RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һәр тарафым – тауҙар, тауҙар…

11.12.2012 Һәр тарафым – тауҙар, тауҙар…

Беҙҙең Килдеғол ауылы быйыл Бөрйән районында уҙғарылған “Иң күркәм ауыл” конкурсында еңеүсе булды. Ысынлап та, ауылыбыҙ бик матур, төҙөк. Халыҡ беҙҙә иркен, мул йәшәй, ишле итеп мал көтә, эшһеҙ тормай. Районда һаҡланып ҡалған колхоздарҙың иң алдынғы бригадаһы беҙҙә. Килдеғолдар малсылыҡ фермаһында тырышып эшләй. Колхоз пилорамаһы бар, иген үҫтерәләр, бесән, силос әҙерләйҙәр.
Күп һанлы эшҡыуарҙар ҙа ауыл халҡын эшле итә. Шәхси хужалыҡтарҙа 14 пилорама, биш магазин бар.
Ауылыбыҙ тәрән ҡаҙан эсендәге һымаҡ бейек тауҙар ҡосағында ята. Беҙҙә тәбиғәт үҙенсә күркәм. Йыл әйләнәһенә лә йәшеллек. Сөнки тауҙарыбыҙ ылыҫлы урман − ҡарағай, ҡарағас ағастары менән ҡапланған. Ауылыбыҙ янындағы тауҙарҙың алыҫ йылдарҙан килгән яғымлы һәм мәғәнәле атамалары бар. Мин уларҙың, төбәктәге бүтән атамаларҙың килеп сығыу тарихын, үҙенсәлектәрен, бөгөнгө хәл-торошон күптән инде өйрәнәм, күҙәтеп барам. Күбеһенә тәғәйен шиғыр ҙа сығарғанмын.
Түгәрмә

Ауылдың көнсығышындағы ике тауҙан хасил ул. Береһен − Өлкән Түгәрмә, икенсеһен Кесе Түгәрмә тип йөрөтәләр. Беҙ былай айырып тормайбыҙ, икеһен бергә Түгәрмә тибеҙ ҙә ҡуябыҙ. Биргеһе, йәғни Кесеһе беҙгә нығыраҡ яҡын, башына бәләкәй саҡтан 1, 9, 19 май көндәрендә машина, “Беларусь” шиналарын тәгәрәтеп мендереп, пионер усаҡтары яғып, тауға эҫенеп бөткәнбеҙ. Шуға ла һүҙем шуныһы тураһындараҡ.
Түгәрмәне Түгелмә тиеүселәр ҙә бар ауылда. ҡалай әйтһәң дә дөрөҫ. Сөнки исеменең килеп сығышы: ташы тәгәрәп, ололар әйтмешләй, түгәрмәләп, йәғни түгелеп ятыуға бәйле.
Тауға менгән һырт һөҙәк һуҙымлы, тупһалы-тупһалы, ә битләү яғы текә. Әммә ҡыйыу егеттәребеҙ саңғыла ла һәм…трактор(!) менән дә унан тураға төшкән осраҡтар бар.
Түгәрмәнең ысынға оҡшаш легендаһы йәшәй халыҡ телендә. Имеш, граждандар һуғышы ваҡытында аҡтар – тау түбәһенән, ҡыҙылдар аҫтан пулеметтарҙа атышып ятҡан. ҡыҙылдар позицияларын ҡорған урында өй һалған Илшат ҡусты Сафиуллин бер йылы картуф баҡсаһынан пулемет патрондары табып, мәктәп музейына бирҙе. Шул тирәләрҙә электән окопҡа оҡшаған соҡор-саҡырҙар ҙа беленеп ята.
Түгәрмә түбәһе ауылдаштарҙы, ҡунаҡтарҙы, айырыуса балаларҙы һәм йәштәрҙе үҙенә тартып, саҡырып тора. Яҙғыһын ҡарҙан әрселеү менән тауға үрмәләй башлайҙар. Өҫтән ауыл ус төбөндәгеләй бик күркәм күренә.
Һил төндә Түгәрмә өҫтөнән Магнитогорск ҡалаһының шаңдағы һыҙатлана. ҡышҡы оҙайлы төндәр­ҙә Түгәрмә түбәһендә аулаҡлап бүреләр олой.
Элек, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауылдаштарыбыҙ Түгәрмә тапҡырында фотоға төшөргә яратҡан. Һәр йортта тиерлек ундай фотолар ҡәҙерләп һаҡлана.
Ауылға килеп ингәндә урамдың үрге осонда көҙгөләй яҡтырып иң элек күҙгә ташланған матурлыҡ − Түгәрмә тауы! Ялтлап ятҡан асфальтлы үҙәк урамға ҡот өҫтәп тора.
Әйткәндәй, күрше ҡолғана, Байғаҙы һәм Яуымбай ауылдарында ла үҙҙәренең Түгәрмәләре бар. Уларҙа нисектер, ә бына беҙҙә иртән торғас иң тәүҙә Түгәрмәгә күҙ һалыу ғәҙәте йәшәй. Сөнки ҡояш беҙҙә Түгәрмә артынан ҡалҡа… Был хаҡта шундай шиғырым бар.
Түгәрмә тау беҙҙә икәү:
Береһе – Кесе, береһе − Өлкән.
Яланғас түбәле улар,
Икеһе лә бейек, күркәм.
Икеһенең араһында
ҡаҙан һымаҡ тәрән үҙәк.
Урман бит ул ерҙең ҡото,
Тәрән үҙәк − урман-биҙәк!
Үҙәк тапҡырынан ғына
Яңы тыуған ҡояш ҡалҡа.
ҡояшлы көн − күңел нурҙа,
ҡояш тыуһа − донъя толҡа!
Түгәрмәлә − көн өмөтө,
Әйләнәм дә бағам иртән.
Ике тау – ике наҙлы ҡул,
ҡояш – сабыйҙы күтәреп
Алалар һымаҡ бишектән.

Яланғастүбә

Ауылдың төньяғындағы ҡалҡыу тау. Элегерәк битләүенең һәм түбәһенең яланғасы ҙурыраҡ ине. Йылдар уҙа килә, бирге итәгендәге ағастар олпатланып, яланғасы ҡыҫырыҡланды. ҡырҙан ҡараһаң, яланғас түбәһе түбәтәй дәүмәле генә. Бер йылы шиғыр ҙа сығар­ғайным:
Яланғастүбә,
әйтерһең дә, күбә,
Ауылдан беҙгә
шулай күренә.
Тау түбәһенә
менеүсе кеше
Һайлай ҙа юлын,
шунан үрелә.
Өҫтәге юлдан,
үр һәүетемсә,
Текәлек менән
көсөң самалай.
Ынтылһаң тура,
ҡырынлығы бар,
Йөрәккенәңде
ҡурҡыу ҡамалай.
Яланғастүбә
ауылға баҡҡан,
Иң ҡалҡыу түбә −
ғорур тау беҙҙә,
ҡыҙыҡһынһағыҙ,
килеп ҡайтығыҙ,
Юл һайлап үргә
менербеҙ бергә.
Яланғастүбә аша яратҡан тауыбыҙ – ике үркәсле Әүҙектегә, берәү әйтмешләй, “Кавказ тауҙары менән тиңләшерлек” армыт-армыт Канчал тауҙарына юл бара. Тауҙың арғы яғы – ҡуйы урман. Урманында көртмәле, еләк емерелеп уңа. Көҙгөһөн унда аҡ бәшмәк йыябыҙ. Мүккә лә яҡынлата шунда йөрөйҙәр.
Тауҙың аръяғында, аҫта таҙа һыулы кескәй шишмә сылтырай.

