НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Хәҙерге заманда эскелекһеҙ туй үткәреп буламы?

Хәҙерге заманда эскелекһеҙ туй үткәреп буламы?


Хәҙерге заманда эскелекһеҙ туй үткәреп буламы?Туй – ул ғаиләнең тыуған көнө, кеше тормошондағы иң сағыу ва­ҡиғаларҙың береһе. Нәҡ шуның өсөн дә был мөғжизәле байрамдың һәр минуты йәш парҙың һәм ҡунаҡтар­ҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ матур хәтирә булып уйылып ҡалырға тейеш.
Бер кемдең дә туйына оҡшамаған, оригиналь байрам тура­һында уйлағанда... уны бөтөнләй хәмерһеҙ үткәреү вариантында туҡталығыҙ! Эйе, айыҡ туйҙы үткәреүгә күберәк көс кәрәк. Ҡунаҡтарҙың: “Алкоголь урынына нимә тәҡдим итерҙәр икән?” − һорауы алдында ҡыҙармаҫлыҡ өсөн тырышырға тура киләсәк. Тәү сиратта яҡшы ойоштороусылар командаһын йәлеп итергә кәрәк. Улар йыр-бейеү, уйын-мәҙәктәр менән ҡунаҡтарҙың “оялсанлығын” ҡыуып, матур мөхит тыуҙырасаҡ. Мәҙәк тигәндән, хәмерһеҙ туйҙа билдән түбән юмор булмауы хә­йерле. “Әсе” тип ҡыс­ҡырыу − беҙҙең милләткә бөтөнләй ят күренеш. Ата-әсәләр, оло ҡунаҡтар, апай-ағайҙар алдында үбешеп тороу – әхлаҡ­һыҙлыҡ. Уңайһыҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн көрәгәсене, табынды алып барыусыны алдан киҫәтергә мөмкин. “Әсе” тип һөрәнләүсегә, мәҫәлән, берәр ҡалаҡ бал йә тоҙ ҡаптырып, мәрәкәгә әйләндерергә була.
Эскеһеҙ үткән туй­ҙан һуң ата-әсәнең балаһына ҡарашы үҙгәрәсәк. Сөнки һәр кем улын (ҡыҙын) сәләмәт, бәхетле һәм уңыш­лы итеп күрергә теләй. Ә айыҡ йәшәү рәүеше шуның нигеҙе булып тора ла.
Хәмерһеҙ туй үткәреп буламы, тип бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Рәмилә ҠАҘАҠБАЕВА:

– Мөмкин, әммә күңелһеҙерәк була. Күптән түгел шундай туйҙа булдым. Ысынын әйткәндә, тәүҙә бик ауыр булды, бөтә ҡунаҡтар тартынышып ултырҙы. Бер килке ваҡыттан ғына күңел асып байрам итә башланылар, шулай ҙа ниндәйҙер көсөргәнешлелек тойолдо. Ә ыңғай яғы – иҫереп, ҡыланып, ни һөйләгәнен белмәй йөрөгәндәр булманы. Шулай ҙа туй булғас, әҙерәк эскелек булырға тейеш инде...

Илнур ЙОСОПОВ:

– Әлбиттә, була! Мәҫәлән, беҙҙең туйыбыҙ эскелекһеҙ үтте. Атай-әсәйҙәребеҙ, хәмер ҡулланмаһа ла: “Ә ҡунаҡтар ни тиер?” − тип тәүҙә ҡаршы төштө. Ни тиһәң дә, туйҙа эскелек булыу ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Һүҙебеҙҙә ҡаты тороуыбыҙҙы күреп, күнделәр. Туғандар, дуҫ-иштәр ҙә был идеяны хупланы, ундай туй нисегерәк була икән, күрербеҙ, тип беҙҙе сәмләндереп ебәрҙеләр.
Айыҡ туй үткәреү тәжрибәһе булған тамаданы саҡырҙыҡ, тағы ла өс йырсы булды. Күңелле уйындар, йыр-бейеү, үҙенсәлекле шоуҙар, конкурстар ҡунаҡ­тар­ға шул тиклем оҡшаны, хатта, бер-ике сәғәткә генә килдек, тигәндәре лә төн уртаһына тиклем рәхәтләнеп күңел асты. Һуңынан барыһы ла ошондай матур байрам өсөн рәхмәт әйтте, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр булманы. Ә өйләнмәгән дуҫтарыбыҙ туйын хәмерһеҙ үткәрергә ҡарар итте.

Ләйсән САМАТОВА:

– Спиртлы эсемлектәр туйҙың мотлаҡ өлөшөнә әүерелеп киткәйне, шөкөр, бөгөн айыҡ туйҙар йышыраҡ үтә. Эскелек булған байрамдарға ҡырҡа ҡаршымын. Мин дүрт йыл элек кейәүгә сыҡтым, туйым айыҡ булды. Бик оҡшаны, күңелле үтте, матур йолалар атҡарылды. Тик ҡайһы бер туғандар беҙҙе аңламаны, эскелек булмағанын ишетеп, килмәгәндәре лә булды.

Дим ҒҮМӘРОВ, тамада, Сибай ҡалаһы:


– Эскелекһеҙ үткән башҡорт туйҙарын оло кинәнес менән алып барам. Ни тиһәң дә, халҡыбыҙ үҙ асылы менән ихлас һәм бик дәртле. Пыр туҙып “ритайым” баҫһындармы, бер-береһен мәрәкәләп таҡмаҡ әйтешһендәрме – күңел асыуға әүәҫбеҙ.
Спиртлы эсемлек менән туй үткәреү − урыҫтарҙан күскән ғәҙәт. Йомоҡ холоҡло ҡунаҡтарға был асылырға ярҙам итәлер, шулай ҙа араҡы арҡаһында ҡайһы саҡ байрам боҙолоп та ҡуя. Һуңғы йылдар­ҙа күп йәштәр аңлы рәүештә айыҡ туйҙы һайлай. Үткәреү яғынан ҡыйынлыҡтар булһа ла (йомоҡ холоҡло ҡунаҡтарҙың телен асыуға көс күберәк китә), ул бик күңелле үтә.
Араҡы менән үткәрелгән туйҙы инҡар итергә хоҡуғым юҡ. Ул һәр кемдең шәхси эше, кемгәлер бал оҡшай, кемгәлер – май, тигәндәй. Шулай ҙа айыҡ туйҙар йышыраҡ булһа, әлбиттә, һәйбәтерәк.

Туйға саҡырыуҙар

Хөрмәтле _________ һәм __________!
Үҙ теләге менән буйҙаҡлыҡтан баш тартыусылар театры фәлән көндә “Ә шунан улар оҙаҡ һәм бәхетле йәшәне” тамашаһына саҡыра!
Төп геройҙар: Кәләш менән Кейәү.
Беренсе акт: “Ҡыҙ урлау”.
Сәғәт 10-да кәләш һатып алыу.
Адресы: _____________________
Икенсе акт: “Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы”.
Сәғәт 12-лә никах теркәү тантанаһы.
Адресы: ____________________
Антракт: Бәхет шишмәһенә сәйәхәт.
Өсөнсө акт: “Һыйланғанда һыу булһа ла эс”.
Сәғәт 5-тә банкет.
Адресы: _______________________
Дүртенсе акт: “Йөрәктәр бергә типкәндә” Тамашасылар ҡатнашмай.

* * *

___________ һәм _____________ өсөн йондоҙнамә!
фәлән йылдың фәлән көнөндә Ҡояш әүҙем стадияла була, шуға күрә ошо көндә рәхәтләнеп күңел асырһығыҙ, аяҡтарығыҙ талғансы бейерһегеҙ, тәмле итеп һыйланырһығыҙ. _____ (фамилия) ғаиләһе йондоҙо ҡабыныуы айҡанлы яңы дуҫтар, туғандар табырһығыҙ. Йондоҙҙар фаразлауынса, тантана _________ адресы буйынса сәғәт _____ башлана.
Хөрмәт менән, Кәләш менән Кейәү.
* * *
Аҡыллы, һылыу, көслө, нурлы, матур күңелле иң ҡәҙерле кешебеҙ! Эйе, эйе, нәҡ һин!
Әле ҡулыңда ябай ҡағыҙ киҫәге тотмай­һың. Ул – алмаштырырға, һатырға, кире ҡайтарырға, йыртырға, яндырырға, ашар­ға ярамаған беҙҙең туйыбыҙға саҡырыу ҡағыҙы!!!
фәлән көндә _________________________ адресы буйынса һине көтәбеҙ. Ә туй тортын _____________________ адресы буйынса ауыҙ итерһең.
Үҙең менән яҡшы кәйеф, матур теләктәр алырға онотма!
Кәләш менән Кейәү.
Телеграммалар

Хөрмәтле кейәү!
Ҡыҙҙарға һунар итеү миҙгеле ябылыуы тураһында хәбәр итәбеҙ.

Рәсәй Һунарсылар йәмғиәте.
Кейәү!
Үҙең өйләндең, иптәштәреңә лә ярҙам ит!

Буйҙаҡтар ойошмаһы.
Кейәү һәм Кәләш!
Туйығыҙ менән ҡотлап, һеҙгә баллы ай теләйбеҙ!

