RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Зинһар, ни өсөн түҙҙең, тип һорамағыҙ…

23.11.2012 Зинһар, ни өсөн түҙҙең, тип һорамағыҙ…

Зинһар, ни өсөн түҙҙең, тип һорамағыҙ…
йәки Ғүмер буйы туҡмалып, кәмһетелеп йәшәгән ҡатын ире үлгән көндө тормошонда ҙур байрам тип ҡабул итә
Баламды балалар баҡсаһынан алып, фатирыма ҡайтыр­ға ашығам. Көҙгө көн тиҙ генә кисләп бара, һыуыҡ та. Үҙемдең асығыуым да еткән: эш аҙағынаса ашҡаҙанда бер генә “бүре” ине, ахыры, хәҙер уларҙың һаны артҡандан-артып барғандай. Уйымда, тиҙ генә ҡайта һалып, был асығыуҙы баҫыу, бүтән нәмә башыма инеп тә сыҡмай. Балалар баҡсаһында кескәй­ҙәргә яңы ғына киске аштарын ашаттылар, шуға улым ҡайтҡас ашамай торған. Ниһайәт, ҡайтып еттем. Курткам менән итектәремде систем дә, залдан кухняға үтеп барышлай ғына сумкамды диванға быраҡтырҙым. Тәүҙә сәй ҡайнай торһон, ашымды газға йылытырға ултыртайым, шунан костюм-салбарҙы сисермен, баланың өҫ кейемдәрен алмаштырырмын тип уйлап, кухняға үттем. Баҡтиһәң, мин йәшәгән фатирҙың хужабикәһе килгән икән. Нисектер ҡапыл әллә нисек булып китте, өйҙә минән башҡа кеше булыр, тип тә уйламаным. Яңы ғына йәшәй башлағас, Фәриҙә апай менән аралашып та өлгөрмәнек. Шулай ҙа алдан уҡ мине: “ҡайһы бер ваҡыт кистәрен йә төндә ишекте асып килеп инһәм, аптырама, мин һиңә ҡамасауламаҫмын, туп-тура үҙемдең бүлмәмә үтәм (ике бүлмәле фатир ине ул). Сөнки ирем, эсеп алһа, ҡаңғырта, өйҙән ҡыуа башлай, ә минең башҡа барыр ерем юҡ”, – тип иҫкәртеп ҡуйғайны. Эйе, хужабикәмдең һурылыбыраҡ киткән йөҙөнән үк күренеп тора: нимәлер булған, ул бик йонсоғанға оҡшай. Иҫәнләшкәндән һуң, ғәҙәттәгесә, хәлдәрен һораштым. Ул бер ултырғысын миңә һуҙып, эргәһенә ултыртып алды ла: “Ошолайтып ултырып берәй журналисҡа башымдан үткәр­гәндәр­ҙе һөйләһәң ине ул, тип гел уйлай торғайным. Хоҙай Тәғәлә миңә һине осратырға насип иткән икән”, – тип һөйләй башланы. Эш кейемдәремде лә һалмай, уны тыңларға ултырҙым.
Был ҡатын менән осрашҡас та уның мөләйем йөҙөнә, һағыш һәм хәсрәт тулы күҙҙәренә шунда уҡ иғтибар иткәйнем. Әле лә бөтөнләй ят кеше тип ҡарап торманы, миңә эс-серҙәрен буша­тыр­ға тырышты. Аңлауымса, һөйләргә йыйынған хәл-ваҡиғалар уның күңелендә бер генә йыл буйы йыйылмаған, ай-һай, бер нисә тиҫтә йыл булмаһа әле. Уға нисек тә күңелен бушатырға, эсен бүҫкәртеп, бер аҙ тынысланырға кәрәк ине.
ҡатын-ҡыҙҙың үҙәгенә үткән, булған көсөн һурған ирҙәр эскелеге Фәриҙә апайҙың ғаиләһен дә ситләп үтмәгәйне. Бергә йәшәүҙәренә 34 йыл ваҡыт үтеп тә киткән, ә йәштән төшөргөләп йөрөгән өй хужаһы «йәшел йылан» шауҡымынан һаман булһа арынырға теләмәй. Киреһенсә, уның ауына көндән-көн нығыраҡ бәйләнгән ҡәбәхәт (хәҙер ҡатыны уны тик ошо исем менән генә йөрөтә) әҙәмсә йәшәү рәүешен һанға һуҡмай икән.
