар менән бик ҡәнәғәт ҡалды, буғай, ҡайһы берҙәре билдәле шәхесебеҙ менән хатта сәғәттәр буйы һөйләшергә лә риза ине. Рәсүл Рафиҡ улы үҙ эшмәкәрлеге өлкәһенә ҡағылмаған бөтөнләй ят һорауҙарға ла ихлас фекерен белдереп, йәмғиәтебеҙҙә борсоған күп кенә мәсьәләләргә туҡталып, уйланырға ла мәжбүр итте, айырым шаян яуаптары менән (бигерәк тә шәхси тормошона ҡағылғандары) көлдөрөп, эсте лә ҡатырҙы. Ихлас һөйләшеү – һеҙҙең иғтибарға.
Ер, эшһеҙ ир һәм яңы министр

– Үрге Муйнаҡтан оҙаҡ йылдар мәктәптә директор булып эшләгән Таһир Йосопов ағайың, Рәсүл. Тирә-йүнебеҙҙең күрке булған Һыусыҡҡан шишмәһе 25 сентябрҙә аукционға ҡуйылды. Шәхси эшҡыуар уны 49 йылға ҡуртымға алмаҡсы. 25 октябрь – һатыу көнө. Ул шишмә янында һинең дә, Мәғфирә апайҙың да клиптары төшөрөлдө. Ауылыбыҙҙың данлыҡлы кешеһенең быға мөнәсәбәте, ҡарашы нисек икән? Район хакимиәте быға риза булһа ла, халыҡ бик ҡаршы бит.
– Таһир ағайҙы, мәктәп уҡытыу­сыһы, директоры булараҡ беләм, яҡташымдың төбәктең һәр биҙәге өсөн яныуын аңлайым. Тик айырым янырға ярамай, бергә булғанда, халыҡты еңер көс юҡ.
Һуңғы йылдарҙа тәбиғәткә ҡараш үҙгәрҙе, уны һаҡлау сетерекле бер мәсьәләгә әйләнде. Шишмәләрҙе, күл-быуаларҙы, хатта тауҙарҙы хосусилаштырыу – хәҙер ниндәйҙер бер ғәҙәти күренеш. Шуға был яңылыҡ, ошо заман кешеһе булараҡ, миңә ят түгел.
Изге тауҙарыбыҙҙы, шишмәләребеҙҙе һаҡлай торған дәүләт программаларыбыҙ булырға тейеш. Дәүләт ҡурсауында икән, тимәк, халыҡтыҡы тигән һүҙ. Һуңғы айҙарҙа Ирәмәл, Торатауҙың киләсәге, яҙмышы хаҡында ҡыҙыу бәхәстәр бара. Беҙ барыбыҙ ҙа уларҙы һаҡлау яҡлы. Президент Рөстәм Хәмитовтың халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалыуы күңелгә йылылыҡ бирә.
Беҙҙең ауыл янында шундай күркәм, көмөш һыулы шишмә бар. Төбәгебеҙҙең бер биҙәге. Уны кемдер һатып ала, тигән хәбәр шунда уҡ күңелгә шом һала, уйланырға мәжбүр итә. Тик бөтәһе лә закон нигеҙендә эшләнһен ине һәм, беҙҙең тәбиғәтте ҡәҙерләгән, беҙҙең халыҡты белгән, тәбиғәткә булған беҙҙең мөнәсәбәтте аңлаған, халыҡ мәнфәғәте өсөн арымай-талмай хеҙмәт иткән кешегә тапшырылһа, бик хилафлыҡ та юҡтыр. Бигерәк тә беҙҙең яҡ кешеһе булһа, һәйбәт. Унан һуң изге, көмөш шишмәләребеҙҙе алғас, урындағы халыҡҡа ул кешенән таҙалыҡ-тәртип талап итеп, шишмә һыуын ҡулланыу шарттарын да килешергә кәрәк. Әгәр ҙә ситкә һатып, үҙ кешең һыуға сарсап ултырһа, бынан да ҙурыраҡ гонаһ һәм әшәкелек юҡ.
Сетерекле мәсьәлә... Ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫергә кәрәк бында. Бигерәк тә етәкселек халыҡ менән кәңәшләшеп эш итһен ине. Һуңынан терһәкте тешләрҙәй булып ултырмайыҡ.
– Мәсетле районынан Закиров Әғзәм. Дөйөм хеҙмәт стажым 44 йыл, хәҙер 71 йәштәмен. Ҡатынымдың стажы – 38 йыл. Һауынсы, 20 йыл ҡул менән һыйыр һауҙы, сөгөлдөрҙә эшләне, бесән сапты. Уның да, минең дә «Хеҙмәт ветераны» миҙалы юҡ. Пенсия ла аҙ, льготалар ҙа юҡ. Нимә эшләргә икән?
– Социаль мәсьәләләр менән шөғөлләнмәгәс, һорауығыҙға аныҡ ҡына яуап бирә алмайым. Урындағы етәкселәргә мөрәжәғәт итегеҙ, хәлегеҙгә инмәй ҡалмаҫтар. һеҙҙең хәлегеҙҙе бик һәйбәт аңлайым. Әсәйемдең дә 38 – 40 йыллыҡ хеҙмәт стажы бар. Ул да ҡул менән һыйыр һауҙы, сатнама һыуыҡтарҙа ла, ҡойма ямғырҙа ла, резина итек кейеп, эшкә барҙы, ауыр-ауыр феләктәрҙе күтәр­ҙе. Хәҙер ҡулдары, аяҡтары һыҙлай. Пенсияһы бәләкәй. Ағайым, ҡустым, мин бар, бесән, утын әҙерләп бирәбеҙ, төрлөсә ярҙам итәбеҙ. Һыйыры мөңрәп тормаһа, урамының йәме юҡмы инде, малдан һаман айырылмай үҙе.
Һеҙҙең быуын кешеләре бик тә хөрмәткә лайыҡ та бит, ғөмүмән, Әғзәм ағай, тик заман боролоштары ал­дығыҙға ауырлыҡтар өйөп кенә тора. Бирешмәгеҙ, ятып ҡалғансы атып ҡал, ти мәҡәл, был мәсьәлә буйынса урындағы власть органдарына мөрәжәғәт итеп ҡарағыҙ әле. Власть ветерандар­ға, пенсиялағылар­ға йөҙө менән борола башланы бит, ыңғай үҙгәрештәр үҙен һиҙҙерә түгелме?!
– Стәрлебаштан Йәғәфәр. Шундай һорау: һеҙгә лайыҡлы йәшәр өсөн күпме эш хаҡы етер ине? Икмәк тип тир түккән ауыл кешеләре йылдар буйы эш хаҡы ала алмай, улар һеҙгә йәлме?
– Ә һеҙ күпме алаһығыҙ?
– Эш хаҡы булмағас, ауылдан киттем, Стәрлегә барып эшләйем. 12 – 14 мең һум тирәһе.
– Етәме һуң?
– Ҡалала юҡ, ауылда етәр ине.
– Тура итеп кенә яуап биреүе ҡыйын. Аппетитың ниндәй бит (көлә). Ҡала ерендә, бәлки, 20 – 25 мең һум аҡса етергә лә мөмкин. Ауыл ерендә – 12 – 14 мең һум, тиһеңме? Был суммаға йәшәп булалыр.
Ауыл кешеһе тик ятмай бит ул, малы, картуфы, балы... Зарлана белмәгән һәм егәрле кеше ҡайҙа ла, күпмегә лә ҡәнәғәт инде. Тик шулай ҙа буш ятҡан ялан-ҡырҙарҙы, баҫыуҙарҙы күреп, эс боша.
Фермерлыҡ тармағы беҙҙә үҫеш таба алмай. Был бигерәк тә башҡорт ауылдарына хас. Ер алып, эшкәртеп, итен-һөтөн, ашлығын һатыу эштәре беҙҙә аҡһай. Башҡа яҡтарҙа, бигерәк тә рус, татар халҡы ергә йәбешеп ята, игенен дә, йәшелсәһен дә ҡутарып үҫтерә, һоҡланғыс бит. Беҙ һаман да ҡайҙандыр, нимәлер көтәбеҙ, колхоз-совхоз осорон һағынып бер булабыҙ. Ҡара тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ етмәй беҙгә. Башҡорттарҙа ғүмер буйы иркенлек, аҫабалыҡ, иреклек булған, шул беҙҙең ҡанда ҡалған, тип һылтаныуыбыҙ дөрөҫ түгел, киреһенсә, иркенлектең, ерҙең ҡәҙерен юғалта барабыҙ.
