RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Иптәштәремде ташларға хаҡым юҡ...”

22.02.2013 “Иптәштәремде ташларға хаҡым юҡ...”

Баймаҡ егете Рим Ишъяров аҙаҡҡаса антына тоғро ҡала
Оло ҡайғы менән һеҙҙең улығыҙ – ми­лиция капитаны, енәйәти эҙәрлекләү бүлегенең оперуполномоченныйы Ишъяров Рим Әхмәт улының 2004 йылдың 11 сентябрендә һөнәри бурыстарын үтәгәндә һәләк булыуы тураһында хәбәр итәбеҙ...
Баймаҡ эске эштәр бүлеге.

Нисәмә йыл үтһә лә, ҡара ҡайғыға һалған был рәсми документты тыныс күңел менән уҡып булмай. аҫыл егеттең йәшләй өҙөлгән ғүмере күңелде әле лә тетрәндерә. Ә иң аяныслыһы, бер нисә тәүлек йоҡламай, халыҡтың тыныслығын һаҡлау өсөн ғүмерен йәлләмәгән Рим Әхмәт улы был көндө һөйгән йәренә тәҡдим яһар­ға уйлай. Үкенескә күрә, өлгөрмәй... Киләсәккә ҡоролған яҡты хыялдар селпәрәмә килде, Римдең үҙенә оҡшап теремек, аҡыллы булып донъяға киләсәк сабыйҙар­ҙың ғүмере лә юҡҡа сыҡты...
Бына шуҡ малай тыуған ауылының урамдары буйлап йүгерә. Эй, рәхәт тә инде йәшел үлән өҫтөндә аунауы! Тирә-яғы урман менән уратып алынған ҡыуат ауылы кескәй Римгә донъялағы иң-иң матур урын булып күренә. Хәйер, ҡыҫҡа ғүмеренең аҙағына тиклем ул быға инанып йәшәй. Айырыуса 18 генә йәшендә чечен ғәрәсәтенә барып эләккәс аңлай ул тыуған тупраҡтың ҡәҙерен.
Рим әрмегә алынғас, бар Рәсәйҙе тетрәндереп, Кавказда һуғыш башлана. Әминә Шаһивәли ҡыҙы һәм Әхмәт Әғзәм улы Ишъяровтар телевизорҙан һәр яңылыҡты хәүефләнеп күҙәтә, балаҡайҙары өсөн борсола. Тик кеше, бигерәк тә атаһы һәм әсәһенең күңелен беренсе урынға ҡуйған Рим уларға “барыһы ла яҡшы” тип кенә яҙа. Ата-әсә лә улының адресында “Мәскәү ҡалаһы” тигән яҙыуҙы күреп, тыныс ҡала. Әммә был ваҡытта Рим Ишъяров тәүге һалдаттар рәтендә Грозный ҡалаһына барып инә. Уларҙың полкы баш ҡалҡыт­ҡан формированиеларҙы юҡ итергә тейеш була. 18 йәшлек егеттәр һуғышҡа өйрәтелгән, баштан-аяҡ ҡоралланған чечен ғына түгел, ә сит ил һалдаттарына ҡаршы сығырға мәжбүр була. Ашарға аҙыҡ, эсергә һыу бөтә. Йәшелләнеп ятҡан быуа һыуын да эсеп булыр ине лә, командир ҡушмай. Ул егеттәрҙе: “Кемегеҙ унан барып һыу эсә – шунда уҡ һуғыш закондарына ярашлы рәүештә атыласаҡ!” − тип иҫкәртә. Икмәкһеҙ түҙеп була икән лә, әммә һыуһыҙ... Шуға күрә ылымыҡ булып ятҡан быуаға ынтылыу­сылар ҙа күп була. Командирҙың йәш һалдаттарҙы ҡурҡыныс инфекция ауырыуҙарынан һаҡлап ҡалыр­ға ынтылыуы аңлашыла ла бит, әммә сарсаған, һуғыш ялҡынынан ут булып янған тәнде нисек алдаштырырға?
Рим Ишъяров ошо һуғышта ғүмеренең иң ауыр минуттарын кисерә. Аяҡтары-ҡулдары өҙөлөп, хатта бар тәне иҙелеп ятҡан иптәштәренең ярҙам һорап ялбарыуын күреп, ҡара сәстәргә сал йүгерә. Күңелендә дин һәм иман нурҙарын йөрөткән һалдатҡа айырыуса ауырға тура килә. Әрмегә йыйынған саҡта ул әсәһенә: “Миңә мотлаҡ Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберенә барырға кәрәк”, − тип белдерә. Балаһының уйын күңеленә алһа ла, ата-әсәнең ваҡыты булмай ҙа булмай. Шул саҡ үҙ йомошо менән ҡалаға юлланған ғаилә юлда бер инәйҙе ултыртып ала. Һүҙ артынан һүҙ сығып, инәй үҙенең Мөжәүир хәҙрәттең ҡиәмәтлек ҡыҙы икәнлеген белдерә. “Римдең шул саҡта ҡыуаныуы! “Һеҙ, инәй, мине хәҙрәттең ҡәберенә алып барығыҙ”, − ти ҙә ҡуя. Барҙыҡ. Беҙ аҙашып йөрөгәнсе, унда тәүге тапҡыр барған Рим Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберен табып та алды. Күҙҙәре нурланып, йөҙҙәре яҡтырып ҡайтты был сәйәхәттән”, − тип хәтерләй уның әсәһе.
Әсәй кеше тағы ла улының: “Әсәй, беләһеңме, ә бит себенде лә үлтерергә ярамай”, − тигән һүҙҙәрен хәтерләп аҙарына. Йөрәгендә шул тиклем таҙалыҡ һәм паклыҡ йөрөткән егеткә алыҫ чечен ерендә ҡоралланған төркөмдәр менән йөҙгә-йөҙ килеп, йән өсөн алышырға тура килә бит.
Улдарының чечен ғәрәсәте эсенә инеп китеүен белгән ата-әсә уны юллай башлай. Тейешле кешеләр ҙә, уларҙың тойғоларын аңлап, Римде һуғыштан ҡайтарыуҙың төрлө юлдарын таба. Күп Рәсәй әсәләре улдарын өйөнә алып ҡайтып та китә. Әммә Римдең ҡәтғи һүҙҙәре ата-әсәне был уйынан баш тартырға мәжбүр итә: “Минең ҡәҙерле, йәндәй күргән әсәйем һәм атайым! Зинһар, мине һуғыштан алып ҡайтыу өсөн бер нәмә лә эшләмәгеҙ – мин барыбер ҡайтмайым. Бында минең иптәштәрем, ҡәҙерле дуҫтарым бар. Уларҙы ташлап ҡайтып китергә хаҡым юҡ. Үтенеп һорайым, мине дөрөҫ аңлағыҙ”, − тип яҙа ул.
Ул саҡтарҙы иҫләп, Римдең әсәһе ут йота. “Әрмегә алынғанда, мин уға доға таҡтым. Бер ҡасан да унан айырылма, тинем. Күрәһең, ошо доғалар уны ҡотҡарғандыр”, − ти ул.
Эйе, әсә доғаһы тылсымға эйә. Шулай булмаһа, Рим Ишъяровтың һәләк булған көндө әсәһе әрмегә тағып ебәргән доғаһын йортонда ҡалдырыуын нисек аңларға? Рим Әхмәт улының туғандары ла, йәндәш дуҫтары ла уның был доға менән бер ҡасан да айырылмауы тураһында һөйләй. Ә бына ошо ҡара көндә нисектер доға өйҙә, өҫтәлдә онотолоп ятып ҡала...
Рим Ишъяров хеҙмәт иткән полк тулыһынса юҡ ителә. Йәш һалдаттар йә тереләй яндырылып, йә бомбаға эләгеп һәләк була. Полк юҡҡа сыға. Шуныһы ҡыуаныслы, нисәмә йыл үткәс, чечен һуғышының бар афәтен үҙенә алған полк яңынан тергеҙелде. Эйе, ул булыр­ға тейеш ине! Сөнки ошо полкта һәләк булған йәш егеттәрҙең исеме онотолорға тейеш түгел.