ҡарағаслы бейек

ҡарағаслы бейек, әйт, кем
бейек,
Һинме, минме, ә кем түбәндә?..
Бына әле түбәндән мендем дә,
Шуны уйлап торам түбәңдә.
Тау тауышы ҡапыл яңғ(ы)рап
китте:
“Яуап һорауыңдың үҙендә,
Мин ҡалырмын, ә һин йәшәр
өсөн,
Тағы төшөрһөң бит түбәнгә.
Бейеклектә булһа бөйөклөк −
Түбәндән ҡалҡа һәр бейеклек!”
ҡарағаслы бейек – ауылдың көньяғындағы ғорур тау. Бейек­леген иҫбатлау өсөн ҡышҡы ҡыҫҡа көндәрҙә ҡояштың тау түбәһенән ауылға саҡ-саҡ ҡына күренеп үтеүен әйтеү ҙә етә. Гүйә, ике байып, ике ҡалҡҡандай.
Исеме үк әйтеп тороуынса, был тау күберәген ҡарағас урманы менән ҡапланған. Шуға ла көҙгөһөн, ҡарағастарҙың энәһе һарғайған осорҙа, тау, усаҡ дөрләткәндәй, балҡып тора.
ҡарағаслы бейектәге урмандың элегерәк ике тапҡыр ҡырҡылыуына шаһит ауылдаштар. Тик бүтән диләнкәләге һымаҡ уҫаҡ йәки сауҡа ҡаплап алмаған тауҙы, йәнә ерҙе тишеп, ҡарағас үҫентеләре шытып сыҡҡан һәм матур булып үҫә. Күрәһең, тау битләүе үҙенең ереккән ағасына тоғролоғон ныҡ һаҡлай, ә ҡарағас аҫабалыҡ тамырын тәрәнгә ебәргән!
ҡарағаслы бейек түбәһенең арғы ауышы − яланғас асыҡлыҡ. Унан алыҫтағы Байғаҙы ауылының олпат һәм тарихи Ураҙы тауы, Әбделмәмбәттең Аҡбейеге, Бөрйәндең данлыҡлы Мәсем, Баҙал тауҙары күгәреп күренә. Ә үҙебеҙҙең яҡындағы ялансыҡтар, ағасы ҡырҡылған диләнкәләр һәм ауылдан сыҡҡан оло юл айырым-асыҡ күренеп ята.
ҡарағаслы бейектең бирге битләүендә, ҡарттар һөйләүенсә, элегерәк ҡуян, тейен, төлкө, ҡоралай­ҙар тулып йөрөгән. Ә арғы яғында болан, һеләүһен, бүре, айыу иркенләгән.
Һикһәненсе йылдарҙа тауҙың урта тошон ҡырҡып, оло юл һалғаны бирле йәнлектәр ауылдан ситләште. Элекке менән сағыштыр­ғанда, ҡоштар тауышы ла тоноҡланды.
Бөгөнгө ҡарағаслы бейек − еләк, көртмәле, бөрлөгән, бәшмәк кеүек ниғмәттәр төйәге. Ауылда шундай ырым йәшәй: ҡарағаслы бейек битләүендә ҡар бөттөмө − йәйгә аяҡ баҫтыҡ, тигән һүҙ. Тағы, был тауҙың бейек урманы шаулай башланымы – буран көт!