Тик ятмаһа, ауыл кешеһе ас йәшәмәйәсәк. Эскелек ҡот осҡос тамыр йәйә. Ул үҙ артынан эшһеҙлеген һөйрәп килә. Ер алырға, иңебеҙгә яуаплылыҡ йөкмәргә ҡурҡабыҙ. Илдең, халҡымдың киләсәге, кәмендә баламдың киләсәге нисек булыр, тип уйлана белмәйбеҙ. Ана шуныһы хәүефле. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тиҙәр. Иғтибар иткәнегеҙ бармы, эскән ата-әсәнең балалары ла, буй еткерә башлаһа, урам буйлап эсеп йөрөй башлай. Ҡурҡыныс күренеш был. Быуындар, нәҫелдәр юғала...
Бына, Йәғәфәр, һорауың менән ниндәй уйҙарға һалдың һин беҙҙе.
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ялҡаулыҡ көслө хәҙер халыҡта. Иптәш егетем, эштәге напарник, бөгөн, көн һорап, ауылына көтөү көтөргә ҡайтып китте. Ауылда көтөүсе таба алмайбыҙ, шуға сиратлап көтәбеҙ, ти. Ә эшһеҙ ятҡан әзмәүерҙәй ирҙәр күпме, аптырар­һың.
– Үҙ баһаһын беләләр инде, көтөү көткәнсе, магазин ишеге төбөндә, берәйһе килеп сыҡмаҫмы, берәй йөҙ грамм һалмаҫмы, тип, арҡа йылытып кемделер көтөүе шәберәктер... Көлкө түгел, әлбиттә. Баһа тигәндән. Беҙҙең яҡта, Ейәнсурала, йыш ҡына Ырымбурҙан килеп арзан хаҡҡа картуф йыйып йөрөйҙәр. Беҙҙекеләр риза булып бирә. Ниңә үҙегеҙҙең хаҡығыҙҙы, шартығыҙҙы ҡуймай­һығыҙ, тиһәк, улайһа, улар киләме ни, тиҙәр. Ана шулай үҙ баһаңды үҙең төшөргәс, ситтәгеләр килеп талайҙар ҙа инде. Булды, Йәғәфәр, бик төпкә төшөп киттек. Әлегә хуш.
– Баймаҡтан, Зөһрә Кәримова апайың. Яңы министр Абдразаҡов менән бәйләнешегеҙ нисек? Тарта алырмы икән ул йөктө? Сәнғәт опера, театр, кинонан ғына тормай, ул ауылдағы клубтан, ундағы эшләгән үҙешмәкәр түңәрәктәрҙән дә тора. Киләсәктә яңы министр фольклор ансамблдәрен дә, халыҡ театрҙарын да онотмаһа икән. Донъя буйлап йөрөгән атаҡлы йырсы ябай ауыл хәстәрҙәрен белмәйҙер, тип эсебеҙ боша. Шуға күрә һинең кеүек егеттәр уның уң ҡулы булырға тейеш, тип уйлайбыҙ беҙ.
– Беренсенән, министр булып сәнғәт кешеһе килеүенә һөйөнөргә генә кәрәк. Асҡарҙы бөтә донъя белә, хөрмәт итә, был беҙгә лә мәртәбә. Уның атаһы Әмир ағай данлыҡлы режиссер, халыҡ өсөн, тарих өсөн күп эшләгән ҙур шәхес ине. Илдең арҡа һөйәге булырҙай ир-уҙаманыбыҙҙың улы ла халыҡ мәнфәғәте өсөн ең һыҙғанып эшләр, тип ышанам.
Һүҙ ҙә юҡ, классик сәнғәт менән бергә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен, фольклорын, халыҡ йырҙарын, йыраусыларын да күтәрергә кәрәк. Рухи байлыҡты, изге ҡомартҡыларҙы һаҡлау – тәү бурыстарҙың береһе. Тик был мәсьәләлә министрға ғына ҡарап ятыу дөрөҫ булырмы икән? Киреһенсә, уға ярҙам итергә кәрәк. Урындағы йолалар­ҙы, үҙенсәлекле йырҙарҙы тергеҙегеҙ, уйындар ҡороғоҙ, тамашаларға йыйығыҙ, төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә көсөгөҙҙө һынағыҙ – ана, иң ҙур ярҙам шул булыр. Ауылда мәҙәниәт усаҡтары һүнһә, ауыл вайымһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек йоҡоһона тала. Быға юл ҡуймайыҡ.

Ғаилә, тәрбиә һәм Өфө нисек яулана?

– Алло, Өфөнән Әлфинә булам. Рәсүл ағай, һеҙ үҙегеҙ популяр, билдәле кеше, иптәшегеҙ Мәҙәниәт министрлығында эшләй, ҡыҙығыҙ эстрада үрҙәрен яулай, улығыҙ – бейеүсе, ҡайнығыҙ – күренекле шағир – шундай «йондоҙ»ло ғаиләлә йәшәүе ҡыйын түгелме? Был – бер. Икенсе һорауым – балаларығыҙҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ? Уларҙың күңеленә милли рух һала алдығыҙмы?
– «Йондоҙ»ло тип, юҡ, ҡәҙимге ғаилә. Балалар, шөкөр, минең юлды һайлап, үҙ һөнәрҙәре серҙәренә төшөнә, алған маҡсаттарына табан баралар. Ҡыйын түгел. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ, сетерекле мәсьәләләр килеп сыҡһа, уртаҡ тел, уртаҡ сиселеш таба алабыҙ.
Башҡорт рухы менән тәрбиәләй алыуыбыҙға килгәндә, ауыҙ тултырып ҡайным менән ҡәйнәмә рәхмәт әйтәм. Балалар ҙурайып, буй еткергәнсе минең ғүмерем гастролдә үтте. Һүҙ юҡ, ҡатыным уларҙы тәрбиәләне, ҡараны, ә бына рухи яҡтан күңелдәренә, зиһендәренә орлоҡ һалыуҙа ҡайным менән ҡәйнәмдең өлөшө әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Улар бәләкәй сағынан уҡ Гөлнур менән Ильясты башҡортса һөйләшергә өйрәтте, һәр көн ятыр алдынан башҡорт халыҡ әкиәттәрен, легендаларын һөйләй торғайны. Бөгөн ҡыҙ-улымдан ниндәй генә әкиәтте һорама, бөтәһен дә беләләр. Олатай-өләсәһе нисек өйрәткән, шулай һөйләп күрһәтә алалар. Башҡорт телен 100 проценты менән беләләр. Быға мин бик шат, хатта улар менән ғорурланам. Киләсәктә башҡорт сәнғәтенә халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, булмышын, халыҡ ижадын белеп, аңлап хеҙмәт итерҙәр, тим.
Кире йоғонтоло ғәҙәттәр урамда бик күп, эскелек, наркомания, уғрылыҡ, секталар, алдаҡ уйын машиналары... Балаларым әҙәпле, тотанаҡлы ғына булып үҫһә лә, мин дә борсолам. Шуға, атай булараҡ, дилбегәне бик бушатмаҫҡа тырышам.
– Һеҙ уҫал атаймы? Ҡайыш һәм перәник ысулымы?
– Мин – уҫал атай. Перәник-керәндилдәрен белмәйем, әммә ҡайсаҡ ҡайышты ҡулға алырға тура килде. Атайҙың абруйын һаҡлап, атайҙың ҡатылығын тойоп үҫергә тейеш бала.
– Ә үҙегеҙҙең атайығыҙ нисек булды?
– Ныҡ уҫал булды. Һәйбәт мәғәнәлә уҫал. Беҙ атайҙан ҡурҡтыҡ. Ҡурҡыу уның алдында ҡалтырап төшөүҙе аңлатмай, ә уның абруйы, хөрмәте, «атай» тигән исеме үк ҡырын эштәргә тотоноуҙан ҡурсалай һәм ҡурҡыта ине. Бәләкәй саҡта ҡайыш та эләкте.
– Шуҡ булғанһығыҙҙыр?
– Шуҡ булдым. Һиге­ҙенсене бөткәс, сәнғәт училищеһына китергә тейеш булғас, бер уҡытыусы, әйләнеп ҡайтаһы булма, йә һин, йә мин, тигән ультиматум да ҡуйҙы. Шул тиклем үҙәгенә үткәнмендер инде. Ғәфү итегеҙ, уҡытыусыларым, тим бөгөн, уларҙың аҡ сәстәре алдында баш эйеп.
– Атайығыҙҙы һағынаһығыҙмы?
– Һағынам. Биргән һабаҡтарын да һағынам. Уның тәрбиәһе миңә ир булып үҫергә, лайыҡлы атай булырға ныҡлы нигеҙ бирҙе. Ир кешенең ғаиләлә баш булырға тейеш икәнен аңлатты. Мин бөгөн ғаиләмдә баш. Юҡ, дөрөҫ аңлағыҙ, ҡатынды икенсе планға ҡуйыу, әсәләрҙең әһәмиәтен төшөрөү түгел. Уның вазифаһы башҡа, өйҙә усаҡты һүндермәй, ҡотто һаҡлау. Ир кеше мал табырға, ғаиләһен кейендерергә, ҡурҡыныстарҙан, ауырлыҡ­тар­ҙан ҡурсырға тейеш. Тағы шуныһы, ир кеше ҡатынынан әҙерәк эш хаҡы алырға тейеш түгел. Әгәр ҡатыны һәйбәт урында эшләп, күберәк ала икән, барыбер ире, ике-өс урында эшләп булһа ла, унан күберәк алырға тейеш.
– Был йәһәттән һеҙҙә хәлдәр нисек?
– Артист булған саҡта эш хаҡы бәләкәй булды. Ҡатындыҡы ла әҙ ине. Тик хәләл ефетем бер ҡасан да, нишләп әҙ алаһың, тип теңкәмә теймәне. Был һорау тыумаһын өсөн үҙем дә тырыштым, ситтә эшләнем, концерттарға күп йөрөнөм. Популяр артист булған хәлдә лә, банкеттарға барып сығыш яһауҙы түбәнселек тип һанаманым. Сөнки килгән килем ғаиләмде ҡарауға китә ине. Ана шул мәғәнәһеҙ ғорурлыҡ ҡайһы берҙә егеттәребеҙҙе харап итә лә.
– Дөрөҫ инде, түшәмгә төкөрөп ятҡансы, нисек тә аҡса табыуың һәйбәт. Ҡалай һеҙҙең менән һөйләшеүе еңел, тағы бер һорау бирәйем әле. Таланттар ауылда тыуа, тиҙәр, үҙегеҙҙең кисергәндәрҙән сығып, баш ҡаланы яуларға теләгән ауыл йәштәренә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Һүҙ ҙә юҡ, Өфө ауыл кешеһен бер ҡасан да ҡолас йәйеп ҡаршы алманы. Аҡсаһыҙ, мөйөшһөҙ эт ҡайышына әйләндерә баш ҡала. Барыһы ла үҙеңдән тора. Русса насар белә инем. Тик ҡаушап, баҙап ҡалманым. СССР заманында шуныһы һәйбәт, йәштәргә иғтибар ҙур булды. Комсомол, пионер ойошмалары беҙҙе контролдә тотто, эш менән тәьмин итте. Тик маҡсатыңа өлгәшеү өсөн иң тәүҙә ҡара тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк.
Училищела русса һәйбәт белгән төрлө милләт балалары менән уҡырға тура килде. Үткер, рәхәтләнеп аралаша алған студенттар араһында мин юғалып ҡалдым. Йырып сығыуы бик ауыр булды, үҙ бураҙнама төшкәнсе, ҡала мөхитенә яраҡлашҡансы ике йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте.
Ағас күрке – япраҡ, тигәндәй, кеше алдында кәм-хур булмайым тиһәң, кейеме лә кәрәк. Шуға икенсе курста Өфө нефть техник институтында ҡурай бүлеген етәкләй башланым һәм, стипендияға өҫтәп, 58 һум аҡса ала торғайным. Үҙе бер эш хаҡы. Шулай ҡара тырышлыҡ менән өҫтөм бөтөн, тамағым туҡ булды. Тормош ауырлыҡтары мине үҙе лә һиҙҙермәйсә сыныҡтырҙы, үҙаллылыҡҡа өйрәтте. Атай-әсәйгә һалышып ятмағыҙ, үҙегеҙҙең йүнегеҙҙе үҙегеҙ күрегеҙ, тип әйткем килә йәштәргә. Ғөмүмән, тормошта үҙ-үҙеңә таянып, үҙ көсөңә ышанып йәшәргә кәрәк. Балаларыма ла шуны аңлатам. Ата-әсә елкәһенә таянып, «мажорик» булмағыҙ, тим.
Конгресс-холда ла студенттар эшләй, иҙән йыуа, гардеробта, контролдә тора. Эш һорап килһәләр, мөмкинлек барҙа тик ыңғай яуап бирергә тырышам, һөйөнөп ҡабул итәм. Үҙең эшләп ҡапҡан ҡабым бигерәк тәмле ул, тип дәртләндереп ебәрәм. Бер эштең дә ояты юҡ.
Тағы шуныһы, ниндәй йәмғиәттә йәшәмә, йәш кеше үҙ мөхитендә үҙ кеше булырға тейеш. Артыҡ баҫалҡы булып, асылмай ҡалғандар күп, уртаҡ эштәр, уртаҡ уйҙар һәм тәүәккәллек һәр йәмғиәттә уртаҡ тел табырға ярҙам итә. Тик наркомандар, эскеселәр мөхитендә түгел.
– Ғәфү итегеҙ, тағы ла бер һорау. Театр төшөгөҙгә инмәйме, Рәсүл ағай?
– Инә. Һағынам театрҙы. Тыуҙырған ике ҙур образым һаман да онотолмай. Бөгөн дә Салауат (Мостай Кәрим, «Салауат» трагедияһы), Тәлғәт (Әнғәм Атнабаев, «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһы) булғым килә. Театр изге урын, тик йылы хәтирәләр генә ҡалдыр­ған. Мөмкинлек булһа, бөгөн дә уйнар инем.
– Һаумыһығыҙ, Марсель исемле егет булам. Ҡыҙығыҙ кейәүгә сыҡманымы әле?
– Юҡ. Әллә урларға йөрөйһөңмө? (Көлә). Егерме генә йәш уға. Иртәрәк әле был турала уйларға. Йәш, тип... Мин кәләш итеп алғанда әсәһенә 19 йәш ине. Беҙҙең заман балалары иртәрәк өлгөрҙө.
– Һаумыһығыҙ, Рәсүл Ҡарабулатов кәрәк ине.
– Мин тыңлайым.
– Башҡорт халҡының иң күренекле һәм иң күркәм улдарының береһе бит һеҙ.
– Бик шаштырып ебәрмәйһегеҙме? Башҡорт халҡының аҫыл улдары күп.
– Беҙ беләбеҙ, йәш саҡта һеҙҙең арттан ҡыҙҙар эркелеп йөрөй торғайны. Хәҙер ҙә шулаймы?
– Провокацион һорау... (рәхәтләнеп көлә). Бер йыл элек «Каруанһарай» төркөмө иҫке состав менән концерт ҡуйҙыҡ. Тамаша бөткәс, егеттәр фойеға сыҡты. Һәм... унда бер кем дә юҡ. «Их, егеттәр, бар ине заманалар, егерме йыл элек концерттан һуң мәҙәниәт һарайынан сыға алмай инек. Хатта запас ишекте лә табыныусылар һырып ала торғайны. Пачут бөттө, автограф бирергә кеше лә ҡалмаған», – тим көлөп (көлә). Шулай, һәр нәмәнең үҙ осоро, үҙ мәле. Заманында ҡыҙҙар арттан ҡалмай, автограф алыр­ға, танышып ҡалырға тырыша торғайны. Юҡ, әле беҙҙе яратмайҙар, тип әйтергә йыйынмайым. Шөкөр, концерт менән сығыуыбыҙ була, зал шығырым тула. «Каруанһарай»ҙың «йондоҙ»ло ваҡыты, күтәрелеш осоро булып алды. Бөгөн әҙерәк һүлпәнлек бар, табыныу­сылар әҙәйҙе. Беҙҙең урынды башҡалар алмаштыра, шулай булырға тейеш тә. Популярлыҡ та ваҡыты менән үтә, халыҡтың зауығы ла үҙгәрә, тик быны ауыр ҡабул итергә кәрәкмәй. Үҙебеҙҙең тамашасыларыбыҙ, беҙҙең быуын табыныусылары булды, әле лә бар.
– Ана шул осор тамашасыһы инде мин, бөгөн дә һеҙҙең сығыштарҙы көтөп алабыҙ. Тағы бер һорау, һеҙҙең аҡыллы ғына балаларығыҙ бар, киләсәктә үҙегеҙҙе ниндәй ҡартатай итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?
– Бая бер һеңлегә үҙемдең атайым тураһында яуап биргәйнем, шул фекер­ҙе дауам итеп әйтәйем, атайым уҫал һәм ҡаты булды балаларына. Ир-егеттәрҙе ныҡ тотто. Ә бына минең балаларым тыуғас, шул тиклем һәйбәт ҡартатай булды. Уның шул тиклем йомшаҡ, наҙлы булғанына аптырап ултыра торғайным. Ейән-ейәнсәрен ҡосаҡлап, етәкләп, йәндәренә инер­ҙәй булып ихлас һөйләшеүе, улар менән уйнауын ҡарап тороуы күңелгә рәхәт ине.
Атайҙың балаларса ихласлығы минең өсөн бер асыш ине. Баланың балаһы балдан татлы, тигәндәре дөрөҫ. Киләсәктә мин дә атайым кеүек һәйбәт ҡартатай була алһам ине, тим.
– Сәхнәнең күрке, биҙәге инегеҙ. Һеҙҙе сәхнәлә һағынабыҙ. Сығыштарығыҙҙан беҙҙе мәхрүм итеп, насарыраҡ эшләнегеҙ.
– Рәхмәт. Министрыбыҙ Асҡар Абдразаҡов та сәхнә кешеһе бит инде, иң йырлай торған ваҡыты. Минең дә ҡурай уйнарлыҡ – тын, йырларлыҡ тауышым бар. Сәхнәнән әле генә китмәм. Яңы йылдан һуң үҙемдең концертымды эшләрмен тигән уй-хыялдарым да бар. Мин барыбер ҙә ижад кешеһе.
– Алина булам. Рәсүл ағай, ғаиләгеҙҙә береһенән-береһе данлыҡлы кешеләр. Бергә йыйылған саҡта, әйтәйек, табында йышыраҡ нимә тураһында һөйләшәһегеҙ? Сәнғәт, әҙәбиәт хаҡындамы, әллә тормош мәшәҡәттәре борсоймо?
– Һинән алдараҡ бындайыраҡ һорау булғайны, һылыу. Былай сәнғәт тураһында бик һөйләшмәҫкә тырышабыҙ. Эштә лә, өйҙә лә шул бер тема булһа, ялҡытып китәсәк. Тормош мәшәҡәттәре хаҡында һөйләшәбеҙ. Тыуған көн булһа, үткәндәрҙе иҫләйбеҙ, балалар­ҙың бала сағын, ҡыҙыҡ мәлдәрен һағынып һөйләп алабыҙ. Ҡайным булһа, мотлаҡ шиғриәт темаһы ҡалҡып сыға инде. Ҡәйнәм – уҡытыусы, уның менән һәр темаға әңгәмә ҡороп була. Осрашһаҡ, бөтәбеҙ йыйылһаҡ, мәжлес шау-шыулы бара. Йырлап та ебәрәбеҙ. Ғүмер бер генә, ҡәҙерен беләйек гел генә, тип уйланып та алабыҙ. Бына шулай.
–Тағы бер генә һорау, Ҡәҙим ағай нишләп һис тә ҡартаймай ул? Сере ниҙә?
– Тәбиғәте шулайҙыр. Ҡарт ҡәйнәм дә бик теремек һәм оҙон ғүмерле булды. Унан бигерәк, ҡайным һәр саҡ хәрәкәттә бит. Машинаға ултырмаҫҡа, йәйәү йөрөргә тырыша. Көнөнә 4 – 5 саҡрым йөрөмәһә, ул үҙен тулы ҡанлы тормош менән йәшәгән кеүек хис итмәй. Тормошта ҡайнап йәшәгән эшмәкәрле кешеләр тиҙ ҡартаймай.

«Каруанһарай», Конгресс-холл һәм йырсы-актер ҡәҙере

– Алик Рәхмәтуллин, Инйәрҙән. «Каруанһарай» төркөмө заманында бигерәк данлыҡлы ине. Шул саҡтарығыҙҙы һағынаһығыҙмы? Нишләп бөгөн был ансамбль бик популяр түгел? Бәлки, халыҡ ваҡытында һеҙгә тип йөрөгәндер? Һеҙ йәштәр менән эшләйһегеҙме?
– Эшләйбеҙ. Һуңғы тапҡыр йәш состав менән Ишембай, Мәләүез, Күмертау яҡтарында гастролдә булдыҡ. Йәштәрҙең сығышы, беҙҙең менән сағыштырғанда, айырыла. Уларҙа, күҙҙәрендә, хәрәкәттәрендә, ижадтарында, осҡон етмәгән кеүек. Йөрәктә, русса әйткәндә, динамика самалы.
– Улар һеҙҙең репертуарҙы ҡабатламаһын ине.
– Дөрөҫ, уларҙың үҙҙәренең ярған юлы булырға тейеш. Ҡабатлауҙар бар, тик беҙҙең кеүек еткереп йырлау юҡ. Унан һуң ҡабатлау барыбер ҙә икенсе төрлө яңғырай бит ул. Халыҡ йырҙы тәүләп башҡарған йырсының тауышы, моңо, йырлау стиле менән ҡабул итә. Һәм икенсе башҡарыусыны шикләнеп, сәйерһенеп тыңлай. Ҡабатлағанда ла, үҙенең йөҙөн, биҙәген тәҡдим итергә, улай ғына түгел, йөрәген, динамикаһын һалырға тейеш. Ул саҡта тамашасы иҫкене лә яңы тип ҡабул итәсәк.
Репертуар ныҡ иғтибар талап итә. Һис тә халыҡ йырҙарын оноторға ярамай.
Тағы беҙҙең аранжировкалар бик айырыла. Беҙ был эште күмәкләп эшләй торғайныҡ. Динамиканы юғалтмай, түкмәй-сәсмәй аранжировкаға һала инек. Йыры айырым, музыкаһы тағы башҡа булырға тейеш түгел. Хәҙер әҫәр сей килеш сәхнәгә сыҡҡан осраҡтар күп. Бигерәк тә халыҡ йыры менән шаярырға ярамай.
– Һаумыһығыҙ. Рәсүл ағай, һеҙме?
– Эйе, үҙегеҙ кем булаһығыҙ?
– Рәсилә. Йәш йырсыларға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Яңы башлағандарғамы?
– Эйе.
– Беренсе, Хоҙайҙан бирелгән талант булырға тейеш. Хәҙер, иғтибар итһәгеҙ, күп кенә башлап йыр­лаусылар­ҙың тауышы булһа, моңо юҡ, һәм киреһенсә. Сәнғәт юлына баҫырға теләгән кеше үҙенең мөмкинлегенә таянырға бурыслы. Талантың булып та, маҡсатыңа ынтылмауың да – гонаһ.
Икенсенән, финанс мәсьәләһе. Аранжировка, йыр яҙҙырыу, клип төшөрөү өсөн сығымдар күп буласаҡ. Аҡсам юҡ, тип туҡтап ҡалырға ярамай, бағыусы эҙләргә кәрәк. Шунһыҙ булмай.
– Ярай, улай булғас...
– Тағы ла филармонияларҙа, мәҙәниәт учреждениеларында йәш таланттарға башлап ебәреү, аяҡҡа баҫыу буйынса программалар ҙа эшләргә тейеш. Уға аҡса ла һалына. Быға ла иғтибар итегеҙ әле. Һеҙ йырлайһығыҙмы, аранжировкаларығыҙ бармы?
– Йырлайым. Аранжировкалар юҡ. Мин йәш әле.
– Улайһа, киләсәгегеҙ алда һеҙҙең. Уңыштар.
– Сибайҙан шылтыратабыҙ. Сибай дәүләт филармонияһының бейеүселәре эш хаҡының бик түбән булыуына зарлана. Һәм улар ғына түгел – яңыраҡ Сибай драма театрынан бик талантлы актер эштән китте. Биш мең һумға ғына эшләп арыным, ти ул. Ошо мәсьәлә ҡасан да булһа ыңғай хәл ителерме икән?
– Элекке тормош кимәле менән бөгөнгөнө сағыштырып булмай. Совет осоронда – Сибаймы йә академтеатрмы – бер сама эш хаҡы алалар ине. Минимум эш хаҡы ла йәшәрлек булды.
Сибай филармонияһы, театры – Урал аръяғының йөҙөк ҡашы. Бик популяр улар. Өфөгә килһәләр, баш ҡала тамашасыларын үҙҙәренең ихлас сығыштары, рухлы бай программалары менән шаҡ ҡатыралар, ярата улар­ҙы халыҡ. Финанс хәлдәре ауыр, беләбеҙ. Ваҡытында уларға ҡала хакимиәте, Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты терәк булды. Фатирҙар бирелде, комбинат ярты ставкаға эшкә лә алды. Акционер ойошмаға әйләнгәс, уның ярҙам итер мөмкинлеге юғалды. Йәл, әлбиттә.
Ысынлап та, был һорау – бик-бик көнүҙәк. Һәм ул беренсе тапҡыр ғына күтәрелмәй. Министрлыҡта ла һөйләшеү булды. Бөгөн саң ҡағырға тейешбеҙ. Был хәл филармония, театрҙарҙы ябыу ҡурҡынысына табан алып бара. Хәүефле хәл... 5 мең һумға нисек йәшәмәк кәрәк?!
Тиҙ арала дәүләт кимәлендә ҡабыр­ғаһы менән ҡуйырға кәрәк был мәсьәләне. Ғүмер буйына сәнғәт, халыҡҡа хеҙмәт иткән сәнғәт дәүләт ҡарамағында, уның ҡурсыуында, яҡлауында йәшәне. Бөгөн дә ул шуға мохтаж. Ниндәй генә быуатты алма, сәнғәт меценаттар ярҙамы менән дә көн күргән, улар ярҙамында гәүһәрҙәр, бөйөк эштәр бөгөнгәсә йәшәп, һаҡлана килә. Сәнғәтте аңлаған, һанлаған байҙар ҙа ишетһен беҙҙең зарҙы.
