НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Һеҙ йомарт кешеме?

Һеҙ йомарт кешеме?


Һеҙ йомарт кешеме?1. Көтмәгәндә ҡулығыҙға ун мең һум аҡса эләкте. Нимә эшләйәсәкһегеҙ?
а) Көндәлек кәрәк-яраҡҡа тотонасаҡмын (0)
б) “Ҡара көн”гә һалып ҡуясаҡмын. Әгәр ҙә дуҫтар бурысҡа һораһа, биреп торам (1)
в) Был аҡсаға дуҫтарым менән рәхәтләнеп күңел асасаҡмын (2)

2. “Бер-береңә торт ташлау” шаян уйынында ҡатнашыр инегеҙме?
а) Юҡ, улай шаяртырға ярамай (2)
б) Әгәр ҙә берәй байрам, йә махсус сара булһа ғына (1)
в) Эйе, әгәр ҙә һуңынан кейемемде йыуып бирһәләр (0)

3. Һеҙгә көсһөҙөрәк партнер менән шахмат (шашка, бильярд) уйнарға тәҡдим итәләр. Һеҙ:
а) Бөтә көсөмә уйнаясаҡмын, әйҙә, иң лайыҡлы еңһен! (1)
б) Баш тартасаҡмын (0)
в) Юрый еңеләсәкмен (2)

4. Дуҫығыҙ менән осрашҡанда: “Хәлең нисек?” тип һорағас, яуапҡа уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемалары тураһында монолог ишетәһегеҙ. Һеҙ нимә эшләйәсәкһегеҙ?
а) Эшемдең күплегенә һылтанып, китеү яғын күрәсәкмен (0)
б) Ярҙам ҡулы һуҙасағымды әйтәсәкмен (2)
в) Иң алда уны тыңлаясаҡмын, ә шунан ни эшләрем күренер (1)

5. Тулыһынса хаҡлы икәнегеҙҙе беләһегеҙ, оппонентығыҙҙың фекерен тыңлаясаҡһығыҙмы?
а) Әлбиттә! Бәлки, ул мине ышандырыр! (2)
б) Ваҡытымды юҡҡа әрәм итеп тә тормайым! (0)
в) Бик етди йөҙ менән тыңлаясаҡмын, әммә бер һүҙен дә ҡабул итмәйәсәкмен (1)

8 – 10 мәрәй. Һеҙ иғтибарлы, кешеләргә оҡшай беләһегеҙ. Әммә барыһына ла ярап булмай, шуны онотмағыҙ.
4 – 7 мәрәй. Дуҫтарығыҙға һәм һеҙгә файҙа килтерерлек кешеләргә ярҙам итәһегеҙ, әммә башҡалар өсөн күңелегеҙ ябыҡ. Был насар сифат түгел.
0 – 3 мәрәй. Хатта иң яҡын кешеләр менән аралашыу һеҙгә ҙур проблема тыуҙыра. Алсағыраҡ булһағыҙ, үҙегеҙгә күберәк кеше ылығыр һәм тормошоғоҙ ҙа күпкә сағыуыраҡ булыр

Сығыу ваҡыты 30-04-2013, 11:41 | Ҡаранылар: 638
|
  • Изгелек ҡылайыҡ
  • Холҡоң ниндәй?
  • Ҡаршылыҡтарға бирешәһегеҙме?
  • Балағыҙ өсөн һеҙ кем?
  • Бер-беребеҙгә ҡул һуҙайыҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM