RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Пенсия аҡсаһына ғына ҡарап ултырмайҙар

14.12.2012 Пенсия аҡсаһына ғына ҡарап ултырмайҙар

Пенсия аҡсаһына ғына ҡарап ултырмайҙарОло йәштәге Уйылдановтарҙың ғаилә бюджетына һөт һатыуҙан ғына айына 10 мең һумдан ашыу аҡса инеп тора
Туймазы районындағы Тү­бәнге Бишенде ауылында шәхси ихаталарҙа продукция етештереүҙе арттырыу тура­һында һүҙ сыҡһа, оло йәштәге Флүрә һәм Миңлеғәзим Уйылдановтарҙы башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Электән килгән традиция буйынса күптәр бында сәнәғәт предприятиеларындағы аҡсалы урында эшләргә күнеккән. Шуға 250 йортло ауылда ишле мал тотҡан, өс-дүрт һыйыр һауған хужалыҡтар бигүк күп түгел.
− Пролетар кеше ит, һөт аҙыҡтарын да һатып алырға ғәҙәтләнгән. Ә бына Уйылдановтар ерҙә эшләүҙән бер ҡасан да айырылмағанға күрә ихата тултырып мал-тыуар аҫрай. Инде оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, өс һыйыр һауалар. Бик тә матур донъя көтәләр. һөттәрен беҙҙән һигеҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Серафи­мовка ҡасабаһы баҙарына сығарып һаталар. Ғаилә башлығы йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай, − тип һөйләй Үрге Бишенде муниципаль берәмеге хакимиәте башлығы Ринат Миңнуллин.
Миңлеғәзим ағайҙың тормош һәм хеҙмәт юлы күмәк хужалыҡ менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Ер ҡәҙерен белеп үҫкән егет 1961 йылдың яҙында “ДТ – 54” тракторына ултыра. Уңғанлығы менән дан алған механизатор ғүмере буйына үҙ һөнәренә тоғро ҡала. Етештереүсәнле һәм намыҫлы хеҙмәте менән ул тыуған еренә бәрәкәт өҫтәй.
− 90-сы йылдар аҙағында хаҡлы ялға сыҡтым. Ләкин тыныс күңел менән өйҙә ултыра торған кеше түгелмен. Кәрәк саҡта эшкә саҡырып та алғылайҙар. Күп йылдар ҡышын мастерскойҙа тырмалар, культиваторҙар ремонтланым, − ти ул.
Флүрә Фәрхетдин ҡыҙы ла күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн оло ихтирамға лайыҡ. 16 йәше тулыр-тулмаҫтан һауынсы булып эшләй башлай. Әйтеп үтеүенсә, һигеҙ йыл буйы иртә таңдан фермалағы һәүкәштәре янына йүгерә.
− Ул дәүерҙә Түбәнге Бишенде “Туймазы” совхозының бер бүлексәһе ине. Күмәк хужалыҡта бер эштән дә ҡалмағанбыҙҙыр, − тип иҫкә алды хужабикә. − һуңынан мине ауыл советына хисапсы итеп алдылар. Инде шулай кинәнеп кенә эшләп йөрөгәндә ҡыҫҡартыу­ға эләктем. Стажымды юғалтып, өйҙә тик ятҡы килмәй бит инде. Туймазы фарфор заводына йөрөп эшләнем, пенсияға ла шунан сыҡтым.
Флүрә апай телгә алыуынса, уларҙың бергә тормош ҡороу­ҙарына быйыл 47 йыл тулған. Уйылдановтар өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Күптән һәр ҡайһының үҙ донъяһы бар. Бөгөн инде ҡартатай менән ҡартәсәйҙе ейән-ейәнсәр­ҙәре үҙ уңыштары менән һөйөндөрә.
һүҙ ҙә юҡ, Түбәнге Бишенденең оло йәштәге булдыҡлы кешеләре менән осрашып һөйләшеү беҙҙең өсөн дә фәһемле булды.
− Быйыл 75-се йәшемә сыҡһам да, беләктәрҙә көс-ҡеүәт бар әле, − тине миңә Миңлеғәзим ағай. – Апайығыҙҙың да һаулығы һәйбәт кенә. Бына икебеҙгә 21 мең һумға яҡын пенсия килтерәләр. Көндәлек ихтыяжға уны еткерергә лә мөмкиндер. Ләкин беҙ олоғайған көнөбөҙҙә лә ҡайһы берәүҙәр кеүек пенсия аҡсаһына ғына ҡарап ултырмайбыҙ. Электән мал-мөлкәтте хәләл көс менән табырға өйрәнгәнбеҙ. Әле өс һыйыр һауабыҙ. Аҙбарҙағы йәш тана-торна ла алты башҡа тула. һарыҡты ла 15 баштан кәметкәнебеҙ юҡ. Атым да бар. Ә Флүрә һаман да дебете һәм һөтө өсөн кәзә үрсетеүен ташламай. Ишле малға аҙыҡты нисек еткерәһегеҙ, тиһегеҙме? Йәй бесән әҙерләгәндә балалар ярҙам итә. Шунан Түбәнге Бишенделәге күмәк хужалыҡтың инвесторы Мәүзир Латипов та беҙҙе онотмай. Килешеүгә ярашлы, беҙҙең пай ерҙәре уларға арендаға бирелгән. “ҡуш-Бүләк” йәмғиәтенән шуның өсөн һалам-бесәнен, фуражын алабыҙ. Шулай итеп, закон нигеҙендә миңә эләккән 6 гектар пай ере предприятиеға ла, беҙгә лә файҙа килтерә. Күмәк хужалыҡта эштәр алға киткәс, ауылдағы тормош та йәмләнде.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, эшһөйәр Уйылдановтар ит-һөттө баҙар ихтыяжы өсөн дә етештерә. Был йәһәттән Флүрә апай эштең иң мәшәҡәтлеһен үҙ иңенә алған. Ул һөттө Серафимовка баҙарына илтеп һата. һис кенә лә иренмәй, һәр көн иртән шул яҡтарға юлланып, алыш-биреш итеп ҡайта.