Ташморон

Башын алға һуҙған тау,
Ташын алға һонған тау.
Ташына ҡул һуҙырлыҡ,
Башың эйеп уҙырлыҡ
Изге тау,
Күңеле бик һиҙгер тау.
Ауылым тупһаһында
Ингәнде һәм сыҡҡанды
ҡаршылай ул, оҙата.
Ситтә уйламаһаң да,
Ул юҡһыныр, һурығыр –
Йөрөмә бик оҙаҡлап!
Ауылдың төньяғындағы тауҙар теҙмәһенең түбәнге осон, көнбайыштағы өлөшөн Ташморон тип йөрөтәләр. Түбәһендә эре-эре таштар өйөмө – алпамышалар ҡоролмаһы тип уйларлыҡ! Шул таштар араһында бер йылы эҙәрмән уҡыу­сыларым менән ташъяҙма таптыҡ. “Исҡужин Муса. 1965.” тиелгәйне унда.
Ауылдашыбыҙ Муса Фәйзулла улы Исҡужин Бөйөк Ватан һуғышында була, ҡаты яралана. Хәленең мөшкөллөгөн уйлап, яугир: «Эх, өйгә ҡайтып, атам-әсәмде күрһәм, тыуған йорт тупһаһында ятып йән бирһәм дә риза булыр инем», − тип тә әйткән тиҙәр. Миҙалдарын ҡушмағанда, иң ҙур наградалары: III дәрәжә Дан ордены һәм Советтар Союзы маршалы И. Коневтың Маҡтау ҡағыҙы. М. Исҡужин, һуғыш яралары ҡуҙғалып, 1969 йылда 61 йәшендә дауаханала вафат булды.
Ташморондоң элекке ваҡыттарын өләсәйҙәр һағынып һөйләр ине. Иҙәндәй тигеҙ ташлы ҡыуы­шыраҡ ерендә улар бала саҡта өй ҡороп уйнай. Эргәләге тарбаҡ ботаҡлы кәрлә ҡарағай, йәнәһе, теген машинаһы.
Таш ултырғанлыҡтан буйға үҫмәгән ҡарағай 70-се йылдар аҙағында ла бар ине. Радио һәм телефон сымдарын иңе аша үткәреп, байтаҡ йылдар бағана ролен дә башҡарҙы.
Беҙ малай саҡта ла Ташморон күтәренке, мөһабәт булды. Аҫта ауыл һыулаған Һарағы йылғаһы, тапҡырҙа ғына ике ятыу – Өлкән ятыу, Бәләкәй ятыу, тип йөрөттөк уларҙы. Өлкәнендә − өлкәнерәктәр, Бәләкәйендә бәләкәйерәк ҡыҙ-малайҙар йәй буйы һыу инер инек. Һыуҙа баҡалай супылдашып ятабыҙ ҙа, Ташморондоң теге шыма ташында ҡояшта ҡыҙынабыҙ. Был мәлдәрҙә хатта ожмахың да ары торһон һымаҡ.
Ташморондоң арғы яғында зыярат булды. ҡәберлек буралары һәм таштары хәтерҙә ҡалған. Бесәнлеккә − Оҙонсал буйына беҙҙең юл шунан үтә ине. Беҙ, бәләкәс малайҙар − Кәбир ҡустым, мин атайға эйәрәбеҙ. Атай, һуғышта булған кеше, сабыр, буралар янында туҡтала. Аръяҡҡа сығып булмағас, яҙ үлгәндәрҙе бында ерләгәндәр, быныһы шул инәйегеҙ, ә быныһы шул апағыҙ (беҙҙә атайҙан оло ир кешегә шулай тип өндәшәләр) ҡәбере, ти. Фазулла олатайҙың улы Хөсәйен апа Исҡужиндың исеме генә иҫкә инеп ҡалған.
Һуңғараҡ 1930 йылғы Нух ағай Көмөшбаев:
− Ташморон артында 17 кеше ята, күрше Кардондан да килтереп ҡуйҙылар, − ти торғайны.
1974 йылдың мартында Әбдел­мәмбәт, Килдеғол бригадалары үҙ аллы “Урал” колхозы булып ойошто. Рәйесе − Таштимер ағай Әлибәков. Ул үҙе лә тынғылыҡ белмәне, кешеләрҙе лә ныҡ эшләтте.
Ауылға бер мәл әрмәндәр килеп тулды. Ферма һала башланылар. Ситтәрҙең һинең тәбиғәтеңдә, тарихыңда эше бармы ни, баяғы зыярат таштары ла, Ташморондоң эре-эре тигеҙ таштары ла юҡҡа сыҡты, төҙөлөш эшенә яраны, буғай.
Быуаттар буйы ғорур торған Ташморон, шул касафаттандыр, хәҙер бер аҙ сүгеп, кесерәйеп ҡалғандай. Тик исеме уны һаман бөйөк итә. Сөнки уға был яңғырауыҡлы матур исемде иң күркәм саҡтарында ата-бабаларыбыҙ үҙҙәре биргән бит!..

Мөнир Фәйзуллин,
уҡытыусы, тыуған төйәкте өйрәнеү музейы етәксеһе.
Бөрйән районы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Шоколадлы сыр

20.02.2019 - Махсус биттәр Шоколадлы сыр


Мамыҡ ҡына юрғаным...

18.02.2019 - Махсус биттәр Мамыҡ ҡына юрғаным...


Йондоҙнамә (18-24 февраль)

18.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 февраль)


Йәй буйына  петуния сәскә  атһын тиһәгеҙ

“Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”

16.02.2019 - Махсус биттәр “Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”


811 көн һәм төн...

15.02.2019 - Махсус биттәр 811 көн һәм төн...


Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ

15.02.2019 - Махсус биттәр Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ


"Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА

15.02.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА


Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!

14.02.2019 - Махсус биттәр Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!


Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта

11.02.2019 - Махсус биттәр Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта


Ярһыған саҡта нимә эшләрең билдәле түгел шул...

Йондоҙнамә (11-17 февраль)

11.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 февраль)