Һуғыштан ҡайтҡан егеттәр ҡаты бәғерлегә әүерелә, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Юҡ, Рим Әхмәт улының күңеле таштай ҡатмай, киреһенсә, ул тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй. Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлаған, һуғыш тәжрибәһе булған егетте ҙур теләк менән Баймаҡ эске эштәр бүлегенең енәйәти эҙәрлекләү бүлегенә эшкә алалар. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен алмаштырғыһыҙ опер итеп таныта. Енәйәттәрҙе асыу, эҙәрлекләү буйынса ҙур уңыштарға өлгәшә. Милиция хеҙмәткәрҙәрен Чечен Республика­һына тыныслыҡты һаҡлау өсөн командировкаға оҙата башлағас, ул да барырға теләк белдерә. Рим Әхмәт улының күңелендә бер уй яна: “Мин ул һуғышты, яуҙы күрҙем, тимәк, тәүге тапҡыр барып эләккән йәш һалдаттарға ярҙам итә, уларҙы үлемдән ҡотҡара алам”.
Ата-әсәһен йөрәк һағыштарына һалып киткән Римде был юлы ла әжәл баҫтырып етә алмай. Ул 2003 йылдың октябренән 2004 йылдың апреленә тиклем Чечен Республи­каһында һөнәри бурысын үтәп ҡайта. Ниндәй генә ауырлыҡтар, яҡын иптәштәренең үлемен күреүгә ҡарамаҫтан, ул кешелеклек сифаттарын һаҡлап ҡала. Күргән мәхшәрҙәрен бер ҡасан да бәйән итмәй ул. Әсәһе улының төндәрен ыңғырашып сығыуына, ял итмәй тороуына ҡарап ҡына Римдең йән тыныслығы тапмауын, күңеле менән һәләк булған иптәштәре янында булыуын аңлай.
Рим Ишъяров тағы ла Мөжәүир хәҙрәттең ҡәбере янына барыу теләге менән яна. Әммә эш мәшәҡәттәре менән бер нисек тә уңайлы көн килеп сыҡмай. Рим һәләк булғас, уның әсәһе күрәҙәсегә бара. Күрәҙәсе: “Эх, кешеләр, ниәтегеҙҙе ваҡытында тормошҡа ашырмайһығыҙ бит... Улығыҙҙы ни өсөн ашҡынған еренә алып барманығыҙ? Барһа, ул һәләк булмаҫ ине”, − тип йөрәк яраһына тоҙ өҫтәй.
Хәйер, әсә күңеле бер ҡасан да уңалмаҫ ул. Нисәмә йыл үтһә лә, иптәштәре Рим Әхмәт улының тыуған көнөн онотмай, уның ҡәбере һәр саҡ тәрбиәле, гөл-сәскәгә күмелгән. Әбделкәрим мәктәбендә, Баймаҡ эске эштәр бүлегендә батыр һалдатҡа бағышланған мөйөш, стендтар бар. Башҡорт­остан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы сығарған “Вспомним всех поименно...” Хәтер китабында Рим Ишъяровҡа айырым бит бағышланған.
“ҡыҙыу нөктә”ләрҙәге батырлыҡтары өсөн бихисап миҙал-наградаға, часть командирының Рәхмәт хаттарына эйә булған, Баймаҡ эске эштәр бүлегендә эшләгән осорҙа оперативлығы, енәйәттәрҙе асыу күрһәткестәре менән танылған милиция капитаны утыҙ йәшен дә тултырмай мәңгелек донъяға күсте. Әммә уның һуғыш яланынан иптәштәрен үҙ иңендә күтәреп сығарыуы, дары еҫен бер ҡасан да еҫкәмәгән һалдаттарҙы ҡотҡарыу өсөн яңынан ут эсенә инеүе, ата-әсәһенә, туғандарына, ғөмүмән, бар кешелеккә булған сикһеҙ һөйөүе беҙҙең йөрәктәрҙә уйылып ҡалды. Тыныс йоҡла, һалдат – ил улы!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»