Башҡортостан умартасылары берлеге.
Ҡәҙерле Кәләш!
Шуны онотма: ир-ат йөрәгенә юл ашҡаҙан аша үтә, иреңде тәмле итеп ашат!

Ашнаҡсылар союзы.
Кейәү!
Иҫ киткес шәп алтын балыҡ эләктереүең менән ҡотлайбыҙ!

Балыҡсылар ойошмаһы.
Кейәү һәм Кәләш!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: балалар – тормош сәскәһе. Гөлләмә яһап, уларҙы өләсәләренә бүләк итергә онотмағыҙ.

Баҡсасылар ойошмаһы.

Туйға теләктәр

Сәсегеҙ сәскә бәйләнде –
Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ!
Бергә булһын, яҡты булһын,
Уртаҡ булһын уйығыҙ!
Тик бәхеттән генә торһон
Һеҙҙең барыр юлығыҙ!
Ҡайғы-хәсрәт, көйөнөстө
Ситкә алып ҡуйығыҙ!

Яныңда йәрең, ҡулдарҙа ҡулдар!
Атай-әсәй, дуҫ-туғандар
Табынға йыйылғандар!
Теләйбеҙ һеҙгә иң изге теләк:
Бирһен Хоҙай күрешергә
Беҙгә алтын туйҙарҙа!
Берегеҙ ай, берегеҙ ҡояш,
Һомғол, зифа буйығыҙ!
Аҡҡоштарҙай пар килгәнһегеҙ,
Тик бәхетле булығыҙ!
Татыулыҡта, именлектә
Үтһен һәр бер көнөгөҙ!
Пар ҡанатлы мөхәббәттең
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ!

Ҡотло, ныҡлы булһын никахығыҙ,
Уй-теләктәр булһын игеҙәк.
Мөхәббәттең гүзәл емештәре –
Бала-саға үҫһен бер итәк!

Ҡулдарығыҙ ҡулдан китмәһен,
Арағыҙҙан ел дә үтмәһен.
Сәстәрегеҙ сәскә бәйләнгәс,
Ел-дауылдар уны һүтмәһен.
Йәшлек мөхәббәте мәңге булһын,
Тик бер булһын барыр юлығыҙ.
Аҡ бәхетттәр генә яуып торһон,
Ҡотло булһын һеҙҙең туйығыҙ!

ЗАГС биргән яҙыу – ҡағыҙ бит ул,
Һарғая ул һандыҡ төбөндә.
Һарғаймаһын һеҙҙең мөхәббәт,
Сәскә атһын күңел түрендә.
Онотмағыҙ! Сәғәт һанап тора
Был йылдарҙың уҙып барғанын.
Юғалтмағыҙ һуңғы көнгә тиклем
Мөхәббәттең алтын балдағын!

Бергә тибә ике ғашиҡ йөрәк,
Ҡотло булһын күркәм туйығыҙ.
Беҙҙән һеҙгә тик бер генә теләк:
Мөхәббәтле булһын юлығыҙ.
Сәләмәтлек бирһен яҙмыш һеҙгә,
Тигеҙ ғүмер итеү насип булһын.
Серҙәш булығыҙ бер-берегеҙгә,
Тормошоғоҙ бәхет менән тулһын.

Тормош дилбегәһен ныҡлы тотоп,
Ғүмер буйы бергә барығыҙ.
Ир – ҡатындан, ҡатын ирҙән уңһын,
Гөрләп торһон тормош юлығыҙ.
Мөлдөрәмә бәхет һеҙгә, йәштәр,
Уңыштарҙан тауҙар өйөлһөн.
Пар күгәрсендәрҙәй йәшәгеҙ һеҙ,
Бар туғандар ҡарап һөйөнһөн!

Туй көндәре иң шатлыҡлы көндәр,
Алда – өмөт, бәхет, мөхәббәт.
Түкмәй-сәсмәй ғүмер буйҙарына
Илтә торған изге бәрәкәт.
Бәхет ҡошо ҡунһын өйөгөҙгә,
Һөйөнһөндәр атай-әсәйҙәр.
Үҙегеҙгә оҡшап, тәүфиҡтары менән
Тупырлашып үҫһен балалар!

Сығыу ваҡыты 17-05-2013, 12:10 | Ҡаранылар: 2367
|
  • Имен ғаилә башланғысы – айыҡ туй
  • Ҡотлау
  • Күп таяулы таған таймаҫ… Ә тағанһыҙ кәбән тормаҫ
  • Ә һеҙҙең никахлашыу тантанаһы күпмегә төштө?
  • Туй! Туй! Туй!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM