RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күп таяулы таған таймаҫ… Ә тағанһыҙ кәбән тормаҫ

17.05.2013 Күп таяулы таған таймаҫ… Ә тағанһыҙ кәбән тормаҫ

(Никах туйында әйтелгән ҡобайыр)
Күп таяулы таған таймаҫ… Ә тағанһыҙ кәбән тормаҫ
Бисмилланан башлайыҡсы
Изге байрам – никах туйын.
Йәш ғаиләгә юлдаш булһын
Саф мөхәббәт, һаулыҡ, байлыҡ
Һәм татыулыҡ ғүмер буйы!
Яңғырамаҫ элек бында
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар йыры,
Әйтмәк булдым тантанаға
Һәм йәш йөрәктәргә арнап
Бөгөн ошо ҡобайырым!
Ниндәй шатлыҡ – ике нәҫел
Дуҫлыҡтарын мәңгелеккә
Нығытҡандар туғанлашып.
Йәшәһендәр инде хәҙер
Һандуғастарҙай һайрашып!
– Һылыу кәләш, аҫыл кейәү
Үҫтергән ата-әсәләр!
Һеҙҙең ҡылған бар хәстәрҙәр
Изгелеккә әйләнһендәр,
Тик бәхеткә әүерелһендәр!
Тантананың аҡһаҡалы –
Олатаһы булғас үҙем,
Мәжлестәге йәштәр өсөн
Бар айырым әйтер һүҙем.
Сәләмәт булған йәш кешегә
Хилаф эштер йөрөү буйҙаҡ,
Ғүмерҙәр ҙә зая уҙа,
Сабыйҙар ҙа һирәк тыуа,
Һирәк булһа илдә туйҙар.
Яңылышмағыҙ, уландарым,
Сит ерҙәрҙән йәрҙәр эҙләп,
Ҡайһы яҡлап уйлаһаң да,
Күркәм ҡыҙҙар үҙебеҙҙә,
Һай гүзәлдәр улар беҙҙә!
Шул һылыуҙар ситкә китһә,
Йәндәрегеҙ нисек түҙер,
Оят булмаҫмы ни һеҙгә?..
Ҡыҫҡаһы шул, кәләштәрҙе
Әйттерегеҙ тыуған ерҙән!
Ә ҡыҙҙарым, һеҙгә һүҙем:
Сит бауырҙан һаҡланығыҙ,
Йәрегеҙ тыуған ерҙән булһа,
Ил намыҫын һаҡларһығыҙ,
Ышанысын аҡларһығыҙ!
Ярты бәхет ҡыйыулыҡтыр,
Ә тулыһы – тәүәккәллек,
Ултырһағыҙ туйҙан ҡурҡып,
Уйлағыҙсы, мәктәптәрҙә
Киләсәктә кемдәр уҡыр?!
Быға яуап һәр саҡ әҙер:
Сос һәм әүҙем булыу кәрәк,
Кисекмәҫтән табыша һалып,
Никахлашып, туйҙар яһап,
Ҡәҙимгесә ҡауышыу кәрәк!
Шунан ғына баҡсалар ҙа,
Мәктәптәр ҙә тулы булыр,
Һәр тарафтан мең ауазлы
Башҡорт теле яңғырап торор,
Башҡорт ере нурға тулыр!
Балалар күп, ишле тыуһын,
Һау-сәләмәт ныҡлы булһын,
Быуын-быуын, үҫеп торһон,
Никах туйы, бала туйы
Һәр урында гөрләп торһон!
Халҡыбыҙ бит дөрөҫ әйтә:
«Күп таяулы таған таймаҫ!»
(Бер таяҡтан ғына түгел,
Икәүҙән дә ул ҡоролмаҫ)
Ә тағанһыҙ кәбән тормаҫ.
Кәм тигәндә өс ағастан
Ҡорола иң ябай таған,
Таяуҙары артҡан һайын
Ул нығына бара һаман.
Һәм тайшанмай ундай таған.
Шулай ныҡлап һалынғанда
Кәбән матур – баҙыҡ була,
Ел-ямғырҙарға бирешмәй,
Серемәйсә ныҡ ултыра,
Ныҡ ултыра, оҙаҡ тора!

Таһир ЛАТИПОВ.

Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»