− Ундағы бәләкәй баҙарҙа үҙ урыным да бар, шул микрорайонда йәшәүселәр килгәнемде көтөп кенә тора, − ти ул. − Беҙҙең ауыл бит оло юл буйында ғына, Серафимовкаға 10 – 15 минут эсендә барып та етәһең. Бына бөгөн иртәнге 8 сәғәт 30 минутта автобусҡа ултырҙым да 10-сы яртыла өйгә әйләнеп тә ҡайттым. Ә ул арала ихаталағы малды, ҡош-ҡортто ағайығыҙ ҡарай. Был маҡтана икән, тип уйлай күрмәгеҙ − һыйырҙарым һөтлө минең, ҡалала йәшәгән балаларҙы ла аҡтан өҙмәҫкә тырышам.
− Сауҙа итеүҙең дә үҙ хикмәте бар, тиҙәр...
− 1,5 литрлы пластик шешәгә тултырылған һөттө баҙарҙа 40 һумға һаталар. Ә мин уны ҡулланыусыларға 35 һум менән бирәм. Йәйге осорҙа 20 шешәнән кәм алып барғаным юҡ. Әле иһә иртән сумкаға 13 − 15 һауыт һалып алам. Муллыҡ осоронда көнөнә 600 − 700 һумлыҡ һөт һатып ҡайтам. Аҙнаһына биш көн барһам да, ҡулға 3000 − 3500 һум аҡса инә. Тимәк, беҙҙең ғаилә бюджетына һөт һатыуҙан ғына ла айына 12 мең һумдан ашыу аҡса инеп тора. Шуға ла иркен тормошта йәшәйбеҙ.
Уларҙың килеме бының менән генә сикләнмәй. Шәхси хужалыҡта йыл һайын өс баш һуғым һуялар. Үҙҙәренән артып ҡалған итте һораған кешеләргә биреп тә ебәргеләйҙәр. Йәй ҡош-ҡортто күпләп үҫтерергә лә иренмәгәндәр. Булдыҡлы кешеләр барыһына ла өлгөрә. Быйыл улар баҡсалағы йәшелсә-емештән мул уңыш йыйып алған, хатта ейән-ейәнсәр­ҙәрен, килгән ҡунаҡтарҙы үҙҙәре үҫтергән ҡарбуз һәм виноград менән һыйлағандар.
− Хәҙерге заманда етеш йәшәүгә ни етә? − ти асыҡ йөҙлө Флүрә апай. − Пенсия аҡсаһы йыл буйы байтаҡ йыйылып китә. Сөнки кәрәк- яраҡҡа һөт аҡсаһын тотонабыҙ. Аҡса булғас, ике йыл рәттән Үзбәкстанға барып ҡайттым. Унда тормош иптәшемдең апаһы йәшәй. Тәү ҡат сәфәр ҡылғанда Миңлеғәзимде лә алып барҙым. 35 йыл күрешмәгәйнеләр. Өсөнсө йыл һеңлеһе менән бергә йөрөп ҡайттыҡ. Ул апаһын 38 йыл күргәне булмаған. Быйыл ҡыш ейәнем менән Сәмәрҡәнд яҡтарына юлланырмын, тип торам. Урта Азияны ҡыҙырып йөрөп сығыу өсөн 50 − 60 мең һум аҡса кәрәк. Бер кемдән дә ярҙам һорамайым, үҙемдең мөмкинлегем булғас.
− Мин йәштәргә шуны әйтергә теләйем, − тип өҫтәне ул. − Әллә ҡайҙа, ҡырыҫ Себер яҡтарына сығып киткәнсе, лутсы ауылда йәшәһендәр, күпләп мал-тыуар аҫраһындар, баҡса үҫтерһендәр. Мин бына дауахана юлын тапағаным да юҡ, карточкамда бер-ике яҙыу бармы икән? Урманға, матур тәбиғәт ҡосағына сығып әйлән­һәң, сирҙәрең үтә лә китә ул. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр түгелме? Тормош шарттарын сәләмәтләндереү тураһында уйларға кәрәк. Хәҙер бит ауыл ерендә лә хөрриәт, эшләгән кешегә донъя­һын бөтәйтергә, матур итеп йәшәргә була.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Туймазы районы.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»