– Улым да ошо юлдан китте. Өйләнде, әммә айырылыштылар. Ейәнемде күпселек үҙем ҡарайым. ҡыҙымдың да ире эсергә әүәҫ булғас, улар ҙа айырылышты. Минең ҡәбәхәткә үҙ балалары һәр саҡ ҡамасау булды. Уларға ҡысҡырһынмы, беҙгә эҫе һыу һибергә ынтыл­һынмы йәки йыуынты биҙрәһен ауҙарһынмы… Һәр ваҡыт тиерлек балаларына: «Һеҙ миңә әсәйегеҙ менән йоҡларға (түшәктә яратышыуҙы ысын исеме менән атап) ҡамасаулайһығыҙ», – тип кәмһетеүҙәре бигерәк үҙәгемә үтте. Бына биш йыл инде мин уны ошо этлектәре өсөн ғәфү итә алмайым. Үҙенә лә әллә нисә тапҡыр ошо хаҡта ҡабатлайым. Сөнки ул күптән кешелек сифаттарын юғалтҡан инде. Улай ғына ла түгел, ул миңә шайтандарҙың атаһы кеүек тойола. Беҙҙе һәр ваҡыт өйҙән ҡыуа торғас, аптырап, ҡайһы ваҡыт өй йәки фатирға түләп йәшәүгә инә торғайныҡ. Ахырҙа, ҡыҙымдың түҙемлеге етмәне һәм беҙ үҙебеҙгә фатир алырға ҡарар иттек. Бергәләшеп йөрөп йәй башында һатып алыуға тип, фатир ҡараныҡ, ҡыҙыбыҙ айырым күсер тигән һылтау ине ул. Ирем әлегә фатир алмай торорға ҡушты: хаҡтар ҙа ҡиммәт, көҙгө осорҙа бер аҙ арзанайыр, тине. Әммә беҙ уны тыңламаныҡ һәм ике бүлмәле шәп фатирҙы һатып алдыҡ. Иремә был хаҡта бер ауыҙ һүҙ өндәшмәнек (уның белмәүе беҙҙең өсөн ҡулай ине). Эскән саҡтарында ыжғыр буранға, ҡойма ямғырға ҡарамай, ейәндәрем менән өйҙән ҡыуылыуҙарҙың йышайыуы ла мәжбүр иткәйне мине был аҙымға. ҡасып килеп бер аҙ тыныслыҡта йәшәү теләге лә көслө булды. Сөнки физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да ныҡ арығайным шул. Әйтеүе генә анһат, төнгө сәғәт өс-дүрткә ҡәҙәр ҡаңғырып-боларып йөрөй, беребеҙҙе лә йоҡлатмай, буштан сәбәп табып һөйләнә, һүгенә… Ошоларҙың барыһына ла йылдар дауамында сыҙап ҡара?!
Ярай, фатирлы булдыҡ. Документтарын да тейешле рәүештә минең исемгә яҙҙырҙыҡ. Кредиттарҙы ҡаплар өсөн ҡыҙым, үҙенең төп эшен ташлап, бөтөнләй икенсе ергә – алыҫҡа эшкә сығып китте. Ул: «Әсәй, фатирға күсен. Атай бер ҡасан да үҙгәрмәйәсәк. Һинең менән берәй нәмә ҡылып ҡуйыр. Өйҙә уның менән яңғыҙ ҡалма!» – тине. Мин бер үҙем тороп ҡалдым. Оҙаҡламай ҡыҙын үҙе ҡарарға теләк белдергән кейәүебеҙ ейәнсәремде алып килеп ташланы. Уны мәктәпкә, музыка түңәрәгенә йөрөтәм. Уҡыу башланыу­ҙың бер нисә көнө үтеүгә теге ҡәбәхәт беҙҙең фатир алыуыбыҙҙы кемдәндер ишетеп ҡалған. Хәҙер ҡулдарын бөйөрҙәренә таянып, аяғын кирә баҫып: «Был өй минеке, һин үҙеңдең фатирыңа сығып кит», – тип ҡыуа. Шулай итеп, берәм-һәрәм тигәндәй күпселек әйберемде, ғүмер буйы йыйған мал-мөлкәтемде фатирыма ташыным. Ғәрлегем килә, көсһөҙлөгөм аяҡтан йыға. Ә ундай хәл була ҡалһа, миңә генә күҙ терәп торған ейәндәрем нимә эшләр?
Көн дә тиерлек өйгә ҡайтып әйләнәбеҙ. Мал-тыуар шунда ҡалды бит, бахырҙарым әллә ҡараулы, әллә юҡ. Өйрәнгән өйҙө лә ташлап китке килмәй. Бер көн шулай гараждан килгән тауыш әллә ҡайҙа ишетелеп тора: туй барамы ни?! Ипләп кенә килеп ярыҡтан ҡарайым: унда төрлө ҡиәфәттәге ир-ат йыйылған да тәмәке көйрәтә, араҡы эсә. Ә өйҙөң эсен күрһәң ине?! Иҙәндән түбәгә тиклем ҡатып бөткән һауыт-һаба, бысраҡ иҙәндә нимә генә юҡ! ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, тип белмәй әйтмәгәндәр икән. Өйҙә булмауымды бөтә әшнәләре белеп (ә ул мине ҡыуып сығарғанын һәр кемгә шундай ҡыуаныс менән һөйләгәненә шигем юҡ), көн дә йыйылалар. Күрше ҡатын бер көн кемдәрҙеңдер беҙҙең һарайҙан ҡаҙҙарҙы тоҡтарға тултырырға маташыуын күреп ҡалған. Алыҫтан булһа ла ҡысҡырған. Уны ишетеү менән ике әҙәм йораты ҡасыу яғын ҡараған. Ә беҙҙең аҙбарҙа, ҡаҙҙарҙан тыш, һарыҡтар, тауыҡтар, башмаҡ бар. Баҡсабыҙ мул уңыш бирә, картуфыбыҙ ҙа байтаҡ. Яғаларынан бөрөп алһам да, беҙҙең күпме көс-тир түгеп үҫтергән картуфты кемеһенең сығарып һатыуын әйтмәнеләр. Йәш саҡтан ҡалаҡтан башлап йыйған донъямдың шулай тиҙ генә юҡҡа сығыуына эсем боша…
Әгәр йәштән айырылышһам, балаларым мине аңламай, һин үҙең ғәйепле булғанһың, тип ғәйепләүҙәренән ҡурҡтым. Хәҙер улар барыһын да аңлай ҙа ул, әммә йыйылған мөлкәт, өйрәнгән өйөм йәл.
Бер шулай ҡыш көнө йоҡо бүлмәһендә ҡыҙым – ейәнсәрем менән карауатта, мин эргәләрендә иҙәндә йоҡлап ятҡан мәлдә ирем өҫтөбөҙгә бер биҙрә йыуынты һыуҙы ауҙарҙы. Кеше ҡоҫҡолоғонан кәм булмаған был лайлалы шыйыҡсаны йыуып төшөрөүе, түшәк-ҡаралтыны таҙартыуы бик ауыр булды. Ә күңелгә инеп ултыр­ған ошо күренеш ғүмергә онотолмаҫ булып һеңде, йөрәгемде мең өлөшкә телгеләп, кире берләшмәҫлек булып ҡатырҙы...
“Шайтандарҙың атаһы” яртылаш эселмәй ҡалған шешәһен йәшерә лә, онотоп, гел генә беҙҙән таптыра. Һеҙ эскәнһегеҙ, ҡайҙа ҡуйҙығыҙ, ти. Бер көн шулай сираттағы ҡылығы ҡабатланды. Улымдың уға шешәһен күрһәтеүе лә һөҙөмтә бирмәне. Киреһенсә, ирем: “Ул түгел, түгегеҙ!” – тип ярһыны. Асыуҙың сигенә килеп еттемме, мин улыма һәм ҡыҙыма уны иҙәнгә йығып һалырға бойор­ҙом. Үҙем ауыҙын шаҡарып асып, ҡалған араҡыһын ҡойорға керештем. Ул минең һуҡ бармағымдың битен айыра тешләп алып, тиреһен иҙәнгә төкөрҙө. Бармағым оҙаҡ ҡына йүнәлмәй йөрөнө”.
һәр ғаиләлә үк булмаһа ла, өсәүҙең береһендә мотлаҡ бындай күренештәргә тап булаһың. Иң әсендергәне: башлыса, ҡатын-ҡыҙ ыҙалана, балаларҙың психикаһы боҙола (бында һүҙ эсергә яратҡан ҡатын-ҡыҙ, әсәләр тураһында түгел, ә яҡшы ҡатындар хаҡында). Улар ошондай кәмһетелеүҙәргә сыҙар­ға, ғүмер буйы түҙергә тейеш. Ярай ҙа һөйләнгәндәренә күрә ир ғаиләне аҡса менән тәьмин итеп, мал тапһа. Хәҙер бит ҡатындар аҡса эшләй, ә ирҙәргә ошо хаҡта әйтеп ҡара! “Һиңә күпме алып ҡайтһаң да етмәй” – ти улар. Ай һайын йәки онотҡанда бер алып ҡайтҡан ике-өс мең һум аҡсаны тартып-һуҙып барыһына ла еткер инде!
Ғәҙәттә, 40 – 45 йәште уҙған ҡатындар ғаиләләрен тарҡатырға әллә ни ашыҡмай. Ирҙәре хыянат итеп, икенсе ҡатындар менән сыуалһа ла, һыр бирмәй йәшәй бирә. Айырылышып сығып киткән осраҡта, уларҙың урынын яңынан икенсе ҡатын биләп тә ала, кеше өйөндә еңел генә йәшәй ҙә китә. Ысынлап та, бындай ҡыҙҙарҙы ниндәй әсәләр тәрбиәләй һуң?! Бер ниндәй кеше һүҙенә ҡарамай, оят тигәнде белмәй, тота килеп икенсе ир ҡуйынына инеп йәшәй башлаған ҡыҙының ҡылығын ҡайһы әсә хуплай? Мөхәббәтме ул, үс алыумы? Ай-һай, бындай мәлдә һыр бирмәҫкә тырышыу өҫтөнлөк итәлер, ахыры. Йәнәһе, һинән башҡаны мин анһат ҡына ҡарата алам. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер әллә заманы шундай, әллә тәрбиә тигән төшөнсә бөтөнләй аҡһай башланы, белмәҫһең. Күпселек айырылышҡан парҙар (рәсми рәүештә булһа ла, булмаһа ла) ваҡыт үтеү менән ҡабат ҡауыша. Дөрөҫөрәге, ир тубыҡланып тигәндәй ҡатынына инәлә-ялбара, бергә йәшәүҙәрен үтенә. Үҙенең булған етешһеҙлектәрен һәм ҡаңғырыҡтарын онотоуын һорай. “Мин шаярттым бит”, – кеүегерәк аҡланыу һүҙҙәре әйтелһә лә, ҡайһы саҡ ғәфү үтенергә оноталар. Ир эсеп йөрөп-йөрөп айнығас, донъяһының ҡайҙа табан тәгәрәүен аңлай, сөнки аслыҡ үҙәгенә үтә башлай, өй Сыңғыҙхан ғәскәре үткән яу яланын хәтерләтә. Быға тиклем булғанынса йылы ризыҡ ашап, таҙа өйҙә йәшәгән ир ябыға, кеше ҡарағыһыҙ булып һөймәлекһеҙгә әйләнә. Ни тиһәң дә, яҡшы ҡатын менән насар ир ҙә яҡшы йәшәй шул. Машинаға бензин алырлыҡ та аҡсаһы ҡалмай. Аҡса булмағас, ҡатын-ҡыҙҙар янына барып булмай. Ә бит кеҫәлә ел уйнағанда ҡыҙҙар менән йөрөү мөмкин түгел. Бер һүҙ менән әйткәндә, ирҙәрҙең дә тормошонда бер тупик барлыҡҡа килә. Алға бараһыңмы, кире түбәнгә тәгәрәйһеңме – һәр кемдең үҙенән тора. Шайтан эсемлеген дуҫ итеп алғандар тормоштоң үренә атлай алмай.