– Ейәнсуранан Иҙрис ағайың. Ҡыҫҡа ғына һорау, атаҡлы йырсыбыҙ Сөләймән Абдуллинға халыҡ йырсыһы тигән исем бирелмәне. Бөгөн йырсы мәрхүм булһа ла, был мәсьәләне күтәреп сығыу кәрәкмәйме икән? Шунда, Өфөлә, яҡташтар клубында был хаҡта уйлашығыҙ әле.
– Сөләймән Абдуллин кеүек иҫ киткес таланттар мең йылға бер тыуа. Нескә буяуҙар, колорит менән йырлаған, халыҡтың аңын, зиһенен, булмышын моңона һыйҙырған һәм тере энциклопедия булған ағайыбыҙ халыҡ йырсыһы ғына түгел, халыҡ йыры эталоны ла. Халыҡ йырҙарының тарихын иҫ киткес аныҡ белә ине. Ул – бөйөк талант. Уға Башҡортостандың ғына түгел, «Рәсәйҙең халыҡ йырсыһы» исемен бирһәң дә әҙ булыр. Был һорау­ҙы, ысынлап та, күтәреп сығырға кәрәк. Ул былай ҙа халыҡ йырсыһы, тик исемде рәсмиләштереп ҡуяйыҡ, туғандар. Бөйөк йырсының рухы һөйөнөр, исмаһам.
– Гөлшат булам. Ике һорауым бар. Конгресс-холл тәүҙә «Дуҫлыҡ йорто» тип атала ине. Һуңынан, төҙөп бөткәс, нишләптер исемен үҙгәрттеләр. Ниңә икән? Яңыраҡ унда Филипп Киркоров сығыш яһаны, ул аренда (ҡуртым) өсөн, беҙҙең йырсылар менән сағыштырғанда, күберәк аҡса түләйме?
– Эйе, ысынлап та, тәүге проект буйынса тулыһынса «Халыҡтар дуҫлығы йорто» булырға тейеш ине. Төҙөлөш барышында үҙгәрештәр кисерҙе: төҙөлөшкә ҙур ғына өлөш индергәс, бинаның аҫҡы өлөшөн Мәскәүҙең «Коммерсант» фирмаһына бирҙеләр. Унда балалар уйыны, бильярд, боулинг, төнгө клуб урынлашҡан. Шундай үҙгәрештәрҙән һуң Конгресс-холл тип үҙгәртелде. Өҫкө, беҙ ултыр­ған өлөшө, дәүләт, халыҡ-ара кимәлендәге йыйылыштар, саралар уҙғара торған урын. Ултырыш, тамаша залдары бар. Ысынлап та, тәғәйенләнеше буйынса ул конгрестар, конференция, симпозиумдар, төрлө тамашалар үткәреүгә уңайлы. Күргәҙмәләр ойошторорға ла була. Исемен аҡлай, тип әйтмәксемен. Һәм бөгөн был беҙҙең төп йүнәлешебеҙ ҙә.
– Эйе, Рәсәй кимәлендәге, Президент кимәлендәге сараларҙың унда үткәнен беләбеҙ.
– Киркоровҡа килгәндә, әлбиттә, Мәскәү ҡунаҡтары күберәк түләй. Сөнки уларҙың талаптары күберәк, техник йәһәттән йыһазландырыу ҙа ҡатмарлы, яҡтыртыу, пиротехникалары сығымдарҙы күберәк һорай. Шунлыҡтан ҡиммәтерәк килеп сыға.
– Конгресс-холл күсеп бара, тип һөйләйҙәр, дөрөҫмө был хәбәр?
– Әгәр матбуғат саралары хәбәрҙәренә ышанһаң, бина көнөнә 80 сантиметрға урынынан күсә. Шулай булғас, дүрт йыл эшләү дәүерендә хәҙер минең кабинет Стәрлетамаҡ тирәһендә булырға тейеш (рәхәтләнеп көлә).
Баш инженер менән иҫәпләп сығар­ҙыҡ, хәбәрҙә дөрөҫлөк бар икән, бина бөгөн «Рощинский» кафеһы эргәһендә ултырырға тейеш була. Алдан уҡ әйтәм, бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ. Ҙур-ҙур белгестәр махсус ҡараған, уртаҡ фекергә килгән, проект институттары аша тикшерелгән, нигеҙе шул тиклем нығытылған... Эстә, ысынлап та, стеналар







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Йондоҙло табын" - Луиза ЗАКИРЙӘНОВА

Һаҡсыл булғың килһә...

11.12.2018 - Махсус биттәр Һаҡсыл булғың килһә...


Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

09.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

06.12.2018 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

04.12.2018 - Махсус биттәр Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел


Йондоҙнамә (3-9 декабрь)

03.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 декабрь)


Әсе ҡамырҙан итле самса

03.12.2018 - Махсус биттәр Әсе ҡамырҙан итле самса


Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

02.12.2018 - Махсус биттәр Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын


"Йондоҙло табын" - Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА

Хужабикәләргә кәңәш

30.11.2018 - Махсус биттәр Хужабикәләргә кәңәш


Ҡасан тоҙ һалырға?

28.11.2018 - Махсус биттәр Ҡасан тоҙ һалырға?


Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)

26.11.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)