Бер ваҡыт Фәриҙә апайға ейәнсәре менән санаторийға барырға тура килә. Унда улар 20 көн ял итә. Нервы ауырыуҙары бер аҙ баҫылып, тән һәм йәнен бик аҙ ваҡытҡа булһа ла ял иттереп, өйөнә ҡайта. Ире уны нисектер айыҡ ҡаршы ала, матур итеп һөйләшә, йортта ла таҙалыҡ, сит-ят кеше булғанлығы ла һиҙелмәгән һымаҡ. Хужабикә бер аҙ аптырай төшә. Иртәгеһенә иртән торғас, үҙе үк ейәнсәрен мәктәпкә машина менән алып барырға тәҡдим итә, аҙаҡтан ҡатыны менән дарыуханаға баралар. ҡатынының күҙенә генә ҡарап тора, ни әйтһә лә тыңларға ла, эшләргә лә әҙер. “Ошо егерме көн эсендә беҙҙе юҡһынып, һағынғандыр, бер аҙ аҡыл ингәндер бының башына”, – тип уйлай Фәриҙә апай. Өйгә ҡайтҡас, ейәнсәре менән ейәндәренең ҡайтыуына тип пирожкиҙар бешерергә була. ҡатын ҡамыр баҫа, ире картуф әрсей. ҡатыны ҡамыр йәйә, ире эсенә иҙелгән картуфты һалып, бөрөп йәбештереп тора. Ситтән ҡараһаң, бик татыу, бер-береһен яратҡан пар тип уйларһың. Фәриҙә апай эстән генә ҡыуана, ундай хәлдәрҙең булғаны ла юҡ бит инде. Ә хәҙер килеп ҡартайған көндә бергәләшеп шулай бәлештәр бешереп торсо әле! Эй, һаман да шул ҡатын-ҡыҙҙың бер ҡатлылығы. Саҡ ҡына йылы һүҙ ҡушһалар, ирергә әҙер торабыҙ. Әйтерһең, кисә генә һыу эскеһеҙ итеп туҡмамаған, бысаҡ тотоп артыңдан баҫтырмаған, башҡа ҡатындар менән сыуалмаған. Алһыу күҙлек! Ул һәр саҡ беҙҙең менән йөрөй. Шулай итеп, пирожкиҙар бешергән көн бигерәк матур үтеп китә: берәү быға тиклем булған күңелһеҙ хәлдәр тураһында иҫкә алмай, бергәләшеп ултырып кино ҡарайҙар, бер-береһенең ҡайнар ҡосағында төн үткәрәләр.
Сюрприздың “еллеһе” әҙерләнгән булыуын Фәриҙә апай бер нисә көндән генә белә. Сөнки ошо иғтибарлы көн үтеп, ул уйлағанса – һағынышҡан төндә ире уға йоғошло ауырыу “бүләк итә”. Быға тиклем дә йәш сағында йоҡторғанлыҡтан, тәүге билдәләренән үк ул эштең айышына төшөнә. Бына ни өсөн ире уның алдында, май урлаһа ла, тотолмаған бесәй кеүек ҡыланған икән. Үҙенең ғәйептәрен йәшерергә, эҙҙе яҙҙырырға теләгән ул. Ә бахыр ҡатын-ҡыҙ һаман өмөт итә, көткән була, тормошоноң яҡшырып китеренә ышана. Ғәҙәттәгесә, дауахана юлы тапала, ер тишеге булһа, ин дә кит ине, билләһи.
Бер аҙ ваҡыттан мин ул фатирҙан киттем, шулай ҙа тыныс холоҡло Фәриҙә апай менән араларҙы өҙмәнек, әленән-әле шылтыратышып һөйләшеп торҙоҡ, урамда осрашһаҡ та, бер-беребеҙҙең хәлдәрҙе белешмәйенсә үтмәнек.
Яҙғы ҡояш көндән-көн нығыраҡ ҡыҙҙырып, илебеҙҙә сираттағы Еңеү байрамы билдәләнгән майҙанда уны тағы ла осраттым. Ейәнсәре менән ҡайтып бара ине. Ул миңә тағы ла кәйефһеҙ күренде. Хәлен һораштым. ҡолаҡтарыма тағы ла шул: “Һаман эсә, ҡаңғырта, шул фатирҙа йәшәп ятам”, – тигән һүҙҙәр ишетелер һымаҡ. Был юлы яңылышҡанмын икән. “Беләһеңме, беҙҙең өсөн, ысынлап та, Еңеү көнө! – тине. – Бер нисә көн элек ирем аҫылынып үлеп ҡуйҙы”. Үҙенсә барыһын да бер иҙән таҡтаһынан йөрөткән ғәйрәтле кешенең был аҙымға барыуы башҡа һыймай. Ә хәл былай була.
Фәриҙә апай кәрәкле әйберҙәрен алыр өсөн бер көн өйөнә барып әйләнә. Яңғыҙы ҡурҡҡанлыҡтан, иптәшкә әхирәтен дә ала. Яңғыҙаҡ ирҙең тормошо билдәле: ул өйҙә эскелек мәжлесе бара, әшнәләрҙең ҡайһы берҙәре инде таралыша башлаған. ҡатыны менән уның әхирәтен күргән ир, улар­ҙы ла һыйламаҡсы булып, магазинға араҡы алырға барырға, табынды дауам итергә тәҡдим яһай, уларҙы машинаһына ултырырға саҡыра. ҡатындар баш тарта, ул үҙе генә китә. Спиртлы эсемлектәр һатылған магазинға һажлатып сығып киткән ағайыбыҙ иҫерек баштан әллә рулде тота алмай, әллә тормозға баҫып өлгөрмәй – икенсе бер машинаға барып бәрелә. Ике машина ла ҙур зыян күрә. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынына килеп еткән ЮХХДИ хеҙмәткәр­ҙәре уның машинаһын алып китә. Тиҙҙән судҡа саҡырған повестка килә, зыян күреүселәр ҙә ғәйеплене тыныслыҡта ҡалдырмай: әленән-әле килеп, йә аҡса талап итеп, йә янап китәләр. Суд көнө алдынан ғына ул һарайына сығып аҫылына. Кәүҙәһе һыуынған ирҙе ағай­ҙары табып ала. Был – оҙаҡ йылдар дауамында эскелек менән шаярыу­ҙың әсе емештәре. Бик бәләкәйҙән үк атайһыҙ тәрбиәләнеп, үҙенең һүҙен генә һүҙ итеп өйрәнгән, кешеләрҙе кәмһетеп, уларҙы мыҫҡыллап ҡына еңеп булырын аңлаған ир була ул. Ғаиләһенә көн күрһәтмәй, үҙе лә йүнләп йәшәмәгән ир, был донъя­нан арыпмы, әллә артҡа юл булмаясағын белеп, башын элмәккә тыҡтымы – беҙгә уныһы билдәһеҙ…
Түҙгәнгә – түш, тиҙәр бит. Еңеү көнө яҡынлашты, тип кенә ҡатын күңеле тантана итмәй, әлбиттә. Был ғүмерҙә бит шатлыҡтар ҙа, ҡайғылар ҙа йәнәш йөрөй. Уларҙың ғаиләһе лә мөхәббәттән ярала, балалар тыуа. Бары тик оҙаҡ йылдар буйына түҙеп, ғаиләләге хәлдәрҙе тышҡа сығармай йәшәү генә хәл-ваҡиғаларҙы ҡуйыртмай килә. “Йәштән үк ирҙәрегеҙҙе ҡотортмағыҙ, – ти күпте кисергән Фәриҙә апай, – хыянатын ғәфү итеп, гел генә туҡмағанына түҙеп йәшәһәгеҙ, артабанғы тормошоғоҙ ҙа ошо йүнәлештә барасаҡ. Һеҙҙе иҙән сепрәге урынына һалып тапап йөрөргә лә күп һорамаҫ. Йәшлектең дә, тормоштоң да ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк. Ә мин түҙҙем дә түҙҙем. Ниңә түҙҙең, тип һорамағыҙ…”

Земфира ТАҺИРОВА.
(Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртелде).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»